Ерек (ағас)
Ерек | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Alnus | ||||||||||||||
|
Ерек (рус. Ольха, лат. Alnus) — ҡайындар ғаиләһенә ҡараған еүеш, һыулы ерҙә, яр буйҙарында үҫә торған мурт ағас.
Март—апрель айҙарында сәскә ата, февраль—мартта улар осоп таралалар. Ерек йылға, күл буйҙарында, быуа ситтәренә үҫә.
50 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда аҡ ерек һәм ҡара йәки һаҙ ереге таралған. Ҡыҙыл китапҡа инеүсе ҡыҙыл еректәр бик һирәк. 60—200 йәшкә етеүсе яҡтылыҡ яратҡан япраҡ ҡойоусы ағас. Сатыры ҡуйы, йомортҡа, тар пирамида йәки цилиндр рәүешендә, олоно төҙ, тармаҡлы, оҙонлоғо 5—20 м, диам. 60 см тиклем. Ҡайырыһы ҡара йәки һорғолт-көрән. Япрағы эре, овал йәки йомро, бысҡы ситле, сиратлы, оҙон һаплы. Сәскәһе айырым енесле: ата сәскә 3—6‑шарлап — үренделәрҙең өҫкө өлөшөндә урынлашҡан һырғаларға, инә сәскә үренделәрҙең аҫҡы өлөшөндә суҡҡа йыйылған башаҡтарҙа тупланған. Иртә яҙҙа япраҡ ярғанға тиклем сәскә ата, емеше октябрҙә өлгөрә. Инә башаҡтар үҫеп, февраль—мартта өлгөрөүсе ҡуш емешкә («тубырсыҡтарға») әйләнә. Емеше — сәтләүек. Йылға һәм шишмә ярҙары буйында, һаҙлыҡлы тупраҡтарҙа үҫә; Башҡортостандың бөтә биләмәһендә лә таралған. Йырындарҙы һәм битләүҙәрҙе нығытыу өсөн, үҙағасы фанера, мебель етештереү өсөн ҡулланыла. Ҡайырыһы һәм ҡуш емештәре тире дуплау өсөн яраҡлы. Баллы, һитә биреүсе дарыу үҫемлеге.
Ҡара ерек. О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz», 1885 китабынан ботаник иллюстрация
|