Иренләшеү
Иренләшеү | |
ХФА-лағы транскрицияһы | ʷ |
---|
Иренләшеү — лабиализация, иренде алға һуҙыу һәм/йәки ниндәй ҙә булһа өндөң артикуляцияһы ваҡытында ирендәрҙе түңәрәкләтеү. Был күренеш иренләшеү тип тә атала[1]. Ҡайһы бер лингвистик мәктәптәрҙә һуҙынҡылар артикуляцияһы ваҡытында барлыҡҡа килгән фонетик күренеште иренләшеү тиҙәр, ә тартынҡыларға ҡағылышлыһын лабиализация тип йөрөтәләр [источник не указан 835 дней].
Телдәрҙең күбеһендә алғы һуҙынҡылар иренләшмәй, ә артҡылар иренләшә [источник не указан 835 дней]. Әммә ҡайһы бер телдәрҙә (мәҫәлән, немец һәм француз телдәрендә) бер үк күтәрелештәге алғы рәт һуҙынҡыларын иренләшкән һәм иренләшмәгәнгә айырыу бар, ә вьетнам телендә иренләшеү билдәһе артҡы рәт һуҙынҡыларына хас.
Лабиалләшкән өндәргә миҫалдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абхаз телендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абхаз телендә лабиалләшкән тартынҡылар шва билдәһе — ә ярҙамында диграфтар менән билдәләнә. Уларҙың бер өлөшө алфавитта айырым урын биләй, бер өлөшө алфавитта юҡ. Миҫал: Сухум — Абхазияның баш ҡалаһы — абхаз телендә Аҟәа тиелә, йәғни лабиалләшкән [q'w] (ҟә) өнөнән һуң [а] һуҙынҡыһы килә.
Инглиз телендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү][w] һәм [u].
Башҡорт телендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт телендә [о], [ө], [у], [ү] һуҙынҡылары иренләшкән. Иренләшеү фонетик системаның үҙгәрештәре ваҡытында күҙәтелә. [а], [ә] һуҙынҡыларының иренләшеүе һуҙынҡыларҙың ирен гармонияһы законына буйһона һәм, әйтелеш нормаларына ярашлы, икенсе ижектә беренсе ижектәге [о], [ө] йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килә, мәҫәлән: «ҡорал» ҡ[о]р[а°]л, «һөнәр» һ[ө]н[ө°]р.
Латындә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лабиалләшкән ябыҡ [y] һ. б.
Рус телендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү][у] һәм [о] һуҙынҡылары, шулай уҡ улар алдында торған тартынҡылар лабиалләшә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ О.С. Ахманова. Словарь лингвистических терминов. — 3-е изд. — М.: URSS, 2005. — С. 281.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лабиализация // Большая российская энциклопедия. Том 16. — М., 2010. — С. 538.
- Лабиализация // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)