Андреева Екатерина Сергеевна
Андреева Екатерина Сергеевна | |
рус. Екатерина Владимировна Андреева | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй Черногория |
Тыуған көнө | 27 ноябрь 1965[1][2] (58 йәш) или 27 ноябрь 1961 (62 йәш) |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | ведущий новостей, телетапшырыуҙар алып барыусы, мөхәррир, журналист |
Уҡыу йорто | Мәскәү дәүләт өлкә университеты[d] |
Жанр | телевидение |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 80 400 ± 99[3] |
Андреева Екатерина Сергеевна Викимилектә |
Андреева Екатерина Сергеевна (27 ноябрь 1961 йыл[4][5][6] йәки 1965[7][8][9], Мәскәү) — 1998 йылдан алып «Беренсе канал»да «Ваҡыт» мәғлүмәттәр программаһын алып барыусы[10].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Екатерина Сергеевна Андреева 1965 йылдың 27 ноябрендә (уның әйтеүенсә[7] һәм тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтың сканы буйынса[11]) йәки 1961 йылда Мәскәүҙә тыуған[5][6]. Атаһы СССР Дәүләт тәьминәте рәйесе урынбаҫары, ә әсәһе — хужабикә була[12]. Андрееваның Екатерина исемле һеңлеһе бар. Ата-бабаларының береһе Демидовтың крепостнойы, хужа билмәһәненән аҡса түләп ҡотола[13].
187-се мәктәптең 10-сы класын тамамлағандан һуң Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу юридик институтына (ВЮЗИ)[14][15] уҡырға инә. Параллель рәүештә Генераль прокуратурала тәфтиш идаралығының эш башҡарыу бүлегендә референт булып эшләй[16][17]. Ғүмеренә хәүеф янау инцидентынан һуң прокуратурала эшен ҡалдыра[18][19].
Андреева иртә кейәүгә сыға һәм 18 йәшендә ҡыҙы Натальяны таба[20][21].
Юридик факультеттан Мәскәү өлкә педагогия институтының тарих факультетына күсә, уны 1990 йылда тамамлай.[22]. Уның сығарылыш эше Сталин Иосиф һәм Адольф Һитлер режимдарын сағыштырыуға арнала[23][24].
Телевидение
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990 йылда Бөтә Союз телевидение хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтының «дикторҙар мәктәбенә» уҡырға инә (СССР дәүләт телерадиоһы), үҙәк телевидениеға дикторлыҡҡа конкурсы буйынса үтә[15][25]. Игорь Кирилловта уҡый, ул Андрееваның телевидение яҙмышында роль уйнай[15][26].
1992 йылда телевидениела «Иртән»[27] һәм «Хәйерле кис, Мәскәү»[15] программаларында эшләй. РТР телеканалында иҡтисади яңылыҡтар алып бара, «Ҙур уҙыштар» автоспорт программаһының алып барыусыһы була[27]. 1994 йылдан — «ТСН» мәғлүмәт телевидение агентлығының редакторы (ОРТ мәғлүмәт программалары дирекцияһы)[27][28]. 1995 йылда Останкино 1-се каналында «ИТА Яңылыҡтар» мәғлүмәт программаһының алып барыусыһы.
1997 йылда тәүге тапҡыр «Ваҡыт» мәғлүмәт программаһын алып барыусы сифатында ҡатнаша (отпускала булған Арина Шарапованы алмаштыра)[10]. 1998 йыл аҙағына тиклем яңылыҡтарҙың ғәҙәти иртәнге һәм киске сығарылыштарын алып бара.
1998 йылдың декабрендә Сергей Доренко тарафынан ОРТ телекомпанияһында «Ваҡыт» программаһының даими алып барыусыһы итеп тәғәйенләнә[29][30].
2001 йылдан 2007 йылға тиклем бер үк ваҡытта сыҡҡан ОРТ/«Беренсе канал» һәм РТР/«Рәсәй» каналдарында Сергей Брилев менән бергә «Владимир Путин менән тура линия»ны алып барыусы була[31]. 2004, 2008, 2012 һәм 2018 йылдарҙа уның менән бергә Рәсәй Президентының инаугурацияһының тура трансляцияһына комментарийҙар алып бара[32].
Андреева яңылыҡтар редакцияһының төп канваһын үҙе әҙерләй[33]. Алып барыусының образы ябай, эшсән стиль, шул иҫәптән кейемдә лә һәм прическала ла, кәм биҙәүестәр менән[34][35]. Андреева ирекле стиль менән башлай, әммә был директор Ольвар Какучаяға оҡшамай[36][37].
2010 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй TNS версияһы буйынса Рәсәйҙең иң популяр алып барыусылары иҫәбенә инә[38].
Андреева мотивациялы тренингтар алып бара[39].
Тыуған йылы тураһында мәсьәлә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Екатерина Андрееваның тыуған йылы төрлө сығанаҡтарҙа төрлөсә күрһәтелә: бер сығанаҡтар 1961 йыл күрһәтелә, икенсе сығанаҡтарҙа — 1965 йыл. 2010 йылдар аҙағынан матбуғаттаА ндреева был темаға даими сығыш мяһай һәм1тыуған йылын ныҡышмалы 1965 йылда тип талап итә. Ул үҙ сығышытарында айырым иғтибарҙы Википедияға бүлә, сөнки унда Андрееваның тыуған йылының ике варианты ла күрһәтелә. Төрлө киң мәғлүмәт саралары аша Андреева Википедиянан тик 1965 йылды ғына ҡалдырыуҙы талап итә[11][40][41]. Әммә Википедия мөхәррирҙәре бының менән риза түгел, һәм икенсе вариантының, рәсми документтарҙы һәм 1961 йылға тура килгән юбилей даталары тураһында фекер алышыуҙар булған Андрееваның элекке интервьюларын индергән ышаныслы сығанаҡтарҙы күрһәтә[42]. Нейтраль ҡараш тураһында Википедия ҡағиҙәләре был осраҡта ике вариантты килтереүҙе талап итә, әлегә икенсеһенең хатаһы ныҡ ышаныслы баҫма сығанаҡтар менән раҫланмағас, уларҙың береһе лә уҡыусыға дөрөҫ тип бирелмәй.
2019 йылдың декабрендә Екатерина Андреева журналистарға 1965 йылдың декабрендә бирелгән тыуыу тураһындағы таныҡлығының сканын күрһәтә, унда тыуған йылы 1965 йылдың 27 ноябре күрһәтелән[11].
Ҡараштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙә пенсия реформаһы (2018) тураһында Закон проектын хуплай, йәштәрҙең протест акцияларында ҡатнашыуына кире ҡарашта. Шулай уҡ дәүләт телевидениеһының һәр хеҙмәткәре дәүләт сәйәсәтен хупларға тейеш, тип иҫәпләй. Андреева үҙе телевидение кешеһе булһа ла, үҙенең әйтеүенсә, трансляцияланған агрессияның юғары кимәлдә булыуы арҡаһында телевизор ҡарамай[43]
Санкциялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2014 йылдың август айында Украина тарафынан Украинаның Көнсығышында һуғыштар һәм Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы буйынса позицияһы өсөн санкциялар исемлегенә индерелә[44].
Фильмография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1990 — Неизвестные страницы из жизни разведчика — пассажир ҡатын-ҡыҙ
- 1991 — Исчадье ада — Елена, Жорждың элекке мөхәбәтте
Андреева билдәләүенсә, фильмға төшөргә ынтылмай һәм ул фильм төшөрөүҙәрендә режиссерҙарҙың ныҡышыуы арҡаһында ғына ҡатнаша. Юрий Караның «Мастер и Маргарита» фильмына Маргарита роленә һынауҙарҙа ҡатнаша, әммә роле раҫланмай[45].
Камео
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2009 йылдан 2013 йылға тиклем Екатерина Андреева персонажы йәнһүрәт «Мульт личности» пародиялы шоуында ҡулланыла.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дуҫлыҡ ордены (27 ноябрь 2006 йыл) — «ватан телерадиотапшырыуҙар үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн»[46]
- «Мәғлүмәти программа алып барыусыһы» номинацияһында ТЭФИ лауреаты (2007 йыл)[47].
