Эстәлеккә күсергә

Эстония географияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстония — йыһандан, 2004

Эсто́ния — Төньяҡ Европала, Балтик диңгеҙенең төньяҡ-көнсығыш ярында урынлашҡан дәүләт. Төньяғынан — Фин ҡултығы, көнбайыштан Балтик диңгеҙе һәм Рига ҡултығы һыуҙары йыуа.

Эстонияның майҙаны — 45 226 квадрат километр.

Сиктәренең дөйөм оҙонлоғо — 1633 км. Латвия менән сик оҙонлоғо — 339 км, Рәсәй менән — 294 км.

Яр һыҙығының оҙонлоғо — 3794 км.

Эстония составына Балтик диңгеҙе акваторияһындағы 4,2 мең квадрат километр дөйөм майҙанлы 1521 утрау инә. Иң эреләре — Сааремаа һәм Хийумаа, йәнә Моондсуу архипелагына ҡараған Муху, Вормси, Кихну һәм башҡалар. Майҙаны ҙур булыуға ҡарамаҫтан, ил халҡының 5 проценты ғына утрауҙарҙа йәшәй. Эстония йылғалары ҙур түгел, әммә ярайһы уҡ тулы һыулы.

Ер өҫтө уйһыу убалы һәм һаҙлыҡлы.

Иң юғары нөктәһе — Суур-Мунамяги (Suur-Munamägi) тауы, 318 м.

Эстонияның төньяҡ-көнбайыш яр буйы

Эстония ҡуйы йылғалар селтәре менән ҡапланған. Төньяҡ һәм көнбайыш Эстония йылғалары (Нарва, Пирита, Казари, Пярну һ. б.) Балтик диңгеҙе ҡултыҡтарына ҡоя, ә көнсығышындағылар эске һыу ятҡылыҡтарына ағып төшә: көньяҡта — Выртсъярв (Пыльтсамаа йылғаһы) менән Чуд (Эмайыги йылғаһы) күлдәренә һәм көнсығышта — Псков күленә. Иң оҙон Выханду йылғаһының оҙонлоғо — 162 км, ул Йылы күлгә ҡоя. Иң мул һыулы йылғалар — Нарва менән Эмайыги. Эмайыги йылғаһы ғына суднолар йөрөргә яраҡлы (Тарту ҡалаһынан түбәндә). Яҙғы ташҡында йылғаларҙың кимәле һиҙелерлек күтәрелә (5 метрғаса). Эстонияла 1150-нән ашыу күл һәм 250-нән ашыу яһалма быуа бар. Күлдәр нигеҙҙә боҙлоҡтан хасил булған һәм территорияның 4,8 процентын алып тора. Илдәге иң ҙур Чуд (йәки Пейпси) күле көнсығышта ята һәм Рәсәй менән арала тәбиғи һәм тарихи сик барлыҡҡа килтерә. Чуд күленең майҙаны — 3555 кв. км, шуның 1616-һы — Эстонияныҡы. Эстонияның иң ҙур эске һыу ятҡылығы — Выртсъярв күле — 266 км² майҙанлы.

Эстония аша Көнсығыш һәм Үҙәк Европаның үҫемлектәр географияһы провинцияларының сиге үтә: Эстониялағы бөтә төрҙәрҙең һәм төрсәләрҙең 35 проценты үҙенең таралыу зонаһының сигендә үҫә. Ареал сиктәренә барып еткән төрҙәрҙең күбеһе төньяҡ, төньяҡ-көнсығыш йә көнсығыш сиктә урынлашҡан (мәҫәлән, мунсаҡгөл, себер ирисы, хуш еҫле әшәлсә, аҡ һәм ҡыҙыл һеркәбаш, һырлауыҡ, күгән), был Эстониялағы үҫемлектәрҙең Европа сығышлы булыуы тураһында һөйләй. Шуға ҡарамаҫтан, бында көнбайыш, төньяҡ-көнбайыш йә көньяҡ сиктә үҫә торған төрҙәр ҙә таралған (яҡ сәскәле мерингия, һары андыҙ, ябай бикә үләне).

