Рәсәйҙең ауыл хужалығы
Рәсәйҙең ауыл хужалығы — Рәсәй иҡтисадының ҙур тармағы. Рәсәйҙең тулайым өҫтәлгән ҡиммәтендә ауыл хужалығының өлөшө — 4,5 % самаһы (2016)[1]. Ауыл хужалығында мәшғүлдәр һаны — яҡынса 9 % (2015)[2].
Рәсәйҙә ауыл хужалығы етештереүе күләме 2017 йылда 5,7 трлн һум (яҡынса $100 млрд) тәшкил итте. Төп тармаҡ — үҫемлекселек, уға ауыл хужалығы етештереүе күләменең 54 проценты тура килә, малсылыҡ өлөшө — 46 процент. Хужалыҡ итеү төрҙәре буйынса ауыл хужалығы етештереүе структураһы: ауыл хужалығы ойошмалары — 53 %, халыҡтың шәхси ярҙмасы хужалығы — 35 %, фермерҙар — 13 %[3].
Рәсәй ауыл хужалығы продукцияһы экспортлаусы булараҡ алдынғы урындарҙы биләй. Мәҫәлән, бойҙай экспортлау буйынса Рәсәй донъяла беренсе урында [4][5]. Рәсәйҙән аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы сеймалы экспортлау күләме 2018 йылда иң ҙур күрһәткескә — 25 млрд долларға — етте[6][7]. аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы сеймалы экспортлау өлөшө Рәсәйҙең тауарҙар экспортлау күләмендә 5 проценттан ашты[7].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылға тиклем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XX башында Рәсәй империяһында игенселек ауыл хужалығының өҫтөнлөклө тармағы була. Иген культуралары сәсеүлектәре бөтә сәсеүлектәрҙең 88,6 процентын алып тора. 1901—1913 йылдарҙа баҫыусылыҡ продукцияһының тулайым хаҡы 5 миллиард һум булһа, шуның 4 миллиарды (яҡынса $2.1 млрд) иген культураларына тура килә.
Бойҙай Рәсәйҙең төп экспорт статьяһы була. Мәҫәлән, 1913 йылда игендең удель ауырлығы бөтә экспорттың 47 процентын һәм ауыл хужалығы продукцияһы экспортының 57 процентын тәшкил итә. Бөтә тауар игененең яртыһынан ашыуы экспортҡа китә (1876—1888 — 42,8 %, 1911—1913 — 51 %). 1909—1913 йылдарҙа иген экспорты иң ҙур күләменә — 11,9 миллион тоннаға етә, шуның 4,2 миллион тоннаһы бойҙай, 3,7 миллион тоннаһы арпа була. Экспорттың 25 процентын Кубань бирә. Донъя баҙарында Рәсәйҙән иген экспорты бөтә донъя экспортының 28,1 процентын алып тора. Тулайым сәсеү майҙаны 80 миллион гектар (1913 йылда 105 миллион гектар) тәшкил итә, әммә иген культураларының уңышы донъяла иң түбәндәрҙең береһе була.
Тауар игенен башлыса (70 проценттан ашыуын) алпауыттар һәм хәлле крәҫтиәндәр үҫтерә. Тауар продукцияһында крәҫтиәндәрҙең төп массаһының (15-16 миллион шәхси крәҫтиән хужалығы) өлөшө 28 %, ә тауарлылыҡ өлөшө 15 % (алпауыттарҙың — 47 %, хәлле крәҫтиәндәрҙең — 34 %). Ауыл хужалығының энергетик ҡеүәте 23,9 миллион ат көсө (1 ат көсө = 0,736 квт) тәшкил итә, уның тик 0,2 миллионы ғына (1 проценттан да әҙерәге) — механик энергия. Крәҫтиән хужалыҡтарының энергия менән ҡоралланғанлығы 0,5 ат көсөнән артмай (1 хеҙмәткәргә), энергия менән тәьмин ителгәнлеге — 20 ат көсө (100 гектар сәсеүлеккә). Бөтә ауыл хужалығы эштәре тиерлек ҡул менән йә йәнле тартыу көсө менән башҡарыла. 1910 йылда крәҫтиән хужалыҡтары ҡарамағында 7,8 миллион һуҡа, 2,2 миллион ағас һабан, 4,2 миллион тимер һабан, 17,7 миллион ағас тырма була. Минераль ашламалар (башлыса сит илдәрҙән алына) 1 гектар сәсеүлеккә күп тигәндә 1,6 килограмм тура килә (алпауыт һәм кулак хужалыҡтарында).
Ауыл хужалығы экстенсив ысулдар менән алып барыла; ер эшкәртеүҙең һәм малсылыҡтың продуктлылығы бик түбән була (сағыштырыу өсөн: 1909—18 йылдарҙа игендең уртаса уңышы — гектарынан яҡынса 7,4 центнер, йылына 1 һыйырҙан алынған һөт — 1000 килограмм самаһы). Ауыл хужалығының артталығы, тәбиғәт шарттарына тулыһынса бойондороҡло булыуы арҡаһында уңышһыҙ йылдар йыш була, мал күпләп ҡырыла; уңышһыҙ йылдарҙа миллиондарса крәҫтиән хужалығын аслыҡ солғай.
Беренсе донъя һуғышы һәм Граждандар һуғышы илдең ауыл хужалығын ныҡ ҡаҡшата. 1917 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәп алыуы мәғлүмәттәре буйынса, ауылда эшкә яраҡлы ирҙәр һаны 1914 йылғы менән сағыштырғанда 47,4 процентҡа кәмей; төп тартыу көсө булған аттар һаны 20,9 миллиондан 12,8 миллионға тиклем ҡыҫҡара. Малдар, сәсеүлек майҙандары кәмей, ауыл хужалығы культураларының уңыш биреүсәнлеге түбәнәйә. Илдә ауыл аҙыҡ-түлек кризисы башлана.
Совет осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1923 йылда иген культуралары сәсеүлектәре 63,9 миллион гектар тәшкил итә. 1927 йылда бөтә сәсеүлектәр 112,4 миллион гектар була. Иген культураларының уртаса уңышы 1924—1928 йылдарҙа гектарынан 7,5 центнер тәшкил итә.
1927 йылдың декабрендә ВКП(б)-ның XV съезында ауыл хужалығын коллективлаштырыуға йүнәлеш алына. 1938 йылға крәҫтиән хужалыҡтарының 93 проценты һәм сәсеүлектәрҙең 99,1 проценты коллективлаштырыла. Ауыл хужалығының энергетик ҡеүәттәре 1928—40 йылдар эсендә — 21,3 миллион ат көсөнән 47,5 миллион ат көсөнә; 1 хеҙмәткәргә иҫәпләгәндә — 0,4-тән 1,5 ат көсөнә, сәсеүлектең 100 гектарына ҡарата — 19-ҙан 32 ат көсөнә етә. Ауыл хужалығы техникаһы индереү, квалификациялы кадрҙар һанын үҫтереү арҡаһында етештереү ныҡлы арта. 1940 йылда ауыл хужалығының тулайым продукцияһы 1913 йыл менән сағыштырғанда 41 процентҡа үҫә; ауыл хужалығы культуралары уңышы, малдарҙың продуктлылығы күтәрелә. Колхоздар һәм совхоздар төп ауыл хужалығы етештереүсеһе була.
1978 йылда РСФСР-ҙа совет осоро өсөн рекордлы 127 миллион тонна иген уңышы алына.
