Вишневская Галина Павловна
Вишневская Галина Павловна | |
рус. Галина Павловна Вишневская | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған ваҡыттағы исеме | рус. Галина Павловна Иванова |
Тыуған көнө | 25 октябрь 1926[2][3][1][…] |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР[3] |
Вафат булған көнө | 11 декабрь 2012[2][1][4][…] (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй[2] |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Хәләл ефете | Мстислав Леопольдович Ростропович[d] |
Балалары | Елена Мстиславовна Ростропович[d] |
Һөнәр төрө | актёр, опера йырсыһы, музыка педагогы, биограф, автор дневника, театр режиссёры, оперный режиссёр |
Уҡыу йорто |
Музыкальная школа имени Н. А. Римского-Корсакова[d] П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Сәләмәтлек торошо | болезнь Паркинсона[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Йырсы тауышы | сопрано[d] |
Музыка ҡоралы | фортепиано һәм вокал[d] |
Жанр | классик музыка һәм Опера |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Досье в | Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][5] |
Вишневская Галина Павловна Викимилектә |
Вишневская Галина Павловна (ҡыҙ фамилияһы Иванова; 25 октябрь 1926 йыл, Ленинград — 11 декабрь 2012 йыл) — СССР-ҙың[6][7][8] опера йырсыһы (сопрано), актриса, театр режиссёры, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1966)[9]. «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының тулы кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Галина Вишневская 1926 йылдың 25 октябрендә Ленинград ҡалаһында (хәҙер Санкт-Петербург) тыуа, әммә бала сағын тулыһынса тиерлек Кронштадтта, Иванов Павел Андреевич (1904—1958) һәм Иванова Зинаида Антоновна (1906—1950) ғаиләһендә үткәрә.
Атаһы һуғыш алдынан репрессиялана. Ленинград блокадаһын кисерә, 16 йәшенән Һауа һөжүменә ҡаршы оборона частарында хеҙмәт итә. Бер үк ваҡытта концерттарҙа ҡатнаша: кораблдәрҙә джаз-оркестрға ҡушылып йырлай, Кронштадт форттарында, землянкаларҙа сығыш яһай.
1943—1944 йылдарҙа ярты йыл дауамында Ленинградта Н. А. Римсский-Корсаковтың өлкәндәр музыка мәктәбендә И С. Дид-Зурабовтың яңғыҙ йырлау класында уҡый.
Тәбиғәттән ҡуйылған тауышҡа эйә булараҡ, 1944 йылда Ленинград өлкә оперетта театры хорында йырлай, һуңынан яңғыҙ партиялар башҡара башлай. Новгород филармонияһының тәүге солистарының береһе була. 1947 йылдан алып Ленинград филармонияһында эшләй. 1951 йылдан Ленинградта В. Н. Гаринала вокал дәрестәре ала, уларҙы эстрада йырсыһы сифатындағы сығыштары менән аралаштырып алып бара.
1952 йылда Ҙур театрҙың дәүләт ансамбленә стажерҙар төркөмөнә конкурста ҡатнаша һәм консерватория белеме булмауға ҡарамаҫтан, ҡабул ителә. Тиҙ арала «Ҙур театр колодаһында козырь кәртенә» (А. Б. Покровскийҙың образлы сағыштырыуы буйынса), илдең төп опера театрында алдынғы солисҡа әүерелә, унда 30-ҙан ашыу партия башҡара.
1955 йылда, танышыуҙарына дүрт көн үткәндән һуң, өсөнсө тапҡыр һуңынан билдәле виолончелист булып киткән Мстислав Леопольдович Ростроповичҡа кейәүгә сыға. Уның менән ансамблдә (Мстислав Ростропович — тәүҙә пианист сифатында, ә һуңынан — дирижер булараҡ), донъяның иң абруйлы концерт майҙандарында сығыш яһай. Был ваҡытта йырсыны һуңғы йылдар хеҙмәттә булған Н. А. Булганин ҡурсалай[10].
1955 йылдан сит илдәргә: Чехословакия, ГДР, Финляндия, Бөйөк Британия, Италия, Франция, Бельгия, АҠШ, Канада, Югославия, Австрия, Япония, Австралия, Яңы Зеландия һәм башҡаларға гастролдәр менән сыға.
«Ковент-Гарден» (Лондон) «Метрополитен-Опера» (Нью-Йорк), Париж милли операһы, ла скала (Милан), Вена дәүләт операһы, Бавария дәүләт операһы, Сан-Франциско операһында сығыш яһай.
1966 йылда Мәскәү консерваторияһын экстерн рәүештә тамамлай, ошо уҡ йылда Д. Д. Шостаковичтың (режиссёры М. Г. Шапито) «Катерина Измайлова» фильм-операһында баш ролдә төшә.
Концерттар менән күп сығыш яһай. Камера йырсыһы репертуарында М. П. Мусоргский, П. И. Чайковский, С. С. Прокофьев, Д. Д. Шостакович, Р. Шуман, Р. Вагнер, К. Дебюсси, Р. Штраус, М. де Фалья һ. б. әҫәрҙәре була. Д. Д. Шостакович, Б. Бриттен һәм башҡа хәҙерге замандың күренекле композиторҙарының үҙенә бағышланған әҫәрҙәрен тәүге башҡарыусы була. Уның «Бразилия бахианын» тыңлағандағы тәьҫораттарынан Анна Андреевна Әхмәтова «Слушая пение» (1961) шиғырын яҙа.
Г. фон Караян, О. Клемперер, И. Б. Маркевич, Г. Абендрот, А. Ш. Мелик-Пашаев, Б. Э. Хайкин һ. б. билдәле дирижерҙар мпенән бергә сығыш яһай һәм улар менән яҙыла. Күренекле йырсылар: С. Я. Лемешев, С. И. Козловский, Г. М. Нэлеппа, И. И. Петров, И. К. Архипова, сит илдәрҙә — Д. Фишер-Дискау, П. Доминго, Н. Гедда һ. б. партнершаһы була. Донъя опера сәхнәһендә танылыуға өлгәшкән тәүге совет опера йырсыларының береһе була (1964 йылда "Ла скала"ла (Милан) Дж. Пуччини>ҙың "Турандот"ында Ф. Корелли һәм Б Нильсон менән бергә сығыш яһауы яҙылған компакт-диск уның Лиу партияһын башҡарыуҙағы триумфаль уңышын теркәй).
Йырсының бай дискографияһы опера һәм камера музыкаһы яҙмаларына эйә.
1969 йылдың сентябрендә Галина Вишневская һәм Мстислав Ростропович И. А. Солженицынға дачаларында йәшәргә рөхсәт итә, 1970 йылдың октябрендә уны яҡлап хат яҙалар[11]. Быға яуап итеп, властар йырсы тураһында киң мәғлүмәт сараларында телгә алыуҙы тыя, ижади эшмәкәрлегенә сикләү индерә. Шуға ҡарамаҫтан, йырсының Ҙур театрҙа сығыш яһауын дауам итә, сит илдәрҙә уңышлы сығыш яһай, 1971 йылда Ленин орденына лайыҡ була. 1974 йылдың мартында ул ире менән бергә сит илгә сығырға рөхсәт һорапЛеонид Ильич Брежневҡа мөрәжәғәт итә[12], үтенес ҡәнәғәтләндерелә. Шул уҡ йылда балалары һәм ирем менән оҙаҡ ваҡытҡа сит илдәргә сыға, һәм был СССР мәҙәниәт министрлығының командировкаһы булараҡ теркәлә[13]. Сит илдә булғанда, 1978 йылдың мартында Г. Вишневская һәм М. Ростропович совет гражданлығынан һәм дәүләт наградаларынан — «СССР гражданы исеменә тап төшөргән ғәмәлдәре өсөн» мәхрүм ителә[14].
АҠШ-та, Францияла йәшәйҙәр. Йырсы донъяның иң ҙур театрҙарында сығыш яһай, режиссёр сифатында опера спектаклдәре ҡуя. Г. Вишневскаяның хушлашыу сығышы 1982 йылдың октябрендә (П И. Чайковскийҙың, «Евгений Онегин» операһы, дирижер — М. Ростропович) Париждың Гранд-Операһында үтә. Шунан һуң ул профессиональ сәхнәнән китә һәм уҡытыу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә башлай. Концерт эшмәкәрлеген дауам итә, пластинкалар яҙҙыра, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.
1990 йылдың ғинуарында, сәнғәт эшмәкәрҙәренең мөрәжәғәтенән һуң Г. Вишневскаяға һәм М. Ростроповичҡа СССР гражданлығы ҡайтарыла, СССР Юғары Советы Президиумының дәүләт наградаларынан мәхрүм итеү тураһындағы Указы юҡҡа сығарыла. 1990 йылдың февралендә ул илгә кире ҡайта, Мәскәү консерваторияһының почетлы профессоры була. Гражданлыҡтан, беҙ уны тартып алыуҙы ла, кире ҡайтарыуҙы ла һораманыҡ, тип, баш тарталар.
1993 йылдан драматик актриса сифатында Мәскәүҙә А. П. Чехов исемендәге МХТ-та (Е. А. Греминаның «За зеркалом» пьесаһында Екатерина Икенсе роле) сығыш яһай, «Провинциальный бенефис» (А. Н. Островский пьесаһы мотивтары буйынса, режиссёры А. А. Белинский, 1993) һәм «Александра» (режиссёры А. Н. Сокуров, 2007) төп ролдәрҙә уйнай.
2002 йылдан — Мәскәүҙә Галина Вишневскаяның Опера йыры үҙәге етәксеһе . 2006 йылдан — Галина Вишневскаяның Халыҡ-ара опера артистары асыҡ конкурсы жюриһы рәйесе. Екатеринбургтағы Бөтә Рәсәй йырсылар йәрминкәһе Президенты.
1984 йылда «Галина» китабын яҙа, унда үҙенең тормошо тураһында һөйләй, СССР-ҙағы йәмәғәт ҡоролошон кире баһалай. Китап инглиз, рус һәм Европаның башҡа бик күп телдәрендә донъя күрә. СССР-ҙа үҙгәртеп ҡороу йылдарында нәшер ителә.
2011 йылдың 24 октябрендә Г. Вишневская китаптың үҙенең юбилейына арналған. «Галина. История жизни» яңы баҫмаһын тәҡдим итә.
Ғүмеренең һуңғы йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иренең вафат булыуы Галина Павловнаның сәләмәтлеген ныҡ ҡаҡшата. Вишневская 2012 йылдың 11 декабрендә 87-се йәшендә өйөндә вафат була. Хушлашыу уның исемен йөрөткән Опера йыры үҙәгендә 2012 йылдың 13 декабрендә уҙа, панихида 2012 йылдың 14 декабрендә Ҡотҡарыусы Христос ҡорамында үтә. Мәскәүҙә, Новодевичье зыяратында ире Мстислав Ростропович эргәһендә ерләнә.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- беренсе ире (1944 йылда бер нисә ай никахта була) — Георгий Вишневский, хәрби моряк.
- икенсе ире («граждан») 1944—1955 йылдарҙа — Марк Ильич Рубин, Ленинград өлкә оперетта театры директоры[15].
- улы — Илья (1945 йылда сабый саҡта мәрхүм була).
- өсөнсө ире — Мстислав Леопольдович Ростропович (1927—2007), дирижер, виолончелист (никахтары 1955 йылдан).
- өлкән ҡыҙы — Ольга (1956), виолончелист, М. Ростропович музыка фонды етәксеһе, йәш музыканттарға ярҙам итә һәм йыл һайын фестиваль үткәрә, шулай уҡ әлеге ваҡытта — Опера йыры үҙәгенең художество етәксеһе.
- кесе ҡыҙы — Елена (1958), пианист, «Вишневская — Ростропович» халыҡ-ара медицина фонды етәксеһе, бөтә донъя буйынса балаларҙы вакцинациялау менән шөғөлләнә.
- ейән-ейәнсәрҙәре — Иван, Сергей, Настасья, Олег, Александр, Мстислав.
