Эстәлеккә күсергә

Ишембай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишембай
Ишембай
Байраҡ[d]
Нигеҙләү датаһы 1815
Рәсем
Рәсми атамаһы Ишембай
Ҡушамат Город нефтяников[1] һәм Город башкирских нефтяников[1]
Рәсми тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһе[d][2] һәм Ишембай районы
Административ-территориаль берәмек Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһе[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 65 422 кеше (2017)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 150 метр
Туғандаш ҡала Аҡтау
Майҙан 103,47 км²[4]
Почта индексы 453200–453215
Рәсми сайт ishimbai.com
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1930
Урындағы телефон коды 34794
Категория для почётных граждан субъекта Категория:Почётные граждане Ишимбая[d]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Ишембайҙа ерләнгәндәр
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Ishimbay[d]
Карта
 Ишембай Викимилектә

Ишембай (башҡ. Ишембай ) — Башҡортостандың республика әһәмиәтендәге ҡалаһы. Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм даны ҡалаһы (2016 йылдан)[5]. Ишембай районының административ үҙәге. Ҡала биләмәһе составындағы берҙән-бер тораҡ пункты булараҡ, Ишембай ҡалаһы муниципаль берәмеген булдыра[6][7].

Өфөнән көньяҡ йүнәлештә 160 саҡрым алыҫлыҡта, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан[8].

Халҡы — 64 386 кеше (2020) (2016), майҙаны — 103,47 км²[9]. Ишембай ҡалаһы Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары менән бергә 700 мең кеше йәшәгән Көньяҡ Башкортостан полицентрик агломерацияһы-конурбацияһын хасил итә[10]. Ишембай — төбәктең халыҡ һаны буйынса һигеҙенсе һәм майҙаны буйынса етенсе ҡалаһы.

Күп тармаҡлы инфраструктураһы булған ҡала — Башҡортостандың көньяғында бик ҙур индустриаль үҙәктәрҙең береһе[11], төбәктең нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү сәнәғәтенең тәүге флагманы[12], Икенсе Баҡының баш ҡалаһы, Салауат ҡалаһына нигеҙ һалыусы[13][14].

Ишембайҙың тап ошо урында барлыҡҡа килеүе һәм иҡтисади үҫеше нефть ятҡылығының табылыуына — Икенсе Баҡының булдырылыуына бәйле. Ҡала ошо урында Ишембай ауылына нигеҙ һалған Ишембай Аҡбирҙин исеме менән аталған[15][16].

Ғалим М. В. Ломоносов тарафынан төҙөлгән «Рәсәй дәүләтен өйрәнеү программаһын» ғәмәлгә ашырыу маҡсатында 1770 йылда буласаҡ ҡала территорияһында Рәсәй Фәндәр академияһы География департаментының танылған сәйәхәтсе, ғалим И. И. Лепёхин етәкселегендәге экспедицияһы булып китә. Экспедиция Көҫәпҡол ауылында булған сағында[прим. 1], Тәйрүк йылғаһы Ағиҙелгә ҡойған урындан әллә ни алыҫ булмаған урында нефть сығыуына шаһит була. 1880 йылда геолог В. И. Миллер буласаҡ Ишембай нефть районында тәүге тапҡыр геологик тикшеренеүҙәр үткәрә һәм нефть был төбәктә юҡ, тигән һығымтаға килә[17]. 1900 йылдың 30 июлендә Петербургтың «Неделя» гәзите, Ағиҙел йылғаһы ярында Түбәнге Бурансы һәм Көҫәпҡол ауылдары араһында нефть билдәләре булыуы тураһында хәбәр итә. 1905 йылда Урал заводтарының баш начальнигы, геолог Ф. И. Кандыкин ҡушыуы буйынса, йылға уртаһындағы утрауҙа (хәҙерге күпер районы) 4 сажин (9,5 метр) тәрәнлектәге скважинаны быраулай һәм ғалим-геологтарҙан беренсе булып был төбәктә нефть булыуын тураһында ыңғай яуап бирә. 1915 йылдың йәйендә буласаҡ ҡала территорияһына Баҡы нефте сәнәғәтселәре ағалы-ҡустылы Нобелдәрҙең вәкиле геолог Андерсен килә һәм нефть эҙләүҙең перспективалы буласағы тураһында белдерә. Ул урындағы халыҡтан нефтле ерҙәрҙе һатыуын һорай, әммә урындағы халыҡ был тәҡдимде кире ҡаға[17].

1815 йылғы сығанаҡта ошо урында Ишембай ауылы теркәлә, 1834 йылғы Бөтә Рәсәй ревизияһы (халыҡ иҫәбен алыу) ауылға нигеҙ һалыусы Ишембай Аҡбирҙиндың һигеҙ улы булыуын билдәләй[18]. 1932 йылдың 16 майында атылған нефть фонтаны һөҙөмтәһендә Волга буйында һәм Уралда тәүге нефть промыслаһы сафҡа инә[15]. 1934 йылда ҡала эшсе ҡасабаһы, 1940 йылдың февралендә республика буйһоноуындағы ҡала статусын ала[8].

Ҡалаға нигеҙ һалыу һәм тәүге үҫеш йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1929 йылда Башсовнархоз Дәүләт тикшеренеү нефть институты һәм геология комитетына Башҡортостанда нефть эҙләүҙе ойоштороу үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Ошо йылдың йәйендә академик И. М. Губкиндың инициативаһы буйынса нефть институты төбәккә өс геологик партия йүнәлтә, етәксеһе геолог А. А. Блохин булған партия киләсәктә Ишембай ҡалаһы урынлашасаҡ урында эш башлай[19]. Алексей Александрович хәҙерге ҡала районында ҙур нефть ятҡылығы булыуына ышана[20].
1930 йылдың июнендә БАССР хөкүмәте Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетына һәм СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советына тәрәнгә быраулау буйынса эштәрҙе тиҙләтеү тураһындағы мәсьәлә менән мөрәжәғәт итә. 28 октябрҙә СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының Ҡарары донъя күрә, унда СССР-ҙың Халыҡ Хужалығының Юғары Советына (ВСНХ) «Союзнефттең 1931 йылға пландарына БАССР-ҙа нефть ятҡылығын тәрәнгә быраулай башлауҙы индерергә» бойора. Нефть эҙлүәселәрҙең матди-техник базаһын нығытыу буйынса саралар күрелә. Көҙөн, геологик тикшеренеүҙәр тамамланғас, А. А. Блохин тәрәнгә быраулау буйынса 701—704-се скважиналар урынлашасаҡ нөктәләрҙе билдәләп сыға, шул иҫәптән хәҙерге ваҡытта "Әбей-Вышка" мемориаль комплексы торған территорияны ла индерә.

«Әбей-Вышка» — 702-се һанлы скважина, Икенсе Баҡыға нигеҙ һала

1932 йылдың 16 майында 11 сәғәт 30 минутта 680,15 метр тәрәнлектән 702-се скважина тәүге 36 метр бейеклегендәге нефть фонтанын һауаға ата башлай — 4 сәғәт эсендә 50 тонн самаһы нефть һауаға атыла[21][22]. Был дата Ишембайға нигеҙ һала башлау һәм Башҡортостанда нефть сәнәғәтенең аяҡҡа баҫа башлау көнө. Волга буйында һәм Уралда тәүге нефть промыслаһы ойошторола. СССР-ҙың яңы нефть үҙәге янында тәүге нефть фонтаны урғылған Ишембай ауылы хөрмәтенә Ишембай нефть ятҡылығы тип атала башлай. Объекттары тиҫтәләгән километрға таралып урынлашҡан нефть промыслаһы Ишембай, Көҫәпҡол, Бурансы ауылдарын бергә берләштерә, аҙаҡ ҡала ла шул сиктәрҙә урынлаша. 1932 йылда Ишембай тораҡ пунктында фильмдар күрһәтелә башлай, 1933 йылда С. М. Киров исемендәге тәүге клуб тамашасыларға үҙ ишектәрен аса[23]. 1933 йылда Ф. П. Похлебаев Ағиҙелдең һул яҡ ярында ҙур булмаған нефть эшкәртеү ҡоролмаһын ҡороп ҡуя. Тәүге көндәрҙә ул 750-шәр литров бензин бирә, ә тиҙҙән был һан тәүлегенә 15 тоннаға етә[24]. Шул уҡ йылда Бурансы ауылы янында Перегонный микрорайоны хасил була, унда артабан нефть эшкәртеү заводы төҙөлә башлай. 1933 йылда ВКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә Комитеты Өфө — Ишембай тимер юлын төҙөргә ҡарар итә. 1934 йылдың көҙөндә Дим — Стәрлетамаҡ — Ишембай тимер юлы тармағы эшләй башлай[25].
В 1934 йылда нефть промыслаһына С. М. Киров исеме бирелә. Ошо йылдарҙа быраулаусылар һәм нефть промыслалары эшселәре өсөн мастерскойҙар төҙөлә, аҙаҡ улар әкренләп машиналар эшләү заводтарына әйләнә, сәнәғәт һәм мәҙәни-көнкүреш объекттарын материалдар менән тәьмин итеү өсөн ағас бысыу заводы һәм столяр мастерскйы ла төҙөлә[26]
1934 йылдың 29 мартында БАССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумының «Ишембай нефть промыслаһында эшселәр ҡасабаһын ойоштороу тураһындағы» ҡарары сыға, ә шул уҡ йылдың 10 июнендә Советтарҙың Бөтә Рәсәй Башҡарма Комитеты Президиумы ултырышының протокол менән Ишембай эшселәр ҡасабаһы ойошторола[27][28]. Яңы тораҡ пункты составына Ирек, Ишембай, Ҡыҙыл Ауыл һәм Юрматы ауылдары ла индерелә, ә Ишембай эшселәр ҡасабаһы үҙе Стәрлетамаҡ районына ҡарай[28]. Ҡасаба бик етеҙ темптар менән үҫә, унда торлаҡ биналары ҡалҡып сыға башлай.
1935 йылда Ишимбайҙа «Башнефть тресы ойошторола»[прим. 2] (1940 йылда ул «Ишимбайнефть» тресы тип үҙгәртелә[29]). 1936 йылда Перегонныйҙа Башҡортостанда[8] һәм илебеҙҙең көнсығышында тәүге нефть ҡыуҙырыу заводы[28], артабан 433-сө дәүләт союз заводы булараҡ танылыу яулай (уны төҙөү бер йыл элек башлана).
Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының 1937 йылдың 20 мартындағы «Башҡорт АССР-ында яңы райондар ойоштороу тураһындағы» Ҡарарына ярашлы Ишембай эшселәр ҡасабаһы Ишембай районының үҙәгенә әйләнә. Уға Маҡар районының (Көҫәпҡол ауыл Советы һәм Байғужа ауыл Советы), Наум ауыл Советы ерҙәре инә). 1937 йылдың аҙағында Ишембай — Өфө нефть үткәргесе сафҡа инә. 1939 йылдың 22 авгусында район Советы башҡарма комитеты президиумының ултырышында «БАССР Юғары Советы Президиумынан, нефтселәрҙең эшселәр ҡасабаһын ҡалаға әйләндереп, уға Нефтеград исемен биреүҙе һорарға» тигән ҡарар ҡабул ителә[30].

12 сентября 1934 года. На станцию Ишимбаево прибыл первый рабочий поезд

Партияның өлкә комитеты был ҡарарҙы хуплағандан һуң, БАССР Юғары Советы Президиумы 1939 йылдың 17 сентябрендәге ултырышында РСФСР Юғары Советы Президиумынан нефтселәрҙең үтенесен ҡәнәғәтләндереүҙе һорарға ҡарар ителә. 1940 йылдың 10 февралендә РСФСР Юғары Советы Президиумының «Ишембай ҡасабаһын ҡалаға әйләндереү һәм Башҡорт АССР-ының Ишембай районын бөтөрөү тураһындағы» Указы донъя күрә:[22][30][31]

1. Ишембай районының Ишембай эшселәр ҡасабаһын ҡалаға әйләндереп, республика буйһоноуындағы үҙаллы административ-территориаль берәмек тип таныу тураһында.
2. Ишембай районының Көҫәпҡол һәм Смаҡай тораҡ пункттарын Ишембай ҡалаһы һыҙатына индереү тураһында.

3. Ишембай районынан Аллағыуат һәм Наум ауыл Советтарын Стәрлетамаҡ районына: Көҫәпҡол һәм Байғужа ауыл Советтарын Маҡар районына тапшырыу һәм Ишембай районын бөтөрөү тураһында.

Шул мәлдән алып Ишембай республика буйһоноуындағы ҡала булып китә[27]. 1940 йылдың 3 мартында хеҙмәтсәндәр депутаттарының Ишембай ҡала советының беренсе сессияһы булып үтә. Ҡала советы башҡарма комитеты һайлана, элек быраулау мастеры булып эшләгән Максим Сергеевич Платонов уның беренсе рәйесе була[31]. Шул ваҡытта уҡ партия ҡала комитеты ла һайлана[32].

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ишембайҙа хәрби хәрәкәттәр булмай, әммә ҡала фронтҡа етди тыл ярҙамы күрһәтә. Ҡала халҡы Оборона фондын туплауға тос өлөш индерә. Ишембай нефть эшкәртеүселәренең 1941 йылдың 7 авгусында булып үткән йыйылышында һуғыш тамамланғанға тиклем ай һайын Фонд иҫәбенә бер көнлөк эш хаҡын күсерергә, бының өсөн ай һайын ике йәкшәмбе көнөндә эшләргә ҡарар итә. 1941 йылдың сентябрендә ишембайҙар Оборона фондына400 мең һумлыҡ облигациялар тапшыра[33]
Ишембай быраулаусылары 275 мең метр скважиналар быраулай, был һуғышҡа тиклемге осор менән сағыштырғанда 40 мең метрға күберәк[34]. Һуғыш йылдарында нефтселәр ил өсөн яҡынса 4,5 миллион тонна нефть сығара. Тимәк, фронттағы һәр бишенсе танк һәм самолет багына Ишембай нефтенән эшләнгән бензин ҡойола[35].
Машиналар эшләү сәнәғәте аяҡҡа баҫа башлай. Сталин исемендәге механика заводы Баҡынан Ишембайға эвакуациялана. 1943 йылдан һуң был предприятие Сталин исемендәге дәүләт союз машиналар эшләү заводы тип атала[прим. 3]. Предприятие ҡорал, быраулау инструменты, ҡасауҙар, «катюшалар» өсөн йүнәлтеүсе гильзалар етештерә[36][37]
1942 йылда яғыулыҡ-майлау материалдарын һәм фронт өсөн махсус продукция етештереүҙе арттырыу маҡсатында, Ишембайҙың һул яҡ ярҙа урынлашҡан өлөшөндә 89-сы һанлы пиролиз заводы төҙөлә башлай, аҙаҡ был завод 411-се дәүләт союз заводына әүерелә[38]. Шул уҡ осорҙа нефть газын эшкәртеп, бензин етештереү өсөн газолин заводы эшләй башлай[36]. Һуғыш йылдарында шулай уҡ кирбес һәм кәрбид заводтары сафҡа инә[39]
1942 йылдың 6 октябрендә Ишембайҙа ҡалаға нигеҙ һалыусы һәм башҡорт нефтен тәүләп асыусы инженер-геолог А. А. Блохин вафат була. Ҡала етәксеһе М. С. Платонов уны Геология урамындағы ҡала скверына ерләргә тигән ҡарар ҡабул итә[прим. 4]. Аҙағыраҡ ул ерләнгән урынға быраулау вышкаһына оҡшаш аҡ мәрмәрҙән обелиск ҡуйыла (И. М. Павлов проекты)[20].
Ишимбайҙа танк колонналары һәм эскадрильялар төҙөү өсөн аҡса йыйыу буйынса патриотик хәрәкәт киң йәйелә. Ҡалала йәшәүселәрҙең һәр береһе Оборона фондына 1 млн. һум аҡса туплауҙа ҡатнаша. И. В. Сталин рәхмәт йөҙөнән ҡала советы башҡарма комитетына һәм партия ҡала комитетына түбәндәге телеграмманы ебәрә: «„Башҡорт нефтсеһе“ тип аталған истребителдәр эскадрильяһы төҙөлөшөнә 1 165 000 һәм аҡса йыйып тапшырған Ишембай хеҙмәтсәндәренә минең атайҙарса сәләмемде һәм Ҡыҙыл Армияның рәхмәтен тапшырығыҙ!»[33]

Һуғыштан һуңғы осор һәм артабанғы үҫеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Ишембайҙа иҡтисадтың йылдам үҫеше күҙәтелә. 1947—1948 йылдарҙа 411-се Дәүләт союз пиролиз заводы, 433-сө Дәүләт союз заводы, Дәүләт союз тауар-нефть үткәргес контораһы, газолин заводы нигеҙендә «Ишембай нефть эшкәртеү заводы» берекмәһе булдырыла[40][41].
1948 йылда Стәрлетамаҡ районының Ҙур Аллағыуат ауылы районында, Ишембайҙан ете километр алыҫлыҡта 18-се нефть химияһы комбинатын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә[прим. 5]. Төҙөлөшкә етәкселек итеү һәм комбинаттың төп объекттарын файҙаланыуға тапшырыу өсөн яуаплылыҡ Ишембай ҡала партия ойошмаһына йөкмәтелә. Комбинат эргәһендә тип әйтерлек ҡала составына ингән ҡасаба хасил була, уға Салауат Юлаевтың исеме бирелә. Был ҡасабала төҙөлгән мәктәптәргә һандар Ишембай мәктәптәренең дауамы булараҡ ҡуйыла. Комбинат территорияһында Яңы Ишембай нефть эшкәртеү заводы төҙөлә. Салауат ҡасабаһы 1954 йылға, республика буйһоноуындағы үҙаллы ҡала статусын алғанға тиклем, Ишембай ҡала Советына буйһона. Нәҡ Ишембай яңы комбинатҡа һәм яңы ҡалаға үҫергә һиҙелерлек ярҙам күрһәтә, тәүге төҙөүселәрҙе үҙ ҡанаты аҫтына ала[14][13].
1950-се йылдар башында КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советы ҡала үҫешенә тос ярҙам күрһәтә[14]. 1950 йылда Геология урамында С. М. Киров исемендәге яңы клуб асыла[23]. 1952 йылда И. В. Сталин Ишембай ҡалаһының үҫеш проектын хуплай. 1952—1953 йылдарҙа ҡала Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ өлкәһе составына инә. 1956 йылда ойоҡ-ойоҡбаш фабрикаһы асыла[прим. 6][42].
1959 йылда ҡалала тәүге «Спутник» кинотеатры (Новостройка) һәм Төҙөүселәр клубы (Совет урамы) асыла, шул ваҡытта уҡ яңы нефть эшкәртеүселәр клубы (Перегонный микрорайоны) эшләй башлай[23]. 1961 йылда нефтселәрҙең С. М. Киров исемендәге Мәҙәниәт һарайы асыла[23]. 1962 йылда аҙаҡ «Аҡсарлаҡ» тип аталған профилакторий эшләй башлай[43]. 1964 йылда 5-се мәктәптә беренсе тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы,[44]; «Йондоҙ» кинотеатры (Иҫке Ишембай микрорайоны) асыла[23]. 1966 йылда икенсе еңел сәнәғәт предприятиеһы — трикотаж фабрикаһы[прим. 7]. 1969 йылда «Заря» ҡунаҡханаһы үҙ ишектәрен аса [45]
1972 йылда «Ишембайҙың почетлы гражданины» маҡтаулы исеме раҫлана; «Нефтсе» совхозында клуб асыла[23]. Был йылдарҙа ҡалалағы халыҡ хужалығы нефть сығарыу сәнәғәтенән машиналар эшләү сәнәғәтенә күсә башлай.1973 йылда Ишембай эксперименталь-механика заводы сафҡа инә. 1975 йылда балалар өсөн «Пионер» кинотеатры асыла[23]. 1977 йылда транспорт машиналары эшләү заводы[прим. 8] һәм нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы[прим. 9] эшләй башлай.
1980-сы йылдарҙа Ишембай НПЗ-һын ябыу процесы этаплап башҡарыла. Перегонныйҙа урынлашҡан 2-се цех ябыла һәм «Главбашавтотранс» производство берекмәһенә тапшырыла, һөҙөмтәлә нефть тик һул яҡ ярҙағы НПЗ-ла ғына эшкәртелә. 1985 йылда НПЗ майҙандарында Ишембай катализаторҙар етештереүгә махсуслашҡан химия заводы (ИСХЗК) төҙөлә башлай. 1988 йылдың 27 июлендә ике залы булған «Икар» кинотеатры асыла[23]. 1990 йылда Ишембай НПЗ-һы бөтөрөлә, уның майҙандарын тулыһынса ИСХЗК биләй[8].

1980-йылдар аҙағында Ишембайҙы тамырынан үҙгәртеү планлаштырыла. Паркет, мебель өсөн комплекттар, юнысҡыларҙан плиталар сығарыуға махсуслашҡан ағас сәнәғәте комплексын төҙөү күҙаллана. Эксперименталь-механика заводы районында художество керамикаһы фабрикаһы урынлашырға тейеш була. Шулай уҡ яңы икмәк заводы, ярымфабрикаттар фабрикаһы, йәшелсә һаҡлағыс һәм йәшелсә тоҙлау предприятиеһын төҙөү ҙә пландарға ингән була[46]. Нефтсе ҡасабаһы янында төҙөлә башлаған кирбес заводы сафҡа инмәй ҡала. Сәнәғәт потенциалын яҡшыртыуҙы билдәләгән күп һанлы эре проекттарҙың ғәмәлгә ашмауында үҙгәртеп ҡороу ғәйепле.

Советтарҙан һуңғы осор

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990 йылда Тыныслыҡ урамында мәсет асыла. 1992 йылда Рәсәй өсөн уникаль булған кран-манипуляторҙар етештереүсе «ИНМАН» ябыҡ акционер йәмғиәте сафҡа инә[47][48]. 1998 йылда төҙөлөп бөтмәгән блок ҡоролмалары заводы урынына «Кровлестом» ҡыйыҡ ябыу материалдары заводы төҙөлә. 1997 йылда В. Л. Игнатьев тырышлығы менән ҡалала [[Ишембай тарихи-крайҙы өйрәнеү музей]ы] асыла.

2000 йылдың 18 ғинуарында Башҡортостан Республикаһы Президентының «Башҡортостан Республикаһы Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы хакимиәтен ойоштороу тураһындағы» указына ярашлы Ишембай ҡалаһы хакимиәтен һәм Ишембай районы хакимиәтен ҡушыу юлы менән Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы хакимиәте барлыҡҡа килә.

2000 йылда В. В. Бабушкин тырышлығы менән халыҡ мәғарифы музейы эшләй башлай[47][49]. 2001 йылда нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы банкрот булыу һөҙөмтәһендә уның ҡорос иретеү цехы «Ишембай „Нефтемаш“ ҡорос ҡойоу заводы» асыҡ акционер йәмғиәте итеп үҙгәртелә. 2004 йылда православия динен тотҡардар өсөн Свято-Троицкий ғибәҙәтханаһы асыла[50].

2005 Ишембай иҡтисады өсөн һынау йылы була. «Нефтемаш» ҡороч ҡойоу заводы ябыла, һөҙөмтәлә уның цех биналары емерелә[51]. Яңыраҡ асылған Ишембай станктар ремонтлау заводы ла ябыла[52]. Катализаторҙар заводы ла, банкрот булыу сәбәпле, территорияһын кәметә, бушаған майҙанды «Ағиҙел-нефтепродуктсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте биләй. НПЗ урынында хасил булған яңы предприятие киләсәктә ҡалала нефть эшкәртеүҙе юлға һалырға ниәтләй[53].

2006 йылдың 1 ғинуарында в ходе проведения муниципаль реформа һөҙөмтәһендә Ишембай ҡалаһы «Ишембай районы муниципаль районы» муниципаль территориаль берәмеге «Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһе» территориаль берәмеге составына инә.

2010 йылда Ишембай «Юрматы» йәмәғәт этнография музейы асыла[54]. 2013 йылдың 15 ғинуарында ҡалалағы берҙән-бер «Икар» кинокомплексы ябыла[55].

2013 йылда ишембайҙар Р. З. Хамитовҡа Ишембайға «Хеҙмәт даны ҡалаһы» исемен биреүҙе юллар мөрәжәғәт итә[56]. С 2015 года правительство региона рассматривало данную инициативу[57]. 2016 йылда Дәүләт-ара герой-ҡалалар союзының президиумы ҡарары нигеҙендә Ишембай ҡалаһына «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм даны» тигән почетлы исем бирелә. Бөйөк Ватан һуғышы еңеүенә тос өлөш индергәне һәм тыныс тормошта хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәткәне өсөн Ишембай ошо маҡтаулы исемгә лайыҡ була[5].

Физик-географик характеристикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
[[Рәсем:Panorama of Ishimbay.JPG|1700px|
Ишембай ҡалаһы панорамаһы: һулдан уңға — Перегонный микрорайоны, [[Ағиҙел|Ағиҙел йылғаһы]], Ишембай ГТУ-һы, ҡаланың үҙәк өлөшө. Офоҡта — Ҡуштау һәм Торатау шихандары
]]
Ишембай ҡалаһы панорамаһы: һулдан уңға — Перегонный микрорайоны, [[Ағиҙел|Ағиҙел йылғаһы]], Ишембай ГТУ-һы, ҡаланың үҙәк өлөшө. Офоҡта — Ҡуштау һәм Торатау шихандары

Ишембай ҡалаһы Башҡортостандың көньяғында, Көньяҡ Уралдың көнбайыш армыттарында, Өфөнән 160 километрҙа[8], Ағиҙел йылғаһы ярҙарында һәм Тәйрүк йылғаһы тамағында урынлашҡан. Янындағы ҡалалар: Салауат (уға бик яҡын ята, автовокзалдар араһы 15 км) һәм Стәрлетамаҡ (төньяҡ-көнбайышҡа табан 21 км). Ҡала федераль әһәмиәттәге Өфө — Ырымбур федераль автотрассанан бер нисә километрҙа ғына ятаР-240.

Нефтсе ҡасабаһы микрорайонындағы тау
Алебастр тауы

Рельефы тигеҙ, 1—3 % бейеклектәге ҡалҡыулыҡтар ерҙәге тулҡын формаһында ята, көнсығыш һәм көньяҡ йүнәлештәрендә ҡалҡыулыҡтарҙың бейеклеге 20 проценттан ашыуыраҡ. Был йүнәлештә ер ҡабығының абсолют билдәһе 130—140 метрҙан (йылғалар үҙәндәрендә) 270 метрға етә.

Ҡала территорияһында тау-убалар байтаҡ, айырыуса Тәйрүк йылғаһы аръяғында В. Н. Поляков исемендәге урман паркы территорияһында был бик асыҡ күренә. Урман паркы Ҡарауыл сағылы(тау)[58] һыртына урынлашҡан, уның Маяҡ (231,3 м), Алебастр (233,9 м) һәм бейеклектәре 255 м һәм 161,8 метрға еткән түбәләре бар. Урман паркында төрлө төҫтөге таш менән ҡапланған мәмерйә лә бар. Ул урындағы әһәмиәттәге тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора[59].

Тайрукский пруд на реке Тайрук
Тайрукский пруд на реке Тайрук
Йыл Халыҡ һаны
1939 21,8 мең
1959 46,6 мең
1970 54,2 мең
1989 69,9 мең
1998 70,2 мең
1999 70,1 мең
2000 69,9 мең
2001 69,4 мең
2002 69 мең
2003 70,1 мең
2004 69,7 мең
2005 69,3 мең
2006 68,9 мең
2008 68,1 мең

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) х х х х х
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 70175 32329 37846 46,1 % 53,9 %
2002 йыл 9 октябрь 70195 32528 37667 46,3 % 53,7 %
2010 йыл 14 октябрь 66259 30829 35430 46,5 % 53,5 %

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Дим-Ишембай-Төйлөгән (Куйбышев тимер юлы, Башҡортостан Республикаһы территорияһы буйлап 312 км). Дөйөм йүнәлеше — көнбайыштан көнсығышҡа. Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Ғафури, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Көйөргәҙе р ндары аша үтә. 1936 й. Дим-Ҡарлыман-Ишембай линияһы (173 км) төҙөлә, 1951 й. уға Аллағыуат-Күмертау-Төйлөгән линияһы (153 км) ҡушыла. Дим-Ҡарлыман участкаһы электрлаштырылған (1977).

  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре, фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлығы, хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн, һәм Икенсе донъя һуғышы тамамланыуға 71 йыл тулыу уңайынан» Дәүләт-ара герой-ҡалалар союзы президиумы ҡарары менән 2016 йылда Ишембайға «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы» тигән халыҡ-ара маҡтаулы исем бирелде[60].

«Торатау» — Ишембай районы һәм ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите. 1932 йылдан нәшер ителә. Баҫманың рәсми сайты: http://gazeta-toratay.ru/ 2010 йыл 9 октябрь архивланған..

Күренекле шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихта эҙен ҡалдырған шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ишембай Аҡбирҙин (1771 − 1831) — Нуғай даруғаһы Юрматы волосы йөҙ башы, Ишембай ауылына (хәҙер Ишембай ҡалаһы) нигеҙ һала;

Советтар Союзы Геройы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, академик

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Фирҙәүес Бәширова (14.10.1945), Татарстанда йәшәгән башҡорт шағиры, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1997 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Татарстан Республикаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе (2002). Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005). Смаҡай биҫтәһендә тыуған.[61].
  • Ғүмәров Рафиҡ Абдрахман улы (1933—2003) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, КПСС-тың Сибай ҡала комитетының беренсе секретары,Бәләбәй ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе, Ишембай быраулау эштәре идаралығы начальнигы урынбаҫары, Ишембай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе (1992 й.), Ишембай ҡалаһының Смаҡай биҫтәһендә тыуған; СССР-ҙың нефть һәм газ сәнәғәте отличнигы,Ишембай ҡала һәм районының Почетлы гражданы.
  • Ғүмәров Рәсүл Абдрахман улы - НГДУ «Ишембайнефть» начальнигы урынбаҫары, скважиналарҙы капиталь ремонтлау цехы начальнигы. СССР-ҙың нефть һәм газ сәнәғәте отличнигы. Ишембай ҡала һәм районы Почетлы гражданы. Ишембай ҡалаһының Смаҡай биҫтәһендә тыуған
  • Ғүмәрова Сәриә Ибраһим ҡыҙы (1935-) — табип-невролог, Ишембай ҡала үҙәк хәстәханаһының неврология бүлексәһе мөдире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Ишембай ҡалаһының Смаҡай биҫтәһендә тыуған;
  • Ишембаева Хәжәр Сәғит ҡыҙы (1908—1991) — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1933 й.), Колхозсыларҙың I Бөтә Союз съезы делегаты, Өфө ҡалаһы Киров районының I саҡырылышы Советы депутаты (1936 й.), Өфө ҡалаһының II саҡырылышы Советы депутаты (1939 й.);
  • Йосопова Миңлехаят Мөхәмәтсәғит ҡыҙы (Хаят Сәғит ҡыҙы) (1950), журналист, «Торатау» гәзитенең беренсе мөхәррире, ҡала Советы депутаты (1991—1995), ҡала Советы рәйесе урынбаҫары (1992—1995), «Юрматы» һәм «Юрматы ере» милли хәрәкәтен башлап йөрөүселәрҙең береһе (1989 йылдан алып), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (1999), Ишембай ҡалаһының Иҫке Ишембай биҫтәһендә тыуған;
  • Ҡотлогилдин Наил Закир улы (20.09.1946), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1999—2003 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берләшмәһенең генераль директоры. 2003—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Сәнәғәт, танспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе. Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтехимигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтехимигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (2007).
  • Моғаттаров Гәбделғәфүр Мөхәмәтсәғит улы (1947) — дәүләт эшмәкәре, ВЛКСМ-дың Ишембай ҡала комитетының беренсе секретары (1969—1975), «Ишембайнефть» НГДУ-һының профсоюз комитеты рәйесе, республика предприятиеларының конкурс идарасыһы (1975—1980), Ишембай ҡалаһының Иҫке Ишембай биҫтәһендә тыуған;
  • Куклева Галина Алексеевна (22.11.1972), 2-се һанлы мәктәпте тамамлаған. Республика балалар һәм үҫмерҙәрҙең олимпия резервы мәктәбендә тәрбиәләнгән спортсы- биатлонист. СССР-ҙың спорт мастеры (1990), биатлон буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1998). Наганолағы XVIII ҡышҡы зимних Олимпия уйындары чемпионы (1998).
  • Харисова Фәниә Биктимер ҡыҙы (11.10.1958), педагог, 1990 йылдан Краснокама районының Николо-Берёзовка урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1996), «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010)[62].
  • Хәйруллин Наил Валиян улы (1950 йылда тыуған) — табип-энә менән дауалаусы терапевт, Башҡорт ырыуҙары һәм «Юрматы ере» башҡорт милли ырыуҙар хәрәкәтен башлаусыларҙың береһе, 1990 йылдың июль айында Юрматы ырыуының 1-се йыйынын үткәреүгә өлгәшкән шәхес. Ишембай ҡалаһы янындағы Иҫке Ишембай ауылында тыуған;
  • Юлдашбаев Билал Хәмит улы (1928—2001), тарихсы-ғалим, тарих фәндәре докторы. Профессор. Башҡортостан Республикаһы, башҡорт милли хәрәкәте тарихы буйынса фәнни хеҙмәттәр һәм дәреслектәр авторы. Башҡорт Асср-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Юрматы ауылында (Һул яҡ яр) тыуған
  • Яҡупов Миңлеғәле Миңләхмәт улы (1932—2010) — яҙыусы, журналист, «Башҡортостан пионеры» гәзите мөхәррире (1959—1979), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы, Стәрлетамаҡ районының Ишембай ауылында (хәҙер Ишембай ҡалаһының Иҫке Ишембай биҫтәһе) тыуған;

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ишембай ҡалаһында билдәле әкиәт персонажы Алтын Балыҡ һәйкәле бар[63].

  1. 1,0 1,1 Словарь топонимических перифраз: названия российских городов (урыҫ)СПб.: Алетейя, 2022. — С. 21. — ISBN 978-5-00165-489-6
  2. ОКТМО (урыҫ)
  3. https://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  4. http://ishimbai.com/gorod/investitsionnaya-privlekatelnost
  5. 5,0 5,1 Умитбаев А. Ф. Ишимбай удостоен звания «Город трудовой доблести и славы». Восход (11 август 2016). Дата обращения: 11 август 2016. Архивировано из оригинала 26 август 2016 года.
  6. Закон Республики Башкортостан от 17.12.2004 N 126-з «О границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан»
  7. Общероссийский классификатор территорий муниципальных образований (rar). Федеральная служба государственной статистики. Дата обращения: 6 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года. 2013 йыл 20 октябрь архивланған.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 Башкортостан. Краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  9. Хажиева Г. На собственной земле // Подметки+ : газета. — Ишимбай: РИК «Аспект», 2012. — № 8. — С. 2, 4. — ISSN 2220-8348.
  10. Гильманова С. Стерлитамак—Ишимбай—Салават объединят? // Уфимские ведомости : газета. — Уфа, 2011. — 4 августа. — № 60. Архивировано из первоисточника 17 июль 2014.
  11. Экономическая характеристика города Ишимбая. Официальный интернет-портал города Ишимбая. Дата обращения: 18 апрель 2017. Архивировано 10 февраль 2013 года.
  12. Зыкина Р. Подземные реки Ишимбая // Республика Башкортостан : газета. — Уфа, 2006. — № 178.
  13. 13,0 13,1 Мангушев, Поляков, Уткин, 1985, с. 136—137
  14. 14,0 14,1 14,2 Агафонов, Кутимов, Фёдоров, 1968, с. 35—36
  15. 15,0 15,1 Ишимбай. Генеалогия и архивы. Дата обращения: 29 октябрь 2011. Архивировано 11 июль 2012 года.
  16. Акбердин Р. Отсюда зародился Ишимбай // Восход : газета. — Ишимбай, 2010. — 29 октября. — № 174—175.
  17. 17,0 17,1 Юбилейные даты в истории города и района // Восход : газета. — Ишимбай, 2010. — № 16—17.
  18. М. Якупов «Сотник Ишимбай», ГУП ГРИ «Башкортостан», 2005,стр. 128/Сотник Ишимбай, стр. 89
  19. Мангушев, Поляков, Уткин, 1985, с. 10
  20. 20,0 20,1 Никулочкин, Д. В. Два города, два обелиска // Подметки+ : газ. / ред. Г. Р. Ямалова. — Ишимбай : РИК «Аспект», 2014. — № 46 (12 ноябрь). — С. 2. — ISSN 2220-8348.
  21. Зайнетдинов Э. Фронтовой город в глубоком тылу // Республика Башкортостан : газета. — Уфа, 2012. — 11 февраля. — № 26. Архивировано из первоисточника 9 июнь 2013.
  22. 22,0 22,1 Зыкина Р. Город чёрной нефти на Белой реке // Республика Башкортостан : газета. — Уфа, 2005. — № 26.
  23. 23,0 23,1 23,2 23,3 23,4 23,5 23,6 23,7 Никулочкин, Д. В. Кинотеатра.нет, или Мы загружены в магазины : ч. I. «Большое кино в небольшом городе» // Подметки+ : газ. / ред. Г. Р. Ямалова. — Ишимбай : РИК «Аспект», 2016. — № 51 (14 декабрь). — С. 2—3. — ISSN 2220-8348.
  24. Мангушев, Поляков, Уткин, 1985, с. 21
  25. Мангушев, Поляков, Уткин, 1985, с. 20
  26. Агафонов, Кутимов, Фёдоров, 1968, с. 8
  27. 27,0 27,1 Никулочкин, Д. В. Ишимбай — это город? : ч. I. «Города больше нет?» // Подметки+ : газ. / ред. Г. Р. Ямалова. — Ишимбай : РИК «Аспект», 2015. — № 52 (23 декабрь). — С. 2. — ISSN 2220-8348.
  28. 28,0 28,1 28,2 Никулочкин, Д. В. Ишимбай — это город? : ч. II. «Город лишился территорий?» // Подметки+ : газ. / ред. Г. Р. Ямалова. — Ишимбай : РИК «Аспект», 2016. — № 3 (13 ғинуар). — С. 2. — ISSN 2220-8348.
  29. Осташевская Г. А. (редактор). Нефть Башкирии. Статистический сборник. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1982. — С. 185. — 192 с. — 5000 экз.
  30. 30,0 30,1 Игнатьев, 2005, с. 18
  31. 31,0 31,1 Юбилейные даты в истории города и района // Восход : газета. — Ишимбай, 2010. — 5 февраля. — № 21—22.
  32. Агафонов, Кутимов, Фёдоров, 1968, с. 13
  33. 33,0 33,1 Мангушев, Поляков, Уткин, 1985, с. 32
  34. Мангушев, Поляков, Уткин, 1985, с. 25
  35. Мангушев, Поляков, Уткин, 1985, с. 29
  36. 36,0 36,1 Мангушев, Поляков, Уткин, 1985, с. 30—31
  37. Ишимбайская энциклопедия, 2015, с. 266
  38. Агафонов, Кутимов, Фёдоров, 1968, с. 18
  39. Агафонов, Кутимов, Фёдоров, 1968, с. 15
  40. Мовсумзаде, Савин, Телицкая, 1996, с. 62
  41. Ишимбайская энциклопедия, 2015, с. 267—268
  42. Юбилейные даты в истории города Ишимбая и Ишимбайского района // Восход : газета. — Ишимбай, 2011. — № 56—57.
  43. Никулочкин, Д. В. Санаторий «Чайка»: забвение или возрождение? : ч. I // Подметки+ : газ. / ред. Г. Р. Ямалова. — Ишимбай : РИК «Аспект», 2015. — № 21 (20 май). — С. 2. — ISSN 2220-8348.
  44. Никулочкин, Д. В. Фронтовик, педагог, краевед // Восход : газ. / ред. А. Ф. Умитбаев. — Ишимбай : РГ «Восход», 2013. — № 183 (26 ноябрь). — С. 4.
  45. Ишимбайская энциклопедия, 2015, с. 209
  46. Мангушев, Поляков, Уткин, 1985, с. 143
  47. 47,0 47,1 Давыдов В. П. Открывая новые страницы // Ватандаш : журнал. — Уфа, 2001.
  48. Кульмухаметова А., Худякова Т. За перспективу надо бороться // Республика Башкортостан : газета. — Уфа, 2010. — 8 октября. — № 193.
  49. Агафонов М. Музею народного образования — 10 лет // Восход : газета. — Ишимбай, 2010. — 18 мая. — № 80.
  50. История прихода. Свято-Троицкий храм г. Ишимбая. Дата обращения: 18 февраль 2017. Архивировано 22 ғинуар 2013 года.
  51. Юбилей завода, которого нет // Восход : газета. — Ишимбай, 2007. — 2 февраля. — № 17—18.
  52. Зыкина Р. Соседом «Витязя» стал новый завод // Республика Башкортостан : газета. — Уфа, 2006. — 9 февраля. — № 26.
  53. Завалина Т. Всё ещё только начинается… // Восход : газета. — Ишимбай, 2009. — 26 марта. — № 48.
  54. Кагиров Р. Я. Уважать свою историю // Подметки+ : газета. — Ишимбай, 2010. — № 52. Архивировано из первоисточника 20 октябрь 2013.
  55. Никулочкин, Д. В. Кинотеатра.нет, или Мы загружены в магазины : ч. II. «Кина не будет?» // Подметки+ : газ. / ред. Г. Р. Ямалова. — Ишимбай : РИК «Аспект», 2016. — № 52 (21 декабрь). — С. 2—3. — ISSN 2220-8348.
  56. Ишимбай претендует на звание «Город трудовой славы». Башинформ. Дата обращения: 8 февраль 2016.
  57. Уфа и Ишимбай могут стать Городами трудовой славы. VESTI.RU. Дата обращения: 8 февраль 2016.
  58. https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=%D2%A0%D0%B0%D1%80%D0%B0%D1%83%D1%8B%D0%BB_%D1%81%D0%B0%D2%93%D1%8B%D0%BB%D1%8B_(%D1%82%D0%B0%D1%83)&action=edit&section=2
  59. Овсянникова, Кулясова, 2012, с. 8—9
  60. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 19 август (Тикшерелеү көнө: 20 август 2016)
  61. Башҡорт энциклопедияһы — Бәширова Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы 2016 йыл 5 апрель архивланған.  (Тикшерелеү көнө: 10 октябрь 2018)
  62. ЛУЧШИЕ УЧИТЕЛЯ И ШКОЛЫ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН. Проект БГПУ им. М. Акмуллы 2021 йыл 17 ғинуар архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 октябрь 2018)
  63. Никулочкин, Д. В. Хранители истории Ишимбая : чч. VIII, IX : [арх. 26 июнь 2018] // Подметки+ : газ. / ред. Г. Р. Ямалова. — Ишимбай : РИК «Аспект», 2018. — № 23 (6 июнь). — С. 2. — ISSN 2220-8348.
  1. Кусяпкулово — ныне микрорайон города Ишимбая.
  2. Приказ Народного комиссариата тяжёлой промышленности СССР от 01.09.1935 № 1026а.
  3. Хәҙер Яуаплылығы сикләнгән «Ишембай машиналар эшләү заводы» йәмғиәте.
  4. Ныне сквер имени А. А. Блохина.
  5. Хәҙерге «Газпром нефтехим Салауат асыҡ акционер йәмғиәте».
  6. Хәҙер «Ишембай ойоҡ фабрикаһы» ябыҡ акционер йәмғиәте.
  7. эшләй башлай. Хәҙер улНыне ЗАО «Ишембай трикотаж изделиелар фабрикаһы» ябыҡ акционер йәмғиәте тип атала.
  8. ИЗТМ, хәҙер "«Витязь» машиналар эшләү компанияһы"акционер йәмғиәте.
  9. ИЗНПО, хәҙер «Иҙел Нефтемаш» асыҡ акционер йәмғиәте