- Рәсәй Федерацияһы Президенты Рәхмәте (6 февраль 2003 йыл) — «Рәсәй Президенты ҡатнашлығында саралар әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн»[48].
- Рәсәй Федерацияһы Президенты Рәхмәте (23 апрель 2008 йыл) — «Рәсәй Федерацияһында мәғлүмәти тәьмин итеү һәм граждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн»[49].
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһы (21 август 2018 йыл) — «ватан телевидениеһын үҫтереүҙә ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн»[50].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаһы — Андреев Сергей Александрович (1937)[51]. СССР Дәүләт тәьминәте рәйесе урынбаҫары[52].
Әсәһе — Татьяна Ивановна Андреева[11], «Алмаз» Үҙәк конструкторлыҡ бюроһында инженер булып эшләй, ә кесе ҡыҙы тыуғандан һуң хужабикә була[52].
Һеңлеһе — Светлана (1979)[11][27].
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе ире — Андрей Назаров, бер мәктәптә уҡыйҙар[53][54]. Андреева әйтеүе буйынса ул иртә кейәүгә сыға һәм 18 йәшендә ҡыҙы Натальяны таба[20][21]. Наталья — Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институын тамамлаған][55]
Икенсе ире — Душко Перович - Серб Республикаһы вәкиллеге башлығы (Серб республикаһы Босния һәм Герцеговина составында) элекке футболсы, эшҡыуар һәм адвокат[56][57]. Андреева менән Америка компанияһы вәкиллегендә Мәскәүҙә эш буйынса таныша[52]. 2011 йылда Андреева Черногорияның хөрмәтле гражданлығын ала[58][59].
Спорт ярата, йога, пилатес, тайцзицюань менән шөғөлләнә[60][61]. Спорттан тыш сәйәхәт итергә, әҙәбиәт, театр, классик музыка, опера ярата, шахмат уйнай[62][63]. Оҙаҡ ваҡыт тәмәке тарта, әммә һуңынан ташлай[64].
Дингә ышана. Олоғайғас Яңы Иерусалим монастырында суҡындырыла[65][66]. Мәскәү янындағы Трубино сиркәүен тергеҙергә ярҙам итә[27].
2016 йылда Instagramда аккаунт алып бара (2021 йылда 500 меңдән ашыу подписчигы була)[67][68][69].
2016 йылдан «Учимзнаем» госпиталь мәктәптәре проекты амбассадоры[70][71].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://youtube.com/watch?v=nrhXBxFMI7o&t=55m46s
- ↑ https://www.apn.ru/index.php?newsid=38140
- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ Utro.ru, 30 ноября 2006. СМИ: Екатерине Андреевой уже 45
- ↑ 5,0 5,1 Таша Невская. Екатерина Андреева: Новости не знают сезона отпусков . Труд (28 июнь 2012). — Интервью. Дата обращения: 31 октябрь 2012.
- ↑ 6,0 6,1 Кого поздравит лично Путин // Новая газета, 26 июня 2012 г., скан страницы документа, полная архивная копия
- ↑ 7,0 7,1 YouTube сайтында Екатерина Андреева: время, слёзы и возраст
- ↑ В 2019 году Екатерина Андреева предоставила журналистам скан своего свидетельства о рождении, выданного в декабре 1965 года, где датой рождения указано 27 ноября 1965 года
- ↑ Интервью Екатерины Андреевой Надежде Стрелец (подтвердила год рождения — 1965)
- ↑ 10,0 10,1 «Винил» с Михаилом Куницыным, 01:38
- ↑ 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 Нуждается ли русская Википедия в замене за 2 млрд рублей? Агентство Политических Новостей (24 декабрь 2019).()
- ↑ Екатерина Андреева Наши любимые телеведущие российского телевидения. Фото, видео из эфиров
- ↑ "Жена. История любви" с Кирой Прошутинской, ТВ Центр, 08:20
- ↑ Выпуск 1983 года . Школа 187.
- ↑ 15,0 15,1 15,2 15,3 Кто есть кто на российском телевидении: ежегодный информационно-биографический справочник. — Телескоп, 2001. — Т. 3. — С. 28.
- ↑ Екатерина Андреева. Часть 1 . Школа журналистики имени Владимира Мезенцева в ЦДЖ (11 сентябрь 2011).
…потому что я работаю с 16 лет… С 17-ти. Как только я пошла в институт — я сразу же устроилась на работу
- ↑ Афанасьева Елена, Андреева Екатерина. Телехранитель. Воскресенье, 06.03.2005 . Эхо Москвы (6 март 2005). Архивировано из оригинала 21 май 2008 года.
- ↑ "Наедине со всеми" с Юлией Меньшовой, 27:39
- ↑ "Жена. История любви" с Кирой Прошутинской, ТВ Центр, 29:51
- ↑ 20,0 20,1 "Наедине со всеми" с Юлией Меньшовой, 39:26
- ↑ 21,0 21,1 "Жена. История любви" с Кирой Прошутинской, ТВ Центр, 27:00
- ↑ "Жена. История любви" с Кирой Прошутинской, ТВ Центр, 32:38
- ↑ Рождественская Е. Екатерина Андреева: «Муж знает, что дарить мне бриллианты бесполезно» . 7 дней (18 сентябрь 2013).
- ↑ "Жена. История любви" с Кирой Прошутинской, ТВ Центр, 36:15
- ↑ "Жена. История любви" с Кирой Прошутинской, ТВ Центр, 42:08: «... вам было больше двадцати пяти лет, и вы в третий раз попробовали изменить свою судьбу и работу...»
- ↑ Из первых уст. Екатерина Андреева, 19:02 . Инфосервис Когалым (6 март 2019).
- ↑ 27,0 27,1 27,2 27,3 27,4 Ганапольский Матвей, Андреева Екатерина. Персонально Ваша… Эхо Москвы (5 август 2002). Архивировано из оригинала 3 март 2022 года.
- ↑ «Винил» с Михаилом Куницыным, 49:14
- ↑ История русских медиа 1989—2011. Доренко против Лужкова. Сентябрь 1999 . Афиша (6 июнь 2011).
- ↑ «Винил» с Михаилом Куницыным, 02:04
- ↑ Программная передача . Известия (21 декабрь 2001).
- ↑ Присяга и ядерный чемоданчик: в Кремле пройдет инаугурация президента . РИА Новости (7 май 2018).
- ↑ Елена Швец. В гостях легендарная телеведущая Екатерина Андреева . MediaMetrics (3 сентябрь 2018). — Интервью. Дата обращения: 17 август 2019.
- ↑ "Жена. История любви" с Кирой Прошутинской, ТВ Центр, 37:42
- ↑ Екатерина Андреева . Честное слово с Юрием Николаевым, 30:29 (1 октябрь 2017).
- ↑ "Наедине со всеми" с Юлией Меньшовой, 04:11
- ↑ Екатерина Андреева . Мастер-класс Екатерины Андреевой "Инструменты успеха современной женщины", 39:06 (27 апрель 2021).
- ↑ Екатерина Андреева . 7days.ru. Дата обращения: 16 июль 2014.
- ↑ Секреты красоты и молодости Екатерины Андреевой . Здоровье 2.0 Человек будущего, 24:15 (1 апрель 2020).
- ↑ Либгардт Ольга. Екатерина Андреева выступила с заявлением после скандального сообщения . Комсомольская правда (28 ноябрь 2021). Дата обращения: 4 декабрь 2021.
- ↑ Саид Шах Мариана. «А-а-а, нельзя ругаться матом!» Екатерина Андреева обвинила «Википедию» в преувеличении её возраста . Собеседник (26 ноябрь 2021). Дата обращения: 4 декабрь 2021.
- ↑ Телеведущая Екатерина Андреева манипулирует Википедией // Викиновости, 03.12.2021
- ↑ Юлия Сорокина. «Нечего женщинам в 55 лет становиться бабушками-пенсионерками». Екатерина Андреева рассказала, что не смотрит телевизор и поддерживает пенсионную реформу . Информационное агентство «Znak» (25 декабрь 2019). Дата обращения: 1 июнь 2019. 2019 йыл 31 май архивланған.