Ареал сигендә үҫкән үләндәр Эстонияға төрлө климатик осорҙарҙа үтеп ингән һәм уларҙы тәғәйен осорҙоң реликты тип йөрөтәләр. Эстонияла тап ошо ерҙә үҫеп сыҡҡан үҫемлек төрҙәре лә осрай: тик Эстонияға хас сааремаа шалтырауығы яҡшы билдәле, эстон соссюреяһы бик билдәле түгел. Ғәмәлдә Эстонияла ғына осраған 83 төр һәм төрсә бар, уларҙың күбеһе тырнағут ғаиләһенә ҡарай. Тора-бара боронғо төрҙәргә кеше эшмәкәрлеге арҡаһында таралған төрҙәр ҙә өҫтәлә. Ауыл хужалығы һәм йөк ташыуҙар аша бик күп сүп үләндәре тарала. Күп төрлө ялан үләндәре (зәһәр лютик, йылан теле һәм ябай аҡ сәскә) Эстонияла тағы ла элегерәк тамырланған. Түбән төҙөлөшлө үҫемлектәрҙән Эстонияла 2500 самаһы ылымыҡ төрө һәм 680 мүк төрө осрай. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Эстония флораһына көпшәле үҫемлектәрҙең 1441 төрө ҡарай, төрсәләре менән бергә һанағанда 1538-гә етә[1].[2][3].

Ҡырағай фауналағы төрҙәр әллә ни күп түгел — һөтимәрҙәрҙең 60 төрө бар. Иң күп һанлылары мышы (7000-ләп баш), ҡоралай (43 000), ҡуян, ҡабан сусҡаһы (11 000). 1950—1960-сы йылдарҙа марал, аҫыл болан, янут кеүек эт күсерелә. Эстонияның ҡуйы урманлы күп төбәктәрендә һоро айыу (800-ләп баш) һәм һеләүһен (1000-ләп баш) бар. Урмандарҙа шулай уҡ төлкө, урман һыуһары, бурһыҡ, тейен күп. Йәнә урман көҙәне, аҫ, йәтсә, һыу буйҙарында шәшке, ҡама осрай. Терпе, туғырлама, төрткө күпләп йәшәй.

Ҡоштар донъяһы күпкә байыраҡ. Уның 331 төрө бар, 20-һе Эстонияла даими төйәкләнгән (60-лабы йыл әйләнәһенә йәшәй). Иң күп һанлылары һуйыр, сел (ылыҫлы урмандарҙа), ҡупырсыҡ (һаҙлыҡтарҙа), ҡор (аҡландарҙа), ҡашҡабаш, мөншөгөр, тартай, ҡамыш турғайы, һуна өйрәк һәм башҡа өйрәктәр (күлдәрҙә һәм диңгеҙ буйында), шулай уҡ һоро өкө, тумыртҡалар, һабантурғайҙар, торомтай айырыуса күп. Диңгеҙ бөркөтө, бөркөт, һунағара, ҙур һәм бәләкәй баҡраҡ бөркөт, кәлмәргән, аҡ һәм ҡара ҡауҙы, һоро торна кеүек һирәк осрай торған ҡоштар һаҡ аҫтына алынған. Көнбайыш архипелаг утрауҙарында ябай гага, ала өйрәк, ҡашыҡморон, беле, ҡарасабан, һоро ҡаҙ, аҡсарлаҡтар оя ҡора. Яҙ һәм көҙ йәйге ояларына йә тропик илдәргә ҡышлауға осҡандарында ҡоштар бигерәк күп була. Кеҫәрткенең 3 төрө, йыландың 2 төрө, шул иҫәптән ябай ҡара йылан осрай.

Сөсө һыу ятҡылыҡтарында һәм диңгеҙ яр буйы һыуҙарында балыҡтың 70-тән ашыу төрө (карптар, һөмбаштар, аҡ сабаҡ, күл сабағы, чуд сөгәһе, ҡорман, сабаҡ, алабуға, судак, суртан, шамбы, бағры, табан балыҡ, ҡара балыҡ, сазан, салака, килька, треска, камбала, диңгеҙ сөгәһе, йыланбалыҡ һ. б.) бар. Күбеһе промысла әһәмиәтенә эйә.

  1. ESTONICA. Энциклопедия об Эстонии. Природа. Дата обращения: 4 июнь 2013. Архивировано 4 июнь 2013 года. 2013 йыл 10 июнь архивланған.
  2. Отв. ред. М.И. Ростовцев. Эстония. // Советский Союз. Геогр. описание в 22 томах. — Москва: "Мысль", 1967. — С. 254 с. с илл., карт. и диагр.; 9 л. илл.; 1 л. карт..
  3. Под общ. ред. В.Е. Соколова, Е.Е. Сыроечковского. Заповедники Прибалтики и Белоруссии. // Заповедники СССР. — Москва: "Мысль", 1989. — С. 317[2] с. ил., карт. — ISBN 5-244-00317-8.