Ислам ағымдары
Ислам ағымдары | |
Ислам ағымдары Викимилектә |
Ислам ағымдары — исламда төп йүнәлештәрҙең береһе.
Ғалимдар боронғо грек һәм иран ғалимдарының хеҙмәттәрен ғәрәп теленә тәржемә итә, анализлай һәм был хеҙмәттәрҙе ислам күҙлегенән сығып аңлата башлаған дәүерҙә исламда төрлө ағымдар барлыҡҡа килә, ағымдарға бүленеү Омейядтар заманында башлана һәм Ғәббәсиҙәр заманында дауам итә
Ислам дөйөм дини нигеҙҙә кешеләрҙе берләштереүгә ҡарамаҫтан, мосолман илдәрендә этноконфессиональ ҡаршылыҡтар юҡҡа сыҡмай. Был хәл мосолман диненең төрлө ағымдарында сағылыш таба. Ислам ағымдары (сөнниҙәр һәм шиғыйҙар) араһындағы айырма ғәмәлдә догматикаға ҡағылмай, ә хоҡуҡты ҡулланыу мәсьәләләренә ҡайтып ҡала. Ислам — барлыҡ мосолмандарҙың дине, әммә ислам ағымдары вәкилдәре араһында фекер айырымлыҡтары бар. Шулай уҡ юридик ҡарарҙар принциптарында, байрамдар характерында, сит милләт кешенә ҡарата мөнәсәбәттәрҙә тап килмәүҙәр байтаҡ.
Күпселек сығанаҡтарға ярашлы, мосолман донъяһының яҡынса 85 процентын сөнниҙәр, ҙур аҙсылыҡты (15 %) шиғыйҙар тәшкил итә. Шиғыйҙарға ислам секталары (ахмадиттар, алавиттар, друздар, ибадиттар, исмаилиттар һ. б.) ағзалары ҡарай.
Сөнниҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сөнниҙәр, Әһле әс-сүннә үә-л-жәмә‘ә (ғәр. أهل السنة ‘әһле әс-сүннә) — исламдағы төп һәм иң киң таралған йүнәлеш. Сөнниҙәр тәүге дүрт Хаҡ хәлифәне — Әбү Бәкерҙең, Ғүмәр ибн әл-Хаттабтың, Усман ибн Әффандың һәм Али ибн Әбү Талибтың Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең хоҡуҡи вариҫтары булыуын, шулай уҡ Ҡөрьән менән бер рәттән Мөхәммәт Пәйғәмбар тураһындағы күп һанлы хәҙистәрҙе (сөнни) таный (улар өсөн ике иң абруйлы сығанаҡ — Әль-Бохари и Мөслим ибн әл-Хәжәждең Хәҙистәр йыйынтыҡтары). Сөнниҙәр Изге китаптарҙа билдәләнгән ислам ҡиммәттәренә бирелгәнлек принциптары буйынса йәшәй һәм мөһим булған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә мосолман өммәтенең етәксе ролен таный..
Сөнниҙәр «мәҙһәб» тип аталған дини-хоҡуҡи мәктәптәрҙе: мәлики, шәфиғи, хәнәфи һәм хәнбәли мәҙһәбтәрен таный. Бөтә башҡа мәҙһәбтәр, сөнни булһалар ҙа, күсәгилешлелек булмау сәбәпле, бөгөнгө көндә үҙҙәренең эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Дүрт мәҙһәб тә бер-береһенең законлы нигеҙҙә эшләүен таный. Мосолман, ошо мәктәптәр араһынан күңеленә ятҡанын һайлап, унда барып уҡый ала. Бер кем дә бөтә мәсьәләләр буйынса тик бер мәҙһәпкә генә эйәрергә бурыслы түгел, шул уҡ ваҡытта ниндәй ҙә булһа мәҙһәбкә фанатиктарса бирелгәнлек шелтәләнә.
Суфыйсылыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Суфыйсылыҡ (ғәр. صوفية) (сулук, тазкиятун-нафс) — исламдағы йүнәлеш, йөрәкте Аллаһтан — Аллаһтың барлығын һәм берлеген таныу юлынан барып, башҡа барса нәмәнән азат булыу тәғлимәтенә таянып йәшәүсе мосолмандарҙы берләштерә. Суфыйсылыҡ һәр кешенең Аллаһ менән бәйләнешкә инеүенә таяна, әммә ғәмәлдә боронғо мөғәллимдәренән рухи күсәгилешлеккә эйә булған юлбашсылар етәкселегендәге ойошмалар (тәриҡәт, ордендар) булыуын күҙҙә тота. Байтаҡ ҡына илдәрҙә суфыйсылыҡ киң таралған, ләкин башҡа илдәрҙә һәм даирәләрҙә уға ҡарата мөнәсәбәт икенсе төрлө булыуы ла ихтимал. Был йүнәлешкә ҡаршылар суфыйсылыҡ исламды христиан һәм индуист йолалары менән боҙа, тип иҫәпләй. Суфыйсылыҡ хәрәкәтенә ҡаршылар, улар (суфыйҙар), вафат булған уҡытыусыларын хөрмәт итеп, уларҙың ҡәберҙәрендә доғалар уҡый, уларға кәшәнәләр ҡора, бының менән үҙҙәрен исламға ҡаршы ҡуя, тип иҫәпләй.
Шуға ҡарамаҫтан мосолмандарҙың байтағы үҙҙәрен суфый тип таный. Суфыйсылыҡ тәриҡәте һәм йолалары бер-береһенән һиҙелерлек рәүештә айырылыуы ихтимал.
Сәләфиҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәләфиҙәр (ғәр. سلف — «ата-бабалар») — исламдағы йүнәлеш, ул ислам дине тарихының төрлө осорҙарында боронғо иманлы (ас-сәләфтәр ас-салихун; ғәр. السلف الصالحون), Хаҡ юлдан барған ата-бабаларҙың йәшәү рәүешен өлгө итеп алырға, һуңғы осорҙа исламға индерелгән яңылыҡтарҙы бидғәт тип танырға һәм уларҙан баш тартырға өндәй[1].
Атап әйткәндә, Ибн Тәймиә, «ваһһабиттар», «Мосолман туғандар» ассоциацияһы идеологияһы сәләфиҙәргә индерелә[1]. Көнбайыш әҙәбиәтендә сәләфмҙәрҙе ҡылыҡһырлау өсөн «традиционализм», «фундаментализм», «яңырыу» кеүек терминдар ҡулланыла.
XVIII быуатта хәҙерге Cәғүд Ғәрәбстаны территорияһында ваһһабизм тип аталған дини-сәйәси хәрәкәт барлыҡҡа килә. Атамаһы Ибн Тәймиә (1263—1328) юлын һайлаған һәм сәләфиҙәр хәрәкәтен башлаған Абд Мөхәммәт ибн-әл-Ваһһаб әт-Тамими (1703—1792) исеменән алынған.
Ҡайһы бер этнографтар күҙлегенән ҡарағанда, ваһһабиттар — сағыштырмаса яңы ағым, социаль-иҡтисади һәм сәйәси шарттар киҫкенләшеү сәбәпле, бәҙәүиҙәрҙең бер өлөшө, шулай уҡ ҡалала йәшәүселәрҙең һәм байҙарҙың байлыҡҡа күмелеп йәшәүенә ҡаршы сыҡҡан бер төркөм дин әһелдәренең дини хәрәкәте[2]. Был хәрәкәтте аҙаҡ Сәғүд Ғәрәбстанына нигеҙ һалған һәм уның тәүге короле булған принц Әбдел-Ғәзиз ибн Сәғүд (1932—1953) хуплай.
Йәмәғәт таблиг
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шиғыйҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шиғыйҙар (ғәр. شيعة шӣ‘а — эйәреүсе, партия) — Исламдың ҙурлығы буйынса икенсе урында торған йүнәлеше. Мөхәммәт Пәйғәмбәр үлгәндән һуң бер төркөм мосолмандар өммәттә власта тик пәйғәмбәр вариҫтары (Мөхәммәттең ҡыҙы Фатиманың һәм Алиҙың, уның ике туған ағаһының балалары) торорға тейеш тип иҫәпләй[3]. Шиғыйҙар фекеренсә, Хаҡ Тәғәлә имаматҡа (өммөткә юғарғы етәкселек институты) хоҡуҡты Али нәҫеленә йөкмәткән[4]. Тәүҙә был төркөм тик сәйәси партия ғына була, аҙағыраҡ, алтынсы имам Джафаре ас-Садыҡ заманында исламда үҙаллы дини-хоҡуҡи ағымға әйләнә.
