Мирза Ҡәдим Ирәвәни
Мирза Ҡәдим Ирәвәни | |
әзерб. Mirzə Qədim İrəvani | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Хеҙмәт итеүе | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 4 декабрь 1825 |
Тыуған урыны | Ереван |
Вафат булған көнө | 1875 |
Вафат булған урыны | Ереван, Кавказ наместниклығы[d], Рәсәй империяһы |
Ерләнгән урыны | Ереван |
Һөнәр төрө | рәссам |
Эшмәкәрлек төрө | панельная живопись[d] |
Жанр | портрет[d] |
Хеҙмәттәре тупланмаһы | Әзербайжан Милли сәнғәт музейы |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Mirza Gadim Iravani |
Мирза Ҡәдим Ирәвәни Викимилектә |
Ирәвәни Мирза Ҡәдим Мәмед-Ғөсәйн уғлы (4 декабрь 1825 йыл, Эривань (Ереван) — 1875 йыл, Ереван) — Әзербайжандың XIX быуат рәссамы. Орнаменталист һәм портретист, Әзербайжан станок живописенә нигеҙ һалыусы, ижады Яңы дәүер Әзербайжан һынлы сәнғәтендә мөһим һынылыш булған [1].
Ирәвәни башлыса үҙенең сигеү өсөн, стеналарҙа эшләнгән һүрәттәре, ювелир әйберҙәре, лаклы һынлы сәнғәт эштәре, шулай уҡ быялаға төшөрөлгән һүрәттәре менән билдәле. Бөтә эштәренә дә тиерлек исемен, ғәҙәттә, әзербайжанса, йәки русса яҙып ҡуя торған була. Үҙен «Мирза Ҡәдим Ирәвәни», йәки «Ҡәдим Бәк» тип йөрөтә, ҡайһы ваҡыт Рәсәй империяһында «Табель о рангах» буйынса чинын «коллежский асессор» тип күрһәтә.
Уның иң билдәле эштәре: «Ултырып торған ҡатын», «Йәш кеше портреты», «Фетх Али-шах портреты», «Бейеүсе ҡыҙҙар», «Мулла» (барыһы ла Әзербайжан сәнғәт музейында), «Мах Талят портреты» (Грузия дәүләт сәнғәт музейы), портрет-миниатюра «Сәскәләр һәм ҡоштар» (Дәүләт Эрмитажы), шулай уҡ 4 ҙур портрет (1 м × 2 м) — улар 1850 йылдарҙа Ереван сардарҙары һарайы стеналарын биҙәү өсөн майлы буяуҙар менән яҙылған.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәдим Ирәвәни 1825 йылда Эриван ханлығы, Эриван ҡалаһында (хәҙерге Ереван, Әрмәнстан баш ҡалаһында) тыуған. Балта оҫтаһы Мәмәд-Ғөсәйен (Мәмәд-Хөсәйен) ғаиләһендә [2] берҙән-бер бала була, уның исеме тәүге тапҡыр 1954 йылда сәнғәт белгесе Наталья Миклашевскаяның рәссам Ирәвәниға бағышланған мәҡәләһендә иҫкә алына. Миклашевская фекеренсә, Ҡәдим Мәмәд-Ғөсәйен, ябай балта оҫтаһы булмағандыр,ә ағас эшкәртеп, һырлаусы булғандыр. Миклашевская Мәмәд-Ғөсәйен берҙән-бер улын бала сағынан уҡ биҙәк төшөрөү сәнғәтенә өйрәткәндер ти. Мәмәд-Ғөсәйен улына белем бирә алған һәм уны Тифлис прогимназияһына урынлаштырған[2]. Рус мәҙәниәте менән уҡыған саҡта уҡ яҡындан танышып, Мирза Ҡәдим үҙенең сәнғәткә булған һәләтен үҫтерә. Прогимназияны тамамлағандан һуң ун биш йәшлек Мирза Ҡәдим почтаға эшкә урынлаша [2].
