Никлас Сведберг
Никлас Сведберг | |||||||||||||||||||||||||||
Позиция |
Ҡапҡасы | ||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Буйы |
187 см | ||||||||||||||||||||||||||
Ауырлығы |
80 кг | ||||||||||||||||||||||||||
Ҡулсыр |
һул | ||||||||||||||||||||||||||
Гражданлығы | |||||||||||||||||||||||||||
Тыуған көнө |
4 сентябрь 1989 (35 йәш)
| ||||||||||||||||||||||||||
МХЛ драфты |
Һайланмай | ||||||||||||||||||||||||||
Хоккейсы карьераһы | |||||||||||||||||||||||||||
|
Никлас Сведберг (швед. Niklas Svedberg; 4 сентябрь 1989 йыл, Соллентуна) — Швеция хоккейсыһы, Швеция хоккей лигаһында сығыш яһаған «Юргорден» хоккей клубының ҡапҡасыһы. 2012 йылда Швеция чемпионы.
Карьера
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Клубта карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2004 йылда Никлас «Юргорден» хоккей клубының юниорҙар составына керә, әммә бер уйында үткәрмәй. Киләһе миҙгелдә ул ошо команда өсөн 23 уйын уҙғара, шуларҙың икәүһе — плей-офф уйындарында. Шул уҡ йылда Стокгольм командаһы өсөн TV-Pucken турнирында алты уйын үткәреп бронза миҙалын яулай. 2006/2007 йылдар миҙгелендә «Юргорден» командаһынан МОДО хоккей клубына күсә. 2007/2008 йылда йәштәр лигаһында 41 уйын үткәрә. 2009/2010 йылдар миҙгелендә Сведберг МОДО өсөн 32 уйын үткәрә һәм «Брюнес» хоккей клубына күсә. 2011/12 йылдар миҙгелендә даими чемпионатта Никлас 29 уйын уҙғара, ә плей-офф уйындарыда 13 осрашыу үткәреп Швеция чемпионы титулын еңә.
2012 йылдың 29 май көнөндә «Бостон Брюинз» ҡапҡасы Никлас Сведбергтың «Брюнес» клубынан күсеүе тураһында иған итә[1]. 2012/13 йылдар миҙгелен Никлас Америка хоккей лигаһында Бостондың фарм-клубы — «Провиденс Брюинз» командаһында үткәрә. 2012 йылдың 19 октябрендә «Манчестер Монаркс» командаһына ҡаршы уйын Сведберг өсөн сит илдә беренсе була. «Провиденс» шул миҙгелдә даими чемпионатты еңә, әммә плей-офф уйындарында икенсе раундта еңелеп ҡалалар. Никлас Сведберг миҙгелдең иң яҡшы ҡапҡасыһы тип билдәләнә. Ул АХЛ бөтә йондоҙҙар уйынында ҡатнаша, иң яҡшы йәш уйынсылар һәм лиганың бөтә йондоҙҙар составына керә.
Киләһе миҙгелдә 2 ғинуарҙа «Бостон Брюинз» өсөн тәүге уйынын уҙғара һәм шул осрашыуҙы уның командаһы еңә. Был уйын Сведберг өсөн был миҙгелдә Милли хоккей лигаһында берҙән-бер була. «Провиденс» өсөн АХЛ-да 54 осрашыу үткәрә, шуларҙың туғыҙы Колдер кубогы уйындарына тура килә. 2014/15 йылдар миҙгелендә Никлас «Бостон» составында төп ҡапҡасыһы Тукка Раск алмашсыһы ролендә нығына. Милли-хоккей лигаһында ул 18 осрашыу үткәрә. «Бостон» плей-офф уйындарына эләкмәй. Шул ваҡытта ҡапҡасының команда менән килешеү ваҡыты бөтә.
2015 йылдың 10 май көнөндә Никлас Сведберг КХЛ командаһы «Салауат Юлаев» менән бер йыллыҡ килешеү төҙөй[2]. 2015/16 йылдар миҙгелендә ул даими чемпионатта 53 осрашыу үткәрә — бындай күрһәткес башҡа бер ҡапҡасыла ла булмай шул миҙгелдә. Гагарин кубогында 19 осрашыу үткәрә. «Салауат Юлаев» конференция финалына етә һәм Рәсәй менән КХЛ чемпионатының бронза миҙалдарын еңә. Сведберг ике тапҡыр аҙнаның лигала иң яҡшы ҡапҡасыһы тип билдәләнә.
2016 йылдың 14 апрелендә Сведберг «Салауат Юлаев» менән ике йылға яңы килешеү төҙөй[3]. «Спортфакт» мәғлүмәттәре буйынса, ул командала иң күп аҡса эшләгән була, уның эш хаҡы шул миҙгелдә 78 миллион һумға тиң[4]. 2016/17 йылдар миҙгелендә «Салауат Юлаев» даими миҙгелде конференцияла алтынсы урында тамамлай, ә Гагарин кубогының беренсе раундында «Аҡ Барс» хоккей клубына серияла 1-4 иҫәбе менән отола. «Салауат Юлаев» даими миҙгелде конференцияла алтынсы урында тамамлай, ә Гагарин кубогының беренсе раундында «Аҡ Барс» хоккей клубына серияла 1-4 иҫәбе менән отола. Никлас шул йылда бөтәһе 53 уйында ҡатнаша һәм шуларҙың 15-дә еңеү яулай.
2017 йылдың 28 июнендә «Салауат Юлаев» һәм Никлас Сведберг араһында ике яҡтың да килешеүе буйынса контракт өҙөлә[5]. Ә июлдең тәүге көнөндә үк Никлас Милли хоккей лигаһында сығыш яһаған «Миннесота Уайлд» хоккей клубы менән бер йылға ике яҡлы килешеү төҙөй[6]. Уның эш хаҡы 700 мең долларға тиң була. Әммә миҙгел алдынан 28 сентябрҙә «Миннесота» Никласты кире ҡағыу драфтына ҡуя[7]. МХЛ-да ул бер уйын да үткәрмәй, ә Америка хоккей лигаһында ул «Миннесота» фарм-клубы — «Айова Уайлд» өсөн 44 осрашыу үткәрә һәм ун һигеҙендә еңеү яулай, ике тапҡыр уйында бер гол да үткәрмәй.
2018 йылдың 8 июнендә Никлас Швеция хоккей лигаһындағы «Тимро» хоккей клубы менән ике йылға контракт төҙөй[8]. Был клуб өсөн ул 41 уйын үткәрә, әммә насар һөҙөмтәләр арҡаһында «Тимро» хоккей клубы һуңғы урынды яулай һәм беренсе дивизионға төшә. 2019 йылдың 7 июнендә Никлас Швецияның төп лигаһында сығыш яһаған «Юргорден» хоккей клубының составын тулыландыра[9].
Швеция йыйылма командаһында карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ун алты йәштән йәшерәк Швеция йыйылма командаһында тәүге уйынды 2004/05 йылдар миҙгелендә үткәрә. Шулай уҡ ул Швецияның U17, U19 һәм йәштәр йыйылма командаларында бөтәһе һигеҙ осрашыу үткәрә.
2016 йылдың 14 апрелендә «Салауат Юлаев» командаһының «Бәйләнештә» социаль селтәрендә рәсми төркөмө Никластың Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы донъя чемпионатына әҙерләнер өсөн Швеция йыйылма командаһына саҡырылыуы тураһында иғлан итә[10]. 16 апрелдә ул Швеция йыйылма командаһы өсөн тәүге осрашыуын уҙғара. Швеция Германияны 3:1 иҫәбе менән еңә, ә Сведберг уйындың иң яҡшы уйынсыһы тип таныла. Тик донъя чемпионатында ҡатнашмай.
2016/17 йылдар миҙгелендә Еврохоккейтурҙың тәүге этабына Швеция йыйылма командаһына саҡырыу ала[11]. Шулай уҡ уның менән бергә Карьяла кубогында Финляндия командаһы составына Теему Хартикайнен эләгә. Никлас өсөн был тәүге Евротур була.
Статистика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һуңғы яңыртыу: 22 июль 2019. Бындағы мәғлүмәт 2012 йылдан бирле алынған.
Иҫкәрмәләр: У — уйындар һаны, Е — еңеүҙәр, О — отолоуҙар, Т/ӨВ — тигеҙ иҫәп менән йә өҫтәмә ваҡыт менән буллиттар серияһы булған уйындар, Мин — боҙҙа үткәргән минуттар һаны, ҮШ — үткәргән шайбалар, У"0" — ҡоро уйындар һаны, ЫК — ышаныслыҡ коэффициенты, %КҠШ — кире ҡағылған шайбалар проценты
Клуб карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Даими миҙгел | Плей-офф | ||||||||||||||||||||
Миҙгел | Команда | Лига | У | Е | О | Т/ӨВ | Мин | ҮШ | У"0" | ЫК | %КҠШ | У | Е | О | Мин | ҮШ | У"0" | ЫК | %КҠШ | ||
2012/13 | Провиденс Брюинз | АХЛ | 48 | 37 | 8 | 10 | 2873 | 104 | 4 | 2.17 | 92.5 | 12 | 6 | 6 | 675 | 37 | 0 | 3.29 | 88,9 | ||
2013/14 | Провиденс Брюинз | АХЛ | 45 | 25 | 15 | 11 | 2602 | 114 | 2 | 2.63 | 91.0 | 9 | 4 | 4 | 510 | 23 | 1 | 2.70 | 90.5 | ||
2013/14 | Бостон Брюинз | МХЛ | 1 | 1 | 0 | 0 | 61 | 2 | 0 | 1.97 | 94.3 | -- | -- | -- | -- | -- | -- | -- | -- | ||
2014/15 | Провиденс Брюинз | АХЛ | 4 | 3 | 1 | 0 | 239 | 11 | 0 | 2.76 | 91.1 | -- | -- | -- | -- | -- | -- | -- | -- | ||
2014/15 | Бостон Брюинз | МХЛ | 18 | 7 | 5 | 1 | 901 | 35 | 2 | 2.33 | 91.8 | -- | -- | -- | -- | -- | -- | -- | -- | ||
2015/16 | Салауат Юлаев | КХЛ | 53 | 29 | 19 | 9 | 3058 | 121 | 5 | 2.37 | 91.6 | 19 | 9 | 10 | 1110 | 47 | 0 | 2.54 | 91.2 | ||
2016/17 | Салауат Юлаев | КХЛ | 48 | 14 | 17 | 12 | 2527 | 126 | 1 | 2.99 | 89.7 | 5 | 1 | 4 | 272 | 8 | 0 | 1.76 | 93.3 | ||
2017/18 | Айова Уайлд | АХЛ | 44 | 18 | 18 | 7 | 2613 | 44 | 2 | 2.87 | 90.5 | Команда плей-оффҡа эләкмәй | |||||||||
2018/19 | Тимро | ШХЛ | 35 | 10 | 23 | 0 | 1942 | 111 | 2 | 3.43 | 88.8 | Команда плей-оффҡа эләкмәй | |||||||||
2019/20 | Юргорден | ШХЛ | |||||||||||||||||||
Бөтәһе АХЛ-да | 141 | 83 | 42 | 28 | 8327 | 273 | 8 | 2.55 | 91.3 | 21 | 10 | 10 | 1185 | 60 | 1 | 2.99 | 89.7 | ||||
Бөтәһе МХЛ-да | 19 | 8 | 5 | 1 | 962 | 37 | 2 | 2.15 | 93.0 | — | — | — | — | — | — | — | — | ||||
Бөтәһе КХЛ-да | 101 | 43 | 36 | 15 | 5586 | 247 | 6 | 2.65 | 90.7 | 24 | 10 | 14 | 1383 | 55 | 0 | 2.39 | 91.6 |
Шлем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Никластың «Крёстный отец» киноһына симпатияһы бик ҙур була. Шуға күрә уның бер ҙә яңы шлемы иң билдәле мафиоз ғаиләһенең башлығы һүрәтһеҙ булмай.
