Камалетдинов Морат Абдулхаҡ улы
Камалетдинов Морат Абдулхаҡ улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 18 июль 1928 |
Тыуған урыны | Томск, Томск округы[d], Себер крайы[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 1 июль 2013 (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | petroleum geologist, геолог |
Эшмәкәрлек төрө | геология |
Уҡыу йорто | Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Камалетдинов Морат Абдулхаҡ улы Викимилектә |
Камалетдинов Морат Абдулхаҡ улы (18 июль 1928 йыл — 1 июль 2013 йыл) — нефтсе геолог, геология-минералогия фәндәре докторы (1972), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976), Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһының почётлы ағзаһы, Рәсәй Экология академияһы һәм Урал Геология академияһы академигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Морат Абдулхаҡ улы Камалетдинов 1928 йылдың 18 июлендә Томскиҙа тыуа.
1953 йылда Ҡазан дәүләт университетын тамамлай һәм Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ ҡалаһында геология-эҙләнеү контораһының геология экспедицияһы прорабы булып эш башлай. 1955 йылда геология партияһы начальнигы, унан һуң геология экспедицияһы начальнигы, Стәрлетамаҡ геология-эҙләнеү контораһының баш геологы итеп тәғәйенләнә.
1969 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Геология институтында эшләй, башта өлкән ғилми хеҙмәткәр була, 1974 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Урал фәнни үҙәге Геология институтының тектоника лабораторияһы етәксеһе, ә 1976 йылдан 1991 йылға тиклем — Рәсәй Фәндәр академияһы Урал фәнни үҙәге Геология институтының директоры.
1974—1997 йылдарҙа Морат Камалетдинов Башҡорт дәүләт университетында лекциялар уҡый, ошо уҡ осорҙа Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының почетлы ағзаһ» (1997), СССР Фәндәр академияһының тектоник комитеты ағзаһы (1976—1991) була, уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелә.
Морат Камалетдинов Уралдағы шарьяж тектоникаһын аса. 1954 йылда, СССР геологияһында шарьяждар ҡырҡа кире ҡағылған саҡта, ул тәүләп Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендә ҙур күләмле Ҡаратау шарьяжы барлығын иҫбатлай. Артабан Көньяҡ һәм Урта Уралда уға тиклем яңылыш антиклиналь ҡалҡыулыҡтар тип һаналған башҡа күп тектоник япмаларҙы һәм күп һанлы аллохтон ҡалдыҡ ҡаяларын аса.
Ғалим шулай уҡ Табын, Ромадановка, Воскресенское, Шәбағыш, Ермолаевка, Торғаҫ, Тәйрүк һәм башҡа Урал алды нефть ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша һәм уларҙы эҙләүҙең яңы һөҙөмтәле методикаһын эшләй.
Ул ер ҡабығының тектоник пластиналарының горизонталь хәрәкәттәренә уның төҙөлөшөндә һәм үҫеш барышында төп урын бирелгән геотектоник фән мәктәбен барлыҡҡа килтерә. Р. А. Камалетдинов менән берлектә ул 1971 йылда тәүләп тау алды бөгөлөштәре континенттар платформалары ситтәренең уларға баҫым яһаған ороген ҡоролмалар ауырлығы аҫтында изостатик батыуы менән бәйле икәнлеген асыҡлай. Ю. В. Казанцев һәм Т. Т. Казанцева менән бергә Урал тектоникаһы менән Ҡырым, Кавказ, Памир, Һималай, Аппалач тауҙары, Ҡаялы тауҙар һәм башҡа ороген зоналар араһында сағыштырма анализ яһай, был эштең һөҙөмтәһе тәү башлап донъяның бөтә таулы билбауҙарының шарьяжлы-шыуышыулы төҙөлөшлө булыуы һәм уларҙың континенттарҙағы аллохтон урынлашыуы тураһында һығымта яһау мөмкинлеген бирә. Уларҙа нефть һәм газ булыу-булмау перспективаларын фаразлау яһала. Д. В. Постников менән берлектә ҡарт һәм йәш платформалар: Көнсығыш Европа, Көнбайыш Европа, Себер, Көнбайыш Себер, Төньяҡ Америка, Африка платформаларының фундаменттары өйрәнелә. Уларҙың бөтәһенә лә шарьяжлы-шыуышыулы төҙөлөш хас булыуы асыҡлана. Ҙур күләмле мәғлүмәттәрҙе анализлау аллохтондар менән файҙалы ҡаҙылмалар араһында генетик бәйләнеш булыуын күрһәтә. Ҡояш системаһының Ер төркөмөнә ингән башҡа планеталарҙа ла шарьяждар барлығы асыҡлана һәм Юпитер планетаһының эйәрсәне Ионың хәҙерге үҫеше менән Ерҙең боронғо революцион геологик үҫеш осорҙары араһындағы оҡшашлыҡ табыла.
Был мәғлүмәттәр М. А. Камалетдиновҡа ул шарьяжлы-шыуышыулы тип атаған яңы геологик теорияны эшләү мөмкинлеген аса. Был теорияға ярашлы, шарьяждар планетабыҙҙың таш ҡабығының төп структур элементтары булып тора һәм уларҙың хәрәкәт итеүенә әүәлге һәм хәҙерге төп геологик процестар — тауҙар яһалыу, йыйырсыҡлылыҡ, ултырмалар барлыҡҡа килеү, магматизм, метаморфизм, сейсмиклыҡ, шулай уҡ мөһим файҙалы ҡаҙылмалар (нефть, газ, металл мәғдәндәре, алмастар һәм башҡа минералдар) формалашыу барышы бәйләнгән. Был теория хәҙерге геологияның ҙур әһәмиәткә эйә булған фәнни ҡаҙанышы һәм ватан геологтары тарафынан эшләнгән глобаль күләмдәге тәүге универсаль тәғлимәт булып тора.
М. А. Камалетдинов — 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Камалетдинов Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһын ойоштороусыларҙың береһе. 2013 йылдың 1 июлендә Өфөлә мәрхүм була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1986).
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976).
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.
- Покровные структуры Урала. М.: Наука, 1974.
- Геология и перспективы нефтегазоносности Урала. М.: Наука, 1988 (соавтор).
- Шарьяжно-надвиговая тектоника литосферы. М.: Наука, 1991 (соавтор).
- Ученые и время. Уфа: Гилем, 2007.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкортостан: Краткая энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996
- Татарский энциклопедический словарь. Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1999.
- Вклад геологов-нефтяников в развитие нефтегазодобывающей промышленности Башкортостана. Уфа: ДООО «Башнипинефть» ОАО АНК «Башнефть», 2003
- Башкирская энциклопедия: В 7 т. Т. 3: З-К. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2007.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011 йылда Морат Абдулхаҡ Камалетдинов тураһында фильм сыға, ул «Беҙҙең заман геройы-2011» социаль әһәмиәтле телепрограммалар халыҡ-ара фестивалендә призлы урын ала.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Камалетдинов Морат Абдулхаҡ улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 декабрь 2020)
- http://kino.tr200.ru/v.php?id=635873 2016 йыл 4 март архивланған.
- http://www.delomir.ru/index.php?page=4&num=110&top=3692 2016 йыл 4 март архивланған.
- 18 июлдә тыуғандар
- 1928 йылда тыуғандар
- Томскиҙа тыуғандар
- 1 июлдә вафат булғандар
- 2013 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Ҡазан университетын тамамлаусылар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар