Менделеев Дмитрий Иванович
Дмитрий Иванович Менделеев | ||||||||||
рус. Дмитрий Иванович Менделеев[1] | ||||||||||
| ||||||||||
Тыуған көнө | ||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Рәсәй империяһы Тобольск губернаһының Тобольск (Тубыл) ҡалаһы | |||||||||
Вафат көнө | ||||||||||
Вафат урыны |
Рәсәй империяһы Санкт-Петербург ҡалаһы | |||||||||
Ғилми даирәһе | ||||||||||
Ғилми етәксеһе |
А. А. Воскресенский | |||||||||
Уҡыусылары |
Д. П. Коновалов, | |||||||||
Ниндәй өлкәлә танылған |
Периодик ҡанун һәм периодик таблица авторы | |||||||||
Награда һәм премиялары |
| |||||||||
Автограф | ||||||||||
Викиөҙөмтәлә цитаталар | ||||||||||
Менделеев Дмитрий Иванович (8 февраль 1834 йыл — 2 февраль 1907 йыл) — Рәсәй империяһының энциклопедист ғалимы: химик, физикохимик, физик, метролог, иҡтисадсы, технолог, геолог, метеоролог, нефтсе, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, һауала осоусы, приборҙар яһаусы. Санкт-Петербург университеты профессоры; Император Санкт-Петербург Фәндәр Академияһының физика төркөмө буйыынса ағза-корреспонденты; Иң билдәле асышы — химик элементтарҙың периодик ҡануны һәм элементарҙың периодик таблицаһы — Ғаләмдең төп ҡанундарының береһе, тәбиғәт фәненең айырылғыһыҙ бер өлөшө. «Химия нигеҙҙәре» («Основы химии») исемле классик ғилми хеҙмәт авторы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бала сағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дмитрий Иванович Менделеев 1834 йылдың 8 февралендә (иҫке стил буйынса 27 ғинуарында) Тубыл ҡалаһында ул ваҡытта ҡала гимназияһының һәм Тубыл округы училищелары директоры булған Иван Павлович Менделеев (1783—1847) менән Мария Дмитриевна Менделеева (ҡыҙ фамилияһы Корнильева, 1786—1873) ғаиләһендә тыуған. Дмитрий һуңғы, ун етенсе[2] (икенсе мәғлүмәттәр буйынса,ун дүртенсе[3]) бала була. Ошо ун етенең һигеҙе сабый саҡта уҡ вафат була (уларҙың өсәүһенә ата-әсәләре хатта исем дә биреп өлгөрмәй), ә 14 йәшлек Маша исемле ҡыҙҙары 1820-се йылдар уртаһында Һарытау ҡалаһында үпкә сире сихуттан (чахотканан) үлеп ҡала. Дмитрий Менделеевтың тыуыуы тураһында тарихи яҙыу һаҡланып ҡалған: — Тубыл ҡалаһының Богоявленский сиркәүе буйынса 1834 йылда тыуыусылар теркәлгән метрик китаптың һарғайып бөткән бер битендә түбәндәге һүҙҙәр яҙылған: «27 января Тобольской гимназии директора — надворного советника Ивана Павловича Менделеева от законной его жены Марии Дмитриевны родился сын Дмитрий».
Д. И. Менделеевтың бала саҡ йылдары декабристарҙың Себерҙә һөргәндә булған ваҡытҡа тура килә. Александр Муравьёв, Пётр Свистунов, Михаил Фонвизин]] нәҡ Тубыл губернаһында йәшәй. Дмитрий Ивановичтың Ольга апаһы декабристарҙың Көньяҡ ойошмаһының элекке ағзаһы Николай Васильевич Басаргинға кейәүгә сыға, һәм улар оҙаҡ ваҡыт Ялуторовск ҡалаһында декабрист Иван Пущин менән күрше йәшәй. Иван Павлович үлеп киткәс, был декабристар бергәләшеп Менделеевтарҙың һиҙелерлек мохтажлыҡ кисергән ғаиләһенә даими ярҙам итеп тора.
Урал заводтарында булыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй империяһының финанс министры С. Ю. Виттеның ҡушыуын үтәп, 1899 йылда Дмитрий Менделеев Урал заводтарының эшен тикшереү буйынса Петербург Фәндәр академияһының фәнни экспедицияһын етәкләй. Ул етештереүсәнлеген һәм сеймал базаһын өйрәнеү өсөн Әүжән‑Петровск заводтарында, Белорет заводында, Белембай заводында, Богословский заводында, Златоуст (Косотур) заводында, Ҡағы заводында, Ташлы заводтарында, Ҡытау‑Ивановка заводында, Ҡыштым заводтарында, Һатҡы заводында, Эҫем заводтарында, Сысәрт заводтарында, Тирлән заводында, Шайтан заводында, Йоҡ‑Кама заводында булып киткән. Экспедиция тимер мәғдәнен сығарыуҙың һәм уны разведкалауҙың магнит алымдарын ҡулланыу перспективаларын, Уралдың һәм сиктәш биләмәләрҙең ағас яғыулығы ресурстарын һәм урман байлыҡтарын тергеҙеү проблемаларын, тулы металлургия циклын ойоштороу мәсьәләләрен өйрәнә. Экспедицияның һөҙөмтәләре нигеҙендә 1900 йылда Д. И. Менделеев мөхәррирлегендә «1899 йылда Урал тимер сәнәғәте» («Уральская железная промышленность в 1899 г.»”) китабы баҫылып сыға[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.biography.com/people/dmitri-mendeleyev-9405465
- ↑ Сторонкин А. В., Добротин Р. Б. Летопись жизни и деятельности Д. И. Менделеева. М.: 1984. С. 21
- ↑ Ходаков Ю. В. Общая и неорганическая химия: пособие для учителей. М.: 1959. С. 68
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Менделеев Дмитрий Иванович 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 18 ғинуар 2019)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Летопись жизни и деятельности Д. И. Менделеева / Авторы: Р. Б. Добротин, Н. Г. Карпило, Л. С. Керова, Д. Н. Трифонов; Отв. ред. А. В. Сторонкин; Рецензенты: Р. Г. Гребенщиков, В. И. Кузнецов, Ю. Б. Соловьёв; Академия наук СССР. Секция химико-технологическихи биологических наук. — Л.: Наука, 1984. — 532 с. — 2300 экз.
- Макареня А. А., Нутрихин А. И. Менделеев в Петербурге. — Л.: Лениздат, 1982.
- Меньшиков М. О. Памяти Д. И. Менделеева // Национальная Империя: Сборник статей / М. О. Меньшиков / Составление, вступ. статья, послесловие М. Б. Смолина; Православный центр имперских политических исследований.. — М.: Имперская традиция, 2004. — С. 108—111. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-89097-052-6.
- Образцов П. А. Азбука шамбалоидов: Мулдашев и все-все-все. — М.: Яуза, Пресском, 2005. — 288 с. — (АнтиМулдашев). — 9000 экз. — ISBN 5-98083-038-3.
- Нутрихин А. И. Жаворонок над полем. Повесть о детстве Дмитрия Ивановича Менделеева/ 2004
- Слетов П. В., «Менделеев», 1933. — 184 с. (Жизнь замечательных людей)
- Чугаев Л. А. Дмитрий Иванович Менделеев. Биография русского гения // Экология и жизнь. — 2009. — № 1.
- Храмов Ю. А.:Физики|часть = Менделеев Дмитрий Иванович |с=184|ссылка часть = 832.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Д. И. Менделеев Викиөҙөмтәлә | |
Д. И. Менделеев Викикитапханала | |
Д. И. Менделеев Викимилектә | |
Д. И. Менделеев Викияңылыҡтарҙа |
- Менделеев Д. И. Периодический закон (DjVu). Т. 1. // Собрание сочинений в 3 томах — М.: Издательство Академии наук СССР — На сайте Руниверс
- Менделеев Д. И. Растворы (DjVu). Т. 2. (DjVu)]. Т. 2. // Собрание сочинений в 3 томах — М.: Издательство Академии наук СССР — На сайте Руниверс
- Менделеев Д. И. Периодический закон. Дополнительные материалы (DjVu). Т. 3. // Собрание сочинений в 3 томах — М.: Издательство Академии наук СССР — На сайте Руниверс
- Менделеев Д. И. Ещё о расширении жидкостей (Ответ профессору Авенариусу)(недоступная ссылка). — СПб.: Тип. В. Демакова, 1884. — 18 с.
- Менделеев Д. И. Об опытах над упругостью газов(недоступная ссылка). Сообщение Д. И. Менделеева в Императорском Русском техническом обществе — 21 янв. 1881 г. — СПб., 1881. — 22 с.
- Менделеев Д. И. Дополнения к познанию России(недоступная ссылка). Посмертное издание. СПб.: А. С. Суворин, 1907. — 109 с. + I л. портрет.
- Менделеев Д. И. Изоморфизм в связи с другими отношениями кристаллической формы к составу(недоступная ссылка). Диссертация, представленная при окончании курса в Главном педагогическом институте студентом Д. Менделеевым. — СПб., 1856. — 234 с.
- Менделеев Д. И. О сопротивлении жидкостей и о воздухоплавании 2021 йыл 24 февраль архивланған.: Вып. 1. — СПб.: Тип. В. Демакова, 1880. — 80 с.: табл. (имеется переиздание в собрании сочинений)
- Менделеев Д. И. Заветные мысли (1905)
- Менделеев Д. И. Попытка химического понимания мирового эфира (1902)
- Менделеев, Дмитрий Иванович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Словарные статьи Д. И. Менделеева в Большом энциклопедическом словаре Брокгауза и Ефрона в Викитеке.
- Менделеев Дмитрий Иванович РФА рәсми сайтында
- Менделеев Дмитрий Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 ғинуар 2019)
Был ғалим тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
- 8 февралдә тыуғандар
- 1834 йылда тыуғандар
- 2 февралдә вафат булғандар
- 1907 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Санкт-Петербургта вафат булғандар
- Изге Александр Невский ордены кавалерҙары
- Аҡ бөркөт ордены кавалерҙары (Рәсәй империяһы)
- I дәрәжә Изге Владимир ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Изге Владимир ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Изге Станислав ордены кавалерҙары
- Почётлы легион ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса химиктар
- Рәсәй империяһы химиктары
- XIX быуат химиктары
- XX быуат химиктары
- Алфавит буйынса физиктар
- Рәсәй империяһы физиктары
- XIX быуат физиктары
- XX быуат физиктары
- Алфавит буйынса иҡтисадсылар
- XIX быуат иҡтисадсылары
- XX быуат иҡтисадсылары
- Дмитрий Менделеев
- Санкт-Петербург дәүләт университеты уҡытыусылары
- Санкт-Петербург ФА мөхбир ағзалары
- Венгрия фәндәр академияһы ағзалары
- Пруссия фәндәр академияһы ағзалары
- Лондон короллеге йәмғиәте сит ил ағзалары
- АҠШ Милли ФА ағзалары һәм мөхбир ағзалары
- Копли миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Дэви миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Натурфилософтар
- Почта маркаларында шәхестәр