1986 йылда РСФСР-ҙа 30,9 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө, 43,5 миллион тонна картуф, 3,0 миллион тонна көнбағыш йыйып алына, 52,6 миллион тонна һөт, 8,9 миллион тонна ит етештерелә[8].
1990-сы йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990-сы йылдарҙа Рәсәйҙә ауыл хужалығы көслө кризис кисерә. 1998 йылда Рәсәйҙә ауыл хужалығы 1989 йыл кимәленең 53 процентын ғына тәшкил итә[9]. Айырыуса малсылыҡ бирешә, ит етештереү 2 тапҡырға кәмей.
1999 йылдан ауыл хужалығында үҫеш башлана [9].
2000-се йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2001/2002 йылдарҙа Рәсәй күп йылдарға беренсе тапҡыр ҙур ғына күләмдә — 7 миллион тоннанан ашыу — иген экспортлай. Рәсәй бойҙай экспортлау буйынса — алдынғы 10 ил, арпа буйынса алдынғы 5 ил араһына инә[10].
2002 йылда ер реформаһы сиктәрендә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе һатырға/һатып алырға рөхсәт иткән закон ҡабул ителә[11].
2003 йылда ит импортҡа квроталар индерелә. Был Рәсәйҙә ит малсылығын үҫтереүгә юл аса[12].
2006 йылда Рәсәйҙә «Агросәнәғәт комплексын үҫтереү» өҫтөнлөклө милли проекты тормошҡа ашырыла башлай, ул ауыл хужалығы етештереүселәренә дәүләттең етди ярҙам күрһәтеүе юлы менән ауыл хужалығын үҫтереүгә йүнәлтелә.
2000-се йылдар йомғағы буйынса Рәсәйҙең ауыл хужалығы 42 процентҡа үҫә. Үҫемлекселек йылдам күтәрелә (57 %), етештереү күләме буйынса тармаҡ 1990-сы йылдар кризисын тулыһынса еңә. Малсылыҡ 27 процентҡа үҫә[9] Етештереү структураһы яҡшыра: продукция күләмендә ауыл хужалығы ойошмаларының һәм фермерҙарҙың өлөшө 45 проценттан 53 процентҡа тиклем арта.[13] Рәсәй аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы сеймалы экспорты 10 тапҡырға арта һәм 2009 йылда $9,97 миллиард тәшкил етә.[14].
2010-сы йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2014 йылда Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек экспорты, иң юғары кимәлгә етеп, 18,9 миллиард доллар тәшкил итә[15].
2015 йылда ауыл хужалығы 2,6 процентҡа үҫә[9]. Ит етештереү совет осоронан һуңғы иң юғары кимәлде яулай[16].
2016 йылда ауыл хужалығы етештереүенең үҫеш тиҙлеге 4,4 процентҡа арта[9]. Хҙерге Рәсәй тарихында игендең (119 миллион тонна), шул иҫәптән — бойҙай, кукуруз, ҡарабойҙай, соргоның, шулай уҡ шәкәр сөгөлдөрө, соя, йәшелсәнең рекордлы уңышы алына[17][18][19]. Йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй, бойҙай экспортлау буйынса АҠШ-ты һәм Канаданы үтеп, донъяла тәүге тапҡыр 1-се урынды ала. Сит илдәргә 25 миллион тонна бойҙай һатыла, был элгәрге йылдан 14 процентҡа күберәк була[20]. Шәкәр сөгөлдөрөнән ҙур уңыш алынып, Рәсәй донъяла эре шәкәр экспортлаусыға әүерелә[21]. Рәсәй йәнә кориандр экспортлау буйынса донъяла 1-се урынды ала[22]. Рәсәй соя етештереү буйынса ла тәүләп донъяның алдынғы 10 иле араһына инә.
2016 йылда аҙыҡ-түлек экспорты 2015 йыл менән сағыштырғанда 4 процентҡа арта һәм 17 миллиард долларға етә[23]. Ауыл хужалығы продукцияһы һәм аҙыҡ-түлек экспорты күләме ҡорал экспорты күләменән артып китә (15,3 миллиард доллар)[24]. Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу үткәрелә.
2017 йылда ауыл хужалығының әүҙем үҫеше дауам итә. Ауыл хужалығы етештереүе индексы 2,4 процентҡа үҫә. Иген культураларынан рекордлы уүыш алына (134 миллион тоннанан ашыу)[25][26][27]. Рәсәйҙән агропродукция экспорты рекордлы $20,7 миллиардҡа етә[28][7]. 2017/2018 ауыл хужалығы йылы йомғаҡтары буйынса Рәсәй донъяла иген экспортлау күләме буйынса тәүге тапҡыр 2-се урынды (элгәрге йылда 4-се урында була) һәм бойҙай экспорты буйынса йәнә 1-се урынды ала[26][29].
2018 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең аграр экспорты сираттағы рекордты ҡуя — 25 миллиард доллар (элгәрге йылға ҡарата +20 %)[30].
2019 йылдың февралендә Росстат 2018 йылда Рәсәйҙә иген экспортлау баһаһын 113,255 миллион тоннаға тиклем арттыра (Ауыл хужалығы министрлығының ғинуарҙарғы баһаһы — 110 миллион тоннаға тиклем). Шул уҡ ваҡытта бойҙай экспортлау күләме (2018 йылдың октябренә алынған мәғлүмәттәр буйынса һәм Евразия иҡтисади берлеге илдәре менән сауҙаны иҫәпкә алмайынса) 18 миллион тоннанан ашыу (элгәрге йылдан 17 процентҡа артыҡ) тәшкил итә[31].
Тармаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҫемлекселек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ил территорияһының ҙур өлөшө төньяҡ зонала булғанлыҡтан, ауыл хужалығы ерҙәренә Рәсәйҙең дөйөм майҙанының 13 проценты ғына (шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 8 процент) тура килә[32]. Донъялағы бөтә һөрөнтө ерҙәрҙең 10 проценты Рәсәй территорияһында урынлашҡан. Рәсәйҙә бөтә һөрөнтө ерҙәрҙең 4/5 өлөшө Үҙәк Волга буйына, Төньяҡ Кавказға, Уралға һәм Көнбайыш Себергә тура килә. Ауыл хужалығы ерҙәренең күп өлөшө (70 %) илдең Европа өлөшөндә (шул иҫәптән Волга буйы иҡтисади районында — 18,7 %, 16,2 — Урал, 11,5 — Төньяҡ Кавказ иҡтисади районында), ә Урал аръяғында Көнбайыш Себер иҡтисади районы айырылып тора — 16,3 %[33]. 2016 йылғы ауыл хужалығы иҫәп алыуына ярашлы, Рәсәйҙәге ауыл хужалығы ерҙәренең 44 проценты файҙаланылмай[34][35].
Сәсеүлек майҙандарының ҙур өлөшө иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары (2015 йылда 59 %), шул иҫәптән бойҙай — 34 %, арпа — 11 %, һоло — 4 %, кукуруз — 3 %, игеү өсөн файҙаланыла. Ҡалғанын мал аҙығы культуралары (21 %), техник культуралар (16 %), картуф һәм йәшелсә-баҡса культуралары (4 %) биләй[36].
Төп ауыл хужалығы культуралары[17]:
- иген (2016 йылда тулайым йыйымы — 119 млн тонна, донъяла 4-се урын)[37][38]
- шәкәр сөгөлдөрө (48 млн тонна, донъяла 1-се урын)[41]
- көнбағыш (11 млн тонна, донъяла 2-се урын)[42]
- соя (3,2 млн тонна)
- картуф (31 млн тонна, донъяла 3-сө урын)[37][43]
- йәшелсә (16 млн тонна)
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
РСФСРҙа һәм РФ-та сәсеү майҙандары: | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
йыл | 1940 | 1945 | 1950 | 1970 | 1990 | 1995 | 2000 | 2005 | 2010 | 2015 | ||
мең км² | 920,76 | 670,61 | 889,52 | 1219,12 | 1177,1 | 1025,4 | 854,19 | 758,37 | 751,88 | 793,19 | ||
Источник:[49][50][51][52] |
Малсылыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙә ит-һөт һәм ит-йөн малсылығы үҫеш кисерә.
Малсылыҡ продукцияһының Рәсәйҙә етештерелгән төп төрҙәре:[16]
- ит (2015 йылда 9,6 млн тонна етештерелгән, донъяла 4-се урын)[37] (2016 йылда 9 929,0 мең тонна)
- һыйыр ите (1,6 млн тонна) (2016 йылда 1 623,5 мең тонна)
- сусҡа ите (3,1 млн тонна) (2016 йылда 3 388,4 мең тонна)
- ҡош ите (4,5 млн тонна) (2016 йылда 4 630,9 мең тонна)
- иттең башҡа төрҙәре (0,3 млн тонна) (2016 йылда 76,4 мең тонна). 2016 йылда һуйылған һарыҡ һәм кәзә ите 209,7 мең тонна етештерелгән (тере ауырлыҡта 465,8 мең тонна), 2015 йылда — 204,5 мең тонна
- һөт (30,8 млн тонна)
- йомортҡа (42,6 млрд дана)
- йөн (56 мең тонна)
- бал (68 мең тонна)
2016 йылда ит етештереүҙә ҡош ите өҫтөнлөк итә — 46,6 %, сусҡа ите — 34,1 %, һыйыр ите — 16,4 %, һарыҡ һәм кәзә ите — 2,1 %, башҡа ит төрҙәре — 0,8 %. Быға тиклем 15 йыл элек, 2001 йылда, ҡош итенең өлөшө (19,8 %) һыйыр ите (42,0 %) һәм сусҡа ите (33,8 %) өлөшөнән кәмерәк була. Сусҡа ите етештереү күп йылдар дауамында сағыштырмаса тотороҡло күләмдә ҡала (32-34 %)[53].
Һуғымға мал һәм ҡош-ҡорт (һуйылған ауырлыҡта) | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Йыл | Бөтәһе | Һыйыр малы | Сусҡа | Һарыҡ-кәзә | Ҡош-ҡорт | Һөт | Йомортҡа (млн.дана) | Йөн (физик ауырлыҡта, тонна) | Бал (тонна) |
2015 | 9565,2 | 1649,4 | 3098,7 | 204,5 | 4535,5 | 30796,9 | 42571,7 | 55644 | 67736 |
2014 | 9070,3 | 1654,1 | 2973,9 | 203,9 | 4161,4 | 30790,9 | 41860,0 | 56409 | 74868 |
2013 | 8544,2 | 1633,3 | 2816,2 | 190,0 | 3830,9 | 30528,8 | 41286,0 | 54651 | 68446 |
2012 | 8090,3 | 1641,5 | 2559,5 | 190,4 | 3624,8 | 31755,8 | 42032,9 | 55253 | 64898 |
2011 | 7519,5 | 1625,5 | 2427,6 | 189,0 | 3204,2 | 31645,6 | 41112,5 | 52575 | 60010 |
2010 | 7166,8 | 1727,3 | 2330,8 | 184,6 | 2846,8 | 31847,3 | 40599,2 | 53521 | 51535 |
2009 | 6719,5 | 1740,6 | 2169,5 | 182,6 | 2555,1 | 32570,0 | 39428,8 | 54658 | 53598 |
2008 | 6268,1 | 1768,7 | 2042,1 | 174,2 | 2216,7 | 32362,6 | 38057,7 | 53491 | 57440 |
2007 | 5790,1 | 1699,2 | 1929,7 | 167,9 | 1925,3 | 31988,4 | 38208,3 | 52024 | 53670 |
2006 | 5278,1 | 1721,5 | 1699,2 | 156,3 | 1632,1 | 31339,1 | 38216,3 | 50276 | 55678 |
2005 | 4989,5 | 1809,2 | 1569,1 | 154,1 | 1387,8 | 31069,9 | 37139,7 | 48800 | 52469 |
2004 | 5046,4 | 1953,9 | 1685,8 | 144,8 | 1192,2 | 31861,2 | 35900,7 | 47359 | 52964 |
2003 | 4993,3 | 2002,3 | 1742,6 | 134,4 | 1047,7 | 33315,5 | 36625,2 | 44988 | 48495 |
2002 | 4732,8 | 1967,4 | 1608,3 | 136,1 | 955,7 | 33462,2 | 36377,8 | 42870 | 49700 |
2001 | 4477,4 | 1878,6 | 1514,7 | 134,2 | 885,7 | 32874,1 | 35241,7 | 40515 | 52960 |
2000 | 4445,8 | 1897,9 | 1578,2 | 140,3 | 767,5 | 32259,0 | 34084,7 | 40088 | 54248 |
1999 | 4313,0 | 1867,6 | 1485,0 | 143,6 | 748,1 | 32273,6 | 33134,6 | 40234 | 51034 |
1998 | 4702,8 | 2246,5 | 1504,9 | 178,2 | 690,2 | 33255,2 | 32744,2 | 47883 | 49554 |
1997 | 4853,9 | 2394,9 | 1545,5 | 199,3 | 630,3 | 34135,6 | 32198,7 | 60768 | 48756 |
1996 | 5335,8 | 2630,0 | 1705,2 | 229,7 | 689,6 | 35818,9 | 31902,3 | 76930 | 46228 |
1995 | 5795,8 | 2733,5 | 1865,4 | 261,3 | 859,2 | 39240,7 | 33830,2 | 93012 | 57748 |
1994 | 6803,3 | 3240,2 | 2103,5 | 315,5 | 1068,4 | 42176,2 | 37476,6 | 122166 | 43899 |
1993 | 7512,9 | 3358,8 | 2432,1 | 359,2 | 1276,8 | 46524,0 | 40297,1 | 158390 | 52747 |
1992 | 8260,3 | 3631,5 | 2783,5 | 329,4 | 1427,8 | 47236,0 | 42902,1 | 178640 | 49556 |
1991 | 9375,2 | 3989,0 | 3189,7 | 347,4 | 1750,9 | 51885,5 | 46874,9 | 204497 | 48433 |
1990 | 10111,6 | 4329,3 | 3480,0 | 395,0 | 1801,0 | 55715,3 | 47469,7 | 226743 | 46091 |
Ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Картуф | Йәшелсә һәм аҙыҡ-түлек баҡса культуралары | Еләк-емеш | Ит һәм иткә күсереп иҫәпләнгән ит аҙыҡтары | Һөт һәм һөткә күсереп иҫәпләнгән һөт аҙыҡтары | Йомортҡа һәм йомортҡа аҙыҡтары | Шәкәр | Үҫемлек майы | Иген аҙыҡтары (икмәк һәм макарон ризыҡтары онға әйләндереп иҫәпләгәндә, он, ярма һәм ҡуҙаҡлылар) |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
2015 | 112 | 111 | 61 | 73 | 239 | 269 | 39 | 13,6 | 118 |
2014 | 111 | 111 | 64 | 74 | 244 | 269 | 40 | 13,8 | 118 |
2013 | 111 | 109 | 64 | 75 | 248 | 269 | 40 | 13,7 | 118 |
2012 | 111 | 109 | 61 | 74 | 249 | 276 | 40 | 13,7 | 119 |
2011 | 110 | 106 | 60 | 71 | 246 | 271 | 40 | 13,5 | 119 |
2010 | 104 | 101 | 58 | 69 | 247 | 269 | 39 | 13,4 | 120 |
2009 | 112 | 102 | 55 | 66 | 244 | 260 | 37 | 13,0 | 118 |
2008 | 111 | 99 | 53 | 66 | 242 | 252 | 39 | 12,7 | 119 |
2007 | 108 | 93 | 51 | 61 | 240 | 255 | 39 | 12,7 | 120 |
2006 | 110 | 90 | 48 | 58 | 237 | 256 | 39 | 12,5 | 121 |
2005 | 109 | 87 | 46 | 55 | 234 | 250 | 38 | 12,1 | 121 |
2004 | 108 | 85 | 43 | 54 | 232 | 243 | 37 | 11,6 | 119 |
2003 | 109 | 84 | 39 | 52 | 231 | 246 | 36 | 11,0 | 120 |
2002 | 106 | 80 | 39 | 50 | 227 | 244 | 36 | 10,5 | 121 |
2001 | 109 | 81 | 35 | 47 | 219 | 235 | 35 | 10,4 | 120 |
2000 | 109 | 79 | 32 | 45 | 215 | 229 | 35 | 9,9 | 117 |
1999 | 108 | 79 | 27 | 45 | 214 | 221 | 34 | 9,3 | 119 |
1998 | 114 | 74 | 30 | 48 | 220 | 217 | 33 | 8,8 | 117 |
1997 | 122 | 76 | 33 | 50 | 230 | 211 | 33 | 8,4 | 118 |
1996 | 123 | 74 | 31 | 51 | 233 | 208 | 33 | 8,0 | 118 |
1995 | 124 | 76 | 29 | 55 | 254 | 216 | 32 | 7,5 | 122 |
1994 | 123 | 68 | 28 | 57 | 281 | 238 | 31 | 6,7 | 124 |
1993 | 127 | 71 | 29 | 59 | 294 | 251 | 31 | 7,0 | 123 |
1992 | 118 | 77 | 32 | 60 | 282 | 263 | 30 | 6,7 | 125 |
1991 | 113 | 86 | 35 | 69 | 347 | 288 | 38 | 7,8 | 121 |
1990 | 106 | 89 | 35 | 75 | 387 | 297 | 47 | 10,2 | 120 |
Экспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙән экспортланған аҙыҡ-түлек араһында 2016 йылда иң ҙур өлөштө бойҙай биләй — 27,7 %, артабан туңдырылған балыҡ — 12,9 %, көнбағыш майы — 9,5 % һәм кукуруз — 5,6 %[56].
Рәсәйҙән аҙыҡ-түлек импортлаусы төп илдәр (2016 йыл мәғлүмәттәре буйынса): Ҡытай (10 %), Төркиә (9 %), Мысыр(8 %), Көньяҡ Корея (8 %), Ҡаҙағстан (7 %)[57].
И. Ю. Смирнов баһаһы буйынса, бойҙайҙы 125 млн тонна тулайым йыйғанда, Рәсәй, алға киткән илдәрҙәге аҙыҡ-түлек тәьминәте кимәленә ярашлы, 160-тан 200 миллионға тиклем кешене туйҙыра ала[58].
Төбәктәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙә федераль округтар буйынса ауыл хужалығы етештереүе структураһы (2015 йылға ҡарата):[59]
- Үҙәк федераль округ — 26 %
- Волга буйы федераль округы — 23 %
- Көньяҡ федераль округ — 16 %
- Себер федераль округы — 12 %
- Төньяҡ Кавказ федераль округы — 8 %
- Төньяҡ-Көнбайыш федераль округы — 5 %
- Алыҫ Көнсығыш федераль округы — 3 %
- Ҡырым федераль округы — 1 %
Федерация субъекттары араһында ауыл хужалығы етештереүе лидерҙары — Краснодар крайы, Ростов өлкәһе һәм Белгород өлкәһе.[59]
Алтай крайында иген, һөт, ит етештерелә, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, майлы етен, оҙон етен, ҡомалаҡ, рапс һәм соя үҫтерелә.
2010 йылда Алтай крайы Себер федераль округы төбәктәре араһында ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса алдынғы урынды биләй, округта төбәктең продукцияһы 23 % тәшкил итә. 2008 йыл мәғлүмәттәре менән сағыштырғанда крайҙа ауыл хужалығы етештереүе индексы — 119,2 %[60].
Йәшелсә һәм картуф үҫтереү крайҙың бөтә территорияһында таралған, әммә Барнаул, Бийск һәм Рубцовск тирәһендәге махсуслашҡан хужалыҡтарҙа нығыраҡ тупланған. «Сады Алтая» берекмәһе хужалыҡтары емеш-еләкте сәнәғәт күләмендә етештерә. 1954—1960 йылдарҙа крайҙа 3 млн га тирәһе сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәр үҙләштерелә. Бөгөн бөтә ер майҙаны 16 млн гектар булһа, шуның 40 процентын ауыл хужалығы ерҙәре алып тора. Күпселек ауыл хужалығы етештереүселәренең иҡтисади хәле насарланыу арҡаһында 125,3 мең гектар һөрөнтө ер эшкәртелмәй һәм ҡалдау ер тип иҫәпләнә[61].
Рәсәй иҡтисадында край мөһим ауыл хужалығы төбәге булып тора (Рәсәйҙең тулайым ауыл хужалығы продукцияһының 7 проценты, Рәсәйҙә 1-се урын). Краснодар крайы — бойҙайҙың тулайым йыйымы (дөйөм Рәсәйҙәгенең 10 проценты) һәм шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү (17,3 процент) лидеры, көнбағыш (15 процент) һәм виноград шараптары (37 процент) етештереү алдынғыларының береһе[62].
2014 йылдың 1 июленә бөтә төр хужалыҡтарҙа 554,2 мең баш һыйыр малы була, был унан алдағы йылдан 19,1 мең башҡа, йәки 3,3 процентҡа кәмерәк.[63].
2014 йылдың 1 июленә крайҙа 13,1 мең крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм ауыл хужалығы етештереүе менән шөғөлләнгән индивидуаль эшҡыуар була, уларҙағы мал һаны: 39,7 баш һыйыр малы, йәки 2013 йылдың шул мәленә ҡарата 105,3 %, шул иҫәптән 14,8 мең баш һыйыр, йәки 103,4 %, 4,0 мең баш сусҡа, йәки 30,5 %, 40,1 мең баш һарыҡ-кәзә, йәки 106,1 %, 700,0 мең баш ҡош-ҡорт, йәки 100,1 %[64].