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1955[16])
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1961)
- СССР-ҙың халыҡ артисы (1966)
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы (2011)[17]
- Санкт-Петербург Хөкүмәте премияһы (2008)
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (2001)[18]
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2011)[19]
- III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1996)[20]
- II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2006)[21]
- I дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2012)[22]
- Ленин ордены (1971)
- «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы (1942)
- «Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл» миҙалы
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 50 йыл» миҙалы
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 60 йыл» миҙалы
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» миҙалы
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
- «Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
- «Ленинградтың 250-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
- «Санкт-Петербургтың 300-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
- Мәскәү өлкәһе губернаторының «Файҙа өсөн» билдәһе (Мәскәү өлкәһе, 2011 йыл)[23]
- «Санкт-Петербург алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» Почет билдәһе (2006)[24]
- Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены офицеры (Франция, 1982)
- Почетлы легион ордены командоры (Франция, 1983)
- I дәрәжә Изге княгиня Ольга ордены (РПС, 2004)
- II дәрәжә Преподобная Евфросиния, Мәскәү бөйөк княгиняһы ордены (РПС, 2011)[25]
- Париждың алмас миҙалы (1977)
- I дәрәжә Бөйөк Петр ордены (2004)
- «Көмөш тәре» намыҫ билдәһе (2004)
- «Еңеүгә индергән өлөшө өсөн» ордены — Халыҡ-ара награда (2005)
- Царскосельский әҙәби премияһы (2000)
- «Олимпия» Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт таныуы милли премияһы (2002 һәм 2007)[26]
- Дж. Пуччини исемендәге халыҡ-ара премия (2002)
- «Йыл рәсәйлеһе» Милли премияһы (2005)
- «Аҡ фил» Кинопремияһында «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһы (2007)
- 26-сы халыҡ-ара кинофестивалендә «Гәлсәр симург» премияһы (Тәһран, 2008)
- Рәсәй химик-технология университетының почетлы докторы (2006)
- М. Ломоносов исемендәге МДУ-ның почетлы профессоры (2007)
- Honoris causa Ривер-колледжының гуманитар фәндәр докторы (Нашуа, Нью-Хемпшир, АҠШ)
- Гамильтон колледжының почетлы музыка докторы(Онтарио, Канада)
- Сент-Лоуренс университетының музыка докторы (Кантоны, Нью-Йоркштаты, АҠШ)
- Мәскәү консерваторияһының почетлы профессоры
- Кронштадт ҡалаһының почетлы гражданы (1996)
- Новгород өлкәһенең почетлы гражданы (2002)
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленинград өлкә оперетта театры
- «Свадьба в Малиновке» Б. А. Александров — Яринка
- «Продавец птиц» К. Целлер — Христина
- «Фиалка Монмартра» И. Кальман — Нинон
Опера премьералары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҙур театр
- 1953 — «Евгений Онегин» Чайковский Пётр Ильич — Татьяна
- 1954 — «Фиделио» Л. ван Бетховен — Леонора
- 1955 — «Снегурочка» Римский-Корсаков Николай Андреевич — Купава
- 1957 — «Укрощение строптивой» В. Шебалин — Катарина
- 1957 — «Свадьба Фигаро» Моцарт Вольфганг Амадей — Керубино
- 1957 — «Чио-Чио-сан» Дж. Пуччини — Баттерфляй
- 1958 — «Аида» Дж. Верди — Аида
- 1959 — «Пиковая дама» Чайковский Пётр Ильич — Лиза
- 1959 — Война и мир" С. С. Прокофьев — Наташа Ростова
- 1962 — «Фальстаф» Дж. Верди — Алиса Форд
- 1962 — «Фауст» Ш. Гуно — Маргарита
- 1962 — «Каменный гость» А. С. Даргомыжский — Донна Анна
- 1962 — «Судьба человека» И. И. Дзержинский — Зинка
- 1964 — «Травиата» Дж. Верди — Виолетта
- 1964 — «Октябрь» В. Мурадели — Марина (Большой театр)
- 1965 — «Человеческий голос» Ф. Пуленк — Героиня
- 1970 — «Семён Котко» С. С. Прокофьев — Софья
- 1970 — «Царская невеста» Н. А. Римский-Корсаков — Марфа
- 1971 — «Тоска» Дж. Пуччини — Флория Тоска
- 1973 — «Франческа да Римини» С. Рахманинов — Франческа
- 1974 — «Игрок» С. С. Прокофьев — Полина
- Башҡа тетарҙар
- 1964 — «Турандот» Дж. Пуччини — Лиу (Ла Скала, Милан)
- 1969 — «Отелло» Дж. Верди — Дездемона (Москва)
- 1976 — «Макбет» Дж. Верди — Леди Макбет (Эдинбург)
- 1981 — «Иоланта» П. И. Чайковский — Иоланта (Вашингтон)
- 1983 — «Тюрьма» М. М. Ландовский (Экс-ан-Прованс)
Концертные премьеры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1957 — Девятая симфония л. ван Бетховена — партия сопрано
- 1958 — «Реквием» Дж. Верди — партия сопрано
- 1961 — «Сатиры» Д. Д. Шостаковича
- 1962 — «Песни и пляски смерти» М. П. Мусоргского в инструментовке Д. Д. Шостаковича
- 1962 — Торжественная месса Л. ван Бетховена (Эдинбург)
- 1963 — «Военный реквием» Б. Бриттена (Лондон)
- 1963 — Вторая симфония Г. Малера (Вена)
- 1965 — «Эхо поэта» Б. Бриттена
- 1965 — Четвёртая симфония Г. Малера
- 1967 — Вокальный цикл Д. Д. Шостаковича на стихи А. А. Блока
- 1969 — Четырнадцатая симфония Д. Д. Шостаковича
- 1972 — Вокальный цикл «Без солнца» М. П. Мусоргского с оркестром
- 1979 — «Ребёнок зовёт» М. М. Ландовского (Вашингтон)
- 1981 — Те Deum К. Пендерецкого (Вашингтон)
- 1983 — «Польский реквием» К. Пендерецкого (Вашингтон)
Фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кинолағы ролдәре
- 1966 — Катерина Измайлова (фильм-опера) — Катерина Львовна Измайлова
- 1972 — Звезда в ночи — Аделина Патти
- 1993 — Провинциальный бенефис (А. Н. Островский пьесалары мотивы буйынса) (режиссёр А. А. Белинский) — Кручинина
- 2007 — Александра (реж. А. Н. Сокуров) — Александра Николаевна.
- Тауышландырыу
- 1958 — Евгений Онегин (фильм-опера) — Татьяна Ларина (А. В. Шенгелай роле)
- 1961 — Вольный ветер — Стелла (Л. И. Пырьева роле)
- 1964 — Укрощение строптивой (фильм-спектакль) — вокал
- 1969 — Эгмонт (фильм-спектакль) — вокал
- 1989 — Борис Годунов (фильм-опера) — Марина Мнишек (Д. Форест роле) / корчма хужабикәһе
- 1992 — Леди Макбет из Мценска — вокал
- Ҡатнашҡан фильмдары
- 1990 — Мстислав Ростропович. Возвращение (документаль)
- 1992 — Наш любимый юный дед (документаль)
- 1994 — Альфред Шнитке. Портрет с друзьями (документаль)
- 2006 — Элегия жизни. Ростропович. Вишневская (режиссёр А. Н. Сокуров) (документаль)
- 2008 — Женское лицо войны. «Катюша» (документаль)
- 2009 — Двое в мире. Галина Вишневская и Мстислав Ростропович (документаль)
- 2010 — Владимир Максимов («Культура» телеканалында «Острова» документаль фильмдар циклынан)
- 2011 — Свидетели. Галина Вишневская. Роман со славой (режиссёр А. Гречиха) (документаль)
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Г. Вишневская хөрмәтенә атала:
- Новокосинола Мәскәү районында Галина Вишневская урамы. (2013 йыл, 26 июнь)[27].
- Мәскәү өлкәһенең Видный районында Галина Вишневская урамы[28].
- «Аэрофлот» авиакомпанияһының «Галина Вишневская» Airbus A321 лайнеры[29]
- Мәскәүҙә Г. Вишневская исемендәге 61-се музыка-тетар сәнғәте колледжы[30]
- Кронштадта Г. Вишневская исемендәге 8-се балалар музыка мктәбе.
