Рошане Зафар
Рошане Зафар | |
Roshaneh Zafar | |
Эшмәкәрлек төрө : |
эшҡыуар һәм менеджер |
---|---|
Тыуған ере: |
Лахор, Пакистан |
Рошане Зафар (ингл. Roshaneh Zafar; Лахор, Пакистан) — Пакистан эшҡыуары һәм менеджеры, Kashf Foundation менән FINCA Microfinance Bank Limitedтың ойоштороусыһы һәм етәксеһе; бер нисә халыҡ-ара төркөмдөң һәм эшҡыуарлыҡ буйынса, йәнә лә ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын һәм мөмкинлектәрен киңәйтеү буйынса хөкүмәткә ҡарамаған ойошмаларҙың директорҙар советы ағзаһы[1][2][3][4][5].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рошане Зафар Лахорҙа (Пакистан) зыялы интеллигент ғаиләһендә тыуа[1]. Атаһы — уңышлы юрист һәм консультант[6][1].
Рошане Зафар Уортон бизнес мәктәбендә иҡтисад һәм финанс өлкәһендә бакалавр һәм Йель университетында халыҡ-ара иҡтисади үҫеш өлкәһендә магистр дәрәжәһен ала[3][2][1][4][6].
1990-сы йылдар башында Зафар БМО-ның үҫеш программаһында һәм Бөтә донъя банкында үҫеш буйынса белгес карьераһын яһай[7][1][6].
Ул Пакистанда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн беренсе Bedari кризис үҙәген ойоштороусыларҙың береһе була[2].
Донъяла ҡатын-ҡыҙҙарҙың урыны һәм уларҙың иҡтисади үҫеше буйынса конференцияла ул Grameen Bank'ты нигеҙләгән Мөхәммәт Юныс менән осраша, ул Зафарҙы, Бангладешҡа барып, эшҡыуарлыҡ тәжрибәһен өйрәнергә дәртләндерә[7][8]. Ике ай интенсив өйрәнеүҙән һуң ул ойошманың бизнес-моделен Пакистанға яраҡлаштырырға була[7].
1996 йылда Зафар Пакистанда Kashf Foundation коммерцияға ҡарамаған ойошмаһын аса һәм уның етәксеһе була, артабанғы карьераһы ла нәҡ ошо предприятиеға бәйләнә[7][2][6].
Ваҡыт үтеү менән Kashf Foundation клиенттары депозитҡа мохтажлыҡ кисерә башлай[5]. Ләкин Пакистан ҡануниәте микрокредитлау ойошмаларына физик берәмектәрҙән аҡса ҡабул итеүҙе тыя[5]. Был проблеманы хәл итеү өсөн Рошане Зафар Kashf Microfinance Bank'ты ойоштора[6], 2013 йылдың ноябрендә уның исеме FINCA Microfinance Bank Limited тип алмаштырыла[5][9].
Наградалары һәм премиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эшҡыуарлыҡ һәм ҡатын-ҡыҙҙар үҫеше өлкәһендәге эшмәкәрлеге өсөн Рошане Зафар бер нисә наградаға һәм премияға лайыҡ була[3].
2005 йылда Пакистан президенты уға илдең иң юғары дәүләт граждан наградаларының береһен — Tamgha-e-Imtiaz[en] — тапшыра[1][4].
Зафар ханым 1997 йылда Пакистанда беренселәрҙән булып Ашока фонды стипендиаты була[2], артабан Шваб фонды (2003[1]) һәм Сколл фонды (2007[8]) тарафынан йыл социаль эшҡыуары тип табыла[3][3][4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Roshaneh Zafar (ингл.). Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды (2003). Дата обращения: 13 июнь 2015. 2015 йыл 15 июнь архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 ROSHANEH ZAFAR (ингл.). Ашока (фонд) (1997). Дата обращения: 13 июнь 2015.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Roshaneh Zafar (ингл.). Women's World Banking. Дата обращения: 13 июнь 2015. 2015 йыл 14 июнь архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Executive Profile Roshaneh Zafar (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 13 июнь 2015.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Roshaneh Zafar (ингл.). Vital Voices (2010). Дата обращения: 13 июнь 2015. 2015 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 [iipdigital.usembassy.gov/st/english/publication/2012/02/20120227123445ael0.2555898.html Roshaneh Zafar: Social Entrepreneur Empowers Women] (ингл.). IIP Digital (10 сентябрь 2012). Дата обращения: 13 июнь 2015.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 Mahboob Mahmood, Melanie Hui. Kashf Foundation: A Pakistani Microfinance Organization Gears up for Dramatic Growth (ингл.). INSEAD (июль 2007). Дата обращения: 12 июнь 2015.
- ↑ 8,0 8,1 Kashf Foundation (ингл.). Сколл фонды (2007). Дата обращения: 13 июнь 2015.
- ↑ Company Overview of FINCA Microfinance Bank Limited (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 13 июнь 2015.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Twitter: roshanehzafar.
- Сколл фонды сайтында Рошане Зафар бүлеге: roshaneh-zafar.
- Сығыштары:
- Интервью:
- Публикациялары:
- Here’s a Woman Fighting Terrorism. With Microloans.
- Social Entrepreneur Empowers Women 2015 йыл 26 апрель архивланған..
- Roshaneh Zafar — Founder of Pakistan’s First Woman Micro-finance Bank 2016 йыл 4 март архивланған..