Эстәлеккә күсергә

Уғыҙ телдәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уғыҙ телдәре
Тел төрҙәре агглютинатив телдәр
Тасуирлау биттәре turkic.elegantlexicon.com/…
Карта распространения

Уғыҙ телдәре йәки көньяҡ-көнбайыш төрки телдәр — төрки телдәрҙең алты тармағының береһе[1]. Башлыса Көнбайыш Азияла һәм Үҙәк Азияла, шулай уҡ Көнсығыш Европала таралған.

Хәҙерге уғыҙ телдәре Алтай тел ғаиләһенә ҡараған төрки телдәрҙең иҫке уғыҙ теленән килеп сыҡҡан.

Ираника энциклопедияһына ярашлы, уғыҙ телдәренә төрөк, әзербайжан, Хөрәсән төркиһе, төркмән һәм афшар теле инә[2].

Уғыҙ телдәре, Британника энциклопедияһына ярашлы, өс төркөмгә бүлеп ҡарала: көнбайыш, көнсығыш һәм көньяҡ төркөмдәр. Көнбайыш төркөмгә төрөк теле (был телдә Төркиәлә, Төньяҡ Кипрҙа, Балҡанда һ.б. урындарҙа һөйләшәләр), әзербайжан (Әзербайжанда, Иранда һ.б. ерҙәрҙә һөйләшәләр) һәм [[ғағауз]] (Молдавияла, Болгарияла, Одесса өлкәһендә, Украинала һ.б. ерҙә һөйләшәләр) инә. Көнсығыш төркөмгә төркмән теле (Төркмәнстанда һәм күрше илдәрҙә һөйләшәләр) һәм хөрәсән төркиһе (төньяҡ-көнсығыш Иран) инә. Көньяҡ төркөмгә афшар теле һәм уға оҡшаш диалекттар инә (Иранда һәм Афғанстанда һөйләшәләр)[1].

Эске синыфлаштырыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уғыҙ телдәре төркөмөнә ингән телдәрҙең эске синыфтарын эшләү ауыр. Салар телен башҡа уғыҙ телдәре менән ҡаршы ҡуйып тикшерергә була, башҡа уғыҙ телдәренә иң яҡыны — төркмән теленең салыр һөйләше. Былар ҡасандыр бер типлы булған. Ҡалған уғыҙ телдәре, ғәмәлдә диалект континуумы барлыҡҡа килтерә, төркмән теленән әзеригә, әзеринән төрөк теленә күсә барған һөйләштәр бар. Ғағауз теле ғәҙәттә бәжнәк (печенег) теленең заманса рәүеше, ә төрөк теленә иң яҡыны әзербайжан теле тип һанала килде. Һуңғы өйрәнеүҙәр һөҙөмтәһендә төрөк һәм ғағауз телдәре XVII быуат башында, ә әзербайжан диалект зонаһы башлыса XVI быуатта айырылған тигән фараз барлыҡҡа килде[3] (әммә XIII быуатта айырыла башлай).

  1. 1,0 1,1 Энциклопедия Британника. Статья: Turkic languages

  2. Энциклопедия Ираника: Статья: AZERBAIJAN viii. Azeri Turkish

  3. История Востока. В 6 т. Т. 2. Восток в средние века. М., 2002.: "В XIV—XV вв. с началом формирования азербайджанского тюрко-язычного этноса возникает и его культура […] Даже этническая граница между турками и азербайджанцами установилась только в XVI в., да и тогда она ещё окончательно не определилась. "
  • Н. А. Баскаков. Тюркские языки. М., 1962 (переизд., М., 2006);
  • Тенишев Эдхям Рахимович (ред.). Сравнительно-историческая грамматика тюркских языков. Региональные реконструкции. М., 2002;
  • Языки мира. Тюркские языки. М., 1997, Бишкек, 1997.