- Ҡояш системаһындағы 4919-сы кесе планета Г. Вишневская исеме менән атала
- Мәскәүҙә Мстислав Ростропович һәм Галина Вишневская йәшәгән йортҡа 2018 йылда мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118812157 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 Вишневская Галина Павловна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Galina Vishnevskaya // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ https://data.performing-arts.ch/a/b58dbb02-507f-4a29-a07b-cd5bc52e8cf2 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
- ↑ Взгляд: «Умерла оперная певица Галина Вишневская»
- ↑ BBC: «Умерла оперная певица Галина Вишневская»
- ↑ Росбалт: «Умерла российская оперная певица Галина Вишневская»
- ↑ Большая Советская Энциклопедия. Гл. ред. А. М. Прохоров, 3-е изд. Т. 5. Вешин — Газли. 1971. 640 стр., илл.; 38 л. илл. и карт. 1 карта-вкл.
- ↑ Вишневская, 1994, Об отношении Булганина, с. 169—179
- ↑ Вишневская, 1994, Открытое письмо 1970 года, с. 500—502
- ↑ Вишневская, 1994, Письмо Брежневу, с. 503
- ↑ Галина Вишневская. Письмо Леониду Ильичу Брежневу: «В ваших силах заставить нас переменить место жительства, но Вы бессильны переменить наши сердца»
- ↑ Идеологические перерожденцы // «Известия» № 63 (18823) от 16 марта 1978 г., с. 4.
- ↑ Вишневская, 1994, О знакомстве с Ростроповичем, с. 168
- ↑ Театральная Энциклопедия. драма опера балет оперетта цирк эстрада драматург режиссёр
- ↑ Авдеев вручил премии правительства деятелям культуры // РИА Новости
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 25 октября 2001 года № 583-рп «О поощрении Вишневской Г. П»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 18 октября 2011 года № 1373 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 25 октября 1996 года № 1489 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ III степени Вишневской Г. П.»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 25 октября 2006 года № 1189 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ II степени Вишневской Г. П.»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 1 декабря 2012 года № 1585 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ I степени Вишневской Г. П.»
- ↑ Народная артистка Г. Вишневская отмечена наградой губернатора Московской области
- ↑ Галина Вишневская удостоена почетного знака «За заслуги перед Санкт-Петербургом»
- ↑ Народной артистке СССР Галине Вишневской вручён орден преподобной Евфросинии Московской
- ↑ IX Церемония | Российская академия бизнеса и предпринимательства
- ↑ Постановление Правительства Москвы от 26 июня 2013 года № 412-ПП «О присвоении наименований линейным транспортным объектам города Москвы» 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Улица в честь Галины Вишневской появится в Подмосковье
- ↑ АвиаПорт. Ru / Дайджест / Аэрофлот ввел в эксплуатацию лайнер А321 «Г. Вишневская»
- ↑ Пестерева, Анна. Великие музыканты отмечали золотую свадьбу в Новокосине. Почему Галина Вишневская дала своё имя колледжу на Суздальской // Восточный округ (газета). — 2014. — № 44 (87) за 12 декабря. — С. 11. Архивировано из первоисточника 1 март 2017. (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2017)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вишневская, Галина Павловна. Галина : История жизни. — СПб.: Библиополис, 1994. — 526 с. — ISBN 5-7435-0001-0.
- Вишневская Галина Павловна «Галина», М.: Вагриус, 2006 — ISBN 5-9697-0281-1
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 25 октябрҙә тыуғандар
- 1926 йылда тыуғандар
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- 11 декабрҙә вафат булғандар
- 2012 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Мәскәү консерваторияһын тамамлаусылар
- Почётлы легион ордены командорҙары
- СССР-ҙың халыҡ артистары
- Ленин ордены кавалерҙары
- I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- «Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 50 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- РСФСР-ҙың халыҡ артистары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артистары
- РФ Хөкүмәте премияһы лауреаттары
- Рәсәй меценаттары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар
- Сопрано
- СССР-ҙың академик музыканттары
- Рәсәйҙең академик музыканттары
- XX быуат музыка педагогтары
- Рәсәй музыка педагогтары
- Алфавит буйынса педагогтар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XX быуат театр режиссёрҙары
- Алфавит буйынса театр режиссёрҙары
- XX быуат актрисалары
- Рәсәй актрисалары
- СССР актрисалары
- Алфавит буйынса актрисалар
- XX быуат опера йырсылары
- Рәсәй опера йырсылары
- СССР опера йырсылары
- Алфавит буйынса йырсылар
- XX быуат йырсылары
- Рәсәй йырсылары
- СССР йырсылары