Эстәлеккә күсергә

Акт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Акт (латинса — actus — хәрәкәт) — драма әҫәрҙәренең һәм спектаклдәрҙең тамамланған ҙур бер бүлеге, йәғни өлөшө; икенсе төрлө әйткәндә,сәхнә әҫәрҙәре: драма, трагедия һәм комедияның айырым бер бүлеге. Башҡорт һәм татар әҙәбиәтендә драма әҫәренең — пьесаның бындай бүлектәре шаршау тип атала. Башҡорт, татар драматургияһында һәм әҙәбиәт ғилемендә шул өлөштәргә, шаршауҙарға ҡарап, «бер шаршаулы пьеса, өс шаршаулы драма әҫәре» һ.б. тип атау ғәҙәте бар. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжип Асанбаевтың «Рәйсә» драмаһы дүрт шаршауҙан, йәғни дүрт акттан тора.

  • Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 1965.9, 216-сы биттәр.
  • Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 2006, 11-се, 206-207-се биттәр.