Бала саҡтан уҡ Мирза Ҡәдим һүрәт төшөрөргә ярата. Ғаиләлә иҫкә алыуҙарынса, ул үҫмер саҡта уҡ көҙгөлә бер ҡатын портретын төшөрә, был уның буяуҙар менән төшөрөлгән тәүге эше була[2]. Төп эшенән буш ваҡытты ул һүрәт төшөрөп үткәрә. Үҙе эшләгән бүлмә стеналарын ул һүрәттәр менән биҙәй. Ләкин Ирәвәни йәшәгән өй һаҡланып ҡалмаған [2]. Тыумыштан бирелгән һәләте арҡаһында профессиональ бедеме булмаһа ла Мирза Ҡәдим киң билдәлелек яулай [3]. Киң билдәле рәссам булып киткәс, XIX быуаттың 50-се йылдарында ул Ирәвәниҙағы сардарҙар һарайын реставрациялауҙа ҡатнаша[4]. Был һарайҙа ул көҙгөлө залды яңырта [3].
Урыҫ, француз һәм фарсы телдәрен белгән, үҙ заманы өсөн ул белемле кеше булған, музыка яратҡан, уның китапханаһында урыҫ, Көнбайыш Европа һәм Көнсығыш авторҙарының әҫәрҙәре булған [2].
Мирза Ҡәдим Ирәвәни 1875 йылда Эривандә коллежский асессор дәрәжәһендә вафат була[2]. Ереванда ерләнә, ләкин ҡәбере бөҙҙөң көндәргәсә һаҡланмаған[2].
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә эштәрендә лә тиерлек Ирәвәни әзербайжан, йәки рус телдәрендә «Мирза Ҡәдим Ирәвәни», йәи «Ҡәдим Бәк» тип имза ҡуя, ҡайһы ваҡыт «коллежский асессор» тип тә өҫтәй[5]. Ул дүрт тарихи шәхес: Фәтх-Али шах, Аббас Мирза, Мах Тәлләт ханым һәм Веджуллах Мирза портреттарын яҙа. Бынан тыш ул билдәһеҙ яугир портретын да яҙа[3]. Мирза Ҡәдим Ирәвәнәи эштәренең датаһын күрһәтмәй, ә имзаһын ҡуя һәм кемде һүрәткә төшөргәнен генә яҙа торған була[5]. Шуға ҡарамаҫтан уның эштәрен сағыштырып, әҫәрҙәре ижадының ҡайһы осөронда тыуғанын билдәләп була. Шулай итеп, Ирәвәни ижадында өс осорҙо айырып күрһәтеп була: беренсе осор — рәссамдың үҫмер сағы, икенсе осор— Эривандәге сардарҙар һарайында эшләгән осоро(XIX быуаттың 50-се йылдары) һәм өсөнсө осор — ижадының үре (XIX быуаттың 60-70-се йылдары)[4].
Үҫмер йылдарындағы ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был рәссамдың Эривандәге сардарҙар һарайын реставрациялауға тиклемге үҫмер осоро [4]. Был ваҡытта ул декоратив сәнғәт менән шөғөлләнә, уның һүрәттәренә примитивизм хас[6].
Иртә ижады осоронда Ирәвәни стенаға төшөрөр, ебәк һәм алтын ептәр менән сигеү өсөн бик күп һүрәт һәм трафареттар яһай (гюлабетин)[2], шулай уҡ ул һыбайлы һүрәтен төшөрә[4]. Тәүге портретты ул көҙгөлә яҙғаны билдәле, Р.Мустафаев исемендәге сәнғәт музейында һаҡланған ике эш тә ошо осорҙа яҙылған тип иҫәпләргә була: «Бейеүсе ҡыҙ» һәм «Дәрүиш»[4]. Ирәвәниҙың стена һүрәттәрендә күбеһенсә сәскәләр һәм ҡоштарҙан композициялар урын алған. Һүрәттәр һәм трафареттарында ла ошо мотивтар һаҡланған. Улар Ирәвәни әзербайжан биҙәктәре һәм стенаға һүрәт төшөрөү сәнғәте менән яҡшы таныш булғанын күрһәтә [2].
1.Һүрәт-трафарет, ҡағыҙҙа төшөрөлгән
2.Роза һәм һандуғас (Әзербайжан милли сәнғәт музейы, Баҡы) |
Ижадының тәүге осронда Ирәвәни художник-прикладник булған. Әзербайжан сәнғәт музейында сигеү өсөн яһалған ике трафарет һаҡлана, был ике бер аҙ оҙонайтылған һигеҙ мөйөш һәм түңәрәк төшөрөлгән медальон-розетка. Медальон менән түңәрәк ҡағыҙҙан киҫеп яһалған[4]. Сәскәләрҙән эшләнгән биҙәк бер иш итеп медальондың дүрт өлөшөндә урынлаштырылған. Икенсе трафарет — 22,3 см диаметрлы түңәрәктең дүрттән бер өлөшө, ул да стилләштерелгән сәскә биҙәге. Был биҙәк «ортюк» тигән сигеү өсөн эшләнгән, уны әйберҙәр һалынған түңәрәк батмусты («меджмаи») ҡаплар өсөн ҡулланғандар [7].
Ҡалған өс һүрәт, «Сәскәләр һәм ҡоштар», «Роза һәм ҡарлуғас» һәм «Сәскәләр һәм фазандар» айырым ҡағыҙ битенә төшөрөлгән. Наталья Миклашевская фекеренсә, улар берәй нимәне биҙәр өсөн генә эшләнгән. «Роза һәм ҡарлуғас» кеүек һүрәттәрҙең варианттарын Ирәвәни акварель йәки темперала айырым ҡағыҙ биттәренә лә төшөргән[7]. «Сәскәләр һәм фазандар»ҙа бигерәк тә фазандар тере кеүек итеп, оҫта кәүҙәләндерелгән. Һүрәтте рәссам тырышып, был шөғөлдө яратып башҡарған икәне күренеп тора[8].
Стена йәки башҡа әйберҙәрҙе биҙәр өсөн эшләнгән һүрәттәрҙән сигеү өсөн эшләнгән һүрәттәр ныҡ айырыла. Сигеү өсөн трафареттарҙа һүрәттәр симметриялы эшләнмәгән, Ирәвәни уны ҡәләм менән эшләгән. Мирза Ҡәдим нәҙек бумала менән бөтә композицияны буяп сыҡҡан, шулай итеп һүрәттең деталдәре нығытылып ҡуйылған. Был еңел һыҙыҡтарҙан эшләнгән матур һүрәт Ирәвәниҙың тәжрибәһе артыуын күрһәтә. Өс һүрәт-трафарет та бик яҡшы һаҡланған, ә бит улар XIX быуаттың 40-50-сы йылдарында төшөрөлгән[9].
Трафареттарҙың береһендә Ирәвәни кеманчала уйнаусы ир кешене һәм бармаҡ шартлатып бейеүсе ҡыҙҙы төшөргән[10].
Ирәвәниҙең ижадының башланғыс осронда «Хәнйәрле ир кеше», «Һыбайлы», «Бейеүсе ҡыҙ» һәм «Дәрүиш» һүрәттәре яҙылған[9]. «Хәнйәрле ир кеше»- лубочная картинка тип аталған жанрға ҡарай, ул ябай халыҡ өсөн тәғәйенләнгән сәнғәт. Ирәвәни был ир кешене ғәйрәтле итеп төшөргән. Бынан тыш быялала төшөрөлгән «Дәрүиш» һәм «Бейеүсе ҡыҙ» һүрәттәре лә шул жанрға ҡарай [6].
-
«Дәрүиш». Быялала майлы буяуҙар менән төшөрөлгән. Әзербайжан милли сәнғәт музейы, Баҡы
-
«Һыбайлы». Әзербайжан милли сәнғәт музейы, Баҡы
-
«Мулла». Әзербайжан милли сәнғәт музейы, Баҡы
-
«Бейеүсе ҡыҙ». Әзербайжан милли сәнғәт музейы, Баҡы
Сардарҙар һарайында эше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Еревандағы сардарҙар һарайындағы көҙгөлө залдағы портреттар
|
Эривандағы сардарҙар һарайы өсөн Ҡәдим Ирәвәни майлы буяу менән 4 ҙур портрет (1 × 2 м) яҙған, унда шахтар һәм сардарҙар (Шах наместниктары) һүрәтләнгән. Портреттарҙы урынлаштырыу урыны- ҙур һарайҙың икенсе ярусында[6][11]. Был Фетх Али-Шах, Аббас-Мирза, Хөсәйн-хан Каджар һәм Рөстәм Зала портреттары. Туғандары иҫтәлектәренә ҡарағанда, ҡораллы яугирҙар төшөрөлгән тағы дүрт портрет (рәссамда сардарҙар портреттарының икенсе варианттары ҡалғандыр) булған. Рәссам ғаиләһендә бындай һүрәттәр «пехлеван» («батыр») тип атала[5]. Киндер туҡымала май буяу менән яһалған был портреттар Әзербайжан һынлы сәнғәтендә беренсе станок (мольбертҡа ҡуйып эшләнгән) әҫәрҙәре булып тора[5][12].
Был портреттар XIX быуат Иран станок һынлы сәнғәт стиленә яҡын. Мәҫәлән, мендәрҙә ултырыусы Фетх Али-Шах портреты, иртә Каджар осороноң «келәмдә ултырусы» Фетх Али-шахтың иконографик тибын ҡабатлаһа ла, картинаның сифаты XIX быуаттың 50-се йылдарҙа Эривандағы сардарҙар һарайы өсөн Мирза Ҡәдим Ирәвәни яҙғанға оҡшаған[13]. Рәссамдың профессиональ кимәле үҫеүе уның әҫәрҙәрендә күренә, Миклашевская фекеренсә, бигрәк тә сардарҙар портреттары һәүәҫкәр рәссам өсөн үҙенә күрә сәнғәт мәктәбе булып торған[4]..
Әзербайжан Милли сәнғәт музейында һуғышсы кейемендәге «Яугир» портреты һаҡлана. Мирза Ҡәдим Ирәвәни ижадындағы система буйынса, был һүрәт рәссамдың иртә ябай композицияларына тулыһынса тура килә. Йәки Ирәвәни ҙур портрет яҙырҙан алда һүрәттәр яҙып ҡараған. Еревандағы Сардар һарайының һаҡланып ҡалған фоторәсемдә шундай ике портретты күрәбеҙ, ә Әзербайжан музейында һаҡланған һүрәт-эскиз [6].
Аббас Мирза төшөрөлгән һүрәт тә сардарҙар портретын яҙыуға әҙерлек булған. Аббас Мирза портретында Ирәвәни кешене ысынбарлыҡҡа яҡын итеп һүрәтләргә тырыша, был бигерәк тә «Яугир» һүрәте менән сағыштырғанда күренә. Унда тере кеше һыҙаттары бик һиҙелмәй. Ирәвәни какарулде һүрәтләгәндә яҡтылыҡ һәм күләгәне оҫта ҡуллана, папаханың күләмен ысынбарлыҡтағы кеүек итеп күрһәтә. Кеше кәүҙәһенең күләмен рәссам бик дөрөҫ күрһәткән тип булмай. Аббас Мирза кәүҙәһен Ирәвәни пропорциональ итеп төшөргән, ләкин боронғо шартлы традициялар үҙен һиҙҙерә әле. Был бигерәк тә аяҡтарға ҡағыла. Ирәвәниҙы ҡулдарҙы ла бик оҫта төшөрөүсе тип булмай[14].
Миклашевская фекеренсә, Мирза Ҡәдим Ирәвәни Аббас Мирзаны төшөргәндә үк һүрәткә төшөрөлөүсенең психологик характеристикаһын бирергә тырышҡан. Аббас Мирзаның йөҙө һәм ҡулдары тыныс һәм күндәм холоҡло кеше икәнен күрһәтә. Уның алға табан бер аҙ эйелгән кәүҙәһе лә күндәмлек билдәһе. Был портретта рәссамдың оҫтара барғаны күренә, шуға күрә был әҫәр сардарҙар һарайында эшләгән осорҙоң аҙағында яҙылған тип әйтергә була[14].
Ижадының өлгөргән осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сардарҙар һарайындағы эшен тамамлағандан һуң, Ирәвәни акварель һәм темпера менән күбеһенсә заказға портреттар яҙыу менән шөғөлләнә[5]. Ғүмеренең һуңғы 15 йылы- ижадының өсөнсө осоро, иң һөҙөмтәле була (9 портрет: 6 — Әзербайжан милли сәнғәт музейында (ике фигуралы композиция, цесаревич Александр ҡатыны менән, 2 ҡатын-ҡыҙ, йәш кеше һәм тамамланмаған «Роза һәм һандуғас»); көҙгө- ябыла торған — Эрмитажда, Грузия дәүләт сәнғәт музейында — ҡатын-ҡыҙ портреты[14].