- ↑ Власти Украины опубликовали список невъездных российских журналистов.Росбалт(28 августа 2014).
- ↑ "Наедине со всеми" с Юлией Меньшовой, 17:54
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 27 ноября 2006 года № 1316 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ «Время» получило «ТЭФИ» как лучшая информационная программа . Lenta.ru (22 сентябрь 2007).
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 6 февраля 2003 года № 55-рп «О поощрении»
- ↑ РАСПОРЯЖЕНИЕ О поощрении . Электронный фонд правовой и нормативно-технической документации (23 апрель 2008).
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 21.08.2018 года № 224-рп «О поощрении»
- ↑ «Винил» с Михаилом Куницыным
- ↑ 52,0 52,1 52,2 "Жена. История любви" с Кирой Прошутинской, ТВ Центр
- ↑ Лидия Губина. Екатерине Андреевой — 60 // ТВ Центр, 28.11.2021. Архивная копия.
- ↑ Екатерина Андреева опубликовала редкое фото с мужем из путешествия по Алтаю (Архивная копия)
- ↑ "Жена. История любви" с Кирой Прошутинской, ТВ Центр, 00:47: «
Прошутинская — ... и мама выпускницы МГИМО, дипломата или юриста Натальи. Она тоже Андреева?
Екатерина Андреева — Да» - ↑ БРАК — ЭТО ЕЖЕДНЕВНЫЙ ПОДВИГ – Огонек № 6 (4833) от 23.02.2004
- ↑ "Жена. История любви" с Кирой Прошутинской, ТВ Центр, 01:03:33
- ↑ Навальный нашел гражданство Черногории у телеведущей Екатерины Андреевой . Meduza (30 октябрь 2015).
- ↑ Mira Popović, Svetlana Pešić. Počasna državljanstva – kako se i kome dodjeljuju?. — Podgorica : Centar za građansko obrazovanje, 2015. — P. 37. — ISBN 978-86-85591-63-1.
- ↑ "Наедине со всеми" с Юлией Меньшовой, 14:54
- ↑ Екатерина Андреева: «В нашей семье муж чистюля, а я — хаос» . StarHit (3 ғинуар 2017).
- ↑ «Винил» с Михаилом Куницыным, 45:28
- ↑ Из первых уст. Екатерина Андреева, 29:17 . Инфосервис Когалым (6 март 2019).
- ↑ Екатерина Андреева . Интервью на удалёнке, 14:43 (23 апрель 2020).
- ↑ "Жена. История любви" с Кирой Прошутинской, ТВ Центр, 01:04:37
- ↑ Екатерина Андреева: Я недостаточно стройная, чтобы сниматься в «Плейбое»! Комсомольская правда (12 июнь 2002).
- ↑ Екатерина Андреева. Выпуск 733 выпуск, 08:52 . Вечерний Ургант (8 декабрь 2016).
- ↑ Инстаграм Екатерины Андреевой .
- ↑ Екатерина Андреева . Интервью на удалёнке, 17:20 (23 апрель 2020).
- ↑ О проекте . Проект «УчимЗнаем».
- ↑ Екатерина Андреева . «Винил» с Михаилом Куницыным, Эхо Москвы, 37:48 (24 ноябрь 2021).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Екатерина Андреева (рус.) (недоступная ссылка). Эхо Москвы. — список передач с участием Екатерины Андреевой. Архивировано 2 марта 2022 года.
- Лица Первого Канала: Екатерина Андреева
- Екатерина Андреева. Ведущая программы «Время» (неопр.). «Наедине со всеми» с Юлией Меньшовой (18.11.2014).
- Екатерина Андреева (неопр.). «Винил» с Михаилом Куницыным, Эхо Москвы (19.12.2018).
- Екатерина Андреева (неопр.). «Жена. История любви» с Кирой Прошутинской, ТВ Центр (28.09.2019).
- 27 ноябрҙә тыуғандар
- 1965 йылда тыуғандар
- 1961 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы менән наградланыусылар
- Мәскәү дәүләт юридик университетын тамамлаусылар
- Алфавит буйынса журналистар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Телетапшырыуҙар алып барыусылар
- Юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар
- Журналистар
- Рәсәй журналистары