Хаҡы буйынса баһалағанда, үҫемлекселек продукцияһы өҫтөнлөк итә (56 %). Ауыл хужалығы майҙандары яҡынса 584 мең гектар тәшкил итә. Ауыл хужалығында ҡулланылған ерҙәрҙең 46 проценты — һөрөнтө ерҙәр. Өлкә ер эшкәртеүҙең ышанысһыҙ зонаһына инә. Төп культуралар — картуф һәм йәшелсә, сөнки өлкәлә тупраҡтар башҡа культураларҙы үҫтереүгә яраҡлы түгел. Үҫемлекселек өлкәнең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән. Төп ауыл хужалығы районы — өлкәнең көньяғында.
Малсылыҡта төп тармаҡ — һөт-ит малсылығы. Киң таралған юғары продуктлы холмогор тоҡомо нәҡ Архангел өлкәһендә сығарылған. Өлкәлә шулай уҡ сусҡа, һарыҡ, кәзә, ҡош-ҡорт, болан (төньяғында) үрсетелә. Өлкәлә кейекселек тармағы бар, диңгеҙ йәнлектәрен аулау кәсебе үҫешкән.
Башҡортостан Рәсәйҙә һыйыр малы, йылҡы һаны, бал һәм һөт етештереү буйынса — беренсе, картуф етештереү буйынса — икенсе, ит буйынса — өсөнсө, сусҡа һаны буйынса — бишенсе, һарыҡ-кәзә һаны буйынса — алтынсы, йомортҡа етештереү буйынса — һигеҙенсе, иген етештереү буйынса — ун беренсе урында[65].
Ауыл хужалығында игенселек-малсылыҡ йүнәлеше өҫтөнлөк итә. Бойҙай, арыш, һоло, арпа (иген культуралары) һәм шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш (техник культуралар) игелә. Республикала ит-һөт малсылығы, ит-йөн һарыҡсылығы, ҡошсолоҡ, йылҡысылыҡ, ҡымыҙсылыҡ һәм умартасылыҡ үҫешкән.
Рәсәйҙә башҡорт балы киң билдәле. Бал ҡорто күстәре, тауар балы етештереү, умартасылыҡта ғилми эшләнмәләр буйынса Башҡортостан илдә беренсе урынды биләй[65].
2010 йылда Белгород өлкәһенең бөтә Рәсәйҙәге ит етештереүгә индергән өлөшө — 11 проценттан ашыу, сусҡа ите буйынса — 14 процент, ҡош-ҡорт ите етештереүҙәге өлөшө 16,5 процент тәшкил итә. Өлкәлә ит йән башына иҫәпләгәндә уртаса илдәгенән 9,4 тапҡырға күберәк етештерелә. Йән башына ит ҡулланыу күләме буйынса ул Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урынды тота (бер кешегә 325 кг)[66][67].
Үҫемлекселектә, ит-һөт малсылығында һәм ҡошсолоҡта махсуслаша. Ауыл хужалығының төп тармағы — һөт-ит малсылығы. Һыйыр малы, сусҡа, һарыҡ, кәзә үрсетелә. Йылҡысылыҡ (владимир йөк аттары) үҫеш кисерә. Ауыл хужалығы майҙандары — 930,9 мең га (ер фондының 32,1 %), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 66,8 %. Сәсеүлектәр 476,5 мең га тәшкил итә, шуның 58,7 процентын — мал аҙығы культуралары, 29 процентын иген культуралары биләй. Бойҙай, арыш, арпа, һоло игелә. 25-ләп махсуслашҡан предприятие тоҡом малсылығы менән шөғөлләнә. Балыҡсылыҡ хужалыҡтары (иң эреһе — «Ворша») бар, умарталыҡтар күп.
Воронеж өлкәһендә иген (башлыса бойҙай), шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш һәм башҡа техник культуралар, картуф һәм йәшелсә үҫтерелә. Дөйөм алғанда ауыл хужалығының төп тармаҡтары — шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш һәм иген культуралары игеү, ит-һөт малсылығы, сусҡасылыҡ, һарыҡсылыҡ. Ярма етештереү буйынса йән башына уртаса коэффициент — 2,4 (2002 йыл мәғлүмәте).
Ит етештереү: [68]
- 1678 йыл башына — 8,9 мең тонна
- 1996 йылдың ғинуар-феврале — 12,2 мең тонна.
Ауыл хужалығының төп тармағы — ит-һөт малсылығы, өлкәлә шулай уҡ етенселек, картуф үҫтереү һәм урмансылыҡ хужалығы менән шөғөлләнәләр.
2006 йылда өлкәлә бөтәһе 80,5 мең тонна иген, 278,9 мең тонна картуф, 123,1 мең тонна йәшелсә, 34 мең тонна тере ауырлыҡта мал һәм ҡош ите, 189 мең тонна һөт, 304,8 миллион дана йомортҡа етештерелгән.
2006 йылда 7,9 млрд һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештерелгән (2005 йылғынан 8,4 %-ҡа артыҡ).
Ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса Ингушетия Рәсәйҙә 37-се урынды биләй[69]. Төп ауыл хужалығы культуралары — иген культуралары, көнбағыш, йәшелсә, картуф. Шулай уҡ виноградсылыҡ һәм тәмәке үҫтереү тармағы ярайһы уҡ үҫешкән. Кукуруз, бойҙай, һоло, арпа, шәкәр сөгөлдөрө игелә[70]. Республикала 900-ләп крәҫтиән фермер хужалығы эшләй. Ауыл хужалығы ерҙәре — 222,2 мең га, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 112,2 мең га, күп йыллыҡ үҫемлекле майҙандар — 2,5 мең га, сабынлыҡтар — 9,6 мең га, көтөүлектәр 97,9 мең га тәшкил итә. Республикала 115 эре һәм уртаса ауыл хужалығы предприятиеһы бар[69].
Ауыл хужалығы ерҙәре территорияһы — 2,69 млн га, һөрөнтө ерҙәр — 1,88 млн га. Өлкә ер эшкәртеүҙең ышанысһыҙ зонаһына инә. Өлкәлә башлыса иген культуралары үҫтерелә, малсылыҡ, болан үрсетеү, кейекселек, тире кәсебе, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнәләр. Ауыл хужалығы продукцияһының яҡынса яртыһын (46 %) малсылыҡ бирә. Ауыл хужалығы продукцияһы менән үҙен өлкә яртылашҡа тәьмин итә, аҙыҡ-түлек башҡа төбәктәрҙән килтерелә.
Өлкәлә 207 ауыл хужалығы ойошмаһы, 3238 крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм 176,6 мең шәхси ярҙамсы хужалыҡ бар. Иркутск өлкәһе өлөшөнә ауыл хужалығы продукцияһының Рәсәйҙә 1,5 проценты һәм Себер федераль округында 8,9 проценты тура килә.
Төп ауыл хужалығы тармағы — малсылыҡ, башлыса ит-һөт йүнәлешле. Ауыл хужалығы культураларынан иген культуралары, картуф, етен һәм йәшелсә үҫтерелә. Иген культураларынан ужым арышы һәм фураж культуралары өҫтөнлөк итә. Малсылыҡ проукцияһының 20 процентлабы өлкәнән ситкә сығарыла.
Ауыл хужалығына ҡала яны махсуслашыуы хас. Төп тармаҡтар — ит-һөт малсылығы, картуфсылыҡ һәм йәшелсәселек. Малсылыҡ продукцияһы үҫемлекселектекенә ҡарарғанда күберәк етештерелә. Өлкәлә һөт тоҡомло (айршир, ҡара-сыбар, йәғни голштинлаштырылған) һыйыр малын яҡшыртыу, үрсетеү һәм үҫтереү буйынса 60-тан ашыу тоҡомсолоҡ заводы эшләй.
Картуф һәм йәшелсәнең ҙур өлөшөн халыҡтың шәхси ярҙамсы хужалыҡтары бирә. Өлкәлә иген культураларынан арпа, арыш, һоло үҫтерелә, улар башлыса малға һәм ҡош-ҡортҡа ашатыу өсөн тотонола.
Ҡошсолоҡ фабрикаларында ҡош ите һәм йомортҡа етештереү буйынса өлкә Рәсәйҙә алдынғы урындарҙы биләй.
Өлкәлә 6 эре ҡатнаш аҙыҡ заводы эшләй. Иң ҙуры — Гатчина ҡатнаш аҙыҡ заводы.
Өлкәлә кейекселек үҫешкән.
2006 йылдың 1 июленә бөтә категорияларға ҡарарған ауыл хужалығы ерҙәре 640 мең га тәшкил итә, шуның 337 меңе — һөрөнтө ерҙәр[71]. Өлкәлә 200-ҙән ашыу эре һәм уртаса ауыл хужалығы предприятиеһы бар (элекке совхоздар, хәҙер — акционерҙар йәмғиәттәре). Фермер хужалыҡтарының һаны — 6000-дән ашыу.
Уңайлы климат шарттары, ҡара тупраҡлы баҫыуҙар үҫемлекселекте үҫтереүгә этәргес бирә. Ауыл хужалығы ерҙәре 1,8 млн гектарҙан ашыу, шуларҙың 80 проценттан ашыуы — һөрөнтө ерҙәр. 22,3 мең гектарҙы емеш-еләк баҡсалары биләй, башлыса алма, груша, слива үҫтерелә. Өлкәлә 300-ләп ауыл хужалығы предприятиеһы булып, улар башлыса иген культуралары, көнбағыш, картуф үҫтерә, һыйыр малы, сусҡа, ҡош-ҡорт үрсетә.
Мәскәү өлкәһе территорияһында ауыл хужалығының үҫемлекселек һәм малсылыҡ йүнәлештәре алып барыла. Өлкә территорияһының 40 процент самаһы ауыл хужалығында файҙаланыла. Ауыл хужалығына ҡала яны махсуслашыуы хас. Сәсеү мйаҙандарының ҙур өлөшө (биштән өс өлөштән күберәге) мал аҙығы культуралары үҫтереү өсөн тотонола. Ҙур майҙандарҙа бойҙай, арпа, һоло, арыш игелә. Төбәктә картуф күпләп үҫтерелә. Йылытмаларҙа йәшелсә үҫтереү таралған. Мәҫәлән, Московский ҡалаһында Европалағы иң ҙур йылытма комплексы урынлашҡан. Шулай уҡ сәскәләр, бәшмәк (шампиньоны һ.б.) үҫтерелә. Малсылыҡ үҫемлекселеккә ҡарағанда нығыраҡ өҫтөнлөк итә; башлыса ит һә һөт етештереүгә йүнәлеш алған. Һыйыр малынан тыш, бөтә ерҙә сусҡа һәм тауыҡ үрсетелә.
Ауыл хужалығы рентабелле (2005 йыл) — 10,2 %, шул иҫәптән:
- һөт етештереү — 15 %
- сусҡа ите — 34 %
- ҡош ите — 40 %
- йомортҡа — 31 %
- картуф — 8 %
- ябыҡ грунтта йәшелсә — 19 %
- асыҡ грунтта йәшелсә — 23 %.
Өлкә ауыл хужалығы предприятиеларының 90 проценты һөтсөлөк йүнәлешендә эшләй.
Ростов өлкәһендә ҡара тупраҡлы ерҙәр 65 % майҙанды биләй.
Ауыл хужалығы тулайым продукцияһының 60 %-тан ашыуы үҫемлекселек тармаҡтарына тура килә. Сәсеүлектәрҙең яртыһын тиерлек иген культуралары биләй. Төп иген культураһы — ужым бойҙайы. Кукуруз, дөгө, тары, ҡарабойҙай һәм башҡа ярма культуралары, соя сәсеүлектәре киң таралған.
Көнбағыш — төп техник культура. Емеш-еләк баҡсасылығы һәм виноградсылыҡ сәнәғәт нигеҙендә үҫтерелә. Йәшелсәселек ҙур майҙандарҙы алып тора. Малсылыҡта өлкә хужалыҡтары ит һәм һөт малсылығы, һарыҡсылыҡ, йылҡысылыҡ һәм ҡошсолоҡ тармаҡтарына өҫтөнлөк бирелә.
2016 йылда Мордва Республикаһының агросәнәғәт комплексы рекордлы ҡаҙаныштарға өлгәшә.
2016 йылда республикала 1 миллион 300 мең тоннанан ашыу иген, шул иҫәптән 190 мең тонна кукуруз йыйып алына. Иген культуралары гектарынан 30 центнерлап уңыш бирә. Был — Волга буйы федераль округында иң яҡшы һөҙөмтә.
Шәкәр сөгөлдөрөнөң тулйым йыйымы — 1160 мең тонна, гектар ҡеүәте 470 центнер тәшкил итә. Был да — округ төбәктәрендәге иң яҡшы һәм Рәсәйҙә 9-сы күрһәткес. Йәшел борсаҡтың уңышы гектарынан 33,6 центнер, тулайым йыйымы 5,3 тонна тәшкил итә. 18 миллион шартлы банка йәшел борсаҡ консервалана, был 2015 йыл киамәленән 30 процентҡа күберәк. Ябыҡ грунтта 15 мең тонна йәшелсә үҫтерелә (үткән йылғынан 12 процентҡа артыҡ).
Республика ауыл хужалығы продукцияһы күләме буйынса Рәсәй төбктәренең алдынғы өсөһө иҫәбенә инә.
2011 йылда ауыл хужалығы ерҙәренең сәсеү майҙандары 3082,6 мең гектар тәшкил итә.
2011 йылда сәсеү майҙандары күләме:
№ | Культура | Майҙаны |
---|---|---|
1 | иген культуралары | 1647,3 |
2 | техник культуралар | 242,7 |
3 | картуф | 80,9 |
4 | йәшелсә | 12,2 |
5 | мал аҙығы культуралары | 1099,5 |
2013 йылдың 1 мартына 1083,3 мең баш һыйыр малы була, шуның 402,6 меңе — һыйыр, сусҡа һаны — 683,0 мең баш, һарыҡ-кәзә — 397,4 мең баш, ҡош-ҡорт — 15411,3 мең баш.
Һарытыу өлкәһе традицион ауыл хужалығы төбәге булып тора. Етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһы күләме буйынса төбәк Рәсәйҙә 10-сы урынды биләй[72]. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр майҙаны — 8417,6 мең га[73]. Һарыу өлкәһендә етештереүҙең һәм сәсеүлектәрҙең дөйөм майҙаны күләмендә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары өлөшө ҙур. Мәҫәлән, 2009 йылда сәсеү майҙандарында фермер хужалыҡтарының удель ауырлығы 45 процент тәшкил итә.
2006 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәп алыуы буйынса Свердловск өлкәһендә[74][75] 829 ауыл хужалығы ойошмаһы һәм 2178 крәҫтиән хужалығы һәм индивидуаль эшҡыуар була.
2006 йыл уңышы өсөн 933,3 мең гектар сәсеүлек файҙаланыла. Уларҙан:
- ауыл хужалығҡы ойшмалары тарафынан — 778,4 мең гектар,
- крәҫтиән хужалыҡтары һәм индивидуаль эшҡыуарҙар тарафынан — 99,4 мең гектар,
- халыҡтың ярҙамсы хужалыҡтары тарафынан — 55,6 мең гектар.
Һыйыр мал һаны 2006 йылда 343,7 мең баш тәшкил итә:
- 213 мең башы ауыл хужалығы ойошмаларында,
- 12,9 мең башы — крәҫтиән хужалыҡтары һәм индивидуаль эшҡыуарҙарҙарҙа
- 117,8 мең башы халыҡтың ярҙамсы хужалыҡтарында.
Ҡош-ҡорт һаны ауыл хужалығы ойшмаларында — 10,1 млн баш, 0,6 млн — крәҫтиән хужалыҡтары һәм индивидуаль эшҡыуарҙарҙарҙа.
Ауыл хужалығының төп тармағы — ит-һөт йүнәлешле малсылыҡ (тармаҡ продукцияһы хаҡының 55 %). Һыйыр малы һаны — 725 мең баш, шул иҫәптән һыйыр һаны — 290 мең баш. Ҡошсолоҡ өлкәнең үҙәге тирәһендә урынлашҡан ҡошсолоҡ фабрикаларында тупланған.
Ауыл хужалығы ерҙәре 1,75 млн га (Рәсәй ауыл хужалығы ерҙәренең 1 %), йәки өлкә территорияһының 35,2 %, тәшкил итә. 1,3 млн га — һөрөнтө ерҙәр.
Үҫемлекселек мал аҙығы (сәсеүлектәрҙең 44 %) һәм иген культуралары (45 %), етен, картуф, йәшелсә үҫтереүҙә махсуслаша.
Өлкәлә һөт-ит малсылығы һәм етенселек үҫтерелә. Сусҡасылыҡ һәм ҡошсолоҡ һиҙелерлек үҫә. Арыш, һоло, мал аҙығы культуралары, картуф, йәшелсә игелә.
Ауыл хужалығы ерҙәренең дөйөм майҙаны — 2434,6 мең га, шуның 60 % — һөрөнтө ерҙәр. Сәсеүлектәр майҙаны — 898,9 мең га (2001), шуның 200,3 мең гектарында — иген культуралары, 22,1 меңендә — оҙон етен, 49,2 меңендә — картуф һәм 0,6 мең гектарында йәшелсә үҫтерелә.
Ауыл хужалығы ерҙәре 1740 мең га (2001), йәки төбәк майҙанының 68 %, биләй. Сәсеүлектәрҙең 54 процентында иген культуралары үҫтерелә.
Ауыл хужалығы өлкәнең көньяғында нығыраҡ үҫкән, бында иген культуралары (арпа, бойҙай), мал аҙығы культуралары, шәкәр сөгөлдөрө игелә, ит-һөт малсылығы һәм сусҡасылыҡ үҫтерелә. Төньяҡ райондарҙа ит-һөт малсылығы, мал аҙығы культуралары һәм картуф үҫтереү өҫтөнлөк итә. Урыны-урыны менән еләк-емешселек һәм йәшелсәселек үҫеш тапҡан.
Республика территорияһының 50 %-ын ауыл хужалығы ерҙәре биләй. Малсылыҡта һыйыр малсылығы һәм сусҡасылыҡ өҫтөнлөк итә, һарыҡ, ҡош-ҡорт үрсетелә. Арыш, бойҙай, ҡарабойҙай, арпа, тары, борсаҡ, кукуруз, көнбағыш, етен, рапс, картуф, йәшелсә, мал аҙығы культуралары игелә.
Ульяновск өлкәһе — Рәсәйҙең мөһим аграр төбәктәренең береһе. Ит-һөт малсылығы, ҡошсолоҡ, сусҡасылыҡ, һарыҡсылыҡ, балыҡсылыҡ, кролик үрсетеү тармаҡтары үҫтерелә.
Сәнәғәт өҫтөнлөк итһә лә, өлкәлә ауыл хужалығы ла үҫтерелә. Айырыуса бойҙай һәм башҡа иген культуралары күпләп үҫтерелә. 2009 йылда сәсеүлектәр майҙаны 1 миллион 727 мең гектар тәшкил итә. Ит-һөт малсылығы өҫтөнлөк итә. Нәҙек йөнлө һарыҡсылыҡ бар. Сәнәғәт үҙәктәре тирәләй ҡала яны тибындағы ауыл хужалығы үҫеш алған.
Өлкәлә малсылыҡ (һыйыр малы, сусҡасылыҡ, һарыҡсылыҡ, сусҡасылыҡ, ҡошсолоҡ); үҫемлекселек (мал аҙығы культуралары, иген культуралары, картуф, техник культуралар, йәшелсә) үҫеш алған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Валовая добавленная стоимость по видам экономической деятельности 2019 йыл 12 декабрь архивланған.
- ↑ РАСПРЕДЕЛЕНИЕ СРЕДНЕГОДОВОЙ ЧИСЛЕННОСТИ ЗАНЯТЫХ ПО ВИДАМ ЭКОНОМИЧЕСКОЙ ДЕЯТЕЛЬНОСТИ 2017 йыл 25 март архивланған.
- ↑ Продукция сельского хозяйства по категориям хозяйств по Российской Федерации 2019 йыл 11 июль архивланған.
- ↑ Россия вышла на первое место по экспорту пшеницы — ЭкспертРУ — Новости России. Урожай в России. Новости дня. Урожай пшеницы в России 2019 йыл 25 апрель архивланған.
- ↑ Обзор рынка зерновых
- ↑ https://www.vestifinance.ru/articles/113163 2019 йыл 25 июнь архивланған.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Товарная структура ЭКСПОРТА Российской Федерации со всеми странами январь-октябрь 2018 г 2019 йыл 8 май архивланған.
- ↑ Народное хозяйство РСФСР за 70 лет. Статистический ежегодник, 1987
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Индексы производства продукции сельского хозяйства по категориям хозяйств по Российской Федерации 2019 йыл 11 июль архивланған.
- ↑ История экспорта зерна Россией — РИА Новости, 05.08.2010
- ↑ День 27 января в истории — Парламентская газета
- ↑ Свиноводов поймали на «живка» 2018 йыл 14 сентябрь архивланған.
- ↑ Продукция сельского хозяйства по категориям хозяйств 2019 йыл 12 май архивланған.
- ↑ Товарная структура экспорта Российской Федерации 2019 йыл 11 июль архивланған.
- ↑ Правительство РФ утвердило национальный доклад об итогах работы в АПК за 2014 год 2017 йыл 11 октябрь архивланған.
- ↑ 16,0 16,1 ПРОИЗВОДСТВО ОСНОВНЫХ ПРОДУКТОВ ЖИВОТНОВОДСТВА В РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ 2015 йыл 9 сентябрь архивланған.
- ↑ 17,0 17,1 ВАЛОВЫЕ СБОРЫ СЕЛЬСКОХОЗЯЙСТВЕННЫХ КУЛЬТУР ПО РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Сбору кукурузы в России предсказали рекорд по итогам 2016 года
- ↑ ВЗГЛЯД / Россия ставит целую серию рекордов в сельском хозяйстве
- ↑ Минсельхоз РФ планирует нарастить производство зерна до 150 миллионов тонн за 10 лет — ИА «Версия-Саратов»
- ↑ Россия впервые становится крупным поставщиком сахара на мировой рынок — глава Минсельхоза — ИА «Финмаркет»
- ↑ Пряная экономика: Россия захватывает мировой рынок кинзы
- ↑ Власти заявили о новых правилах ввоза в Турцию пшеницы и риса из России . Росбизнесконсалтинг (9 октябрь 2017). Дата обращения: 9 октябрь 2017.
