Башҡорт балы
Башҡорт балы (башҡ. башҡорт балы башҡорт балы) — Башҡортостанда етештерелгән бал.
«Башҡорт балы» атамаһы һаҡланыусы сауҙа маркаһы булып тора. 2005 йылдан «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы Рәсәй Федерацияһы территорияһында үҙ продукцияһын «Башҡорт балы» тип исемләргә хоҡуғы булған берҙән-бер учреждение булып тора. 2005 йылда Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге «Башҡорт балы» һүҙбәйләнешен Башҡортостанда етештерелгән бал аҙығы тауарҙарын маркировкалау өсөн патентлай. Шулай уҡ тауарҙың сығышы атамаһын билдәләүҙең хоҡуғына 2017 йылда бал етештереүсе эре «Башҡорт умартасылыҡтары (Башкирские пасеки)» компанияһы менән аффилирланған бары тик «Башҡорт балы (Башкирский мед)» (НМПТ) ойошмаһы , йәғни «Башҡорт балы (Башкирский мед)» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эйә була.[1] 2018 йылда ЯСЙ «Ревайзен» тарафынан «Башҡорт балы (Башмед)» сауҙа маркаһы теркәлә.
Үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Балдың ҡиммәтлеге диастаз һаны менән билдәләнә — был берәмек күләме эсендәге ферменттың һаны. Был һан ни тиклем юғары булһа, бал шул тиклем затлы, ҡиммәтле. РФ-тың көньяҡ райондарында бал диастазы— 5-8, алтай балының — 18, башҡорт балының — 22-50 берәмек. Ә ферменттарҙың һаны умарталарҙың ниндәй климатта тороуы, ниндәй үҫемлектәр сәскәләренән нектар табыуы, диңгеҙ кимәленән ниндәй бейеклектә тороуы һәм бал ҡорттарының популяция сифаты менән бәйле. Диастазы юғары булған башҡорт балында иң татлы булған фруктозаның күләме бик бейек, бындай составлы бал ҡомоҡмайынса шыйыҡ хәлдә бик оҙаҡ тора.
Солоҡсолоҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Солоҡ — ҡырағай бал ҡорттары өсөн үҫеп ултырған ағасты соҡоп яһаған умарта.
Башҡортостан — солоҡсолоҡ һаҡланып ҡалған, солоҡ балы (ҡырағай урман балы) табыла торған Ер шарында берҙән-бер урын.
Солоҡсолоҡ, кәсеп булараҡ, боронғо Башҡортостан территорияһында бик күптән булған. Был турала 1500 йыл элек ерләнгән, Бөрө ҡәберлегендә 1902 йылда табылған солоҡсолоҡ кәрәк-яраҡтары һәм боронғо башҡорт кешеләренең Шүлгәнташ мәмерйәһе диуарҙарына төшөрөлгән һүрәттәре һөйләй.
Башҡорттарҙа солоҡсолоҡтоң ныҡлап үҫеше XVIII быуатҡа тура килә. Рәсәй фәндәр Академияһы ағза-корреспонденты П. И. Рычков, Көньяҡ Уралда башҡорттарҙың көнкүрешен өйрәнеп, былай тип яҙа: «…бөтә ерҙә бал ҡорттары булған урман», башҡорттарҙың төп табышы «йылҡысылыҡ, малсылыҡ һәм солоҡсолок… Урманлы урында йәшәгән башҡорттар солоҡтан бик ҙур табыш ала. Улар ҡорттарҙы үрсетергә бик оҫта, урманда бер нисә мең солоҡ ағасы, бер ағаста ике, ҡайһы саҡта өс солоҡ ояһы булған ағастар бар. Урманда йәшәп мөлкәтһеҙ булғандар бик һирәк. Бер солоҡтан ботҡа яҡын, ҡайһы саҡта күберәк, йә аҙыраҡ балауыҙлы бал алалар». Петр Ивановичтың улы, Н. П. Рычков, 1769-1770 йылдарҙа Өфөнән төньяҡ-көнбайышҡа табан ятҡан вятка һәм пермь ерҙәренә сәйәхәт ҡыла, солоҡсолоҡ башҡорт сәнғәтенә һоҡланып, былай тип яҙа: «...башҡорт халҡынан тыш, бындай ҡортсолоҡ кәсебе менән оҫта шөғөлләнгән башҡа халыҡты табыуы ла мөмкин түгел ». 1914 йылда билдәле рәсәй географы В. П. Семенов Тян-Шанский мөхәррирлеге аҫтында баҫып сығарылған «Россия. Полное географическое описание нашего Отечества» юл китабында былай тип яҙылған:«Өфө губернаһында иң яҡшы бал биреүсе урман умартасылығы Стәрлетамаҡ һәм Өфө өйәҙҙәрендә, шулай уҡ бер ни тиклем Бөрө өйәҙендә һәм бик аҙ кимәлдә Бәләбәй өйәҙендә тупланған. Урындағы умартасылыҡ менән башлыса башҡорттар һәм бер аҙ урыҫ крәҫтиәндәре булыша; уларҙың тәүгеләренең хужалығында умарта баштары аҙ һанлы булһа, икенселәрендә шаҡтай ҙур күләмдә (умарта баштары 1000-гә тиклем етә). Бөтә губернала ялан умартасылығы киң таралған. Өфө губернаһынан Ҡаҙан һәм Мәскәү ҡалаларына 3-4 мең ботҡа тиклем [49,1 — 65,5 тонна] йүкә балы оҙатыла һәм был ҡалаларҙың иң ҙур бал йәрминкәләрендә һатыла.»
