Кредиторлыҡ бурысы
Уҡыу көйләүҙәре
Кредиторлыҡ бурысы — (ингл. Accounts payable (A/P)) субъекттың (предприятиеның, ойошманың, физик шәхестең) башҡалар алдындағы бурысы (ҡайтарырға тейешле бурысы).
Кредиторлыҡ бурысы хеҙмәттәр (эштәр, тауарҙар, материалдар һ. б.) тапшырылған ваҡыт менән уларҙың хаҡын түләү ваҡыты тап килмәгән осраҡта хасил була.
Кредиторлыҡ бурысын ҡайтарыуҙан ҡасҡан өсөн яуаплылыҡ Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексының 177-се статьяһында ҡарала.
Бухгалтер хисабында кредиторлыҡ бурысы бер нисә төргә бүленә:
- поставкалаусылар менән подрядсылар алдындағы бурыс;
- ойошма персоналы алдындағы бурыс;
- бюджеттан тыш фондтар алдындағы бурыс;
- һалымдар һәм йыйымдар буйынса бурыс;
- башҡа кредиторҙар алдындағы бурыс.
Кредиторлыҡ бурысы булыуы ойошма өсөн ыңғай фактор түгел һәм предприятиеның финанс хәлен, түләү һәләтен һәм ликвидлығын баһалағанда уның күрһәткестәрен ныҡ ҡына түбәнәйтә.