Был осорҙоң башында ике фигуралы композиция һәм ҡатын-ҡыҙ портреты (Грузия ДСМ) төшөрөлгән, ләкин был мотивтар Эрмитаждағы эшендә һәм ҡатын-ҡыҙ портретында ла ҡабатлана (Әзербайжан МСМ)[14].
1860 йылдарҙыңикенсе яртыһында рәссам цесаревич Александр менән уның ҡатыны портретын яҙа. Ул иллюстрациялы рус телендәге ниндәйҙер журналдан күсерелгән. Портреттың ситтәрен ул көнсығыш стилендә матур үҫемлектәр һүрәте менән биҙәгән.
Ҡалған эштәренең барыһын да Ирәвәни ғүмеренең һуңғы йылдарында яҙған.
Ултырып торған ҡатын портретын, бигерәк тә уның йөҙөн, кейемен- мутаки һәм итәген рәссам бик ентекләп, ысынбарлыҡҡа яҡын итеп төшөрөргә тырышҡан. Прототиптың ирендәре, танауы, ҡаштары һүрәткә төшөрөлгән ҡатынға оҡшатып эшләнгән булырға тейеш. Был элементтар Ирәвәниҙың реализм йүнәлешендә эшләргә тырышыуын күрһәтә[15].
Йәш кеше портретында кейемдең биҙәктәре һәм төҫтәре ентекләп төшөрөлгән. Зәңгәр төҫтәге донды төшөргәндә рәссам яҡтылыҡ һәм күләгәне оҫта файҙаланған. Был портретта алға табан йүнәлештәге перспективаны рәссам күрһәтә алмаған (иҙән вертикаль тора), шулай ҙа әйберҙәр күләме оҫта ғына күрһәтелгән[15].
Санкт-Петербургта ябылып-асылыусы көҙгөнөң эсендә портрет-миниатюра, ә тышы лаклы биҙәлгән ағас ҡумта, йәки футляр. Уң яҡында көҙгө, ә һул яғында- ир кеше портреты. Ирәвәни эштәре араһында башҡа бындай әйбер осрамай. Ҡапҡасының өҫкө яғындағы яҙыу был әйбер Кавказда хеҙмәт иткән рус генералы өсөн эшләнгән икәнен дәлилләй: «Pouг geneгal Karvalin». («Для генерала Карвалина»)[16].
Наталья Миклашевская көҙгө тышындағы биҙәктәрҙең- гөлләмәнең, сәскәләрҙең һәм әзербайжан милли биҙәктәренең ентекләп, ҙур оҫталыҡ менән башҡарылыуын билдәләй. Миниатюра-портрет рәссамдың арауыҡ һәм алыҫлыҡты ысынбарлыҡҡа яҡын күрһәтәергә тырышыуын билдәләй[17].
Мах Талят портретындағы тирма (туҡыма) Ирәвәниҙың ошондай башҡа эштәрендәге кеүек үк ентекләп эшләнгән. Баҡыла һаҡланған ҡатын портретында ла ошо уҡ композиция күрәбеҙ, ләкин Баҡылағы ҡатындың йөҙөндә индивидуаль һыҙаттар күренә, ике ҡатын араһында йәш айырмаһы ла һиҙелә. Грузиялағы портреттың аҫҡы өлөшөндәге «шебеке» (төҫлө быяла киҫәктәренән орнамент) геометрик биҙәктән— алты мөйөшлө йондоҙҙан тора; Баҡылағы портрет рамаһында биҙәктәр юҡ, буйлы һыҙыҡтар ғына бар[18]. Баҡылағы портретта Миклашевская рәссамдың үҫә барған оҫталығын билдәләй, быны төрлө төҫтәр ҡулланыу, ҡатының йөҙөн төрлө төҫтәге буяуҙар менән ентекләп төшөрөү, кейемендәге тирма һәм башҡа биҙәүестәрҙең бермәтекләп эшләнгәненә иғтибар итә[19].
Ирәвәниҙың һуңғы эштәренең берһе- «Роза менән һандуғас», уны рәссам эшләп бөтөрмәгән. Композицияһы буйынса ул сигеү һәм биҙәү әйберҙәре өсөн һүрәт-трафареттарҙы хәтерләтһә лә, Миклашевская фекеренсә, ул иркенерәк яҙылған. Был эш буйынса Ирәвәниҙың эш алымдарын күҙәтергә мөмкинлек бирә:һүрәтте эшләп бөткәс, рәссам уны сите буйынса ҡыҙғылт- көрән төҫтәге буяу менән уратып ҡуя. Шунан рәссам өҫкө яҡтан башлап, бумала менән бер нисә тапҡыр йөрөтөп ала. Эштең күләмен һәм күләгә менән яҡтылыҡты пунктирҙар менән еңелсә билдәләү менән һүрәт әҙер була. Был процесты ҙур роза сәскәһен, уның тирәләй төшөрөлгән йәшел япраҡтарҙа ла күрергә була[19].
Рәссам эштәренең яҙмышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғаилә архивында Ирәвәниҙың 100 артыҡ әҫәре һаҡланып ҡалған . 1921 йылда рәссамдың килене Фатима Xаным Ҡәдимбәкова (1873—1950) Еревандан Баҡыға күсенгәндә рәссамдың китапханаһы менән бик күп әҫәрҙәре Ереванда ҡала. Оҙаҡламай улар юғала. Баҡыла 20 портрет, эскиз һәм сигеү һәм биҙәү өсөн һүрәт һаҡлана, улар 1939 йылда Р.Мостафаев исемендәге Әзербайжан милли сәнғәт музейы тарафынан һатып алынған. XX быуат уртаһында Ирәвәниҙың тик 23 эше генә билдәле була, уларҙың 20 Әзербайжан дәүләт сәнғәт музейында (Быҡы), икеәүһе — Дәүләт Эрмитажында (Санкт-Петербург) һәм берәү — Грузия дәүләт сәнғәт музейында (Тбилиси) һаҡлана[5].
1914 йылда Сардар һарайын емергән саҡта, ундағы портреттар стеналарҙан алынып, Грузияға ебәрелә [5]. Грузия дәүләт музейындағы портреттарҙың ҡайһыныһы Ирәвәни эше икәнен теүәл генә билдәләү еңел түгел. Ҡайһы бер эштәрҙең Ирәвәни эскиздары, һүрәттәре буйынса, шулай уҡ рус ориенталисы, фотограф Дмитрий Ермаков альбомы буйынса ла авторын әйтеп була (альбом Грузия дәүләт музейы фондында һаҡлана). Береһендә авторҙың имзаһы бар. Был эштәр XIX быуат иран станок һынлы сәнғәтенә яҡын[6]. Фетх Али-шах, Аббас-Мирза,Хөсәйен-хан Каджар һәм Рөстәм Заланың портреттарын Ирәвәни яҙғанын тикшеренеүселәр билдәләй алған[11].
1947 йылда Эрмитажда Иран лак һәм лубок стилендәге әйберҙәр менән эшләгәндә, Наталья Миклашевская асып-ябыла торған көҙгөгә иғтибар итә, ул Мираз Ҡәдим Ирәвәни стилендә эшләнгән. Портреттағы кеше исеме лә Ирәвәнигә хас стилдә яҙылған. Футлярҙың тышына француз телендә «A’dessinee tel Kadim Век» («Рисовал некий Кадым Бек») тип яҙылған. Шулай итеп, Ҡәдим Ирәвәниҙың тағы бер эше табылаи[15]. Уны Эрмитажға ниндәйҙер кеше бүләк итә (1936)[16].
XX быуаттың 50-се йылдарында Грузия ССР-ы дәүләт сәнғәт музейында миниатюралар коллекцияһын ҡарағанда, өс һүрәт уның иғтибарын йәлеп итә. Ҡатын-ҡыҙ портреты һәм бер иш «Сәскә һәм ҡош» һүрәттәрен сәнғәт белгесе Ирәвәниҙыҡы тип таба[17]. Уның өҫтөндә — «Мах Талят портреты» тип яҙылған, рус телендәге яҙыуҙы миниатюра хужаһы юйған һәм уны иран миниатюраһы тип музейға һатҡан. [18].
