Добродеев Олег Борисович
Добродеев Олег Борисович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 28 октябрь 1959 (65 йәш) |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Атаһы | Борис Тихонович Добродеев[d] |
Балалары | Добродеев, Борис Олегович[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | журналист, телетапшырыуҙар алып барыусы |
Уҡыу йорто | исторический факультет МГУ[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Добродеев Олег Борисович Викимилектә |
Добродеев Олег Борисович (28 октябрь 1959 йыл, Мәскәү) — Рәсәй журналисы һәм медиаменеджеры, Бөтә Рәсәй дәүләт телевизион һәм радиотапшырыуҙар компанияһының (ВГТРК) генераль директоры «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының тулы кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Олег Борисович Добродеев 1959 йылдың 28 октябрендә Мәскәүҙә тыуа.
Сценарист Борис Тихонович Добродеевтың улы. Өлкән ағаһы, Дмитрий Добродеев, — яҙыусы, Чехияла йәшәй[1].
1981 йылда Мәскәү дәүләт университетының (МДУ) тарих факультетын «Францияның яңы һәм иң яңы тарихы» һөнәре буйынса тамамлай, параллель ағымда Владимир Ҡара-Мырҙа (өлкән) [2], Елена Осокина, Елена Гагарина, Алексей Левыкин һәм Константин Затулин[3][4] менән бергә уҡый. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң СССР Фәндәр академияһының АҠШ һәм Канада Институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1982 йылда халыҡ-ара эшселәр хәрәкәте институты аспирантураһында уҡый.
Өйләнгән. Улы — Борис Mail.ru Group генераль директоры булып эшләй.
Телевидениела эшләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1983 йылдан 1990 йылға тиклем — СССР Дәүләт телерадиоһының үҙәк телевидениеһы хеҙмәткәре (ЦТ). Бында эшен кесе мөхәррир вазифаһында башлай, аҙаҡ корреспондент була, «Ваҡыт» программаһы комментаторы, Мәғлүмәт баш редакцияһының баш мөхәррире урынбаҫары[6]. Бер аҙ «120 минут» программаһын алып бара[7].
1990 йылда — нигеҙ һалына (Эдуард Сагалаев Александр Тихомиров менән берлектә ) Үҙәк телевидениеның аҙналыҡ «Ете көн» программаһын алып бара[6].
1990 йылдан 1991 йылдың сентябренә тиклем — «Вести» мәғлүмәт программаһы директоры
1991 йылдың сентябренән 1993 йылдың сентябренә тиклем — Рәсәй «Останкино» дәүләт телерадиокомпанияһында Мәғлүмәттәр телевизион агентлығының баш мөхәррире[8].
НТВ коммерция телекомпанияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе[9]. 1993 йылдың сентябренән —НТВ телекомпанияһының Мәғлүмәттәр программаһы хеҙмәтенең баш мөхәррире. 1993 йылдан 1997 йылға тиклем — НТВ телекомпанияһының вице-президенты. 1996 йылдың июленән — «НТВ-Плюс» ЯАО ойоштора. 1997 йылдың ғинуарынан — «Медиа-Мост» ЯАО ойоштороусыларының береһе. 1997 йылдың декабренән 2000 йылдың ғинуарында тиклем — «НТВ Телекомпанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры[10][11][12].
2000 йылдың 31 ғинуарында Бөтә Рәсәй дәүләт телевизион һәм радиотапшырыуҙар компанияһының «Берҙәм етештереү-технологик комплексы» ФГУП рәйесе итеп тәғәйенләнә[13]. 2000 йылдың 13 апреленән «Рәсәй» телеканалы һәм «Вести» Дәүләт телекомпанияһы киң мәғлүмәт сараларының берләштерелгән редакцияһының баш мөхәррире. НТВ етәкселегенең алмашыныуы менән бәйле 2001 йылдың 14 апрелендә Бөтә Рәсәй дәүләт телевизион һәм радиотапшырыуҙар компанияһының рәйесе вазифаһынан отставкаға китергә ғариза бирә, уны РФ президенты В. В. Путин ҡабул итмәй[2][14]. 2004 йылдың 26 февраленән (де-факто — 2004 йылдың 29 июленән)[15] —ФГУП Бөтә Рәсәй дәүләт телевизион һәм радиотапшырыуҙар компанияһының генераль директоры[16].
Ижтимағи эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2018 йылдан башлап — РФ Президенты ҡарамағында Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса Совет ағзаһы[17].
Санкциялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Көнсығыш Укранала һуғыш һәм Ҡырымды аннексиялау буйынса Украина тарафынан санкциялар исемлегенә индерелә[18].
- 2022 йылдың апрелендә, Рәсәйҙең Украинаға баҫып инеүенән һуң, Евросоюз Добродеевҡа ҡаршы санкциялар индерә
Наградалары һәм премиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләт наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Федерацияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- I дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2019 йыл, 28 октябрь) — ватан киң мәғлүмәт сараларына ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн[19].
- II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2014 йыл)[20]
- III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2010 йыл, 12 апрель) — ватан телетапшырыуҙар үҫешенә ҙур өлөш индергән һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[21].
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2006 йыл, 27 ноябрь) — күп йыллыҡ емешле эше һәм ватан телетапшырыуҙары үҫешенә ҙур өлөш индереүе өсөн[22].
- Александр Невский ордены (2016 йыл, 15 апреле)[20].
- Почёт ордены (1999 йыл, 13 ғинуар) — матбуғат, мәҙәниәт өлкәһендә, халыҡтар араһында дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға, күп йыллыҡ емешле эше[23].
Башҡа илдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены т (2017), № 4492 серия VI
- Француз Республикаһы ордены «Ҡаҙаныштар өсөн» (2001 йыл)[24].
РФ Президенты наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһы (2009 йыл, 18 октябрь) — ватан телетапшырыуҙары үҫешенә ҙур өлөш индереүе күп йыллыҡ емешле эше өсөн[25].
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт Хаты (23 апрель 2008 йыл) — «Рәсәй Федерацияһында гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса мәғлүмәти тәьмин итеү һәм әүҙем ижтимағи эшмәкәрлеге өсөн»[26].
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (7 декабрь, 2007 йыл) — «Фитиль» сатирик журналының яңы телевизион проектын булдырыуға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индереүе өсөн[27].
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (1996 йыл, июль) — Рәсәй демократияһын тергеҙеүҙә зур өлеш индереүе, бөтә халык һайлауҙарын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ижади һәм инициативалы ҡатнашыуы өсөн[28]
РФ Хөкүмәте наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- I дәрәжә П. А. Столыпин миҙалы (2019 йыл, 24 октябрь) — ватан телетапшырыуҙар үҫешенә ҙур өлөш индереүе һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[29].
Ведомство наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Рәсәй флотына 300 йыл» миҙалы (1996 йыл, 7 июнь)[20]
- «Сүриәлә хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалы (2016 йылдың 17 апрелендә тапшырыла) — Сүриә Ғәрәп Республикаһында хәрби операцияны яҡтыртыуҙа юғары профессионаллек һәм объективлыҡ өсөн[30].
- «Пальмираны азат итеү өсөн» миҙалы (2016 йыл 27 июль)[20].
- «Рәсәй мәҙәниәтенә индергән өлөшө өсөн» РФ Мәҙәниәт министрлығының түш билдәһе (2018 йыл)[31].
- Мәскәү өлкә Думаһының юбилей түш билдәһе «Мәскәү өлкә думаһына 20 йыл» (2013 йыл, 28 ноябрь)[32].
Урыҫ православие сиркәүе бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- II дәрәжә Преподобный Сергий Радонежский ордены (РПЦ, 2014 йыл)[33].
- II дәрәжә Изге Кенәз Даниил Московский ордены (РПЦ, 2007 йылдың 29 мартында тапшырылған)[34].
Премиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2011 йылда әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (Л. С. Шумаков һәм С. И. Бэлза менән берлектә) (2012 йыл, 5 июнь) — мәҙәниәт һәм фән ҡаҙаныштарын популярлаштырыуға һәм мәғрифәтселек эшмәкәрлегенә индергән өлөшө өсөн[35].
- Рәсәй Йәһүд общиналары Федерацияһының «Йыл кешеһе — 5765» премияһы (2005) — «Тайна Виленского гетто» документаль фильмын төҙөүҙә ҡатнашыуы өсөн[36].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Владимир Кара-Мурза-ст.: Поклеп на Касьянова в День дурака неслучаен. Собеседник (5 апреля 2016).
- ↑ 2,0 2,1 Владимир Кара-Мурза-ст. Как гендиректор ВГТРК Олег Добродеев достиг своих высот . Собеседник (14 ноябрь 2014).
- ↑ Музей экономики и быта(недоступная ссылка).
- ↑ Клуб выпускников Исторического факультета МГУ им. М. В. Ломоносова. Выпуск 1976—1981
- ↑ Концерт в Цхинвале. Прямой эфир
- ↑ 6,0 6,1 Биография Олега Добродеева. // РИА «Новости», 12.06.2012.
- ↑ Лукьянова, Инна. Человек-ящик . Профиль (27 март 2000). — Архив. Дата обращения: 19 август 2017. Архивировано из оригинала 20 август 2017 года. 2017 йыл 20 август архивланған.
- ↑ Добродеев сделал своё дело. И уходит по-доброму . Коммерсантъ (20 ғинуар 2000).
- ↑ ЧАСОВЩИК . Завтра (10 ноябрь 1998).
- ↑ Интервью с Добродеевым. Олег Добродеев: "Мы, слава Богу, практически всегда побеждали". Компании НТВ исполняется четыре года . Коммерсантъ (17 ғинуар 1998).
- ↑ Добродеева переключили на второй канал. А Швыдкого могут бросить на культуру . Коммерсантъ (1 февраль 2000).
- ↑ Вера Челищева Пороки в своём отечестве // Новая газета. — 2021. — № 51. — С. 14—27.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 31 января 2000 г. № 288 «О председателе Всероссийской государственной телевизионной и радиовещательной компании» . Президент России, официальный сайт (31 ғинуар 2000). — Документы. Дата обращения: 12 август 2017.
- ↑ Председатель ВГТРК Олег Добродеев: "Киселёв вел себя как подлец" . Комсомольская правда (19 апрель 2001).
- ↑ Олег Добродеев назначен гендиректором ВГТРК . Комсомольская правда (29 июль 2004).
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 29 июля 2004 г. № 990 «О внесении изменения в Указ Президента Российской Федерации от 25 августа 1997 г. № 919 „О совершенствовании государственного телевещания в Российской Федерации“» . Официальный интернет-портал правовой информации (29 июль 2004). Дата обращения: 15 ғинуар 2014.
- ↑ Путин наполовину обновил состав Совета по культуре и искусству. Главным критерием для включения в состав совета был "личный творческий успех и безусловный профессиональный авторитет", отметили в пресс-службе Кремля . ТАСС (20 ноябрь 2018).
- ↑ Власти Украины опубликовали список невъездных российских журналистов . Росбалт (28 август 2014).
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 28 октября 2019 года № 525 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ 20,0 20,1 20,2 20,3 Олег Борисович Добродеев отмечает юбилей! | Тэфи . Дата обращения: 22 май 2021.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 12 апреля 2010 года № 448 «О награждении государственными наградами Российской Федерации Добродеева О. Б. и Адамова О. А.»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 27 ноября 2006 года № 1315 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 13 января 1999 года № 98 «О награждении государственными наградами Российской Федерации работников печати, радио и телевидения»
- ↑ Согласно официальной биографии на сайте ВГТРК
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 18 октября 2009 года № 694-рп «О награждении Почётной грамотой Президента Российской Федерации Добродеева О. Б.»
- ↑ Распоряжение о поощрении . Электронный фонд правовой и нормативно-технической документации (23 апрель 2008).
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 7 декабря 2007 года № 691-рп «О поощрении»
- ↑ Добродеев отмечает юбилей .
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 24.10.2019 № 2517-р «О награждении медалью Столыпина П. А. I степени Добродеева О. Б.» Официальный интернет-портал правовой информации (28 октябрь 2019). Дата обращения: 28 октябрь 2019.
- ↑ Шойгу наградил медалями журналистов за освещение операции в Сирии Общество. ТАСС (17 апрель 2016). Дата обращения: 8 май 2016.
- ↑ Мединский вручил госнаграды деятелям культуры
- ↑ Постановление Московской областной Думы от 28 ноября 2013 года № 39/70-П «О награждении юбилейным нагрудным знаком Московской областной думы „20 лет Московской областной думе“»
- ↑ Святейший Патриарх Кирилл удостоил генерального директора ВГТРК О. Б. Добродеева и генерального директора МИА «Россия сегодня» Д. К. Киселёва церковных наград
- ↑ Святейший Патриарх Алексий наградил генерального директора ВГТРК Олега Добродеева орденом св. блгв. кн. Даниила Московского II ст. Официальный сайт Московского Патриархата (29 март 2007). — Указы и награждения. Дата обращения: 16 май 2016.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 5 июня 2012 г. № 765 «О присуждении Государственных премий Российской Федерации в области литературы и искусства 2011 года» . Президент России, официальный сайт (5 июнь 2012). — Документы. Дата обращения: 19 август 2017.
- ↑ Этуш и Россель стали лауреатами премии Федерации еврейских общин РФ . РИА Новости (25 декабрь 2005).
- 28 октябрҙә тыуғандар
- 1959 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- Мәскәү дәүләт универститетының тарих факультетын тамамлаусылар
- I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- РФ Дәүләт премияһы лауреаттары
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы менән наградланыусылар
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Почёт ордены кавалерҙары
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Александр Невский ордены кавалерҙары (Рәсәй Федерацияһы)
- Изге Сергий Радонежский РПД ордены кавалерҙары
- Рәсәй журналистары
- Телетапшырыуҙар алып барыусылар