Брянск фронты
Брянск фронты | |
Нигеҙләү датаһы | 14 август 1941 |
---|---|
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы |
Нигеҙләүсе | Ставка[d] |
Дәүләт | СССР |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 10 октябрь 1943 |
Брянск фронты — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы СССР Союзы Хәрби көстәре Ҡыҙыл армияһының (РККА) оператив формированиеһы (берләшмә, фронт). 1941 йылдың 14 авгусында Үҙәк һәм Резерв фронтарының тоташҡан урынында булдырылаа, шул уҡ йылдың 10 ноябрендә бөтөрөлә. 1941 йылдың 24 декабрендә ҡабаттан булдырыла, 1943 йылдың 12 мартында Резерв фронты итеп үҙгәртелә (икенсе формалашыу). Өсөнсө формирование — 1943 йылдың 10 октябрендә Прибалтика фронты итеп үҙгәртелә.
Беренсе формирование
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылдың 14 авгусында Брянск йүнәлешен ҡаплау өсөн Үҙәк һәм Резерв фронттарының тоташҡан урынында барлыҡҡа килә. Идара итеү ҡоролошон (штаб, хеҙмәт бүлектәре, отделениелар) булдырыу маҡсатында 20-се уҡсылар корпусы ҡалдыҡтары һәм 25-се мехкорпусы штабы йүнәлтелә. Штаб-фатиры — Брянск.
Фронт командующийы итеп генерал-лейтенант А. И. Еременко, штаб начальнигы — генерал-майор Г. Ф. Захаров, фронттың артиллерия начальнигы — артиллерия генерал-майоры М. П. Дмитриев, фронттың хәрби-һауа көстәре (ВВС) командующийы — генерал-майор Ф. Н. Полынин тәғәйенләнәләр.
Тәүҙә фронт составында идаралыҡ һәм ике армия була:
- идаралыҡ (штаб, хеҙмәт бүлектәре, отделениелар);
- 13-я армия (командующийы — генерал-майор К. Д. Голубев, 31 августан — генерал-майор А. М. Городнянский) бик ауыр алыштар алып бара һәм Гудериандың 2-се танк төркөмө ҡыҫымы аҫтында көньяҡҡа һәм көньяҡ-көнсығышҡа табан сигенә.
- ҡабаттан булдырылған ҡеүәтле 50-се армия (командиры — генерал-майор М. П. Петров) 13-сө армия һәм Резерв фронты араһындағы өҙөклөктө ҡаплай.
26 августа Үҙәк фронтты тарҡатыу арҡаһында уның ике армияһы (3-сө һәм 21-се) Брянск фронты ҡарамағына тапшырыла.
- 21-я армия (командиры — генерал-лейтенант В. И. Кузнецов) Гомелдән һәм Мозырҙән сигенгән 3-сө һәм 21се -армияларҙы берләштерә.
- 3-сө армияның штабы (командиры — генерал-майор Я. Г. Крейзер) 13-сө һәм 50-се армиялар тоташҡан урында ғәскәрҙәрҙе ҡабул итә.
30 августан 12 сентябргә тиклем фронт ғәскәрҙәре Рославль-Новозыбковск һөжүм операцияларын үткәрә. Һуңынан, 1941 йылдың сентябрь аҙағына тиклем, шулай уҡ һөжүм мәсьәләләре хәл ителә. 31 августа Трубачевскиҙан көнбайышыраҡ 18 километр алыҫлыҡта 8 сентябргә тиклем барған танк алышы йәйелә. Совет 141-се танк бригадаһы һәм 108-се танк дивизияһы (яҡынса 200 танк) Гудериандың 47-се корпусының өҫтөнлөклө көстәре менән алышҡа инәләр. 141-са бригаданың танкылары, хатта йәйелеп тә өлгөрмәйенсә, тимер юлы эшелондарынан тура һуғышҡа инәләр. 13-се армия көс йыйып өлгөрә, тулыландырыла һәм 3-сө армия менән бергә ҡабаттан алышҡа инә. Сентябрь уртаһына тиклем дошман бында туҡтатыла һәм 13-сө һәм 3-сө армиялары тарафынан 40 километр алыҫлыҡҡа, Судость йылғаһына тиклем алып ташланыла. 16 тораҡ пункты азат ителә. 1941 йылдың август-сентябрь айҙарында был бик мөһим еңеү була. Сентябрь уртаһына фашистарҙың танкылары ҡалмай: Гудериандың һәр биш танкынан дүртәүһе ҡыйратылған була. Франц Гальдер 1941 йылдың 14 сентябрендә үҙенең «Хәрби көндәлегендә» ошолайтып яҙа: «Танкылар менән хәлдәр 2-се танк төркөмөндә: 3-се танк дивизияһы — һуғышҡа һәләтле танкылар 20 процент һәм кире ҡайтармаҫлыҡ юғалтыуҙар −80 процент; 4-се танк дивизияһы — һуғышҡа һәләтле танкылар — 20 процент, ремонтҡа мохтаж һәм кире ҡайтармаҫлыҡ юғалтыуҙар — 71 процент; 17-се танк дивизияһы — һуғышҡа һәләтле танкылар — 29 процент, ремонтҡа мохтаж һәм кире ҡайтармаҫлыҡ юғалтыуҙар — 79 процент; 18-се танк дивизияһы — һуғышҡа һәләтле танкылар — 31 процент, ремонтҡа мохтаж һәм кире ҡайтармаҫлыҡ юғалтыуҙар — 69 процент». Шулай итеп, 2-се танк төркөмөндә һуғышҡа һәләтле танкылар барыһы 25 процент ҡала. Гудериан Почеп һәм Тручевск араһындағы алыштар тураһында хәтирәләр китабында яҙа: «Бында беҙ тәүге тапҡыр урыҫтарҙың фанатикса ҡаршылашыуы менән бәрелештек». Брянск фронты ғәскәрҙәренең хәрби эшмәкәрлегенә ҡыҫҡаса һығымта яһап, Советтар Союзы Маршалы А. И. Еременко «1941 йылдың 14 авгусынан 30 сентябргә тиклемге осорҙа, әйтергә кәрәк, фронт ғәскәрҙәренең контрударҙары һәм контратакалары, айырыуса Трубчевск тирәһендә, беҙҙең ғәскәрҙәргә Мәскәү стратегик йүнәлештә яңы хәл иткес бәрелештәргә көстәр һәм саралар әҙерләүгә булышлыҡ итте», тип яҙып ҡалдыра.
