Бикбулатова Зәйтүнә Ислам ҡыҙы
Зәйтүнә Бикбулатова | |||||||
Исеме: |
Бикбулатова Зәйтүнә | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған ваҡыты: | |||||||
Тыуған урыны: |
Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе,[1]Сафар ауылы | ||||||
Вафат ваҡыты: |
23 февраль 1992 (83 йәш) | ||||||
Вафат урыны: |
Рәсәй, Башҡортостан, | ||||||
Һөнәре: |
актёр | ||||||
Гражданлығы: | |||||||
Әүҙем йылдары: |
1928—1992 | ||||||
Театр: | |||||||
Наградалары: |
|
Бикбулатова Зәйтүнә Ислам ҡыҙы (28 май 1908 йыл — 23 февраль 1992 йыл) — башҡорт театр актёры. 1938 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1928—1992 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. СССР‑ҙың (1973) һәм РСФСР‑ҙың (1955) халыҡ, РСФСР‑ҙың (1947) һәм Башҡорт АССР‑ының (1944) атҡаҙанған артисы. РСФСР‑ҙың К. С. Станиславский исемендәге (1967), БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге (1976) дәүләт премиялары лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1958), «Почёт Билдәһе» (1968) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зәйтүнә Ислам ҡыҙы Бикбулатова 1908 йылдың 28 майында Өфө губернаһының Өфө өйәҙе[1]Сафар ауылында тыуған.
Өфө сәнғәт техникумының театр бүлеген тамамлай. Зәйтүнә Бикбулатова 1928 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй.
Үҫмер сағынан уҡ баш ҡаланың Карл Маркс урамында, ул саҡтарҙа «Ким» тигән комсомол клубында драма, хор, әҙәбиәт түңәрәгендә шөғөлләнгән Зәйтүнәне, Өфөлә сәнғәт техникумы асылғас, тәүгеләрҙән булып ошо уҡыу йортона ҡабул итәләр. Техникумда уҡыған ваҡытында уҡ ул Башҡорт драма театры сәхнәһендә барған спектаклдәрҙә ҡатнашыу бәхетенә ирешә. Сөнки ҡыҙ үҙен ысын мәғәнәһендә сәхнә өсөн генә яратылған илаһи йән итеп таныта. Янып торған зәңгәр күҙҙәр, ҡыйыулыҡ, һылыу йөҙ, һомғол буй-һын, ярһыу йөрәк, бай күңел — Зәйтүнәнең асылы.
Ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дездемона (У. Шекспир, «Отелло»), Лауренсия (Лопе де Вега, «Һарыҡ шишмәһе»), Анна Каренина (Л. Толстой, «Анна Каренина»), Тәңкәбикә (М. Кәрим, «Ай тотолған төндә») ролдәре тотош ил театр сәнғәтенең сағыу ваҡиғалары була. Зәйтүнә Ислам ҡыҙы бөтә ғүмерен башҡорт театр сәнғәтенә арнау менән бергә үҙен әүҙем йәмәғәтсе итеп тә таныта. Ул күп йылдар Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе вазифаһын үтәй, СССР театр эшмәкәрҙәре союзының Үҙәк советы президиумы ағзаһы була, хәҙерге Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортон төҙөүҙө ойоштороуға ғәйәт ҙур өлөш индерә. Ауыр яҙмыш һынауҙары кисергән йылдарында ла, үҙ театрына тоғро ҡалып, халҡыбыҙҙың мәшһүр ҡыҙы ғүмеренең һуңғы көндәренәсә уға хеҙмәт итә.
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР-ҙың халыҡ артисы
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы
- РСФСР-ҙың Станиславский исемендәге дәүләт премияһы (1967)
- Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- «Почёт Билдәһе» ордены
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алфавит буйынса шәхестәр
- Шишмә районында тыуғандар
- 28 майҙа тыуғандар
- 1908 йылда тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- 23 февралдә вафат булғандар
- 1992 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Алфавит буйынса актёрҙар
- СССР актёрҙары
- Рәсәй актёрҙары
- XX быуат актёрҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- СССР-ҙың халыҡ артистары
- РСФСР-ҙың халыҡ артистары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артистары
- РСФСР-ҙың К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары
- Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаусылар
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт академия драма театры
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артистары
- Өфө мосолман зыяратында ерләнгән шәхестәр