Вәлиева Гөлназ Даурат ҡыҙы
Вәлиева Гөлназ Даурат ҡыҙы (27 август 1972 йыл) — ғалим-тел белгесе. 2017 йылдан Башҡорт дәүләт университетының шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (2002), доцент (2003).
Вәлиева Гөлназ Даурат ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 27 август 1972 (52 йәш) |
Тыуған урыны | Һөйөндөк, Илсеғол ауыл Советы, Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы |
Эш урыны |
Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәГөлназ Даурат ҡыҙы Вәлиева (ҡыҙ фамилияһы Хәлиуллина) 1972 йылдың 27 авгусында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Һөйөндөк ауылында тыуған.
1979—1987 йылдарҙа Һөйөндөк тулы булмаған урта мәктәбендә уҡый, 1987—1991 йылдарҙа Белорет педагогия училищеһында махсус урта һөнәри белем ала.
1991 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты тарих факультетының «Тарих, башҡорт теле һәм әҙәбиәте» бүлегенә уҡырға инә. 1996 йылда институтты ҡыҙыл дипломға тамамлай һәм башҡорт филолологияһы факультетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһында ассистент итеп эшкә ҡалдырыла. 1997 йылдың 10 февралендә Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре (башҡорт теле) йүнәлеше буйынса ситтән тороп аспирантураға уҡырға инә. 2002 йылда «Башҡорт телендә тасуирлау тибындағы текстарҙың структур-семантик төҙөлөшө» тигән темаға диссертация яҡлай.
2000—2002 йылдарҙа — өлкән уҡытыусы, 2003 йылдан 2017 йылға тиклем башҡорт теле кафедраһында доцент вазифаһында эшләй. 2002—2007 йылдарҙа — башҡорт филологияһы факультеты деканының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 2006—2010 йылдарҙа факультеттың мультимедиаинтернет лабораторияһы мөдире була. 2013 йылдың сентябренән 2014 йылдың сентябренә тиклем декандың фәнни эштәр буйынса, 2014 йылдың октябренән 2016 йылдың октябренә тиклем — тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй.
2017 йылдың 1 сентябренән Башҡорт дәүләт университетының шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһында доцент вазифаһында эшләй.
Г. Д. Вәлиева «Башҡорт телен уҡытыу методикаһы», «Башҡортса текстарға филологик анализ», «Башҡорт теле дәрестәрендә компьютер технологиялары», «Текст теорияһы», «Дискурс теорияһы» дисциплиналарын уҡыта. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, улар иҫәбендә уҡыу әсбаптары һәм ҡулланмалары бар (автор һәм авторҙаш). Филология факультеты студенттары менән Башҡортостандың күп райондарында диалектологик экспедицияларға етәкселек итә[1]. Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша һәм сығыш яһай[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәСтәрлетамаҡ ҡалаһының башҡорттар ҡоролтайы, йәштәр бүлеге, ҡала хакимиәте, Салауат ҡалаһы хакимиәте, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы ректораты, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоратының Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары
Ғалимдың хеҙмәттәре
үҙгәртергәМонографиялар, уҡыу ҡулланмалары:
- Семантика и структура текста в башкирском языке: монография. — Уфа: Гилем, 2002. (в соавторстве)[3]
- Башкирская речь. — Уфа, 2004; 2006; 2009 (в соавторстве).
- Лингвистический анализ художественного текста: Рабочая тетрадь. — Стерлитамак, 2007, 2009, 2015.
- Башкирский язык: Учебное пособие для подготовки к единому государственному экзамену. — Стерлитамак, 2008.
- Башҡортса-русса тематик һүҙлек. (ауыл ғужалығы йүнәлешендәге уҡыу йорттары өсөн). — Стәрлетамаҡ: СДПА, 2009. (авторҙаш)
- Поурочные планы по башкирскому языку. — Стерлитамак: СГПА, 2010.
- Теория и методика обучения текста в башкирском языке. — Уфа: Китап, 2011. (в соавторстве)[4]
- Структура и семантика текста в башкирском языке (электронное учебно-методическое пособие). — М.: ОФЭРНиО, 2011.[5]
- Дидактические материалы по работе с текстом. — Уфа: Китап, 2011.
- Филологический анализ башкирского текста. — Стерлитамак: РИО СФ БашГУ, 2012.[6]
- Башҡорт теле. Юғары уҡыу йорттарының филология факультеты студенттары өсөн дәреслек. — Өфө: Китап, 2012 (авторҙаш).
- Педагогическая практика по башкирскому языку. — Стерлитамак: РИО СФ БашГУ, 2013. (соавтор)[7]
- Компьютерные технологии на уроках башкирского языка. — Стерлитамак: СФ БашГУ, 2015.[8]
- Педагогическая практика как составляющая формирования профессиональной компетенции учителя филолога. — Стерлитамак: СФ БашГУ, 2015. (соавтор)
- Использование технических средств на уроках башкирского языка. — Стерлитамак: РИО СФ БашГУ, 2016.[9]
- Внеклассные мероприятия по башкирскому языку. — Стерлитамак: РИО СФ БашГУ, 2016.[10]
- Методика обучения родному (башкирскому) языку (электронное учебно-методическое пособие). — М.: ОФЭРНиО, 2016.
- Использование современных информационно-коммуникационных технологий на уроках башкирского языка. Учебное пособие. − Уфа: РИЦ БашГУ, 2017.
- Башҡорт теле грамматикаһы. Синтаксис. Т. III. — Өфө: Китап, 2018. (авторҙаш)[11]
- Эшлекле башҡорт теле. − Өфө, 2020. (авторҙаш)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш райондары буйынса диалектологик экспедиция материалдары 2022 йыл 11 февраль архивланған.
- ↑ Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция Башҡорт теле һәм әҙәбиәте глобалләшеү шарттарында һәм күп милләтле мөхиттә: Тәжрибә һәм үҫеш юлдары (22-25 октябрь 2019 й.) 23 октября 2019 г. Секция 1 Компьютерная лингвистика и интеллектуальные технологии в языкознании(недоступная ссылка)
- ↑ Электронно-библиотечная система БашГУ
- ↑ Электронно-библиотечная система БашГУ
- ↑ BashGU Electronic Library
- ↑ Электронно-библиотечная система БашГУ
- ↑ Башҡорт теленән педагогик практика 050302.65 Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт, рус теле; туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт, тарих; туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт, сит телдәр белгеслектәре өсөн уҡыу прогр.
- ↑ Юғары уҡыу йорттарында компьютер технологияһын ҡулланыу
- ↑ Использование технических средств на уроках башкирского языка: учебное пособие для студентов
- ↑ [https://elib.bashedu.ru/dl/corp/Valieva_sost_Vneklas%20meropr%20po%20bash%20jaz_umm_2016.pdf/en/info BashGU Electronic Library]
- ↑ Башҡорт теле грамматикаһы. 3 томда. Т.3. Синтаксис. — Өфө, Китап, 2018. — 472 б.pdf 15.8 МБ