Папайя
Папайя | |
Ҡыҫҡаса атамаһы | C. papaya |
---|---|
Халыҡ-ара ғилми атамаһы | Carica papaya L., 1753[1] |
Таксономия рангыһы | Төр[1] |
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон | Карика[d][1] |
Таксондың халыҡ атамаһы | papaya[2], 番木瓜[3][4][5][…], 番木瓜[6][7], 木瓜[6][7], 万寿果[6][7], 番瓜[6][7], 满山抛[7], 树冬瓜[7], 番木瓜叶[8] һәм papaja[9] |
Этот таксон является источником | папайя[d], industrial papain[d], papaya seed oil[d], сок папайи[d] һәм papaya seed[d] |
Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау берлегенең һаҡ статусы | данных недостаточно[d][10] |
Инвазионный вид для | Мадагаскар[11] |
Вики-проект | Проект:Инвазионная биология[d] |
Ареал таксона | Пекин[5], Ҡытай[12], Тибетский автономный район[d][13] һәм Гуандун[d][14] |
GRIN URL | npgsweb.ars-grin.gov/gri…[15] |
Папайя Викимилектә |
Папайя йәки ҡауын ағасы (лат. Cárica papáya) — ағас үҫемлек; Карикалар ғаиләһенән (Caricaceae) Карика (Carica) ырыуы төрө.
Папайа һүҙе — үҫемлектең латинлаштырылған малабар атамаһы (papaya)[16].
Ботаник тасуирлама
3-10 бейеклектәге йоҡа олоно менән ботаҡһыҙ пальма рәүешле тәбәнәк ағас.
Япраҡтары ҙур, диаметры 50-70 см, оҙон һабаҡта тешле-ҡырҡылған.
Сәскәләре япраҡ аҫтында үҫә, улар 10—30 см диаметрында һәм 15-45 см оҙонлоғондағы емештәргә әүерелә. Өлгөргән емеш һары гәрәбә төҫөнән алып ҡыҙғылт һары төҫкә тиклем була. Өлгөргән емеш йомшағы һары, ҡыҙғылт һары һәм ҡыҙыл.
Үҫемлектең бөтә өлөшөндә лә һөт һымаҡ һут бар [16].
Хужалыҡтағы әһәмиәте һәм ҡулланылышы
Папайяның тыуған иле Мексиканың көньяғы һәм Үҙәк Америка[17] һәм Көньяҡ Американың төньяғы, әммә хәҙер ул бөтә тропик илдәрҙә үҫтерелә, төп етештереүселәре Бразилия һәм Һиндостан. Шулай уҡ Рәсәйҙең көньяғында, Кавказдың Ҡара диңгеҙ яры буйында ботаника баҡсаларында папайяны эксперименталь ултырталар[18].
Емеште йыйғанда бик һаҡ булыр кәрәк, сөнки папайя күп кешеләрҙә тире бүртеүен, шулай уҡ аллергия реакцияһын ҡуҙғытыуға һәләтле латекс һуты бүлеп сығара. Папайя емеше һәм уның япраҡтары составында карпаин алкалоиды бар, ул бабасыр төшөрөү һәләтенә эйә, әммә ҙур дозала хәүефле булыуы мөмкин.
Аҙыҡ-түлек продукттары
Папайяның төп ҡулланылышы — ризыҡта ҡулланыу. Ғәҙәттә, уны сей килеш, ҡабыҡһыҙ һәм орлоҡһоҙ ашайҙар. Бешеп етмәгән емеште быҡтыралар, шулай уҡ карри әҙерләүҙә һәм салаттарҙа ҡулланалар. Емеште утта бешерәләр, ул саҡта папайянан икмәк еҫе сыға башлай.
Медицинала
Папайяла папаин (протеаза, итте йомшартыусы) тип аталған ферменттар һәм башҡа аҡһымдар күп. Папайя һутының ҡаты ит сүстәрен йомшартыу үҙенсәлеген Көньяҡ Америкала мең йыл буйына ҡулланғандар. Уны өлгөрөп етмәгән емештең һәм япарҡтарының таҙартылған һөт һымаҡ һутынан алалар һәм аш һеңдереүҙе яҡшыртыу өсөн һәм «Лекозим» һәм «Кариопазин» (протеолитик ферменттар ҡатнашмаһы) препараттарында ҡулланғандар, уның менән умыртҡа һөйәктәре араһындағы остеохондрозды дауалайҙар[16]
Халыҡ медицинаһында папайяны бабасыр төшөрөү (тамыр, япраҡтары төнәтмәһе), контрацепция[19] һәм аборт өсөн сара булараҡ ҡулланыла. Киптерелгән япраҡтарын астманы еңеләтеү йәки тәмәкене алмаштырыу өсөн тартҡандар. Ҡоро япраҡтарынан әҙерләгән пакеттар магазиндарҙа сәй әҙерләү өсөн һатыуға ҡуйыла. Бынан тыш япраҡтары төнәтмәһе Гана һәм Кот-д' Ивуарҙа аттар өсөн эс йомшартҡыс сара кеүек ҡулланыла[20].
Вирусолог Люк Монтанье раҫлауынса, папайянан препараттар вируслы инфекцияларҙы булдырмауға булышлыҡ итә[21].
Папайяның йәш япраҡтарынан тапма ауырыуҙарына ҡаршы сәй әҙерләйҙәр.
Папайя эпифитотияһы
Түңәрәк тимгелле папайя вирусы Оахҡа (Гавайи) 1937 йылда уҡ индерелә[22] һәм ике тапҡыр Гавайи папайяһын етештереүгә ҡағыла. Сир бер нисә йыл дауамында, үҙгәреүенә һәм агрессив штаммға әйләнеүенә тиклем уртаса була, һәм 1950 йылда эпифитотия башлана. 12 йыл дауамында папайя етештереү ерҙәре 94 % кәмей. Һуңынан уны етештереү Оахтан киҫкен карантин аҫтында Гавайи утрауындағы Пунаға күсерелә. 1971 йылда PRSV йорт яны участкаларында асыҡлана, әммә уның таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн күп көс һалына. Вирус 1992 йылда коммерция хужалыҡтарында барлыҡҡа килә, эпифитотия яңынан ҡабына һәм күрелмәгән масштабта була, бер йыл эсендә 100 % тиерлек классик сорттарҙы юҡ итә, һәм 1995 йылда Пунала папайя етештереү мөмкин булмай. Папайяның ике трансгенлы төрөн Деннис Гонсалвес[23] һәм уның командаһы эшләй һәм 1998 йылдың 1 майында етештереү өсөн тәҡдим ителә[23]. Һөҙөмтәлә шул асыҡлана, әгәр үҫемлектең ДНК сылбырына вирус тышсаһы аҡһымының генын өҫтәһәң, папайя вирусҡа бирешмәй. PRSV тышсаһы аҡһымы гены юғары эмбриогенлы үҫемлек туҡымаһына күптән түгел уйлап сығарылған ген пушкаһы ярҙамында индерелә, был 55-1 трансген һыҙығын эшләүгә килтерә, ул, аҙаҡ иҫбаталанғанса, Гавайи PRSV штаммдарын эффектив контролдә тота һәм яңы вирус күсермәләренең барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймай. Контролдә тотоусы ойошмаларҙан дәртләндереү буйынса тейешле процедураларҙы алып (FDA, EPA һ.б.), 1998 йылдың майында трансгенлы папайя коммерциялы ҡулланылыш өсөн үҫтерелә башлай. Гавайиҙа генетик модификацияланған емеште индереү ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә етештереүҙең баштағы күләмен тергеҙергә мөмкинлек бирә. Бөгөнгө көндә ул ғәҙәти папайяны тулыһынса ҡыҫырыҡлап сығарған.
Тикшереү барышында кеше организмына бер ниндәй ҙә кире йоғонтоһо асыҡланмаған. Өҫтәүенә, кеше һәр ваҡыт папайяны уның вирусы менән бергә ҡулланған, сөнки унда, ул үҫкән урында, һәр ваҡыт был патоген була[24][25][26][27].
Етештереү
Йыл | Мең тонна |
---|---|
1965 | 1 547 |
1970 | 1693 |
1975 | 1935 |
1980 | 2460 |
1985 | 3 158 |
1990 | 3 255 |
1995 | 5 478 |
2000 | 7 009 |
2005 | 8 139 |
2006 | 8 965 |
2007 | 9 474 |
2008 | 9 993 |
2009 | 10 486 |
2010 | 11726 |
2011 | 11839 |
2104 | 12 700[28] |
Ил | Мең тонна папайя |
---|---|
Һиндостан | 4 180 |
Бразилия | 1 854 |
Индонезия | 958 |
Нигерия | 705 |
Мексика | 634 |
Ҡалып:Флаг Эфиопии Эфиопия | 340 |
Ҡалып:Флаг ДР Конго Конго Демократик Республикаһы | 280 |
Таиланд | 272 |
Гватемала | 205 |
Ҡытай | 181 |
Филиппин | 158 |
Колумбия | 153 |
Куба | 135 |
Перу | 126 |
Венесуэла | 126 |
Бангладеш | 125 |
Сальвадор | 70 |
Коста-Рика | 61 |
Малайзия | 45 |
Кения | 18 |
источник: Продовольственная и сельскохозяйственная организация ООН (FAO) |
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Linnæi C. Species Plantarum (лат.): Exhibentes plantas rite cognitas ad genera relatas — 1753. — Т. 2. — Б. 1036.
- ↑ база данных растений Министерства сельского хозяйства США (ингл.)
- ↑ https://taibnet.sinica.edu.tw/chi/taibnet_species_detail.php?name_code=429826 (билдәһеҙ) — 2003.
- ↑ 林秦文, 肖翠, 马金双 中国外来植物数据集, A dataset on catalogue of alien plants in China (билдәһеҙ) // 生物多样性 — 1993. — Т. 30, вып. 5. — Б. 22127. — ISSN 1005-0094 — doi:10.17520/BIODS.2022127
- ↑ 5,0 5,1 苏芝敏, 张红星, 任玉芬, 赵娟娟, 郭培培 2007-2020年北京城区植物物种名录数据集, A plant species list dataset for urban area of Beijing, China 2007 – 2020 — 2022. — doi:10.57760/SCIENCEDB.J00001.00473
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 Institute of Botany, Chinese Academy of Sciences https://www.plantplus.cn/doi/10.12282/plantdata.0061 — 2022. — doi:10.12282/PLANTDATA.0061
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 https://www.iplant.cn/frps/vol/52(1) / под ред. Г. Цуичжи — 1999. — Т. 52(1). — Б. 122.
- ↑ 庄会富, 王亚楠, 王趁, 金涛, 王雨华 A Scientific Dataset of useful plants of China, 中国有用植物数据集 — 2021. — doi:10.11922/SCIENCEDB.J00001.00212
- ↑ Petauer T. (unspecified title) (словен.) — Tehniška založba Slovenije, 1993. — ISBN 86-365-0133-4
- ↑ The IUCN Red List of Threatened Species 2022.2 — 2022.
- ↑ Seebens H. SInAS database of alien species occurrences — 2021. — doi:10.5281/ZENODO.5562892
- ↑ 肖翠, 刘冰, 吴超然, 马金双, 叶建飞, 夏晓飞, 林秦文 北京维管植物编目和分布数据集, A dataset on inventory and geographical distributions of vascular plants in Beijing, China (билдәһеҙ) // 生物多样性 — 2022. — Т. 30, вып. 6. — Б. 22064. — ISSN 1005-0094 — doi:10.17520/BIODS.2022064
- ↑ 陈又生, 宋柱秋, 卫然, 罗艳, 陈文俐, 杨福生, 高连明, 徐源, (not translated to zh-hans), 张卓欣 et al. 西藏维管植物多样性编目和分布数据集, A dataset on inventory and geographical distribution of vascular plants in Xizang, China (билдәһеҙ) // 生物多样性 — 2023. — Т. 31, вып. 9. — Б. 23188. — ISSN 1005-0094 — doi:10.17520/BIODS.2023188
- ↑ 宋柱秋, 叶文, 董仕勇, 金梓超, 钟星杰, 王震, 张步云, 徐晔春, 陈文俐, 李世晋 et al. 广东省高等植物多样性编目和分布数据集, A dataset on inventory and geographical distributions of higher plants in Guangdong, China (билдәһеҙ) // 生物多样性 — 2023. — Т. 31, вып. 9. — Б. 23177. — ISSN 1005-0094 — doi:10.17520/BIODS.2023177
- ↑ Таксономия растений GRIN (ингл.)
- ↑ 16,0 16,1 16,2 Блинова К. Ф. и др. Ботанико-фармакогностический словарь : Справ. пособие / Под ред. К. Ф. Блиновой, Г. П. Яковлева. — М.: Высш. шк., 1990. — С. 219. — ISBN 5-06-000085-0.
- ↑ Бэйкон Д., Блэк А., Смит Л.К. История еды. — М: Росмэн, 2019. — С. 135. — 360 с.
- ↑ Александров, 1949
- ↑ Lohiya N.K., Manivannan B., Mishra P.K. et al., 2002
- ↑ Morton J. F. Papaya // Fruits of warm climates. — 1987. — P. 336—346.
- ↑ Старцев С. Вирусолог советует принимать папайю для профилактики гриппа A/H1N1 . РИА «Новости» (27 август 2009). Дата обращения: 13 ноябрь 2011. Архивировано 17 февраль 2012 года.
- ↑ Parris, G.K. (1938) A new disease of papaya in Hawaii. Proc. Am. Soc. Hortic. Sci. 36, 263—265.
- ↑ 23,0 23,1 sss253. Dennis Gonsalves: Public Sector Hero (инг.), Cornell Alliance for Science (2 November 2015). 7 август 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 8 август архивланған.
- ↑ Savarni Tripathi, Jon Suzuki, Dennis Gonsalves Development of genetically engineered resistant papaya for papaya ringspot virus in a timely manner: a comprehensive and successful approach // Methods in Molecular Biology (Clifton, N.J.). — 2007. — Т. 354. — С. 197—240. — ISSN 1064-3745. — DOI:10.1385/1-59259-966-4:197
- ↑ D. Gonsalves Control of papaya ringspot virus in papaya: a case study // Annual Review of Phytopathology. — 1998. — Т. 36. — С. 415—437. — ISSN 0066-4286. — DOI:10.1146/annurev.phyto.36.1.415
- ↑ Savarni Tripathi, Jon Y. Suzuki, Stephen A. Ferreira, Dennis Gonsalves Papaya ringspot virus-P: characteristics, pathogenicity, sequence variability and control // Molecular Plant Pathology. — 2008-5. — В. 3. — Т. 9. — С. 269—280. — ISSN 1364-3703. — DOI:10.1111/j.1364-3703.2008.00467.x
- ↑ Tripathi, S.; Suzuki, J. N. Y.; Ferreira, S. A.; Gonsalves, D. Papaya ringspot virus-P: Characteristics, pathogenicity, sequence variability and control (инг.) // Molecular Plant Pathology (инг.)баш. : journal. — 2008. — Т. 9. — № 3. — С. 269—280. — DOI:10.1111/j.1364-3703.2008.00467.x — PMID 18705869.
- ↑ «Papaya production in 2014; Crops/Regions/World list/Production Quantity (pick lists)». UN Food and Agriculture Organization, Corporate Statistical Database (FAOSTAT). 2017. Retrieved 19 August 2017.
Әҙәбиәт
- Ҡалып:Анненков
- Дынное дерево // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Александров Д.С. Дынное дерево // Природа. — 1949. — № 10 (октябрь). — С. 68—69.
- Папайя / Соколова И. В. // П — Пертурбационная функция. — М. : Большая российская энциклопедия, 2014. — С. 248—249. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 25). — ISBN 978-5-85270-362-0.