Эстәлеккә күсергә

Зөлҡәрнәев Ғиззәт Хәсән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зөлҡәрнәев Ғиззәт Хәсән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 18 ғинуар 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Баймырҙа, Билал ауыл советы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 27 ноябрь 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (47 йәш)
Вафат булған урыны Баймаҡ, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө хирург
Уҡыу йорто БДМУ
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Зөлҡәрнәев Ғиззәт Хәсән улы (18 ғинуар 1953 йыл — 27 ноябрь 2000 йыл) — табип-хирург. Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) атҡаҙанған табибы. Баймаҡ районының һәм Баймаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (2001)[1].

Ғиззәт Хәсән улы Зөлҡәрнәев 1953 йылдың 18 ғинуарында Баймаҡ районы Баймырҙа ауылында[2] тыуған. Баймырҙа ауылы киләсәкһеҙ ауылдар төркөмөнә индерелгәс, ғаилә Өмөтбай ауылына күсенә. Атаһы, Хәсән Мөжәүир улы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, мәктәптә мейес яғыусы булып эшләй, оҫта шахматсы булған. Ауыл йәштәре шахмат уйнар өсөн, уның өйөнә йыйылған. Әсәһе, Ләлә Ғәҙелша ҡыҙы, магазинда һатыусы булып эшләгән. Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән Ғиззәт бөтә яҡтан да һәләтле бала булып үҫә. Өҙҙөрөп гармунда уйнай, йырлай, матур бейей[2]. Өмөтбай, Билал мәктәптәрендә белем ала.

1969—1972 йылдар Сибай медучилищеһында уҡый.[1] Йүнәлтмә буйынса Түбә участка дауаханаһында фельдшер булып эш башлай. Әрме сафына алына. Илдең Ҡораллы көстәрендә лә ошо шөғөлөн дауам итә. Әрменән ҡайтҡас Баймаҡ район дауаханаһында санитар врачы ярҙамсыһы була. 1975 йылда Башҡорт медицина институтының дауалау факультетына уҡырға инә.[1] Уҡыу йортон тик яҡшы билдәләргә тамамлап, хирургия ауырыуҙары кафедраһының хирургия буйынса клиник ординатураһында үҙ белемен камиллаштыра.

Уҡыуҙы тамамлағас, Баймаҡҡа ҡайта. 1983 йылдың көҙөндә район дауаханаһының хирургия бүлеге ординаторы булып эш башлай. Шул уҡ йылдың 3 ноябрендә райондың баш врачы итеп тәғәйенләнә[1] һәм бер үк ваҡытта алған һөнәре буйынса эшен дауам итә. Илебеҙҙә иҡтисади реформалар башланып, уларҙың сарпыуы һаулыҡ һаҡлауға ла шаҡтай эләккән осорҙа, Ғиззәт Хәсән улының юғары профессиональ сифаттары һәм ойоштороу һәләтлеге айырыуса асыҡ сағыла[2]. Районда дауалау учреждениелары селтәрен һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә аҡса һәм дарыуҙар етешмәгән шарттарҙа ла уларҙы камиллаштырыу өсөн баш врач һәм ул етәкләгән коллектив мөмкин булғандың барыһын да эшләй[2]. Районда туҡһан койка урынлы яңы дауалау учреждениелары, сменаһына 35 кеше ҡабул итерлек фельдшер пункттары сафҡа инә.

Ғиззәт Хәсән улы ҡала-район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары итеп күсерелә. Әммә күп тә үтмәҫтән районда һаулыҡ һаҡлау унһыҙ алға бармауы асыҡлана һәм ул кире үҙ вазифаһына ҡайта. Ныҡышмал, алдынғы ҡарашлы етәксе һәм оҫта табип-хирург булараҡ уның хеҙмәте дәүләт тарафынан юғары баһалана: 1994 йылда[1] Ғиззәт Хәсән улына — Башҡортостан Республикаһының, ә 2000 йылда Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы тигән маҡтаулы исем бирелә[1]. Административ вазифаһынан тыш Зөлҡәрнәев Ғ.Х. практик хирург эшен дә ҡалдырмай: 30 йыл эсендә 118 операция эшләй[2].

2000 йылдың 27 ноябрендә Зөлҡәрнәевтәрҙең йортонда төндә көслө янғын сыға, ейәнен ҡотҡарам тип, Ғиззәт Хәсән улы Зөлҡәрнәев ҡабаттан ут ялмаған йортҡа ташлана һәм фажиғәле һәләк була[1]. Тап ошо көндә Ғиззәт Хәсән улы шатлыҡлы хәбәр ала: уға Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы исеме бирелә[2].

Ҡатыны Руфина Әғләм ҡыҙы менән өс балаға ғүмер бирҙе. Ике туған апайының етем ҡалған ҡыҙын да үҙ балалары кеүек тәрбиәләй. Балалары аталары юлынан китеп, Өфө дәүләт медицина институтын тамамлай[2]. Улдары Руслан ғаиләһе менән Мәскәү ҡалаһында йәшәй. Ҡыҙы Әлиә Баймаҡ районы дауаханаһында баш табип булып эшләне, әле — Учалы район-ҡала дауаханаһында баш табип. Әлфиә Баймаҡ дауаханаһында теш табибы. Тәрбиәгә алған Илюзә лә табип һөнәрен һайлай.

Сәнғәтте үҙ иткән табип

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғиззәт Зөлҡәрнәев етәкләгән дауахана коллективы үҙешмәкәр смотрҙарҙа ал бирмәне. 70-80 кешенән торған коллектив сәхнәне тултыра. Дәртле бейеүҙәре, моңло йырҙары, музыка ҡоралдарынан төҙөлгән ансамбль тамашасы ихтирамын яулай. Ҡатыны Руфина Әғләм ҡыҙы менән икәүләп йырлаһалар, зал алҡыштарға күмелә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2000)
  • Баймаҡ ҡалаһының һәм районының почетлы гражданы (2001).
  • Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министерствоһының маҡтау ҡағыҙына лайыҡ була.(1990)
  • Ғиззәт Хәсән улының яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында, ул йәшәгән урамға Зөлҡәрнәев исеме бирелә[2].
  • Өмөтбай ауылында ул йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйыла.
  • Баймаҡ район дауаханаһында, төрлө йылдарҙа мәрхүм булған табибтарға арнап ҡуйылған таҡташта, Ғ.Х.Зөлҡәрнәевтың да исеме бар.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Баймакская энциклопедия./гл.ред. И. Х. Ситдиков — Уфа: Баш.энцикл., 2013.- 247с.:ил.карты, ноты. ISBN 978 — 5-88185-084-5 247 бит
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 2,8 Баймакский вестник. Гузель Нигаматова. Свет далекой звезды. 20 ғинуар 2023. № 3 (11606)
  • Баймакская энциклопедия./гл.ред. И. Х. Ситдиков — Уфа: Баш.энцикл., 2013.- 247с.:ил.карты, ноты. ISBN 978 — 5-88185-084-5*
  • Баймакский вестник. Гузель Нигаматова. Свет далекой звезды. 20 ғинуар 2023. № 3 (11606).
  • Р. Сәлихова. Аҡ халатлы, аҡ уйлы. «Башҡортостан» гәзите
  • Т. Ушанов.Һуңғы юлға. «Һаҡмар» гәзите, 2000, 27 ноябрь.
  • Кеше, врач, патриот тураһында һүҙ. «Һаҡмар» гәзите, 2000, 30 ноябрь
  • Ул йәшәп ҡалырға ашыҡты… «Һаҡмар» гәзите, 2010, 25 ноябрь.
  • Л.Дәүләтшина. Йәшен йәшнәгәндәй булды ғүмере.«Һаҡмар» гәзите,2001,27 ноябрь
  • Онотолмаҫ шәхес."Башҡортостан"гәзите,2002,27 ноябрь.
  • И.Яҡшыбаева.Күңел әрнеүҙәре баҫылмай."Һаҡмар"гәзите,2002,30 ноябрь.
  • Невосполнимая утрата."Баймакский вестник"гәзите,2001,27 ноября.
  • Е.Викторова.Жизнь,смерть и бессмертие."Баймакский вестник" гәзите,2010,30 ноября.
  • З.Гадельшина."Любовь к профессии врача у нас от папы.""Баймакский вестник"гәзите.
  • Г.Латыпова."Йондоҙҙай балҡып атылдың...","Һаҡмар" гәзите,2015,26 ноябрь.