Солоҡсолоҡ Башҡортостанда күп быуаттар дауамында үҫешкән, солоҡ ағастарына ырыу тамғалары ҡуйылған һәм улар киләһе быуындарға мираҫ буйынса күскән. Умартасылыҡ өсөн кәрәк ҡорамалдар: кирәм — юкәнән ишелгән бау йәки күндән үрелгән ҡайыш бау, ул солоҡсоға ағаста киҫеп һалынған киртләстәргә аяҡтары менән баҫып, ағасты һәм үҙен ныҡлап уратып, ҡыҫып тотоп, солоҡ ағасына үрмәләп менергә ярҙам иткән бау; ләнге — ҡорт ояһын ҡарағанда баҫып тороу өсөн солоҡ аҫтына эләктереп-беркетеп ҡуя торған аҫлыҡ- баҫҡыс. Әлбиттә, башта буласаҡ солоҡ өсөн ҡыуышлы ағасты табалар, ағасҡа менер өсөн балта менән ағас тәнендә тәрән булмаған арҡыры киртләстәр һалалар, ҡыуышты ҙурайтып уялар, эсендәге сүп-сарҙан таҙарталар, 1-2 йыл дауамында елләтәләр, артабан ҡыуыш тишеген ҡалын таҡта менән ябалар, ағас бейеклеккә үҫмәһен өсөн, уның башын ҡырҡып осоралар. Артабан урмандағы ҡырағай ҡорттар был ағас тишегенә оялағас, йәйҙең июль айҙарында ҡорт ғаиләһенең хәлен тикшерәләр, балы булһа, уны киҫеп алалар. Солоҡсо төп ҡорамалдары ярҙамында солоҡ ағасы буйынса бик юғарыға, 4-5 ҡатлы йорт бейеклегендәге солоҡҡа үрмәләп менә, ләнгене ағасҡа беркетә. Шунан ләнгегә баҫып, үҙенең арҡаһында алып менгән йүкә бауҙы ағас ботағы аша бауландырып ергә төшөрә һәм, ағас төбөндә торған ярҙамсыһы ағас батманды (силәкте, күнәкте) бау менән нығытып бәйләгәс, батманды бау менән юғарыға, үҙе янына күтәрә. Бал ҡорттары ваҡытынан алда шаулап-ҡотороп китмәһен өсөн, бик ҙур һаҡлыҡ менән генә солоҡ тишеген балта, ҡасау һәм өтөргө менән аса. Артабан төтөнләткес менән ағас ҡыуышына төтөн өрҙөрөп, ҡорттарҙы ҡортсоно саҡмаҫлыҡ хәлгә килтерә (борондан урмандағы янғындан һаҡланыу өсөн бал ҡорттары төтөн еҫен һиҙеп ҡалһа, үҙҙәренең урттарына запас бал ҡаба, шунан ояһынан сыға, артабан инде уларҙың ҡаяуҙары ҡортсоно саға алмаҫлыҡ хәлгә инә). Ҡортсо бик һаҡ ҡына, сәбәләнмәйенсә генә ағас тишеген тикшерә, шунан һуң ғына солоҡтағы балды умартасының кәкере бысағы менән ҡырҡып ала һәм уны батманға тейәй. Батманы тулғас һәм ҡышҡылыҡҡа ҡорттарға ашарлыҡ бал ҡалдырғас, бауланған батманды ярҙамсыһына төшөрә. Артабан солоҡ тишеген тығыҙлап ябып ҡуя һәм ҡорттар кире солоҡ эсенә инһен өсөн солоҡтоң бәләкәй генә кейәһен асып ҡалдыра. Ҡайһы саҡ солоҡсолар бал ҡорттары өсөн ағас ҡыуышынан тыш, бейек ағастарға эсе соҡоп эшләнгән бүрәнә умарталарҙы күтәртәләр һәм, ботаҡтар өҫтөнә ныҡлап ултыртып, тартып бәйләп ҡуялар ҙа, солоҡтарҙы киләһе йылға тиклем тыныс ҡалдыралар.
Йыл һайын башҡорт халҡының борондан килгән солоҡсолоҡ кәсебенең үҙәге булған Бөрйән районындағы Шүлгәнташ ҡурсаулығында Солоҡ умартасылары көнө байрам ителә, унда бөтә Бaшҡортостан умартасылары йыйыла, сит илдәрҙән дә тәжрибә отоп алырға бик күп умартасылар килә, мәҫәлән, польша умартасылары. Улар үҙҙәрендә был кәсепте тергеҙеү менән шөғөлләнә. Хәҙерге көндә солоҡ умарталары Шүлгәнташ ҡурсаулығында һәм ҡайһы бер шәхси умартасыларҙың хужалығында бар, әммә күпселек умартасылыҡтар бал ҡорттарын заманса рамлы ағас умарталарҙа тоталар. Башҡорт ҡорто популяцияһы Башҡортостан Республикаһы закондары тарафынан һаҡлана.