Әзербайжан музейында һаҡланған 20 эш: алты буяу менән яҙылған портрет, тушь менән яҙылған бер портрет, ике буяулы йәнәшә портрет, бер һыбайлы һәм алты һүрәт-трафарет; бер һүрәттә роза ҡыуағы менән ҡош (был һүрәт тушь менән тотош ғәрәп яҙмаһынан эшләнгән); ике быялала майлы һүрәт, һуңғыһы — сәскәләрҙән композиция — тамамланмаған акварель[5]. «Дәрүиш» картинаһы инвентарь китабында яңғылыш «Ир кеше» тип яҙылған булған. Әзербайжан музейында тағы ике («Яугир» һәм «Аббас Мирза») эш бар, улар сардар һарайында яҙыласаҡ эштәргә әҙерлек булған[6].Дәүләт Эрмитажында көҙгө һаҡлана. Грузия дәүләт музейында ҡатын-ҡыҙ портреты бар (темпера)[5]. Тағы ла ошо уҡ музейҙа бер иш «Сәскәләр һәм ҡош» тигән ике миниатюра һаҡлана[17].
Ирәвни тормошон һәм ижадын өйрәнеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1938—1939 йылдарҙа Әзербайжан дәүләт сәнғәт музейы бер нисә Мирза Ҡәдим Ирәвәниҙың әҫәрен һатып ала. Был коллекцияны тикшергәндән һуң «XIX быуат әзербайжан рәссамдары» тигән мәҡәлә баҫылып сыға. Мәҡәлә сәнғәт белгестәрендә Ирәвәни ижадына ҡыҙыҡһыныу уята, сөнки был рус һынлы сәнғәте йоғонтоһонда тыуған тәүге әзербайжан рәссамы әҫәрәре була [20]. Ул саҡта Ирәвәниҙың тик бер нисә генә әҫәре билдәле була. Мәҡәләлә уның өс һүрәте ҡуйыла [21].
Әҙәби тәнҡитсе Оруджали Гасанов (az|Orucəli Həsənov}}) 1940 йылда Мирза Ҡәдим Ирәвәни ижадына арналған хеҙмәт яҙа[21].
1947 йылда Эрмитажда сәнғәт белгесе Наталья Миклашевская асылмалы көҙөгө менән эшләгәндә уның биҙәктәре һәм уның эсендәге портреттың Ирәвәни стиленә оҡшағанын аса. 1950 йылда Миклашевская Ереванға — Ирәвәниҙың тыуған ҡалаһына бара, ләкин юлы уңмай. Тбилисиҙа Грузия ССР-ы дәүләт сәнғәт музейында ул XIX быуат миниатюралары араһында Ирәвәниҙың өс һүрәтен таба[17].
1954 йылда Баҡыла Миклашевскаяның «Художники XIX в. Мирза Кадым Эривани и Мир Мохсун Навваб» тигән мәҡәләһе сыға, Миклашевсая Эрмитаж, Баҡы һәм Грузия музейҙарындағы Ирәвәни һәм Мир Мохсун Навваб әҫәрҙәрен һүрәтләй. Мәҡәләлә рәссамдың бығаса билдәле булмаған бер нисә эше тураһында ла яҙыла[20]. Ирәвәниң биографияһы тураһында мәғлүмәттәрҙе Миклашевская рәссамдың ейәндәре А. һәм Г. Кадымбекоовтарҙан, килене Фатима Ханым Кадымбекованан ала[21][5]. Миклашевская рәссамдың ижады буйынса бик ентекле, етди хеҙмәт яҙа[22].
Мирза Ҡәдим Ирәвәниҙың ижадын Керим Керимовта өйрәнә. Аббас-Мирза портретын өйрәнгәндә Керимов рәссамдың күләгә һәм яҡтылыҡ менән эшләүен күрә, ләкин рәссамдың әлегә перспективаны күрһәтә алмауына иғтибар итә. Шулай ҙа ул был портретҡа психологик образлыҡ хас тип таба[3].
«Әзербайжан сәнғәтендә портрет жанры» тигән фәнни хеҙмәттә Р. Керимова Фетх-Али-шах портретын иҫкә ала. Керимова был майлы буяуҙар менән яҙылған портрет шартлы, декоратив һәм бер яҫылыҡта яҙылған әҫәр тип билдәләй. Ләкин Керимова был портреттың ҡайҙа һаҡланғанын яҙмай[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Комментарийҙар
- Сығанаҡтар
- ↑ Костина, 1964
- ↑ 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 Миклашевская, 1954, с. 87
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Гафарова
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 Миклашевская, 1954, с. 89
- ↑ 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 Миклашевская, 1954, с. 88
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 Миклашевская, 1954, с. 94
- ↑ 7,0 7,1 Миклашевская, 1954, с. 90
- ↑ Миклашевская, 1954, с. 92
- ↑ 9,0 9,1 Миклашевская, 1954, с. 93
- ↑ Bayramova, 2004
- ↑ 11,0 11,1 11,2 Əliyev, 2015
- ↑ 12,0 12,1 Əfəndi, 2007
- ↑ Koshoridze, 2008, с. 202
- ↑ 14,0 14,1 14,2 14,3 Миклашевская, 1954, с. 95
- ↑ 15,0 15,1 15,2 Миклашевская, 1954, с. 97
- ↑ 16,0 16,1 Миклашевская, 1954, с. 98
- ↑ 17,0 17,1 17,2 17,3 Миклашевская, 1954, с. 99
- ↑ 18,0 18,1 Миклашевская, 1954, с. 100
- ↑ 19,0 19,1 Миклашевская, 1954, с. 101
- ↑ 20,0 20,1 Миклашевская, 1954, с. 85
- ↑ 21,0 21,1 21,2 Миклашевская, 1954, с. 86
- ↑ Керимов, 1979, с. 4
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әзербайжан телендә
- Əfəndi R. (әзерб.)баш. Azərbaycan incəsənəti. — Б.: Şərq-Qərb, 2007. — 160 с. — ISBN 978-9952-34-116-4.
- Алиев Зиядхан Алхан оглы (Əliyev Z.) Mirzə Qədim İrəvaninin yaradıcılığı (әзерб.) // Каспий : газета. — 2015. Архивировано из первоисточника 27 май 2015.
- Bayramova A. Azərbaycan musiqi alətlərinin təsviri incəsənətdə tarixi faktlarının şərhinə dair (әзерб.) // Musiqi Dünyası. — 2004.
- Урыҫ телендә
- Гафарова Г. Творчество М.К.Эривани нашедшее отражение в исследованиях К.Керимова // Официальный сайт Азербайджанского института туризма.
- Костина Е. Искусство Азербайджана / Под общ. ред. Б.В. Веймарна, Ю.Д. Колпинского. — Всеобщая история искусств. — М.: Искусство, 1964. — Т. 5.
- Миклашевская Наталья Михайловна. Художники XIX в. Мирза Кадым Эривани и Мир Мохсун Навваб / Под ред. Полевого В. М.. — Искусство Азербайджана. — Баку, 1954. — Т. IV.
- Наталья Михайловна Миклашевская / Вступительная статья: доктор искусствоведения проф. К. Керимов. Составители: ст. науч. сотрудник, искусствовед Т. Исмаилова, мл. науч. сотрудник С. Дадашева. Редактор: народный художник Азерб. ССР, лауреат Гос. премии СССР, Кязим-заде Кязим Мамедали оглы. — Б., 1979.
- Эривани Мирза Кадым Мамед-Гусейн оглы // Большая Советская Энциклопедия.
- Эривани / Под ред. Полевого В. М.. — Популярная художественная энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия, 1986.
- Инглиз телендә
- Azerbaijan (инг.) // The Grove Encyclopedia of Islamic Art and Architecture / Edited by Jonathan M. Bloom and Sheila Blair. — Oxford University Press, 2009. — Т. II. — ISBN 9780195309911.
- Irina Koshoridze. Qajar Paintings from the Collection of the Shalva Amiranashvili State Museum of Art of Georgia (инг.) // Islamic Art and Architecture in the European Periphery. — 2008. — С. 299. — ISBN 9783447057530.