Эстәлеккә күсергә

Яйыҡбаев Камил Яҡшыгилде улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баҫтырыу өлгөһө башҡа эшләмәй һәм эшкәртеү хаталары булыуы мөмкин. Браузерҙың һаҡланмаларын яңыртығыҙ һәм уның урынына браузерҙың программа көйләгән баҫтырыу функцияһын ҡулланығыҙ.
Яйыҡбаев Камил Яҡшыгилде улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 30 ғинуар 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Абҙан, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 16 июль 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Белорет, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө журналист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Яйыкбаев Камил Яҡшыгилде улы (30 ғинуар 1936 йыл — 16 июль 2004 йыл) — журналист. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980).

Биографияһы

Камил Яҡшыгилде улы Яйыкбаев 1936 йылдың 30 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Абҙан ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Атаһы 1941 йылдың июлендә Бөйөк Ватан һуғышына китә. Сталинград янында фашист илбаҫарҙары менән ҡаты алышта һәләк була. Әсәһе колхозда төрлө эштәр башҡара.

1946 йылда мәктәпкә уҡыуға төшә. Яҡшы өлгәшә, һәр синыфты маҡтау ҡағыҙы менән тамамлай.

Ауылында 1956 йылда урта мәктәпте тамамлағас, К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. 1957 йылда уҡыу йорто «Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты» итеп үҙгәртелә. Тарих-филология факультетында юғары һөнәри белем ала.

Университетта уға Кейекбаев Жәлил Ғиниәт улы, Сәйетбатталов Ғәлей Ғәлей улы, Зиннәтулина Хәнифә Шәкүр ҡыҙы, Мәғәсүмова Бәғиә Мәғәсүм ҡыҙы, Чанбарисов Шәйхулла Хәбибулла улы кеүек күренекле ғалимдарҙан, талантлы педагогтарҙан белем алыу бәхете насип була.

Журналистика буйынса махсуслаша. Ғилми етәксеһе атаҡлы ғалим Ж.Ғ. Кейекбаев була. «Газетала очерк жанры» темаһына диплом эше яҙа, уны уңышлы яҡлай.

1961 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты йүнәтмәһе буйынса Белорет районының «Ленин юлы» (артабан «Урал») гәзитенә эшкә ебәрелә, бында ауыл хужалығы бүлеге мөдире, тәржемәсе, мөхәррир урынбаҫары була.

1963 йылда республиканың мәғариф министры урынбаҫары Хөсәйен Хәсән улы Яубасаровтың саҡырыуы буйынса «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы редакцияһына эшкә күсә. Унда 23 йыл дауамында (1963—1986) бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип була.

1986 йылда «Пионер» журналына (1992 йылдан был журнал «Аманат» тип атала) яуаплы сәркәтип итеп күсерелә. Аҙаҡ уның баш мөхәррире була.

2004 йылдың 16 июлендә мәрхүм була. Белорет ҡалаһында ерләнә.

Ижади һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге

Мәғариф министрлығында эшләгән Лоҡманов Фәһим Шәриф улы йыш ҡына Камил Яйыбаевты уҡыу программалары, ҡулланмалар һәм дәреслектәр әҙерләүгә йәлеп итә. Улар бергә йыш ҡына Мәғәриф министрлығының эксперименталь мәктәбе эшдәгән Дәүләкән районының Иҫке Яппар ауылында була. Был уға педагогика буйынса белемен һәм ҡараштарын ғәмәлдә һынап ҡарарға мөмкинлек бирә. Мәктәптәрҙә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу торошон, ихтыяжын белергә ярҙам итә.

  • 1977, 1982 һәм 1989 йылдарҙа «Мәктәп байрамдары» сценарийҙар йыйынтығын әҙерләй һәм баҫтырып сығара.
  • Кластан тыш эштәр буйынса методик ҡулланма, әҙәбиәт, география, тарих дәрестәре өсөн өҫтәмә материалдар баҫтырып сығара.
  • «Ҡыҙыҡлы был донъя» тип аталған тарих китабы нәшер итә. Шулай уҡ Е. Прудникованың «Ульяновтар ғаиләһе» китабын башҡорт теленә тәржемәләй.
  • Яңы программалар төҙөшә, тарих, география дәреслектәрен башҡортсаға тәржемә итешә.

1995 йылда Афғанстанда һәләк булған ир-егеттәр тураһында «Төйәгенә ҡайта торналар» тигән китап яҙа. Ваҡытлы матбуғатта ла әленән-әле мәҡәләләре баҫылып тора.

2003 йылда сыҡҡан китабы «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре» тип атала. Башҡортостан халыҡ мәғарифы тарихын, күренекле мәғрифәтсе мөғәллимдәре, арҙаҡлы уҡытыусылары һәм мәғариф эшмәкәрҙәре тормошон, хеҙмәт юлын өйрәнеү, улар тураһында мәғлүмәт йыйыу Камил Яйыҡбаевтың күп йылдар буйы ҡыҙыҡһынып башҡарған шөғөлө була.

Хеҙмәттә өлгәшкән уңыштары өсөн республика Халыҡ мәғарифы министрлығы, РСФСР Халыҡ мәғарифы министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.

1980 йылда «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы», 1986 йылда «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәр бирелә.

Ғәиләһе

Ҡатыны Фәниә Заһит ҡыҙы (15.04.37—10.06.2011) Белорет районы Йүрмәтау ауылында тыуған, уҡытыусы, тел белгесе.

Ике ҡыҙ үҫтергәндәр, икеһе лә (Әлфиә (19.07.1959) һәм Лира (19.02.1962) Башҡорт дәүләт университетының математика факультетын тамамлаған. Үҙ ғаиләләре бар. Ейәндәре Владимир, Айгөл, Лилиә Мәскәүҙә йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғәрифы отличнигы (1980).
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (15.02.1986).

Һылтанмалар

Аудиояҙмалар