Кинйәкәев Әхтәм Рәхмәтулла улы
Кинйәкәев Әхтәм Рәхмәтулла улы | |
рус. Ахтям Рахматуллович Кинзикеев татар. Әхтәм Кинҗәкәев | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 ғинуар 1922 |
Тыуған урыны | Бүздәк, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, РСФСР |
Вафат булған көнө | 18 ғинуар 2017 (95 йәш) |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны |
ӨДНТУ Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты Гомельский государственный университет имени Франциска Скорины[d] Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Кинйәкәев Әхтәм Рәхмәтулла улы (1 ғинуар 1922 йыл — 18 ғинуар 2017 йыл) — ғалим-нефтсе-геолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), геология-минералогия фәндәре докторы (1965), профессор (1969), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхтәм Рәхмәтулла улы Кинйәкәев[1] 1922 йылдың 1 ғинуарында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Бүздәк ауылында (Башҡортостан Республикаһының Бүздәк ауылы) тыуа.
1951 йылда И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлай.
Эш урындары: Өфө нефть институтының өлкән уҡытыусыһы (1951—1956); Татар нефть ғилми-тикшеренеү институтының лабораториялары мөдире (Бөгөлмә ҡалаһы, 1956—1967); И. М. Губкин исемендәге нефть химияһы һәм газ сәнәғәте институтының Татар киске факультетының декан урынбаҫары, деканы (Әлмәт ҡалаһы, 1967—1969); Гомель дәүләт университетының деканы, кафедра мөдире (1969—1973); Башҡорт дәүләт университетының кафедра мөдире (1973—1989), профессоры (1989 йылдан).
Кинйәкәевтең ғилми эшмәкәрлек йүнәлештәре: геология, геофизика. Ул Урал һәм Волга буйының нефтле, газлы, карбонатлы ултырмаларын тикшереү ысулдарын эшләй. Был палеозойҙың стратиграфияһын аныҡлаштырырға, яңы нефтле ҡатламдарҙы табырға мөмкинлек бирә.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кинйәкәев Әхтәм Рәхмәтулла улы — 220-ләп фәнни хеҙмәт һәм бер уйлап табыу авторы.
Методы комплексного исследования нефтеносности карбонатных отложений. М.: Недра, 1972.
Эффекты переменного гравитационного поля в капиллярах. Уфа: Гилем, 1997.
Литостратиграфическая характеристика палеозоя платформенного Башкортостана в связи с перспективами открытия залежей углеводородов карбонатных разрезах бездействующих скважин. Уфа: РИО БашГУ, 2005.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985),
- ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944),
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ КИНЗИКЕЕВ Ахтям . Дата обращения: 2 февраль 2013. Архивировано 13 февраль 2013 года. 2013 йыл 13 февраль архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кто есть кто в Республике Башкортостан. Уфа: Башкортостан, 1995
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кинйәкәев Әхтәм Рәхмәтулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2021)
- http://www.anrb.ru/blog/Item/229/15
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 1 ғинуарҙа тыуғандар
- 1922 йылда тыуғандар
- Бәләбәй өйәҙендә тыуғандар
- 18 ғинуарҙа вафат булғандар
- 2017 йылда вафат булғандар
- Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетын тамамлаусылар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар