Эстәлеккә күсергә

Катар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Катар дәүләте
دولة قطر
Катар гербы
Флаг
Гимн: «As Salam al Amiri»
Үҙаллылыҡ датаһы 3 сентябрь 1971Бөйөк Британиянан)
Рәсми тел ғәрәп
Баш ҡала Доһа
Идара итеү төрө Абсолют монархия
Эмир

Премьер-министр

Хамад бин Халифа аль-Тани

Хамад бин Джабер аль-Тани

Дәүләт дине ислам (сөнниҙәр)
Территория
• Бөтәһе
158
11 586 км²
Халыҡ
• Һаны (2010)
• Халыҡ тығыҙлығы

1 699 435[1] чел. (147)
146,7 чел./км²
КПҮИ (2011) 0,831 (37 урын)
Валюта катар риалы (QAR)
Интернет-домен .qa
Код ISO QA
МОК коды QAT
Телефон коды +974
Сәғәт бүлкәте 3

Ҡа́тар, Ҡатар дәүләте (ғәр. دولة قطرДәүләт Ҡа́тар) — Яҡын Көнсығышта Ғәрәбстан ярымутрауының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан дәүләт (әмирлек). Көньяҡтан Сәғүд Ғәрәбстаны менән сиктәш, башҡа яҡтан Фарсы ҡултығы һыуҙары менән йыуыла.

Төньяк-көнбайышта Бахрейн утрауҙары, көньяҡ-көнсығышта – Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән диңгеҙ сиге бар. Баш ҡалаһы — Доһа ҡалаһы.

Ҡатар – донъялағы иң бай илдәрҙең береһе, Халыҡ-ара валюта фонды тикшереүҙәре буйынса эске тулайым продукт күрһәткесе буйынса был ил лидерҙар рәтендә.

Ҡатар — тәбиғи газ запасы буйынса 3-сө, тәбиғи газ эспортлау буйынса 6-сы урында, щулай уҡ нефть һәм нефть продукттарын экспорлау буйынса 21-се урында тора. Нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһына инә.

Ил сүллектә урынлашҡан. Төньяғында һирәк кенә оазистары булған ҡомло тигеҙлек; урта өлөшөндә ташлы сүллек, тоҙло тупраҡлы урындары бар; көньяғын ҡом тауҙары биләп алған. Климат ҡоро континенталь тропик. Йәйен температура йыш ҡына 50 °C-ҡа күтәрелә. Ярымутрау һыуға бик ярлы. Даими йылғалар юҡ. Эсәр һыу диңгеҙ ҙыуын сөсөләндереү юлы менән алына. Ер аҫтындағы сөсө һыуҙар төньяҡ өлөшөндә ята. Хайуандар донъяһы бик ярлы, күберәк һөйрәлеүселәр һәм кимереүселәр.

VII быуаттан Ғәрәп хәлифәте бойондороҡлоғанда тора. XIII-XIV быуаттарҙа Бахрейн әмирлеге бойондороҡлоғонда; XVI быуаттар — португалдар, һуңынан Ғосман империяһында. 19161971 йылдарҙа британ протекторатына бойһона. Ҡатар «Аль-Джазира» телеканалы аша бөтө донъяла, “асыҡ” ғәрәп йәмғиәте булып, танылау ала. Аҡса берәмеге – Ҡатар риалы. Милли байрамы – 18 декабрь (Бойондороҡһоҙлоҡ көнө). Рәсәй Федерацияһы менән дипломатик мөнәсәбәттә.

2003 йылдың 29 апрелендә ҡабул ителгән конституцияға ярашлы Ҡатар дәүләте абсолют монархия булып тора.

Тамим ибн Хәмәд Әл Сани, Ҡатар Әмире

2003 йылдың 29 апрелендә ҡабул ителгән конституцияға ярашлы Ҡатар — абсолют монархия иле.

Әмир Хәмәд бин Хәлифә Әл Тани, тәхет вариҫы булараҡ, ҡан ҡойоуһыҙ түңкәрелеш һөҙөмтәһендә атаһы әмир Хәлифә бин Хәмәд Әл Таниҙы тәхетенән төшөрөп, 1995 йылдың 27 июненән дәүләт Башлығы булып тора.

  • 24 июнь, 2013 йыл. Ҡатар Әмире шәйех Хәмәд бин Хәлифә Әл Тани үҙенең улы, вариҫлыҡ принцы шәйех Тәмим файҙаһына тәхеттән баш тартырға ҡарар итеүе тураһында иғлан итә[3].
  • 25 июнь, 2013 йыл. Шәйех Хәмәд бин Хәлифә Әл Тани үҙ иле халҡы алдында махсус мөрәжәғәт менән сығыш яһай. Әмир тәхеттән баш тартыуы һәм власты үҙенең ун өс йәшлек улы — вариҫлыҡ принцы шәйех Тамим бин Хәмәд Әл Таниға тапшырыуы тураһында иғлан итә. Хакимдың алмашыныуы — милли масштабтағы ваҡиға. Шул уңайҙан 25 июнь Ҡатарҙа ял көнө тип иғлан ителә[4].

Әмир премьер-министрҙы, Министрҙар Советы һәм Консультатив совет ағзаларын тәғәйенләй. Әмирҙең власы тик шәриғәт ҡанундары менән генә сикләнә.

Консультатив совет (ғәр. مجلس الشورى‎, 45 кешенән торған Мәжлес әш-Шура, уларҙың 30-ы һайлана) эшләй.

Ҡатарҙа сәйәси партиялар, профсоюздар ойоштороу, демонстрациялар үткәреү тыйыла[5].

Административное деление

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡатарҙың административ картаһы

Ҡатар 8 муниципалитетҡа бүленгән[6] (ғәр. بلديات‎ — баладийят).

Муниципалитет Административ үҙәк Майҙаны,
км²
Халҡы,
чел. (2020)[7]
Тығыҙлығы,
кеше/км²
Код ISO
1 Эд-Доха Доха 234 1 186 023 QA-DA
2 Эд-Дайиан Эд-Дайиан 236 100 083 QA-ZA
3 Эль-Хаур Эль-Хаур 1551 140 453 QA-KH
4 Эль-Вакра Эль-Вакра 2520 265 102 QA-WA
5 Эр-Райян Эр-Райян 2450 826 786 QA-RA
6 Эш-Шамаль Эш-Шамаль 902 16 730 QA-MS
7 Умм-Салаль Умм-Салаль 310 149 701 QA-US
8 Эш-Шахания Эш-Шахания 3309 161 240 QA-US
Всего 11 571 2 846 118
Возрастно-половая пирамида населения Ҡатара на 2020 год
Халыҡ һаны
Ҡатарҙың Планлаштырыу һәм статистика буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса[8]:
31 ғинуарға 2009 2010 2015 2016 2017 2018 2020
Ир-егеттәр 1 219 191 1 282 978 1 693 455 1 853 001 1 971 536 1 989 237 2 034 518
Ҡатын-ҡыҙҙар 341 786 398 121 531 128 570 174 604 645 654 491 811 400
Бөтәһе 1 560 977 1 681 099 2 224 583 2 423 175 2 576 181 2 643 728 2 846 118
Доһа ҡалаһындағы Ислам сәнғәте музейы
Катарҙағы мәсет

2015 йылға халыҡтың 11,6 процентын Ҡатарҙар, 88,4 процентын иммигранттар тәшкил итә[9]. Ҡатарҙа шулай уҡ Пакистан (18 %), Һиндостан (18 %), Иран (10 %), башҡа илдәрҙән (14 %) килеп төпләнгән халыҡ та йәшәй. Рәсми теле — ғәрәп теле, инглиз теле лә киң таралған. Дәүләт дине — ислам сөнни йүнәлешендәгеләр, ирандар — шиғыйҙар. 2020 йылға: мосолмандар 65,2 %, индустар 15,9 %, христиандар 13,7 %, буддистар 3,8 %, йәһүдтәр 0,1 %, халыҡ диндәрен тотҡандар 0,1 %, башҡалар 1 %, атеистар 1 %[9].

2020 йылдың декабрендә Ҡатарҙың халҡы 2 846 118 кеше тәшкил итә. Ҡала халҡы — 99,3 % (2021 год)[9]. Халыҡтың төп өлөшө баш ҡала Доһала йәки уның тирәләй, ярымутрауҙың көнсығышында йәшәй[9]. 2021 йылға тыуым коэффициенты суммаһы — ҡатын-ҡыҙҙар һанына 1,9 тыуым[9]. Белем — 93,5 %; ир-егеттәр — 92,4 %, ҡатын-ҡыҙҙар — 94,7 % (2017 йыл)[9]. Халыҡтың 15 йәшкә тиклемгеләре 12,84 %, 15 йәштән 65 йәшкә тиклемгеләре — 85,97 %, 65 йәштән өлкәндәре 1,19 % тәшкил итә[9]. 2021 йылда тыуым 1000 кешегә 9,38 кеше, үлем 1000 кешегә 1,42, иммиграция 1000 кешегә 4,3 кеше, халыҡ һанының үҫеше 1,23 % тәшкил итә[9]. Сабыйҙар үлеме 1000 яңы тыуған 1000 балаға 6,7 бала тәшкил итә[9]. 2021 йылға халыҡтың ғүмер оҙонлоғо 79,58 йәш, ир-егеттәрҙә — 77,47 йәш, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙа — 81,74 йәш булыуы көтөлә[9]. С 2020 йылға халыҡтың уртаса йәше — 33,7 йәш (ир-егеттәр — 35 йәш, ҡатын-ҡыҙҙар — 28,2 йәш)[9].

2017 йылға халыҡ һаны яҡынса 2,64 миллион кеше тәшкил итә, уларҙың 99,38 проценты ҡалала йәшәй (2,62 млн кеше тирәһе)[10].

Линия горизонта Дохи

Нефть һәм газ запастары ҙур ғына булыуына бәйле Ҡатар — донъяла бер кешегә иҫәпләгәндә иң юғары килем алыусы ил.

Нефть һәм газ сығарыу тулайым эске продукттың (ВВП) 50 проценттан ашыуын, экспорт хаҡының 85 процнгтын һәм дәүләт бюджетының 70 процентын бирә. Нефть һәм газ Ҡатарҙы бер кешегә тулайым эске продукт буйынса донъяла иң алдынғы ил тип билдәләй.

Тулайым эске продукт (ВВП) структураһында сәнәғәт (75 %)алдынғы урында тора, ә хеҙмәтләндереү өлкәһе 25 %, ауыл хужалығы 0,1 % тәшкил итә.

Катарҙавғы автострадалар

Нефть эшкәртеү, нефть-химия, химия, металлургия сәнәғәттәре (Умм-Сәидтәге иң эре ҡорос иретеү комплексы сит илдән килтерелгән сырьела эшләй) ныҡ үҫешкән. Ҡатарҙың төньяҡ өлөшөндә North, йәки Төньяҡ гигант нефть-газ конденсаты ятҡылығы урынлашҡан.

Ауыл хужалығы әллә ни үҫешмәгән, илдең аҙыҡ-түлеккә булған ихтыяжын ни бары 10 процентҡа ғына ҡаплата. Ер эшкәртеү эштәре оазистарҙа алып барыла (хөрмә пальмалары, йәшелсәләр һәм емеш-еләк үҫтереү). Күсмә һәм ярымкүсмә тормош алып барған ҡәбиләләр дөйәләр, һарыҡтар һәм кәзәләр үҫтереү менән мәшғүл.

