Ауыр металдар
Ауыр металдар — аҡ ҡурғаш, баҡыр, висмут, кадмий, кобальт,ҡурғаш, никель,һөрмә, терегөмөш, цинктан торған төҫлө металдар төркөмө (тығыҙлыҡтары 4500 кг/ м³ ашыу). Баҡыр колчеданы мәғдәндәре составына инәләр.
Ҡыҫҡаса белешмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кеше организмының тереклек итеүе өсөн мөһим (баҡыр, цинк һ.б.) һәм ағыулы (кадмий, ҡурғаш, терегөмөш һ.б.) aуыр металдар айыралар. Ауыр металдар. — ҡайтарыусылар, берләшмәләрҙә һәм эретмәләрҙә ыңғай зарядлы иондар (башлыса аквакатиондар) хасил итә. Аҡ ҡурғаш, һөрмә һ.б. формаль кире дәрәжәлә окисланыусы, ләкин ковалент бәйләнешле берләшмәләр барлыҡҡа килтерә. Күбеһе һауа кислороды, ҡайһы бер кислоталар менән окисланыу реакцияһына инә.
Башҡортостанда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостанда ауыр металдар баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары рудаларында осрай. Баҡыр, цинк, пирит концентраттарын Миндәк руднигы, Түбә руднигы етештергән, Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты, Учалы тау‑байыҡтырыу комбинаты сығара. Ауыр металдар саф килеш машиналар эшләү предпрятиеларында, катализаторҙар составында нефть эшкәртеү һәм химия заводтарында, микроашламалар, пестицидтар составында ауыл хужалығында ҡулланыла. Ауыр металдар икенсел ресурстары — “Башкируголь” ААЙ, “Минудобрения”, Белорет металлургия комбинаты, Ҡарман ДРЭС‑ы, Күмертау ТЭЦ‑ы ҡалдыҡтары.
Ағыулы Ауыр металдар менән тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы экологик мониторинг ярҙамында билдәләнә; төп сығанаҡтары — сеймал табыу һәм яғыулыҡәҙерләү сәнәғәте, ҡара металлургия, төҫлө металлургия предприятиеларының сәнәғәт ҡалдыҡтары, гальваника цехтарының ағынты һыуҙары, антропоген ташландыҡтар; ер аҫты һыуҙарында ауыр металдар концентрацияһының артыуы тупраҡтың әсеүе менән (Геоэкология), һыу ятҡылыҡтарында — кислоталы ямғырҙар менән бәйле. Тәбиғи объекттарҙа ауыр металдар миҡдарын Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Дәүләт аналитик контроль идаралығы, “Ишембай” агрохимия хеҙмәте станцияһы, Йәшәйеш хәүефһеҙлеге институты, Экология үҙәге күҙәтә. БДАУ‑ҙа тупраҡта ауыр металдар барлығын асыҡлау (Н.А.Середа), Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ менән берлектә уларҙың тере организмдарҙа тупланыуы буйынса тикшеренеүҙәр уҙғарыла (Бысратыусыларҙың биоаккумуляцияһы). Химия иниститутында модификацияланған, “Паллада” ғилми‑производство фирмаһы ЯСЙ‑нда (Салауат ҡалаһы) органик (С.В.Алексеев, Ю.С.Дальнова, Б.С.Жирнов, А.А.Иващенко, С.В.Ковтуненко) ауыр металдар сорбенттары; Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми тикшеренеү институтында металһыҙлаштырыу процесы эшләнә. Дәүләт аналитик контроль идаралығында БДУ, Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбитаты менән берлектә Башҡортостандың Урал аръяғындағы бәләкәй йылғаларҙың ауыр металдар менән бысраныу кимәле (Н.Н.Александрова, А.А.Колчина, Ф.Х.Ҡудашева, В.И.Сафарова, Т.П.Смирнова, А.П.Ступин, А.Ә.Фәүхетдинов, Г.Ф.Шәйдуллина);
Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһында Геология институты, Дәүләт аналитик контроль идаралығы, ӨДАТУ, БДУ, м‑н берлектә ағынты һыуҙарҙы ауыр металдан таҙартыу өсөн карбонат һәм биогеохимик барьерҙарҙың тәьҫире (О.О.Исаева, Ковтуненко, Н.Н. Красногорская, Ә.Ғ. Мостафин, С.В.Пестриков, Т.А. Рогозина, Й.Т.Һөйөндөков, Шәйдуллина), ӨДНТУ-ла углеводородтарҙа ауыр металдарҙың миҡдары (С.К.Мостафин), Органик химия институтында — ауыр металдар берләшмәләренең люминесценцияһы (В.П.Казаков), Биохимия һәм генетика институтында ауыр металдар тәьҫиренә сыҙамлы трансгенлы үҫемлектәр алыу (А.В.Чемерис) өйрәнелә.
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гидрометаллургия
- Пирометаллургия