Никлас МОДО командаһынан «Брюнес» хоккей клубына күскәс уның шлемы матурыраҡ булып китә һәм шул ваҡытта тәүгегә ҡапҡасы шлемында Вито Карлеоне килеп сыға. Шундай көслө рухи ярҙам менән Сведберг ҡапҡала мөғжизәләр яһай.
Америкала уйнағанда уның шлемы ҡара-һарылы төҫтә була.
«Салауат Юлаев» хоккей клубына күскәс уның шлемында команданың эмблемаһы, төҫтәре килеп сыға һәм Вито Карлеоне һүрәте лә бар. Икенсе миҙгел башында ул шлемындағы һүрәтте үҙгәртә: Карлеоне юғала, ә Салауат Юлаев һәйкәле урын ала. Шулай уҡ зәңгәр төҫ күберәк урын ала[12].
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Швеция чемпионы — 2011/2012.
- АХЛ йәш уйынсылар символик йыйылма командаһына инеү — 2013.
- АХЛ бөтә йондоҙҙар уйынында ҡатнашыу — 2013.
- АХЛ иң яҡшы ҡапҡасыһы — 2013.
- АХЛ айының иң яҡшы йәш уйынсыһы — 2013.
- АХЛ символик йыйылма командаһына инеү — 2013.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Никлас Свендберг — Eliteprospects.com сайтында статистикаһы (инг.)
- Никлас Сведберг — The Internet Hockey Database сайтында статистика (инг.)
- Ҡапҡасы профиле АХЛ рәсми сайтында
- Никлас Сведберг КХЛ сайтында
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bruins Sign Goaltender Niklas Svedberg to Entry-level Contract
- ↑ ХК "Салават Юлаев" подписал на год Сведберга и ищет центрфорварда - Вайсфельд 2015 йыл 14 май архивланған.
- ↑ Сведберг и Лепистё остаются в команде 2016 йыл 24 июнь архивланған.
- ↑ Парни на три миллиарда. 30 самых дорогих хоккеистов КХЛ-2016. «Спортфакт» 2016 йыл 20 октябрь архивланған.
- ↑ Никлас Сведберг покидает клуб 2017 йыл 30 июнь архивланған.
- ↑ НХЛ. Бывший вратарь «Салавата Юлаева» Сведберг подписал контракт с «Миннесотой»
- ↑ «Миннесота» выставила Сведберга на драфт отказов
- ↑ Никлас Сведберг Американан һуң «Тимро» хоккей клубына күсә
- ↑ Никлас Сведберг яңы команда таба
- ↑ Никлас Сведберг в сборной Швеции!
- ↑ Хартикайнен менән Сведберг үҙҙәренең йыйылма командаларында 2016 йыл 26 октябрь архивланған.
- ↑ Салауат Юлаев Вито Карлеоне урынына 2016 йыл 26 сентябрь архивланған.
- 4 сентябрҙә тыуғандар
- 1989 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Соллентунала тыуғандар
- Алфавит буйынса спортсылар
- Алфавит буйынса хоккейсылар
- КХЛ хоккейсылары
- Салауат Юлаев командаһының уйынсылары
- Швеция хоккейсылары
- МХЛ хоккейсылары
- Хоккей ҡапҡасылары
- Швеция хоккей ҡапҡасылары
- Бостон Брюинз уйынсылары
- Провиденс Брюинз уйынсылары
- АХЛ хоккейсылары
- АХЛ йондоҙҙар уйынында ҡатнашыусылар
- МОДО хоккей клубы уйынсылары
- Шайбалы хоккей буйынса Швеция чемпиондары
- ХК Брюнес уйынсылары
- ШХЛ хоккейсылары
- «Айова Уайлд» хоккейсылары
- «Тимро» хоккейсылары
- «Юргорден» хоккейсылары