Дауахана
Дауахана — сирлеләрҙе дауалау һәм/йәки стационар (лат. stationarius — хәрәкәтһеҙ[1]) шарттарында ауырыуҙарҙы тәрән дифференциаль диагностикалау йүнәлешендәге граждандар стационар медицина учреждениеһының бер төрө. Хәрби дауахана — госпиталь.
Классификацияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйөм алғанда, дауаханалар ойошма һәм махсуслашыу төрө буйынса бүленә.
Дауаханаларҙы ойоштороу типтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Үҙәкләштерелмәгән — һәр бүлексә дауахананың айырым корпусын алып торған ҡоролма тибы. Ҙур майҙанды алып тора — был системаның төп етешһеҙлеге. Был төр дауаханалар айырым ғына осрамай тиерлек, миҫал итеп Мәскәүҙең Беренсе ҡала клиник дауаханаһын килтерергә була.
- Үҙәкләштерелгән — бүлексәләрҙең күпселеге бер корпуста урынлаштырылған, ҡағиҙә булараҡ, ул төрлө ҡаттарҙа йәки бинаның бер өлөшөндә урынлашҡан. Ғәҙәттә, бер бинанан ситкә техник бүлмәләр, аҙыҡ-түлек блогы, поликлиника һәм танатология (патологоанатомия) бүлексәләре сығарыла. Миҫал — Мәскәү ҡалаһының 15-се ҡала клиник дауаханаһы, Кардиология үҙәге.
- Блоклы — бүлексәләр уртаҡ биналар бәйле бер бинаның корпустарында (блоктарында) урынлаштырылған.
- Ҡатнаш — ике төрҙөң дә үҙенсәлектәрен берләштереү: күп кенә бүлексәләр менән бер-ике ҙур корпус һәм ҡайһы бер бүлексәләр өсөн бер нисә ваҡ корпус бар. Эре дауаханаларҙың күбеһе ошондай принцип буйынса ойошторолған —мәҫәлән, Склифосовский институты, Боткин дауаханаһы, Филатов дауаханаһы, Бурденко институты.
Махсуслашыу (профиле) буйынса
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Махсуслашҡандар — ауырыуҙарҙың билдәле бер класын дауалауға йүнәлтелгән: кардиология (Кардиоүҙәк), нейрохирургия (Нейрохирургия институты), онкология (Онкоүҙәк), урология, инфекцион (быуат башында шулай уҡ «йоғошло» тип аталғандар[2]) һәм башҡалар.
- Дөйөм — сирҙәрҙең киң спектрын диагностикалауға һәм дауалауға йүнәлтелгән күп профилле учреждениелар.
Дауалау профиленә ярашлы палаталарҙы терапия, хирургия һәм инфекция корпустарына урынлаштырыу планлаштырыла.
Составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйөм профилле дауахана составына, ҡағиҙә булараҡ, түбәндәгеләр инә:
- Санитар үткәреү пункты
- Терапия корпусы
- Хирургия корпусы
- Гинекология бүлеге
- Клиника бүлеге
- Травма пункты
- Морг
Көндөҙгө стационар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көндөҙгө стационар — сирлеләрҙе артабан дауалау өсөн ҡабул итеү алымы. Ғәҙәти стационарҙан айырмалы рәүештә, пациенттар билдәле бер ваҡытҡа киләләр һәм процедуралар тамамланғас та өйҙәренә ҡайта.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо Грецияла ауырыуҙарҙы яҡшы яҡтыртылған, дауалау һәм хирургик операциялар яһау өсөн бик күп ҡулайламалары булған «ятрейях» тип аталған йорттарҙан торған дауалау практикаһы ҡулланылған. Римлыларҙың валетудинариялары — Траянда һуғыш ваҡытында тәүге тапҡыр булдырылған ауырыуҙарҙы дауалау өсөн айырым урындары була[3].
Бөйөк Василий, Кесария архиепискобы, яҡынса б. э. 371 йылында «Василиада» тигән исемле һәм һәр хәлдә VI быуатҡа тиклем ғәмәлдә булған изге ойошманы нигеҙләгән һәм уға булышлыҡ иткән. Ул дауахананы, бәлки, лепрозорийҙы һәм ғәриптәр йортон үҙ эсенә алған. Хәйриә эшендә Бөйөк Василийҙың уға ҡарт-ҡоролар төҙөү өсөн ике ярҙамсыһын ебәргән Евстафий Севастийский элгәре була, әммә үҙ предприятиеһын ойоштороуҙа һәм уның масштабында Василий Великий Евстафийҙы уҙып китә. Быға оҡшаш йорттар тирә-яҡта һәм алыҫ урынлашҡан урындарҙа киң таралыу ала[4].
Урта быуат Европа дауаханалары Византия дауаханалары өлгөһөндә барлыҡҡа килә: улар — монахтар һәм монахинялар медицина ярҙамы күрһәткән дини общиналар була. Ундай дауаханаларҙың ҡайһы берҙәре монастырҙар ҡарамағында ойошторолған була, башҡалары бойондороҡһоҙ булған һәм иғәнәләр иҫәбенә йәшәгән. Күп функциялы дауаханалар ғына түгел, махсуслаштырылғандары ла булған — мәҫәлән, махаулылар өсөн дауаханалар йәки ярлылар һәм ғибәҙәт ҡылыусылар өсөн приюттар.
Вестгот Испаниядағы (ксенодохий) беренсе дауахана 580 йылда епископ Масона Меридский тарафынан нигеҙләнә һәм урындағы халыҡты хеҙмәтләндерә, шул иҫәптән Меридаға Евлалияның изге мәйетенә сәйәхәт ҡылыусылар өсөн ҡунаҡхана хеҙмәттәрен күрһәтә. Дауахана эргәһендә үҙенең ярҙамсы хужалығы була, ул ҡунаҡтарҙы һәм пациенттарҙы аҙыҡ-түлек продукттары менән тәьмин итә. Павел Диакон, дауаханала табиптар һәм шәфҡәт туташтары булған, улар, кем генә булһа ла, «ҡолдар һәм иреклеләр, христиандар һәм йәһүдтәр» хаҡында ҡайғыртырға тейеш, тип яҙған.
700-се йылдар аҙағында — 800-сө йылдар башында император Бөйөк Карл указ сығара. Уға ярашлы, ҡасандыр яҡшы төҙөкләндерелгән, ләкин уның идара итеү ваҡытына бөлгөнлөккә төшкән дауаханалар тергеҙелергә тейеш. Бынан тыш, ул һәр соборҙың һәм монастырҙың үҙ дауаханаһы булыуын теләй.
900-сө йылдар дауамында монастырҙарҙың дауахана эшен ойоштороуҙағы роле өҫтөнлөккә эйә була. Үрге Бургундиялағы 910 йылда нигеҙләнгән Клюни бенедиктин аббатлығы Францияла һәм Германияла оҡшатыу өсөн өлгөгә әйләнә. Монахтар өсөн лазареттан тыш, монастырҙарҙа дауаханалар ойошторола, уларҙа башҡа сирлеләр тураһында ла хәстәрлек күрәләр. Һуңғылары элемозинарий («хәйер биреүсе хеҙмәткәр») ҡарамағында булған, ул, ентекле төҙөлгән ҡағиҙәләргә ярашлы, килеүселәргә йәки пациенттарға кәрәкле ярҙам күрһәтеүҙәре өсөн яуап биргән.
Элемозинарийҙар яҡын-тирәләге монастырҙарҙа ауырыуҙарҙы һәм мохтаждарҙы асыҡларға тейеш булғанлыҡтан, һуңғылары ғазаптарҙы еңеләйтеү үҙәгенә әүерелә. Был йәһәттән монастырҙар араһында түбәндәгеләр була:
- бенедиктин аббатлыҡтары — Корби, Хиршау, Браунвайлер, Дойц, Ильзенбург, Лизборн, Прам һәм Фульда;
- цистерциан аббатлыҡтары — Арнсберг, Баумгартен, Эбербах, Химменроде, Херренальб, Фолькенроде и Валькенрид.
Дөйөм профилле тәүге документлаштырылған дауахана Бағдадта 805 йылда Һарун әр-Рәшит тарафынан төҙөлгән[4][5][6][7][8].
Беренсе дәүләт (тотороҡло рәүештә дәүләт аҡсаһына ғына финанслана) ҙур дауаханаһын 873 йылда Мысырҙа Әхмәт ибн Тулун төҙөгән[9]. Уның эсендә ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар мунсаһы булған, һәм ул тик ярлы халыҡ ҡатламы өсөн тәғәйенләнгән булған. Дауаханаға килгәндә кейем-һалым һәм аҡса идарасыға һаҡлауға тапшырылған, ә дауахананан сыҡҡанда пациент һуңғы рацион сифатында бер тауыҡ һәм бер икмәк алған. Ибн Тулун был госпиталгә 60 мең динар ебәреп торған һәм уға һәр йома йөрөгән. Дауахана шулай уҡ аҡылдан яҙғандар өсөн бүлексәне лә үҙ эсенә алған.
Ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Зөбәйер Мысырҙағы дауалау учреждениеларының береһен ошолайтып тасуирлай:
Солтандың маҡтаулы учреждениелары иҫәбенә шулай уҡ Кәһирәлә беҙ булып киткән дауахана ла инә. Был матурлығы һәм ҙурлығы буйынса һарайҙарҙан иң һарайы, ул изге эш башҡарыу, һауап һәм киләсәк тормошта кире ҡайтарыу өсөн тәғәйенләнгән.
Европа ҡалаларында халыҡ күбәйә башлағас, монастырҙар зыян күреүселәрҙең барыһына ла ярҙам итә алмай башлай.
Шуға күрә донъяуи приюттар һәм дауаханалар барлыҡҡа килә башлай, ә ғәмәлдәге ҡайһы бер монастырь дауаханалары ҡала в ҡарамағына күсә[10]. Тәре яуҙары ваҡытында рыцарь ордендары (иоаннит һәм немец) барлыҡҡа килә, улар күпселек урындарҙа дауаханалар аса. Европалағы иң боронғо дауаханалар исемлегендә — Париждағы Отель-Дьё госпитале (уның турала 651 йылда уҡ телгә алына), Лондондағы Изге Варфоломей дауаханаһы (1102 йылда нигеҙ һалынған) һәм Римдағы Сан-Спирито дауаханаһы (1204 йылда Папа Иннокентий нигеҙ һалған)[3].
1763 йылда асылған Мәскәүҙең Павлов дауаханаһы Рәсәйҙә «граждандар ведомствоһының» тәүге дауаханаһы була[11][12].
Шуны иҫтә тоторға кәрәк: XIX быуат аҙағына тиклем дауаханалар фәҡирҙәр өсөн тәғәйенләнгән булған, ә хәлле кешеләр, ғаилә табиптары тарафынан өйҙә дауаланыуҙы өҫтөн күргән[13]. Дауаханаларҙа ниндәй ҙә булһа махсус ҡорамалдар булмаған, ә ул ваҡытта хирургия операциялары өйҙә лә яһала (әгәр бының өсөн түләнһә).
Сифат һәм хәүефһеҙлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дауалау ваҡытында пациенттарҙың дауаханала булыу сифатын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә дауахана эсендәге инфекцияны иҫкәртеү, сифатлы туҡланыу инә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Словарь иностранных слов. — М.: «Русский язык», 1989. — 624 с. ISBN 5-200-00408-8
- ↑ Наименование в списке Михаила Булгакова в рассказе «Морфий»
- ↑ 3,0 3,1 Больница // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ 4,0 4,1 Василий Великий в Православной энциклопедии . Дата обращения: 7 март 2014. Архивировано из оригинала 3 ноябрь 2010 года.
- ↑ John Bagot Glubb. A Short History of the Arab Peoples. — 1969. Архивная копия от 8 декабрь 2017 на Wayback Machine
- ↑ Education. — PediaPress. Архивная копия от 4 май 2022 на Wayback Machine
- ↑ Islamic Culture and the Medical Arts (ингл.). U.S National Library of Medicine. Дата обращения: 4 май 2022. Архивировано 7 июнь 1997 года.
- ↑ Milos Pawlowski, Yavor Mendel, John Kaisermann. История медицины. Архивная копия от 4 май 2022 на Wayback Machine
- ↑ Мец А. Мусульманский Ренессанс / Отв. ред. В. И. Беляев. — Наука, Восточная литература, 1973. — С. 303. — 473 с.
- ↑ Не человечеству, но человеку: какими были средневековые больницы
- ↑ Когда в России открыли первую публичную больницу
- ↑ МЕДИЦИНСКАЯ ОРГАНИЗАЦИЯ В МОСКВЕ И В РОССИИ С НАЧАЛА XVIII века до 1775 года 2022 йыл 7 июль архивланған.
- ↑ «Больница — ведь это верная смерть»
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алексушин Г. В. Летопись областной клинической… Самара: Самарский дом печати, 2000;
- Финкельштейн Л. О. Больница // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)