Эстәлеккә күсергә

Рәхмәтуллина Зөһрә Йыһанур ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
19:09, 3 июнь 2023 өлгөһө; Ryanag (фекер алышыу | өлөш) (Һылтанмалар)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Зөһрә Йыһанур ҡыҙы
Рәхмәтуллина
Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина
Флаг
Флаг
РФ Федераль йыйылышының VI саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары[1]
Флаг
Флаг
 4 декабрь 2011 йыл
Флаг
Флаг
Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары[2]
2010 — 2011
Хөкүмәт башлығы: Хәмитов Рөстәм Зәки улы
Флаг
Флаг
Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры[2]
2004 — 2006
Хөкүмәт башлығы: Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы
Алдан килеүсе: Мөхәмәтйәнова Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы
Дауамсы: Баязитов Сынтимер Биктимер улы
 
Тыуған: 26 август 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (63 йәш)
Башҡорт АССР-ының Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылы
Партия: Берҙәм Рәсәй
Белеме: Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжәһе: философия фәндәре докторы (2001)
Ғилми исеме: профессор (2004)
 
Наградалары:

II дәрәжә «Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2016), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006)

Рәхмәтуллина Зөһрә Йыһанур ҡыҙы (26 август 1961 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2004—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры[2], 2010—2011 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары[2], 2011 йылдан Рәсәй Федерацияһының VI һәм VII саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты, мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары[1]. 2015 йылдан Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе. Философия фәндәре докторы (2001), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). II дәрәжә «Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры (2016).

Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина 1961 йылдың 26 авгусында Башҡорт АССР-ының (1992 йылдың 25 февраленән Башҡортостан Республикаһы[3]) Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында тыуған.

Салауат педагогия училищеһын һәм 1985 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын «рус теле һәм әҙәбиәте» һөнәре буйынса тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген университет кафедраларының береһендә лаборант булып башлай, артабан бүлек инженеры вазифаһын башҡара. 1986 йылда этика, эстетика һәм культрология кафедраһының аспирантураһына уҡырға инә. Уны 1991 йылда тамамлай һәм шул уҡ кафедрала ассисент, өлкән уҡытыусы һәм доцент булып эшләй.

1996—1999 йылдарҙа БДУ-ның философия кафедраһында докторантурала уҡый һәм, уны тамамлағас, ошо уҡ кафедрала доцент һәм кафедра мөдире була. 2000—2002 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының ЮНЕСКО кафедраһы, артабан этика, эстетика һәм культрология кафедраһы мөдире, профессор.

2004 йылда Зөһрә Рәхмәтуллина яуаплы вазифағаға үрләтелә: 2006 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министры була[2].

2006—2010 йылдарҙа ул тағы ла Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультетында этика, эстетика һәм культрология кафедраһы (ЮНЕСКО кафедраһы) мөдире.

2010—2011 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары[2]

2011 йылда «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһе кандидаттарының федераль исемлеге буйынса Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана. Вәкәләттәре 2011 йылдың 4 декабренән башлана. Зөһрә Рәхмәтуллина Думаның мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары[1].

2016 йылдың 18 сентябрендәге һайлауҙа Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутат итеп һайланды[4].

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2016 йылдың 26 авгусындағы указы менән[5] Зөһрә Рәхмәтуллина II дәрәжә «Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән наградланды[6].

2021 йылдың 18 ноябренән — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының директоры.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зөһрә Рәхмәтуллина — Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы.

Философия, мәҙәниәт һәм тәрбиә мәсьәләренә арналған 400-ҙән артыҡ ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән монографиялар һәм уҡыу ҡулланмалары авторы.

  • Культура общения и взаимопонимания - Учебное пособие.
  • Этикет как ценность культуры. — Уфа: Гилем, 2004.
  • Башкирская традиция (социально-философский анализ). — Уфа, 2000.
  • Милләт күрке — әҙәп. — Өфө, 1998.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2015 йылдың 28 апрелендә Өфөлә үткән Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының III съезында Зөһрә Рәхмәтуллина Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе итеп һайланды[7]

Башҡортостандан депутат булараҡ, Зөһрә Рәхмәтуллина республикала йыш була: һайлаусылар менән осрашыуҙар үткәрә, төрлө кимәлдә үткәрелгән күп төрлө сараларҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан ул билдәле шағир һәм публицист Зөһрә Ҡотлогилдинаның тыл һалдаттарына арналған китабының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала уҙғарылған исем туйында ҡатнашты[8].

Матбуғаттағы мәҡәләләре, сығыштары, уның менән әңгәмәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Милли электрон китапхананың эшмәкәрлеге ҡануни яҡтан көйләү талап итә — Зөһрә Рәхмәтуллина. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 25 ноябрь[9].
  • IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төбәк халҡын берләштереүгә йүнәлтелгән — Зөһрә Рәхмәтуллина. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 20 ноябрь[10].
  • Эштән кеше ҡурҡамы? Йәки ҡатын-ҡыҙ иңендәге ил хәстәре тураһында бер кәлимә.— «Киске Өфө» гәзите, № 37, 12 — 18 сентябрь, 2015[11].
  • Зугура Рахматуллина: «Навруз объединяет не только народы, но и государства». «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 22 март[12].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • II дәрәжә «Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2016)[6]
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Рәхмәте (2013)
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Маҡтау грамотаһы (2011)
  • Рәсәй федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының маҡтау грамотаһы (2009)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006)
  1. 1,0 1,1 1,2 Государственная Дума Федерального Собрания Российской Федерации. Официальный сайт. Состав и структура ГД > Депутаты Государственной Думы > Рахматуллина Зугура Ягануровна (рус.)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Кто есть кто в Республике Башкортостан: Рахматуллина Зугура Ягануровна (рус.)
  3. ЗАКОН Башкирской ССР от 25.02.92 N ВС-10/12 ОБ ИЗМЕНЕНИИ НАИМЕНОВАНИЯ ГОСУДАРСТВА БАШКИРСКАЯ СОВЕТСКАЯ СОЦИАЛИСТИЧЕСКАЯ РЕСПУБЛИКА 2016 йыл 30 июнь архивланған. (рус.)
  4. Список депутатов, избранных в Госдуму седьмого созыва - Центризбирком. Информационное агентство Моссовет. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 сентябрь 2016)
  5. Указ Президента Российской Федерации от 26 августа 2016 года № 432 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 октябрь 2016)
  6. 6,0 6,1 Владимир Путин наградил депутата из Башкирии медалью ордена «За заслуги перед Отечеством». , 2016, 5 октябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 октябрь 2016)
  7. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы: Зөһрә Рәхмәтуллина Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе итеп һайланды
  8. Зугура Рахматуллина: «Великая Победа ковалась и в глубоком башкирском тылу» — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 7 май (рус.)
  9. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 25 ноябрь 2015 йыл
  10. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 20 ноябрь 2015 йыл
  11. «Киске Өфө» гәзите, 2015, 12 — 18 сентябрь, № 37
  12. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 22 март (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 март 2016)