Гузар
Город | |
Гузар Gʻuzor / Ғузор | |
Ил | |
---|---|
Өлкә | |
Район | |
Координаталар | |
Город с | |
Климат тибы |
ҡырҡа континенталь |
Рәсми теле | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+375 |
Почта индексы |
180300-180322 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
70 |
Гузар (үзб. Gʻuzor/Ғузор) — ҡала, Үзбәкстандың Ҡашҡадаръя өлкәһе Гузар районы үҙәге. Ҡала статусы — 1977 йылдан (шуға тиклем — ҡышлаҡ).
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Гузар». Үзбәк теленең аңлатмалы һүҙлегендә был һүҙ Бохара ханлығында мәхәллә тигәнде аңлатҡан төшөнсә тип бирелә[2].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1979[3] | 1989[4] | 2005[5] |
---|---|---|
13 033 | 17 253 | 22 700 |
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала Гузардаръя йылғаһы буйында урынлашҡан, Ҡаршынан 58 километра алыҫлыҡта. Ҡаршы далаһы тип аталған тигеҙлектә барлыҡҡа килгән. Ҡаланан сығыу менән көнсығышында һәм көньяғында Гиссар һырты армыттары башлана.
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гузар — төбәктәге бик мөһим транспорт үҙәге.Ҡалала ошо исемдәге үк тимер юл станцияһы бар. Унда Ҡаршы, Китаб һәм Ҡомҡорған ҡалаларынан килгән юлдар ҡушыла. Ошонда өс автомобиль йүнәлеше — Ҡаршы — Бохара, Сәмәрҡәнд һәм Термез юлдары тоташа.
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалала еңел сәнәғәт предприятиелары бар. Ҡаланы ауыл хужалығы баҫыуҙары уратып алған. Үҙендә иһә уны эшкәртеү предприятиелары бар (мәҫәлән, мамыҡ таҙартыу комбианты). Бынан тыш, төҙөлөш компаниялары, химия һәм агрохимия тармағы предприятиелары эшләп килде.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гузар борон көслө нығытма булараҡ барлыҡҡа килгән, Бохара ханлығының мөһим ҡалаларының береһе булған[6]. Шәйбани хан заманында Бабур үзбәк ҡалаларын баҫып алған һәм хатта Ҡаршы, Гузар кеүек бик көслө нығытмалар ҙа уға баш һалған[7].
Ҡалала боронғо ҡомартҡылар бар. Урындағы кешеләр, киң билдәле «Таһир үә Зөһрә» дастаны геройҙары тап ошо тирәлә йәшәгән тип тә ебәрәләр[8].
- Манғыттар династияһы осоро (1756—1920)
Бохара ханлығында әштәрхәниҙәрҙе манғыт династияһы[9] алмаштыра, улар Рәсәйҙәге революцияға тиклем Бохарала хакимлыҡ итә. Гузар ул саҡта Бохара ханлығына инә.
1712 йылда манғыт Хоҙаяр бей аталыҡ вазифаһына ҡуйыла, ул 1715—1716 йылдарҙа вазифаһынан төшөрөлә. 1719—1720 йылдарҙа уны төшөргән Ибраһим бей Бохаранан ҡаса, Хоҙаяр бейгә хакимлыҡҡа ҡайта. Уның ҡарамағына Ҡаршы ҡалаһын бирәләр. 1721 йылда улы Хәким бейҙе аталыҡ итеп ҡуялар.
Хәким бейҙең биш улы була. Өсөнсө улы Мөхәммәд Рәхимбей. 1747 йылда хан үлтерелгәс, бар хакимлыҡ Мөхәммәд Рахимбей ҡулына күсә. Ул Әбүлфәйез хандың ҡыҙына өйләнә. Рәхимбей хан осоронда Бохара ханлығына Бохара, Сәмәрҡәнд, Миәнкәл, Кермине, Ҡаршы, Гузар, Атамурат, Чарджоу,Шәһрисәбез ҡалалары инә. Гиссар менән Ташкент үҙаллы биләмәләр булып ҡала. Мөхәммәд Рахимхан Сыңғыҙхан тоҡомо булмаһа ла, ҡатынҡы сәйәсәте, яҡшы ойоштора белеүе менән хатта хан титулына эйә булыуға өлгәшә.
- яңы заман иҫтәлекле урындары
Гузарҙа 1940-сы йылдарҙа хәрби әсирҙәр сифатында тотолған поляк һуғышсыларына бағышланған зыярат-мемориал төҙөлгән.
Спорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалала яңы спорткомплекс төҙөлгән, ундағы футбол аренаһы заманса шарттарға яуап бирә.
«Шуртан» футбол клубы бар, ул 2005 йылдан Үзбәкстандың Юғары лигаһы чемпионатында ҡатнаша.
Башҡортостан менән бәйләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1914 йылда ҡышлаҡта Зәки Вәлидиҙең булып китеүе билдәле. Зәки Вәлиди Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең ағзаһы булараҡ шул йылдың 23 июнендә ул Бохаранан Шәхрисәбз ҡалаһы аша аша Сурхандаръя үҙәнендәге ҡалаларға йүнәлә, Гузар, Байсун һәм башҡа ҡалаларҙа, ҡышлаҡтарҙа боронғо ҡулъяҙмалар эҙләй. Был сәфәренән Зәки Вәлиди ҡиммәтле табыш — Ҡаршы ҡалаһында боронғо Ҡөрьән тәфсире, барлығы 23 ҡулъяҙма табып, бер нисә китап һатып алып ҡайта[10].
Башҡорттар борондан Үзбәкстан менән бәйләнеш тотҡан, Гузар яғына ла килеп сығып торған. Бигерәк тә 1941—1945 йылдарҙа, һуғыштан һуң да ошо яҡҡа килеп төпләнеүселәр булған. Уларҙың күбеһе инде үзбәктәр менән ҡатышҡан, тоҡомдары үзбәкләшкән[11].
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ГУЗАР[3]
- Г. Ситдиҡова. Аҡһаҡ Тимер илендә. -«Башҡортостан». — 2000. — 25,28, 29 март
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ World Gazetteer
- ↑ Ж. М. Магруфов. Толковый словарь узбекского языка - Русский язык, 1981
- ↑ Перепись-1979
- ↑ Перепись-1989
- ↑ Citypopulation
- ↑ Гузар[1]
- ↑ Образование узбекского государства [2]
- ↑ Г. Ситдиҡова. Аҡһаҡ Тимер илендә. -«Башҡортостан». — 2000. — 25,28, 29 март
- ↑ Манкытская династия // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
- ↑ Салихов А. Г. Научная деятельность А. Валидова в России. — Уфа: Гилем, 2001, С.103-105.
- ↑ Г. Ситдиҡова. Аҡһаҡ Тимер илендә. -«Башҡортостан». — 2000. — 25,28, 29 март