30 сентябрҙә «Үҙәк» немец ғәскәрҙәренең армиялар төркөмө һәм уларҙың союздаштарының [[Мәскәү]гә һөжүме башлана.
1941 йылдың 1 октябрендә «Тайфун» операцияһы сиктәрендә Гудериандың 2-се танк төркөмө үҙенең үҙәк участкаһында Брянск фронтының 13-сө армия (А. И. Ерёменко) оборонаһын өҙә һәм 60 километрға алға шыла. 1 октябрҙә 24-се мотокорпус Севскиҙы яулап ала. Брянск фронтының күпселек өлөшө ҡамауҙа ҡала.
Фронт ғәскәрҙәре командующийы генерал-полковник А. И. Еременко яралана. 1941 йылдың 7 октябрендә фронт командующийы итеп генерал-майор М. П. Петров тәғәйенләнә, ләкин ул фронт менән командованиеға инеп өлгөрмәй, сөнки яралана һәм 10 октябрҙә вафат була. 14 октябрҙә фронт командованиеһын генерал-майор Г. Ф. Захаров ҡабул итә. Фронт штабы начальнигы — полковник Л. М. Сандалов.
1941 йылдың 20 октябрендә Трубчевск тирәһендә ҡамауға эләккән Брянск фронтының төркөмө әүҙем ҡаршылашыуын туҡтата.
1941 йылдың 26 октябрендә Брянск фронты ғәскәрҙәре Дубна — Плавск — Верховье — Ливны — Касторное рубежына сигенә башлай.
Брянск фронты 1941 йылдың 10 ноябрендә тарҡатыла.
Икенсе формирование
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылдың 24 декабрендә булдырыла. Фронт ғәскәрҙәре Мәскәү тирәһендәге контрһөжүмдә, Болхов операцияһында, Воронеж-Ворошиловоград обороналау операцияһында, Воронеж-Харьков операцияһында, Кесе Архангельск операцияһында ҡатнашалар.
1942 йылдың 2 июленән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Брянск фронтының 3-сө армияһы составында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.
Командующийҙары:
- миномет расчеты командиры П. И. Попленкин (1942 йылдың 20 июненә тиклем)
- генерал-лейтенант Ф. И. Голиков (1942 йылдың 7 июленә тиклем)
- генерал-лейтенант Н. Е. Чибисов (1942 йылдың 13 июленән тиклем)
- генерал-лейтенант К. К. Рокоссовский (1942 йылдың 27 сентябренә тиклем)
- генерал-лейтенантМ. А. Рейтер (1943 йылдың 12 мартына тиклем)
1943 йылдың 12 мартында Резерв фронты (икенсегә формированиеһы) итеп үҙгәртелә.
Өсөнсө формирование
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1943 йылдың 28 мартында ойошторола. Фронт ғәскәрҙәре «Кутузов» исемендәге Орел стратегик һөжүм операцияһында, Брянск операцияһында ҡатнаша.
Командующийҙары:
- генерал-полковник М. А. Рейтер (1943 йылдың 5 июненә тиклем)
- генерал-полковник М. М. Попов
1943 йылдың 10 октябренән Прибалтика фронты итеп үҙгәртелә.
Гәзит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «На разгром врага» исемле фронт гәзите сыға. Мөхәррире — полковник Александр Михайлович Воловец (1905 — 03.10.1943)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Отчёт штаба Военно-воздушных сил Брянского фронта штабу Военно-воздушных сил Красной Армии о боевых действиях авиации фронта в августе — декабре 1941 года.
- Горбачев А. Н., Военные газеты периода 1900—2018 гг. из фондов Российской Государственной библиотеки и архивов России: Краткий справочник. М., Infogans, 2019
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Фронт» в БСЭ 2012 йыл 24 февраль архивланған.
- Отчёт штаба Военно-воздушных сил Брянского фронта штабу Военно-воздушных сил Красной Армии о боевых действиях авиации фронта в августе-декабре 1941 года (31 декабря 1941 года)
- Все фронты Великой Отечественной войны
- Сайт, посвященный героической биографии Брянского фронта