Башҡорт бал ҡорто
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт балының үҙенсәлегенә үҙ өлөшөн бигерәк тә ҡырағай башҡорт (бөрйән) бал ҡорто индерә — был бал ҡортоноң популяцияһы Ла apis mellifera тип атала. Башҡорт бал ҡорто популяцияһы ҡышҡы һыуыҡҡа түҙемлелеге, европа серегенә, нозематозға һәм ағастарға яуғанбал токсикозына бирешмәүсәнлеге, шулай уҡ ҡыҫҡа ғына йәй ваҡытында (бигерәк тә йүкәнән бик аҙ арала) юғары күләмдә бал етештереүе менән башҡа ерҙәге ҡорттарҙанан айырылып тора. Башҡорт бал ҡорто умартасалыҡта билдәле булған урта рус ҡорттары тоҡомо популяцияларына ҡарағанда үҙенең уҫаллығы менән билдәле: уларҙы махсус костюм, битлек һәм төтәткестән башҡа ҡарап булмай. Башҡорт бал ҡорттары халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә юғары баһа ала[2]. Башҡорт бал ҡорттары халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә юғары баһа ала. Рәсәй зоологы һәм тәбиғәт фәндәре белгесе Г. А. Кожевников генетик яҡтан башҡорт бал ҡорто бик ҡиммәт тип яҙа. Рәсәй зоологы һәм тәбиғәт фәндәре белгесе Г. А. Кожевников үҙ эштәрендә былай тип яҙа: «башҡорт бал ҡорто,генетика күҙлегенән ҡарағанда, бөйөк затлылыҡ, ҡиммәтлек».
Бал етештереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡорт ғаиләһенән тауар балы етештереү һаны умартасылыҡ ғилми асыштары буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урынды биләй[3] Башҡортостанда йыл һайын алған бал уртаса 5-6 мең тонна тәшкил итә. Башҡорт балы Звездный ҡалаһында космонавтарҙы йыһанға осоуға әҙерләү программаһында ҡулланыла, шулай уҡ йыһан орбиталь станцияһындағы космонавтарҙың көндәлек туҡланыу рационына инә. Башҡорт балына бер йырҙы «ДДТ төркөмө арнаған.
Башҡорт балын сит илдәргә һатыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй төбәктәренән тыш, башҡорт балын һәм уның нигеҙендә етештерелгән продукцияны бик күп европа илдәренә, АҠШ, Япония, Яҡын Көнсығыш һәм БДБ илдәренә сығаралар. 2014 йылда Ҡытай менән Башҡортостан Республикаһы араһында Ҡытайҙы башҡорт балы менән тәьмин итеү тураһындағы 3 млрд. һумлыҡ контрактҡа ҡул ҡуйыла[4]. Һатыу күләме — 6000 тонна. 2014 йылдың авгусында Ҡытайҙың Гунцинчэн ҡалаһында беренселәрҙән булып Башҡортостандан бал һатыу буйынса магазин асыла.
Наградалары һәм ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт балы — бик күп тапҡырҙар аҙыҡ-түлек күргәҙмәләрендә һәм йәрминкәләрҙә ҡатнаша һәм еңеп сыға.
- 1900 йыл — Парижда алтын миҙал
- 1961 йыл — Эрфуртта (Германия) алтын миҙал
- 1965 йылда — Бухарест ҡалаһында (Румыния) Апимондия XX халыҡ-ара конгресының көмөш миҙалы
- 1971 йыл — Мәскәүҙә XXIII халыҡ-ара Апимондия конгресында, «Умартасылыҡ-71» күргәҙмәһендә алтын миҙал
- 2001-2004 йылдарҙа — Санкт-Петербургта «Рәсәй фермеры»-«Агрорусь» күргәҙм-йәрминкәһендә иң юғары награда
- 2001-2014 йылдарҙа — Мәскәүҙә «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә юғары награда[5]
- 2002 йыл — Берлинда «Йәшел аҙна» Халыҡ-ара күргәҙмәһендә иң юғары награда
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Башкирский мед» потерял монополию
- ↑ И. В. Шафиков Башкирская пчела — наша гордость 2017 йыл 12 апрель архивланған.(недоступная ссылка с 06-04-13 (4255 дня))
- ↑ Основные экономические показатели 2010 йыл 30 ноябрь архивланған.
- ↑ Башкирия будет поставлять в Китай башкирский мед на сумму 3 млрд рублей
- ↑ Башкирский мёд - Статья Пожнефтехим в Астане
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А. М. Ишемғолов, «Башҡортостан республикаһы тарихы һәм умартасылыҡтың хәҙерге торошо»
- Бал ҡорто һәм кеше. «Наука и жизнь» № 5 2005 г.
- «Выбор» гәзите, № 152-155 16.10.2015 була. Мәҡәлә «Башҡорт балы — илдә беренсе».