2008 йылдағы экспорт — 55 млрд долл.: шыйығайтылған газ, нефть продукттары, ашламалар, ҡорос.

Төп һатып алыусылар — Япония 40,8 %, Көньяҡ Корея 16,3 %, Сингапур 11,8 %, Таиланд 4,6 %, Һиндостан 4,4 %.

2008 йылдағы импорт — 21,2 млрд долл.: машиналар һәм ҡорамалдар, транспорт саралары, аҙыҡ-түлек, химик продукттар.

Төп тәьмин итеүселәр — АҠШ 12,3 %, Германия 9,2 %, Италия 9,1 %, Япония 8,1 %, Франция 6,3 %.

Ҡатарҙың банк системаһына 16 коммерция банкы инә (сит ил банкылары бүлексәләрен (филиалдарын) да индереп).

Американың Forbes баҫмаһы төҙөгән рейтингта (2012 год) Ҡатар «бер кешегә уртаса килем» күрһәткесе буйынса беренсе урынды биләй, ул АҠШ-тың 88 222 долларын тәшкил итә[11].

Нефттән тыш Ҡатар тәбиғи газдың ғәйәт ҙур запасына эйә. 1997 йылда диңгеҙҙә урынлашҡан донъялағы иң эре тәбиғи газ ятҡылыҡтарының береһе Төньяҡ (өлөшләтә Иран милке лә) ятҡылығы эшкәртелә башлай, унда донъялағы тәбиғи газ запастарының 15 проценты тупланған тип иҫбат ителгән.

Ҡатар туризмды үҫтерә, илдә Туризм буйынса идаралыҡ булдырылған.

2021 йылдың марптынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме айына 1000 Ҡатар риалын ($274,65) тәшкил итә. Әгәр эш биреүсе работнигын торлаҡ һәм туҡланыу менән тәьмин итмәһә, уға өҫтәмә рәүештә йәшәү өсөн 500 Ҡатар риалын ($137,32) һәм туҡланыу өсөн 300 Ҡатар риалын ($82,39) түләй[12][13][14][15][16].

Һаны — 12 330 кеше (11 800 по JCSS)

Дөйөм һаны — 8500 кеше. 1 полк Әмир гвардияһы (3 пехота батальоны), 1 бронетанк полкы (1 танк һәм 1 механизацияланған батальондар, 1 артиллерия дивизионы), 6 айырым батальон (1 танк, 1 махсус тәғәйенләнештәге (сокр. состава) һәм 4 мотопехота батальоны), 1 полк ялан артиллерияһы, 2 айырым артиллерия дивизионы (миномёт һәм танктарға ҡаршы), 1 зенит батареяһы.

Бронетехника[17]:

Артиллерия:

  • 28 155-мм Мк F-3
  • 24 PzH 2000
  • 12 155-мм G-5
  • 4 180-мм РСЗО «Астрос» (SS-40/SS-30)
  • 84-мм еңел «Карл Густав» орудияһы
  • 40-мм М203 пехотаға ҡаршы гранаталар ташлағыстар
  • Миномёттар — 45-49 (15 — 120-мм; 4 самоходных VRM)
  • 100—150 ПТРК «Хот» һәм «Милан» (шул иҫәптән VAB базаһында 24 үҙйөрөшлө)

Хәрби-һауа көстәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һаны — 2100 кеше. Составы: 1-се истребителдәр ҡанаты (7-се истребитель-бомбардировчиктар («Мираж-2000-5») һәм 11-се штурмлаусы («Альфа Джет» һәм «Хок») эскадрильялар); 2-се вертолёт ҡанаты (6-сы («Газель»), 8-се (караптарға ҡаршы, «Командо») һәм 9-сы («Командо») эскадрильялары); транспорт эскадрильяһы; һауа оборонаһы көстәре.

Хәрби-диңгеҙ көстәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һаны — 1730 кеше (1800 по JCSS и Jane’s)

Караптар составы:

Башҡа хәрби формированиялар: ҡораллы полиция — 8000 (БТР, вертолёттары, катерҙары бар; техника юғары һанап үтелгән)

АҠШ менән хеҙмәттәшлек

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1992 йылдан алып Ҡатар АҠШ менән хәрби өлкәлә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Абу Наклах аэропортына яҡын урынлашҡан аль Удейд[en] хәрби базаһында дислокацияланған 609-сы Һауа һәм йыһан операцияларына идара итеү үҙәге[en] АҠШ хәрби көстәренең Үҙәк командованияһы (АҠШ армияһының ошондай дүрт сит илдәге үҙәктәренең береһе)[18].

Ислам террористик ойошмалары менән бәйләшентәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ливия революцияһы мәлендә Бенгазиҙа элеп ҡуйылған Ҡатар флагы

Ҡатар һуңғы йылдарҙа төрлө илдәрҙең эксперттары, киң мәғлүмәт саралары һәм сәйәси эшмәкәрҙәре тарафынан бер нисә тапҡыр[19][20][21][22][23] Аль-Каида, Братья-мусульмане, Талибан, ХАМАС, Ислам дәүләте һәм Джабхат Фатх аш-Шам кеүек исламдың сөнни йүнәлешендәге террористик ойошмалары террористарына ярҙам күрһәтеүҙә ғәйепләнә.

Ҡатарҙағы дипломатик кризис

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2017 йылдың 5 июнендә бер-бер артлы бер нисә ил — күршеләре Бахрейн, Сәғүд Ғәрәбстаны, шулай уҡ Мысыр, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Йемен, Ливия, Мавритания, Коморы, Мальдивы һәм Маврикия террористик ойошмалар (атап әйткәндә, «Фронт ан-Нусра») менән бәйләнештә булығаны, төбәк дәүләттәренең эске эштәренә тығылыуы һәм «Аль-Каида», «Братьев-мусульман» һәм «Ислам дәүләте» идеологияһын таратыуға бәйле Ҡатар менән мөнәсәбәттәрен өҙөүҙәре тураһында иғлан итә. Иордания үҙенең Ҡатарҙағы дипломатик вәкиллеген ҡыҫҡартыу тураһында ҡарар ҡабул итә[24]. Сәғүд Ғәрәбстаны, Бахрейн һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Ҡатар подданныйҙарының 14 көн эсендә уларҙың дәүләте территорияһынан китеүен, һәм үҙҙәренең Ҡатарҙағы подданныйҙарының да шул ваҡыт эсендә кире ҡайтыуын талап итә[25] (ранее эти же страны кратковременно высылали Ҡатарских дипломатов в 2014 году)[26]. Бынан тыш күрше илдәр Ҡатарға ҡарата тулы блокада булдыра[26][27].
Шулай уҡ Йемендәге Граждандар һуғышында хуситтарға ҡаршы операцияла Ҡатарҙың ҡатнашыуын юҡҡа сығара[28].

2017 йылдың 6 июнендә Ҡатар күршеләрен диалогҡа саҡыра, Кувейт әмире аралашсы булараҡ сығыш яһай[29].

Студенческий центр в Образовательном городе

Ҡатарҙа 1952 йылда дәүләт мәғарифы системаһы булдырыла.

Дәүләт бик күп мәктәптәр, университеттар, колледждар һәм фәнни-тикшеренеү һәм уҡыу үҙәктәрен аса.

Ҡатарҙағы ижтимағи тормош төп мәҙәни формалар буйынса үҫешә, Ҡатар мәжлестәрендә (йыйылыштарында) шиғыр һөйләү һәм тарих тураһында әңгәмәләр кеүек ысулдар ҡулланыла.

Бынан тыш Ҡатарҙа ынйыға һунар традицияһын байрам итеү һәм музыка тыңлау бөгөнгө көндә лә бик популяр.