- ↑ Путин: экспорт продовольствия из РФ превысил экспорт вооружений . ТАСС (24 октябрь 2017). Дата обращения: 25 октябрь 2017.
- ↑ Сельское хозяйство в 2017 году 2018 йыл 17 февраль архивланған.
- ↑ 26,0 26,1 Россия впервые займет второе место среди мировых экспортеров зерна — ВЕДОМОСТИ
- ↑ Путин поздравил российских аграриев с профессиональным праздником . Экономика сегодня (8 октябрь 2017). Дата обращения: 9 октябрь 2017. 2017 йыл 10 октябрь архивланған.
- ↑ В 2017 году экспорт сельхозпродукции из России превысит $20,5 млрд — Агроинвестор
- ↑ Обзор рынка зерновых
- ↑ https://www.vestifinance.ru/articles/113163 2019 йыл 25 июнь архивланған.
- ↑ Росстат повысил оценку урожая зерна до 113 млн тонн в 2018 году . RT на русском. Дата обращения: 28 февраль 2019.
- ↑ Михаил Константинович Сидоров. Социально-экономическая география и регионалистика России: учебник-атлас. ИНФРА-М, 2002 — Всего страниц: 398
- ↑ Земельные и почвенные ресурсы России
- ↑ В России не используется 44 % сельхозугодий
- ↑ Эксперты в 2,5 раза повысили оценку заброшенных сельхозугодий в России
- ↑ ПОСЕВНЫЕ ПЛОЩАДИ СЕЛЬСКОХОЗЯЙСТВЕННЫХ КУЛЬТУР ПО РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ 2019 йыл 11 июль архивланған.
- ↑ 37,0 37,1 37,2 Справочные материалы по географии мирового хозяйства (2016). Выпуск 1 2019 йыл 26 май архивланған.
- ↑ http://data.worldbank.org/indicator/AG.PRD.CREL.MT?year_high_desc=true
- ↑ Урожайность пшеницы 2021 йыл 28 февраль архивланған.
- ↑ Урожай пшеницы в России в 2017 году в чистом весе превысил 85 млн тонн — Экономика и бизнес — ТАСС
- ↑ Московская биржа запускает торги сахаром — ИА REGNUM
- ↑ Легенды и мифы современных агрорынков
- ↑ В светлое картофельное завтра! — Аргументы Недели
- ↑ Валовой сбор сельскохозяйственных культур по категориям хозяйств . Дата обращения: 3 сентябрь 2015. Архивировано 4 сентябрь 2015 года. 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Данные по тритикале выделяются отдельной позицией в составе зерновых и зернобобовых культур, начиная с итогов за 2009 год, в связи с переходом на Общероссийский классификатор продукции по видам экономической деятельности (ОКПД).
- ↑ 46,0 46,1 46,2 46,3 46,4 Данные приведены с учетом сведений по Крымскому федеральному округу.
- ↑ За 1990—2011 гг. включая овощи защищенного грунта по хозяйствам населения.
- ↑ За 1997—1998 гг. включая кабачки и тыкву столовую.
- ↑ Посевные площади СССР. — Москва: Госстатиздат ЦСУ СССР, 1957. — Т. 1. — С. 20, 21.
- ↑ Сельское хозяйство СССР. 1988. — Москва: Финансы и Статистика, 1988. — С. 56. — 535 с. — 28 000 экз. — ISBN 5-279-00165-1.
- ↑ Госкомстат России. Регионы России. Социально экономические показатели. 2002. — Москва, 2002. — С. 490. — 863 с. — 1600 экз. — ISBN 5-89476-108-5.
- ↑ Федеральная служба государственной статистики. Регионы России. Социально экономические показатели. 2016. — Москва, 2016. — С. 726. — 1326 с. — ISBN 978-5-89476-428-3.
- ↑ Производство мяса в России в 2016 году
- ↑ Производство основных продуктов животноводства по категориям хозяйств . Дата обращения: 3 сентябрь 2015. Архивировано 4 сентябрь 2015 года. 2015 йыл 9 сентябрь архивланған.
- ↑ Потребление основных продуктов питания по Российской Федерации . Архивировано 7 сентябрь 2015 года. 2016 йыл 28 апрель архивланған.
- ↑ Власти заявили о новых правилах ввоза в Турцию пшеницы и риса из России . Росбизнесконсалтинг (9 октябрь 2017). Дата обращения: 9 октябрь 2017.
- ↑ Власти заявили о новых правилах ввоза в Турцию пшеницы и риса из России :: Бизнес :: РБК
- ↑ Смирнов И. Ю. А чем Россия не Нигерия? 2006 год. 2018 йыл 22 декабрь архивланған.
- ↑ 59,0 59,1 Продукция сельского хозяйства 2017 йыл 27 март архивланған.
- ↑ Официальный сайт Алтайского края . Алтайский край в цифрах. Дата обращения: 10 сентябрь 2010. Архивировано 22 август 2011 года. 2011 йыл 12 октябрь архивланған.
- ↑ Гуськов Н. С., Зенякин В. Е., Крюков В. В. Экономическая безопасность регионов России. М., 2000. 288 с
- ↑ БРЭ, том 15. . — С. 610.
- ↑ Министерство сельского хозяйства и перерабатывающей промышленности Краснодарского Края . 2018 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Министерство сельского хозяйства и перерабатывающей промышленности Краснодарского Края . 2018 йыл 26 ғинуар архивланған.
- ↑ 65,0 65,1 Основные экономические показатели за 2009 год 2010 йыл 30 ноябрь архивланған.
- ↑ Экономические показатели области за 2010 год 2014 йыл 4 май архивланған.
- ↑ Стенограмма выступления Губернатора Белгородской области Е. С. Савченко 2018 йыл 22 ғинуар архивланған.
- ↑ За год производство молока в Воронежской области выросло на 15% . Информационное агентство «Regnum». Дата обращения: 7 март 2009. Архивировано 23 август 2011 года.
- ↑ 69,0 69,1 Специализация хозяйства. Отраслевая структура промышленности
- ↑ Экономика Ингушетии 2012 йыл 28 ғинуар архивланған.
- ↑ Ленинградская область . Регионы России. Основные характеристики субъектов Российской Федерации — 2007 г.. Федеральная служба государственной статистики. Дата обращения: 22 сентябрь 2008. Архивировано 22 август 2011 года. 2008 йыл 9 апрель архивланған.
- ↑ Социальный атлас Саратовской области 2009 йыл 6 июнь архивланған.
- ↑ Агропромышленный комплекс на Официальном сайте Правительства Саратовской области 2011 йыл 20 август архивланған.
- ↑ Всероссийская сельскохозяйственная перепись 2006 года: Итоги по Свердловской области . Территориальный орган федеральной службы государственной статистики по Свердловской области. Дата обращения: недоступен.(недоступная ссылка)
- ↑ Окончательные итоги Всероссийской сельскохозяйственной переписи 2006 года по Свердловской области . Территориальный орган федеральной службы государственной статистики по Свердловской области. Дата обращения: 16 декабрь 2009. 2012 йыл 29 ғинуар архивланған.