Ҡурылдай астмаһы
Ҡурылдай астмаһы (бор. грек. ἆσθμα — «ауыр һулыш, тын ҡурылыу», лат. Asthma bronchiale) — тын юлдарының инфекцияға ҡағылышы булмаған хроник ауырыуы. Төп сәбәбе — ҡурылдайҙың ҡыҫылыуы (ҡурылыуы) (ҡурылдайҙағы тын үпкәгә табан үтеү юлының үтә ныҡ тарайыуы), ул организмдың иммунологияға хас (сенсибилизация һәм аллергия) механизмдары йәки иммунологияға хас булмаған механизмдары: ваҡыт-ваҡыт күҙәтелгән һыҙғырыулы ғыжылдау, тын ҡыҫылыу, тын бөтөү өйәнәге, күкрәктең ҡыҫылыуы, йүткереүгә бәйле килеп тыуа. Ҡурылдай обструкцияһын өлөшләтә йәки тулыһынса тиҙ арала йәки дауалау һөҙөмтәһендә бөтөрөп була.
Бөтә донъя Һаулыҡ һағы ойошмаһы баһаламаһы буйынса, 339 миллион кеше астма сиренән яфалана. Дауалау өсөн сир өйәнәген туҡтатыу өсөн тәғәйенләнгән симптоматик препараттар һәм терапияның сирҙең патогенетик механимына йоғонто яһаған препараттары ҡулланыла. Ауырыуҙың ҡатмарлашыуы — астматик статус. Ҡурылдай астмаһын дауалау һәм иҫкәртеүҙең глобаль стратегияһы «GINA» төп документ булып тора.
Өйрәнеү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Түбәндәге ἆσθμα һәм ἀσθμαίνω һүҙҙәре Гомер поэмаларынан башлап боронғо грек әҙәбиәтендә «ауыр һулыш» һәм «сәсәү» мәғәнәһендә осрай, Гиппократта ошо мәғәнәлә ҡулланыланылыуын дауам итә, әммә «Corpus Hippocraticum» хеҙмәтендә ἆσθμα һүҙе тын алыу ауырлашыу күҙәтелгән ауырыуҙарҙың дөйөм атамаһы булараҡ ҡулланыла[58] — быларға йөрәк тибеше көслө булған йөрәк астмаһы һәм ҡаҡырыҡ бүленгән тын юлдары сирҙәре ҡарай. Гиппократ шулай уҡ тын ҡыҫылыу өйәнәге — ортопноэ (бор. грек. ὀρθόπνοια) мәлендә ауырыуҙың «туп-тура ятырға» мәжбүр булыуын тасуирлай, ул эпилепсия[59] тураһындағы хеҙмәтендә астманың симптомдарын дә һүрәтләп үтә.
Артабан грек медицинаһында сәсәүҙең өс формаһы атала: еңел хроник формаһы — диспноэ; ауыр, өйәнәктәр ҡабатланып торған ауыр формаһы — астма; ауыр өйәнәктәр һәм ятҡан килеш сәсәүҙең көсәйеүе — ортопноэ. Рим медицинаһына улар ошо формала инә: Авл Корнелий Цельс «Медицина тураһындағы» хеҙмәтендә был формаларҙы гректарға һылтанып һәм грек терминдарын ҡулланып тасуирлай[60].
Аретей Каппадокийский (беҙҙең эраның I быуаты) үҙенең «Хроник ауырыуҙарҙың сәбәптәре һәм симптомдары» тигән хеҙмәтендә астманы тулыраҡ һәм анығыраҡ итеп һүрәтләй, хатта был сиргә хеҙмәтенең айырым бүлеген арнай. Артей астманы ике төргә: йөрәк һәм үпкә астмаһына бүлә[61]. Клавдий Гален «Һулыштың ҡыҫылыуы тураһындағы» (лат. De difficultate respirationis) хеҙмәтендә, астма сиренең сәбәптәрен аңлатыуҙа Гиппократҡа һылтана, шулай уҡ Аретейҙың фекерен ҡабатлап, астманы ике төргә бүлә.
Әбүғәлисина (X—XI бб.) "Табиплыҡ фәне ҡануны"нда астманы һүрәтләгәндә Гиппократ фекеренә бик яҡын килә. Әбүғәлисинаның «Ҡануны» урта быуатта латинсаға Герард Кремонский тәржемәһендә Европала киң тарала һәм урта быуатта һәм Яңырыу дәүерендә Италияла медиктарҙы уҡытыуҙа төп текстарҙың береһе була.
Пневмохимияға нигеҙ һалған Ван Гельмонт (XVII быуат), беренсе булып Гиппократ традицияһынан баш тарта һәм ауыр һулыштың ике формаһын билдәләй: ҡаҡырыҡ сығыу булғаны «еүеш» тип атала, икенсеһе «ҡоро» ауыр һулыш. Ул шулай уҡ астма өйәнәген саңдың йәки майҙа ҡурылған балыҡ еҫенән булыу ихтималлығын әйтеп үтә. Һәм астма өйәнәге менән дерматит, йәғни, хәҙерге терминология буйынса әйткәндә, аллергия реакцияһының төрлө клиник сағылыштары араһында параллель үткәрә.[62].
Ҡайһы бер кешеләрҙә ҡурылдай астмаһының барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә булышлыҡ итеүсе бер нисә хәүефле сәбәп бар.
XХ быуат башында ҡурылдай астмаһының аллергияға бәйле булыу теорияһы барлыҡҡа килә. Был теорияны урыҫ ғалимдары Манойлов һәм Голубев тәҡдим итә. 1905 йылда тәүге тапҡыр ҡурылдай астмаһын дауалауҙа адреналиндың ҡулланылыуы теркәлә[63]. 1969 йылда совет ғалимдары А. Д. Адо һәм П. К. Булатов ҡурылдай астмаһын, уның барлыҡҡа килеү сәбәптәренә нигеҙләнеп, классификациялай. Ораль кортикостероидтар 1950-се йылдарҙа, селектив β2-адреномиметиктар 1960-сы йылдарҙа киң ҡулланыла башлай.
Билдәләмәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]GINA 2006 глобаль стратегияһына ярашлы, ҡурылдай астмаһы — «тын юлдарының хроник елһенеү сире, уны барлыҡҡа килтереүҙә бик күп күҙәнәктәр һәм күҙәнәк элементтары ҡатнаша. Хроник елһенеү ҡурылдайҙың гиперәүҙемлеген тыуҙыра, шуға ла бер-бер артлы ҡабатланып торған һыҙғырыусы хырылдау, күкрәк ҡыҫыу барлыҡҡа килә, төнөн һәм иртәнсәк күкрәк ҡыҫыу һәм йүткереү күҙәтелә».
Эпидемиологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурылдай астмаһы менән донъя буйынса халыҡтың 4 проценттан 10 процентҡа тиклеме ауырый[64]. Рәсәйҙә, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, өлкәндәр араһында тирбәлә 2,2 проценттан 5-7 процентҡа тиклем тирбәлә, ә балалар араһында был күрһәткес яҡынса 10 % тәшкил итә[65]. Ауырыу төрлө йәштә барлыҡҡа килеүе ихтимал; яҡынса 10 йәштән 40 йәшкә тиклем. Ҡурылдай астмаһы менән сирләгән балалар араһында малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. 30 йәштәр тирәһендә был нисбәт ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһындағы тигеҙләнә[66].
1980 йылдар уртаһынан ҡурылдай астмаһы ауырыуының артыуы күҙәтелә. Европала, Австриялағы 34 тикшеренеүбуйынса үткәрелгән анализдарға ярашлы 1992 йылдан 2002 йылға, тиклем 34 , менән өҫтәрәк 4 балалар араһында ауырыусылар һаны дүрт тапҡырға арта, Италияла менән 1974 — 1998 йылдарҙа 7 проценттан 13 процентҡа тиклем артыуы күҙәтелә, күп кенә Европа илдәрендә (Бөйөк Британия, Финляндия, Швейцария) — 1990-сы йылдар уртаһына тиклем сир үҫә, ә һуңғы ваҡытта кәмей төшә. Германиялша киреһенсә 1992 —2001 йылдарҙа сирҙең артыуы 5 процент кимәлендә ҡала. Ауырыуҙың артыуын тирә-йүндәге мөхиттең бысраныуы, әүҙем тормош рәүешендә йәшәмәү менән бәйләйҙәр, ә уның түбәнәйеүен базис терапияһы уңыштары менән аңлаталар. Мәҫәлән, 1992 — 2002 йылдарҙа Ирландияла был ауырыуҙы профилактик дауалау һәм сирле кешеләргә дауаланыу ысуларын өйрәтеү астма менән ауырыусы мәктәп уҡыусылары һанын 5 тапҡырға кәметкән[67].
Этиологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сирҙең үҫеш факторы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәҫелдән
Генетик факторға ҙур иғтибар бүленә. Бер түл күҙәнәгенән яралған игеҙәктәрҙең ҡурылдай астмаһынан яфаланыуҙары һүрәтләнә. Тормошта әсәһе астма менән сирле балала ла был сирҙең булыуы йыш күҙәтелә, йәки яҡын туғандарҙың бер нисә быуынында был сирҙең булыуы ихтимал. Клиник-генеалогик анализ нигеҙендә астма менән сирләүселәрҙең 1/3 өлөшөдә был ауырыу быуындан-быуынға тапшырылып килеүе асыҡлана. Термин бар. Атопик ҡурылдай астмаһы термины бар, йәғни нәҫелдән килгән аллергик (экзоген) ҡурылдай астмаһы. Был осраҡта ата-әсәнең береһендә астма сире булһа, балала ла был сирҙең булыуы ихтимал (20-30 %), әгәр ата-әсәнең икеһе лә был сирҙән яфаланһа, баланың сирләү ихтималлығы 75 процентҡаса барып етә[66].
Нәҫелдән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Профессиональ факторҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ECRHS тикшеренеүҙәре 26 үҙәктә 9144 кешелә респератор ауырыуҙар барлыҡҡа килеүенә биологик һәм минераль туҙандың, зарарлы газдар һәм быуҙарҙың йоғонтоһон тикшерә. Ҡатын-ҡыҙҙар башлыса биологик саң менән, ә ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда минераль саң, зарарлы газ һәм быу менән 3-4 тапҡыр йышыраҡ тура бәйләнешкә инә. Зарарлы мәтдәләр менән бәйләнештә булған кешеләрҙә хроник йүткереү, ҡаҡырыҡлы йүтәлләү йыш күҙәтелә һәм уларҙа тәүге тапҡыр ҡурылдай астмаһы ауырыуы хасил була. Был кешеләрҙә, зарарлы профессиональ фактор менән бәйләнеш кәмеүгә ҡарамаҫтан, профессиональ астма юҡҡа сыҡмай. Профессиональ астма ауырыуы билдәләре кешенең йәше, енесе, профессиональ зарарлы факторға, атопия, тәмәке тартыуға бәйле түгел, ә, нигеҙҙә, сирҙең оҙайлылығы, симптомдарҙың асыҡ күренеүе менән асыҡлана[67].
Патогенезы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡайһы ғына генезға ҡарамаһын, ҡурылдай астмаһының төп звеноһы — ҡурылдай олоно реактивлығының (ниндәй ҙә булһа тәьҫир яуап биреү һәләтлеге) үтә юғарын булыуы. Был шыма мускулдар тонусының вегетатив көйләү эшмәкәрленең боҙолоуына һәм һәм елһенеү медиаторҙарының эшмәкәрлегенә бәйле, һәм ул тын юлдарының ҡаршылыҡ күрһәтеүенә килтерә лә инде[68].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 база данных Disease ontology (ингл.) — 2016.
- ↑ 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 2,13 2,14 2,15 2,16 2,17 2,18 NDF-RT (ингл.)
- ↑ https://drugs.ncats.io/drug/9842X06Q6M
- ↑ https://drugs.ncats.io/drug/XTZ6AXU7KN
- ↑ https://drugs.ncats.io/drug/M494UE2YEP
- ↑ https://drugs.ncats.io/drug/XZ629S5L50
- ↑ https://drugs.ncats.io/drug/263T0E9RR9
- ↑ https://drugs.ncats.io/drug/MHM278SD3E
- ↑ https://drugs.ncats.io/drug/V1L22WVE2S
- ↑ https://drugs.ncats.io/drug/5ZZ84GCW8B
- ↑ https://drugs.ncats.io/drug/Q26TX1UD0W
- ↑ https://drugs.ncats.io/drug/53QOG569E0
- ↑ https://drugs.ncats.io/drug/Y1850G1OVC
- ↑ https://drugs.ncats.io/drug/Q3OKS62Q6X
- ↑ https://drugs.ncats.io/drug/L164909TBI
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=2066
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=23108
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=23194
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=222256
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=55876
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=90865
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=10111
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=284110
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=3596
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=3321
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=60495
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=5660
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=64422
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=4289
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=9213
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=25890
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=51088
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=169044
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=3117
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=441108
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=48
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=79788
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=5592
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=3570
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=2549
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=5089
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=4855
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=10665
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=64375
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=149628
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=9173
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=169026
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=8809
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=4088
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=3560
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=6584
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=6095
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=5144
- ↑ https://gemma.msl.ubc.ca/phenotypes.html?phenotypeUrlId=DOID_2841&ncbiId=29119
- ↑ Cenci M., Giovagnoli M. R., Alderisio M., Vecchione A. Curschmann's spirals in sputum of subjects exposed daily to urban environmental pollution (ингл.) // Diagnostic Cytopathology — Wiley-Blackwell, 1998. — Vol. 19, Iss. 5. — P. 349—51. — ISSN 8755-1039; 1097-0339 — <349::AID-DC7>3.3.CO;2-Z doi:10.1002/(SICI)1097-0339(199811)19:5<349::AID-DC7>3.3.CO;2-Z — PMID:9812228
- ↑ (unspecified title) — PMID:22088612
- ↑ https://www.pulmonologyadvisor.com/home/topics/asthma/oxidant-pollutant-exposure-at-birth-increases-risk-for-asthma-and-eczema/
- ↑ Hippocrates. Aphorisms III.26 2014 йыл 24 август архивланған.
- ↑ Hippocrates. De Morbo Sacro 9(недоступная ссылка)
- ↑ De Medicina, Liber IV, 8
- ↑ De causis et signis diuturnorum morborum, I.XI 2014 йыл 25 апрель архивланған.
- ↑ Jackson, Mark. Asthma: the biography. — Oxford University Press, 2009. — ISBN 9780199237951.
- ↑ Doig R.L. Epinephrin; especially in asthma (инг.) // Western Journal of Medicine (инг.)баш.. — 1905. — Т. 3. — № 2. — С. 54—5. — PMID 18733372.
- ↑ Овчаренко С. И. Бронхиальная астма: диагностика и лечение. — РМЖ, 2002. — Т. 10. — № 17. Архивировано из первоисточника 9 ноябрь 2008.
- ↑ Б. А. Черняк, И. И. Воржева. Агонисты beta2-адренергических рецепторов в терапии бронхиальной астмы: вопросы эффективности и безопасности // Consilium Medicum. — 2006. — Т. 8. — № 10.
- ↑ 66,0 66,1 Чучалин А. Г. Бронхиальная астма. — 1985.
- ↑ 67,0 67,1 Бронхиальная астма – проблемы и достижения. По материалам 15-го ежегодного конгресса европейского респираторного общества // «Клиническая иммунология. Аллергология. Инфектология». Издательский дом «Здоров’я України». — 2005. — № 1.
- ↑ Г. Лолор-младший, Д. Тэшкин. Клиническая иммунология и аллергология. Глава 7. Бронхиальная астма. Официальный сайт иммунологической службы Тверской области. Дата обращения: 24 ноябрь 2008.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Исаев Ю., Мойсюк Л. Бронхиальная астма: Конвенциональные и неконвенциональные методы лечения. — М.: КУДИЦ-ПРЕСС, 2008. — 168 с. — ISBN 978-5-91136-044-3.
- Глобальная стратегия лечения и профилактики бронхиальной астмы / под ред. А. Г. Чучалина. — М.: Атмосфера, 2007. — 104 с.
- Солопов В. Н. Астма. Истинная причина болезни. — М.: Европолиграфик, 2006. — 160 с. — ISBN 5-902728-03-7.
- Фадеев П. А. Бронхиальная астма. — М.: Оникс, Мир и Образование, 2010. — 160 с. — (Как победить болезнь). — ISBN 978-5-488-02586-8, ISBN 978-5-94666-591-9.
- Чучалин А. Г. Бронхиальная астма. — М.: Медицина, 1985. — 160 с. — (Б-ка практ. врача). — 100 000 экз.[1] 2020 йыл 7 июнь архивланған.
- Чучалин А. Г. Бронхиальная астма. — М.: Рус. врач, 2001. — 144 с. — (Практическому врачу). — ISBN 5-7724-0035-5.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурылдай астмаһы Викимилектә |
- Бронхиальная астма как нейрогенное воспалительное пароксизмальное заболевание. — Патогенетические нейрогенные механизмы и лечение. Дата обращения: 16 июнь 2007. Архивировано из оригинала 28 сентябрь 2007 года. 2007 йыл 28 сентябрь архивланған.
- Вакцинопрофилактика аллергии
- Перевод руководства GINA для пациентов
Ҡалып:Болезни органов дыхания Ҡалып:Типы аллергических реакций Ҡалып:Избранная статья