Ҡатарҙың Аль Арда кеүек фольклор бейеүҙәре төрлө байрамдар һәм саралар мәлендә киң ҡулланыла.

Ҡатарҙа борондан каллиграфия һәм архитектура һынлы сәнғәттең өҫтөнлөклө формалары булып тора. Әммә һуңғы ун йылда, Ҡатар нәфис сәнғәт йәмғиәте булдырыуға бәйле, һынлы сәнғәттең үҫеше киңерәк ҡолас ала бара.

Ҡатар музейҙары идаралығы мәҙәниә!тте үҫтереүҙә ҙур роль уйнай, Ҡатарҙа музейҙар һәм галереялар бик күп, шул иҫәптән Ислам сәнғәте музейы һәм Матхаф ғәрәп хәҙерге заман сәнғәте музейы ла киң ҡолас йәйеп эшләй.

Ҡатар 2011 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы комитетына ҡушыла һәм Эз-Зубара Бөтә донъя мираҫы объектын һаҡлаусы, археологик ҡаҙыныу эштәрен алып барыусы булып тора. Бынан тыш Ҡатар урындағы һәм халыҡ-ара мәҙәни сараларҙы үткәрә һәм уларға аҡса бүлә.

Киң мәғлүмәт саралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Дохала «Әл Джазира-Джази́ра» телеканалы студияһы

QGBTC[en] дәүләт телерадиокопанияһы (Qatar General Broadcasting and Television Corporation) Qatar TV[en] телеканалын һәм Qatar Radio[en] радио каналын үҙ эсенә ала[30]. Шулай уҡ Доха ҡалаһында урынлашҡан бөтә ғәрәп донъъяһындағы иң эре Әл-Джазира мультимедия холдингы Ҡатар әмире Хәмәд бин Хәлифә Әл Тани указы буйынса 1996 йылда булдырыла.

2013 йылдан Мысыр киң мәғлүмәт саралары өсөн Ҡатарҙан тапшырыуҙар алып бурыуҙы сикләй[26].

Дохала үткәрелгән футбол матчы
Бейеклеккә һикереүсе Мутаз Эсса Баршим Ҡатарға өс олимпия миҙалын алып ҡайтҡан
  1. Катарҙа халыҡ иҫәбен алыу буйынса (2010) 2010 йыл 9 июль архивланған.
  2. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/asia
  3. Эмир Катара отрёкся от престола в пользу сына. Дата обращения: 24 июнь 2013. Архивировано 29 июнь 2013 года.(недоступная ссылка)
  4. В Катаре объявлено о передаче власти новому эмиру. Дата обращения: 25 июнь 2013. Архивировано 29 июнь 2013 года.(недоступная ссылка)
  5. Democracy? That’s for other Arabs. Дата обращения: 28 ноябрь 2019. Архивировано 31 ғинуар 2018 года.
  6. Qatar Municipalities (недоступная ссылка — история). Qatar Ministry of Municipality and Urban Planning. Архивировано 22 декабрь 2011 года. 2016 йыл 18 ғинуар архивланған.
  7. Qatar Census 2020 Main Results (ингл.). Planning and Statistics Authority. Дата обращения: 16 февраль 2022. Архивировано 16 февраль 2022 года.
  8. Управление планирования и статистики Катара. Дата обращения: 10 июль 2019. Архивировано 10 июль 2019 года. 2019 йыл 10 июль архивланған.
  9. 9,00 9,01 9,02 9,03 9,04 9,05 9,06 9,07 9,08 9,09 9,10 file-icon. Дата обращения: 22 август 2021. Архивировано 9 июль 2021 года.
  10. SESRIC — Statistical, Economic and Social Research and Training Centre for Islamic Countries. Дата обращения: 4 октябрь 2018. Архивировано 5 октябрь 2018 года.
  11. Самые богатые государства по мнению журнала Forbes. Архивировано 4 декабрь 2012 года. 2012 йыл 4 декабрь архивланған., 24.02.2012
  12. Impact to contractors of Qatar minimum wage and labour mobility laws reform. Дата обращения: 26 ғинуар 2021. Архивировано 31 ғинуар 2021 года.
  13. Qatar announces new minimum wage — but will it be able to hold violators accountable? Дата обращения: 26 ғинуар 2021. Архивировано 30 ғинуар 2021 года.
  14. Qatar- Minimum wage will help hire skilled labour | MENAFN.COM. Дата обращения: 26 ғинуар 2021. Архивировано 31 ғинуар 2021 года.
  15. DoLE cites new minimum wage law in Qatar — Manila Bulletin. Дата обращения: 26 ғинуар 2021. Архивировано 31 ғинуар 2021 года.
  16. Explained: The new changes in Qatar’s labour laws | Explained News,The Indian Express. Дата обращения: 26 ғинуар 2021. Архивировано 3 февраль 2021 года.
  17. Архивированная копия. Дата обращения: 20 май 2013. Архивировано 3 сентябрь 2013 года.
  18. военная база Удейд, для американских военных, это своего рода хаб — крупнейшая и самая важная из имеющихся у США на Ближнем Востоке 35 военных баз. [1] 2017 йыл 28 август архивланған. // НГ, авг 2017
  19. Морад Мусин - российский эксперт. Дата обращения: 17 октябрь 2014. Архивировано из оригинала 11 июль 2014 года. 2014 йыл 11 июль архивланған.
  20. Кто и зачем финансирует исламистские террористические организации? Дата обращения: 28 ноябрь 2019. Архивировано 17 ғинуар 2019 года.
  21. Нафтали Беннет: Катар должен прекратить финансировать ХАМАС. Дата обращения: 17 октябрь 2014. Архивировано 24 октябрь 2014 года.
  22. Герд Мюллер считает, что боевиков группировки "Исламское государство", которые в настоящее время терроризируют население Ирака, финансирует Катар. Архивировано из оригинала 21 октябрь 2014 года. 2014 йыл 21 октябрь архивланған.
  23. Саудовцы и их союзники из других стран Персидского залива отозвали из Дохи своих послов, обвинив Катар в поддержке террористов. Дата обращения: 28 ноябрь 2019. Архивировано 7 апрель 2019 года.
  24. interfax: Иордания снижает уровень своего дипломатического представительства в Катаре 2019 йыл 9 ғинуар архивланған.
  25. КоммерсантъАрабы повернулись к Катару бойкотом 2021 йыл 8 ғинуар архивланған.
  26. 26,0 26,1 26,2 Арабский мир отвернулся от Катара: у каждой страны свои причины — РИА Новости, 05.06.2017. Дата обращения: 6 июнь 2017. Архивировано 6 июнь 2017 года.
  27. Рябь по заливу: к чему приведёт изоляция Катара на Аравийском полуострове — РТ на русском. Дата обращения: 6 июнь 2017. Архивировано из оригинала 5 июнь 2017 года.
  28. Бахрейн, Саудовская Аравия, Египет и ОАЭ разрывают дипотношения с Катаром. ТАСС (5 июнь 2017). Дата обращения: 5 июнь 2017. Архивировано 5 июнь 2017 года.
  29. Коммерсантъ Катар пытается успокоить соседей 2017 йыл 7 июнь архивланған.
  30. Радиостанции Дохи. Дата обращения: 30 сентябрь 2016. Архивировано 30 сентябрь 2016 года.
  31. Чемпионат мира в 2022 году могут провести зимой. Дата обращения: 28 ноябрь 2019. Архивировано 8 май 2021 года.
  32. Блаттер предупредил Катар, что сборную не получится создать только из натурализованных игроков (5 февраль 2015). Дата обращения: 5 февраль 2015. Архивировано 6 февраль 2015 года.