Шиғыйҙар ике ҙур төркөмгә бүленә: уртаса ҡараған (шиғый-двунадесятниктар, зейдиттар) һәм үтә ҡыҙыуҙар (исмәғилселәр, алавиттар, алевиттар һ. б.)
- Алевиттар — Аллаһ Тәғәлә вәкиле Мөхәммәт түгел, ә Али, тип инанған.
- Гурабиттар (ғәр. غراب 'ҡара ҡарға') — Алиның тышҡы ҡиәфәте бик ныҡ Мөхәммәттекенә оҡшаған була, «бер ҡарға икенсеһенә оҡшаған кеүек», шуға күрә Ябраил пәйғәмбәрлекте яңылыш Мөхәммәткә тапшыра, тип инанғандар.
- Алавиттар (нусайриттар) — 'айн-мим-синға ышана, Али, Мөхәммәт Сәлмән әл-Фәрисә исемдәренең тәүге хәрефтәренән алынған был һүҙ. Улар, нигеҙҙә, Көнбайыш Сүриәлә, Ливандаһәм Төркиәлә йәшәй.
- Дамийттар — Али Аллаһ, ә Мөхәммәт уның рәсүле тип ышана.
- Базигиттар — Алтынсы имам Джафар әс-Садыҡтың Аллаһ булыуына, унан алда булған имамдар уның рәсүлдәре булыуына ышана.
- Йафуриттар — ышанам, — Әл-Күфәнан килгән Му аммар Аллаһ булған, тип ышана.
- Кайсаниттар — Хөсәйен ибн Али вафатынан һуң имамат Әбул-Ҡасим Мөхәммәт ибн әл-Хәнәфийгә күсә; уның вафатынан һуң бер нисә бәләкәй төркөмгә бүленәләр, тип ышана.
- Әһле-Хаҡҡ — шиғыйҙарҙың эзотерик тәғлимәте, Ирандың көнбайышында һәм Ираҡтың көнсығышында, нигеҙҙә,курдтар араһында таралған.
Рәсәйҙә ислам ағымдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй мосолмандарының күпселеге — сөнниҙәр, улар Хәнифә һәм Шәфиғи мәҙһәбтәренә тоғро. Рәсәй мосолмандарының яҡынса 65 проценты —хәнифәләр, ә 30 проценты — шәфиғиҙар. Татар, башҡорт, ҡаҙаҡ, нуғай, ҡабарҙы, балҡар, ҡарасай, черкес, адыгей, абазиндар һәм шапсуг, ингуштарҙың бер өлөшө, шулай уҡ ислам динен тотҡан осетиндар хәнәфи булып тора. Шулай уҡ әзербайжандарҙың өстән бер өлөшө самаһы һәм Урта Азия халыҡтары — хәнифәләр. Сөнниҙәрҙең шәфи мәҙһәбенә чечен һәм ингуштарҙың күпселеге, шулай уҡ Дағстандың, нуғайҙар һәм таттарҙан башҡа, бөтә халҡы ҡарай.
Джәфәри мәҙһәбенә ҡараған шиғыйҙар Рәсәй әзербайжандарының өстән ике өлөшөн (Рәсәй мосолмандарының яҡынса 3 проценты) тәшкил итә. Шулай уҡ был мәҙһәбкә татарҙарҙың бер өлөшө һәм лезгиндарҙың ҙур булмаған төркөмө ҡарай.
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Ислам. Энциклопедический словарь. М.: «Наука», Главная редакция восточной литературы, 1991. — 315 с. — ISBN 5-02-016941-2 — с.204.
- ↑ Токарев, 1986, с. 498—499
- ↑ Бибикова О. П. Ислам ағымдары // Энциклопедия «Кругосвет».
- ↑ Крымский А. Е. Шиитство или шиизм // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Браницкий А. Г., Корнилов А. А. Религии региона. — Н. Новгород: ННГУ имени Н. И. Лобачевского, 2013. — 305 с. Архивная копия от 28 июля 2014 на Wayback Machine
- Васильев А. М. История Саудовской Аравии: 1745 г. — конец XX в.. — М.: Наука, 2001.
- Волков, Владимир Основные направления и течения в Исламе // Отечественные записки. — 2003. — № 5 (14).
- Токарев С. А. Религия в истории народов мира. — М.: Политиздат, 1986. — 576 с.