Рельеф формаһы
Уҡыу көйләүҙәре
(Рельеф битенән йүнәлтелде)
Рельеф формалары — ер өҫтө, океан һәм диңгеҙҙәр төбө тигеҙһеҙлектәре; Төрлө ҡалҡыу, түбән урындары булған ер өҫтө, диңгеҙ, океан төбө[1].
Төп формалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тау — тигеҙ ерҙәр араһында айырылып торған бейеклек йәки ҡалҡыу урын, тау һыртындағы түбә.
Тау һырты — ике яҡлап битләүҙәре булған, оҙонға һуҙылған бейеклек.
Уба — һөҙәк битләүле һәм түбәһе йомро ҡалҡыулыҡ.
Үҙән — ер өҫтө үр яҡтан түбәнгә ауышайған буйға һуҙылған соҡор.
Һөҙәк соҡор (котловина) — рельефтың йомро һәм саҡ ҡына һуҙылған соҡоррло формаһы.
Йырын — оҙонға һуҙылған, йыш ҡына тармаҡланған кире рельеф формаһы. Йырындың битләүҙәре текә, арҡыры киҫелеше V формаһында була.
Классификация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ыРельеф формаһын түбендеге классификацияға бүлергә мөмкин:
- ҙурлығы буйынса (рельефтың планетар формаһы, рельефтың мегаформаһы, рельефтың макроформаһы, рельефтың мезоформыһы, рельефтың микроформыһы, рельефтың наноформыһы)[2];
- килеп сығышы буйынса (тектоник, вулкан, эрозия, боҙлоҡ, карст, һ. б.);
- йәше буйынса;[3]
- формаһы буйынса (ыңғай формалы рельеф, кире формалы рельефа)[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
- ↑ 2,0 2,1 Леонтьев О. К., Рычагов Г. И. Общая геоморфология. — Москва: Высшая школа. — 288 с.
- ↑ Глоссарий.ru: Формы рельефа 2009 йыл 25 ғинуар архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рельеф формаһы Викимилектә |
- Летягин А. А. География. Начальный курс. Х. А. Биккужина тәржемәһе. ISBN 978-5-295-05672-7 (Башк)
Был геология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |