Эстәлеккә күсергә

Ырымбур башҡорттары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ырымбур башҡорттары — Ырымбур өлкәһе территорияһында йәшәүсе башҡорттарҙың этник төркөмө. Төбәктең автохтон халыҡтарының береһе.

Дөйөм ҡылыҡһырлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәшәү урыны буйынса Ырымбур башҡорттарын шартлы рәүештә Көнбайыш Ырымбур һәм Көнсығыш Ырымбур башҡорттарына бүлеп йөрөтәләр. Көнсығыш Ырымбур башҡорттары нигеҙҙә үҫәргән һәм ҡыпсаҡ, ә Көнбайыш Ырымбур башҡорттары — бөрйән, йылан, ҡыпсаҡ, мең, һеңрән, табын, тамъян, үҫәргән, юрматы һ.б. көньяҡ-көнсығыш башҡорт ҡәбиләләренән формалашҡандар.

Ырымбур башҡорттарының байтаҡ өлөшө сығышы менән понтий, әҙерәк өлөшө — көньяҡ себер антропологик типтарына ҡарай.

Ырымбур башҡорттарының теле башҡорт теленең көньяҡ диалектына инә. Бер нисә һөйләшкә бүленә:

  • дим һөйләше көнбайыш Ырымбур өлкәһендә таралған;
  • эйек-һаҡмар, соран, соран-ырғыҙ һөйләштәре Көнбайыш Ырымбурҙа, ә түбәнге һаҡмар һөйләше — Көнсығыш Ырымбурҙа таралған.

Бынан тыш, Ырымбур өлкәһенең ҡайһы бер тораҡ пункттарында башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты таралған[1].

Дини ышаныуҙары буйынса Ырымбур башҡорттары — мосолмандар.

Хәҙерге Ырымбур өлкәһен биләүсе башҡорттар тураһында иң тәүге мәғлүмәттәр ғәрәп сәйәхәтсеһе Әхмәт ибн Фаҙландың беҙҙең эраның Х быуатына ҡараған яҙмаларында теркәлә.

II меңйыллыҡтың башында Ырымбур башҡорттарының биләгән территориялары Эмба һәм Илек йылғаларының үренәсә барып етә.

XIII быуаттан алып уларҙың ерҙәре Алтын Урҙа, ә XV быуаттан — Нуғай Урҙаһы хакимлығы аҫтында була. Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, Ырымбур башҡорттарының күпселек өлөшөнә аҫаба ерҙәренең сиктәре билдәләнгән жалованный грамоталар тапшырыла.

XVII быуаттан алып Ырымбур башҡорттарының биләгән территориялары Ырымбур өлкәһенең көнсығышында Һаҡмар йылғаһының (Оло Эйек, Ҡороған һ.б. ҡушылдыҡтары менән) түбәнге ағымында һәм Урал (Яйык) йылғаһының урта ағымында, ә Ырымбур өлкәһенең көнбайышында — Һаҡмарҙың (Оло Уран, Кесе Уран һ.б.ҡушылдыҡтары менән) үрге һәм түбәнге ағымдарында урынлашҡан булалар.

XVII—XIX быуаттарҙа Ырымбур башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яңы ҡала һәм ҡәлғәләр төҙөлә (Орск ҡәлғәһе, Быҙаулыҡ ҡәлғәһе һ.б.). Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары тарафынан түбәндәге тораҡ пунктарына нигеҙ һалына: Әбүбәкер, Ибраһим, Үҫәргән улустарында — Иҫке Ғүмәр, Ишбирҙе, Ҡарабай, Ҡолтай, Нурбулат, Түбәнге Үтәғол, Солтанбай, Үҙәмбай, Юныс, Йәнтүрә; Юрматы улусында — Буранша, Ҡараяр; Бөрйән улусында — Баҡый, Ғәбдрәфиҡ ауылдарына, шулай уҡ Табын һәм Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары менән берлектә — Күрпәс һ.б.

1744 йылда уларҙың ерҙәре Ырымбур губернаһы, ә һуңыраҡ — Боғорослан, Быҙаулыҡ, Ырымбур һәм Орск өйәҙҙәре составына инә.

Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы индерелеү менән үрҙәге өйәҙҙәрҙә йәшәүсе башҡорттар IX башҡорт кантоны составына инәләр.

1917 йылда Ырымбурҙа Беренсе (20-27 июль) һәм Өсөнсө (8-20 декабрь) Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары съездары үтә. 1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡорт өлкә шураһы Башҡортостандың милли-территориаль автономияһын иғлан итә. 1917-1918 йылдарҙа Ырымбурҙағы Карауанһарай Башҡорт Хөкүмәте резиденцияһы һәм Башҡорт ғәскәре штабы ролен үтәй.

III Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары съезының «Башҡортостан менән автономлы идара итеү» ҡарары нигеҙендә автономия территорияһы туғыҙ кантонға бүленә. Ырымбур башҡорттарының ере Ҡыпсаҡ, Туҡ-Соран һәм Үҫәргән кантондары составында була. Административ үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң, Ырымбур башҡорттары биләгән территорияларҙың бер өлөшө Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының Бәләбәй һәм Йылайыр кантондары составына инә. 1924 йылдың октябрь айында Башҡорт АССР-ның Туҡ-Соран һәм Имәнғол волостары Ҡырғыҙстан АССР-ына, ә 1935 йылдың март айында Ейәнсура районының көньяҡ өлөшө Ырымбур өлкәһенә тапшырыла.

1925 йылдан алып Ырымбур башҡорттарының барлыҡ ерҙәре йәнә Ырымбур губернаһы, ә 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составына инәләр.

Хужалыҡ, матди һәм рухи мәҙәниәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбур башҡорттарының төп хужалыҡ тармағын ярым күсмә малсылыҡ тәшкил итә. Бынан тыш улар игенселек, һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

Башлыса йылҡы малын, һирәкләп һарыҡ, һыйыр, кәзә, дөйә үрсеткәндәр. Бойҙай, арпа, һоло һәм арыш, шулай уҡ тегенселек ихтыяждары өсөн киндер һәм етен үҫтергәндәр. Ер эшкәртеү өсөн ағас һабан, тимер тырма һәм ураҡ ҡулланғандар. Ашлыҡты ҡул тирмәне, һыу тирмәне (һирәк осраҡта — ел тирмәне) ярҙамында, йәки ырҙында үгеҙҙәрҙе (һирәкләп аттарҙы) түңәрәк буйлап көлтәләр өҫтөнән ҡыуып һуҡҡандар. Ҡоралай һәм төлкөгә һунар иткәндәр, мурҙа, ҡармаҡ һәм йылым менән балыҡ аулағандар.

Бынан тыш Ырымбур башҡорттары тоҙ, тимер һәм баҡыр руда сығарыу промыслалар, шулай уҡ кейеҙ, тула, тире баҫыу, тегенселек, бәйләү, үреү һөнәрҙәре менән шөғөлләнгәндәр.

Торлаҡтарҙы нигеҙҙә самандан, ә урманлы яҡтарҙа — буранан төҙөгәндәр. Традицион өй интерьеры сыуал йәки мейестән, кейеҙ түшәлгән, яҫтыҡтар һалынған нарҙан һ.б. торған.

Көнсығыш Ырымбур башҡорттарының кейеме башҡорт милли кейеменең көньяҡ-көнсығыш комплексына, ә Көнбайыш Ырымбурҙыҡы — үҙендә көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнбайыш комплексы элементтарын берләштереүсе һамар-ҡырғыҙ комплексына ҡарай. Елән, кәзәкей, сәкмән, тун, толоп, бишмәт — өҫкө кейемде тәшкил иткән. Ир-аттарҙың баш кейеме булып бүрек, малахай, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы — ҡашмау, таҡыя, таҫтар, мамыҡ шәле, шәл һаналған. Аяҡҡа күндән эшләнгән (ҡата, ситек), ҡайһы бер осраҡта тула менән ҡушып эшләнгән аяҡ кейеме кейгәндәр. Традицион биҙәнеү әйберҙәре булып селтәр, һаҡал, түшелдерек, сулпы, беләҙек, балдаҡтар һ.б. иҫәпләнгән.

Ырымбур башҡорттарының аш-һыуында ит һәм һөт аштары өҫтөнлөк иткән, шулай уҡ ҡыяҡлылар, балыҡ, ашарға яраҡлы тамыр үҫемлектәре, емеш-еләк һ.б. ҡулланылған. Эсемлектәрҙән айран, буҙа, ҡымыҙ һ.б. киң таралған була.

Ырымбур башҡорттарының традицион халыҡ байрамдары һәм йолалары, шул иҫәптән ҡарға бутҡаһы, кәкүк сәйе, һабантуй, нигеҙҙә яҙғы һәм йәйге осорға тура килә, Ғаилә байрамдары бала тыуыу, туй һәм башҡа ваҡиғалар менән бәйле рәүештә уҙғарыла.

Ырымбур башҡорттарының фольклоры «Алпамыша менән Барсынһылыу», «Буҙйегет», «Заятуләк менән Һыуһылыу», «Ҡуҙыйкурпәс менән Маянһылыу», «Ҡара-юрға», «Ҡуңыр буға», «Таһир менән Зөһрә», «Йософ менән Зөләйха» һәм башҡа эпос варианттары менән күҙаллана. Уларҙың барлыҡҡа килеүе тураһындағы урындағы риүәйәттәр һәм легендалар башҡорт ырыу һәм ҡәбиләләренең барлыҡҡа килеүе, тораҡ пункттарҙы һәм уларҙың атамаларының тарихы, төп тарихи ваҡиғалар хаҡында бәйән итә. Йыр фольклоры жанрҙарының байтағы башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте («Маршрут», «Перовский», «Һырдарья»), Карауанһарайҙың төҙөлөүе һәм халыҡтың бүтән тарихи ваҡиғаларына арналып ижад ителгән.

Башҡорттарҙың Ырымбур өлкәһе топонимияһының формалашыуына ҙур өлөш индереүен Айғырбатҡан үҙәге, Айғыр бәйләгән тау, кибеп барыусы Күкбейә инеше кеүек күп һанлы географик атамалар дәлилләй.[2]

Субъектта башҡорттар һаны (бөтә Союз һәм Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йылдары буйынса)
1959[3] 1970[4] 1979[5] 1989[6] 2002[7] 2010[8][9]
30 126 37 501 43 269 53 339 52 685 46 696

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу белешмәләренә ҡарағанда, Ырымбур өлкәһе башҡорттары Ырымбур (5,5 мең кеше), Орск (4,3 мең кеше), Медногорск (3,5 мең кеше), Ҡыуандыҡ (2,9 мең кеше), Новотроицк (2,6 мең кеше), Гай (2 мең кеше) һ.б., шулай уҡ Ҡыҙыл Гвардия (6 мең кеше), Ҡыуандыҡ (5,6 мең кеше), Новосергиевка (2,5 мең кеше), Гай (2,5 мең кеше), Төйләгән (2,4 мең кеше), Александровка (2,1 мең кеше), Һарыҡташ (1,8 мең кеше), Переволоцк (1,5 мең кеше) һ.б. райондарҙа йәшәйҙәр.

Мәҙәни һәм ижтимағи ойошмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбур өлкәһендә 15 башҡорт милли-мәҙәни ижтимағи берләшмәләр, шул иҫәптән:

Шулай уҡ өлкәлә эшләй 77 башҡорт ижади төркөмдәре, шул иҫәптән 15 фольклор төркөмө эшләй. 2007 йылда Ырымбурҙа «Милли ауыл» мәҙәни комплексында Башҡорт мәҙәниәте, көнкүреше һәм этнографияһы йорт-музейы асыла.

1992 йылдан алып Ырымбур өлкәһендә башҡорт телендә «Каруанһарай» гәзите сығарыла.

Билдәле вәкилдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Шакуров Р. З. Диалектная система башкирского языка // Ватандаш. — 2012. — № 8. — С. 40—61. — ISSN 1683-3554.
  2. Кувандыкская энциклопедия / Главный редактор-составитель С.М.Стрельников. — Изд. 2-е, переработанное и дополненное. — Челябинск: Челябинский Дом печати, 2013. — С. 18, 286. — 636 с.
  3. Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1959 года.
  4. Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1970 года.
  5. Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1979 года.
  6. Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1989 года.
  7. Всероссийская перепись населения 2002 года 2011 йыл 20 апрель архивланған.: Население по национальности и владению русским языком по субъектам РФ 2006 йыл 4 ноябрь архивланған.
  8. Официальный сайт Всероссийской переписи населения 2010 года. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года 2014 йыл 22 март архивланған.
  9. Национальный состав населения по субъектам РФ по данным Всероссийской переписи населения 2010 года 2012 йыл 1 июнь архивланған.
  10. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры. // Башкирская энциклопедия. — Уфа, 2008.