Калькутта
Город | |
Калькутта бенг. কলকাতা, ингл. Kolkata | |
Ил | |
---|---|
Штат | |
Координаталар | |
Мэр | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1690 |
Майҙаны |
185 км² |
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге |
9 м |
Халҡы |
4 486 679 кеше (2011) |
Тығыҙлығы |
27 462 кеше/км² |
Агломерация |
14 112 536 |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+91 33 |
Почта индексы |
700001 - 700157 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
WB-01, WB-02, WB-03, WB-04 |
Рәсми сайт |
kolkatamycity.com (инг.) |
Кальку́тта (2001 йылдангода рәсми атамаһы — Ко́лката) (бенг. কলকাতা, ингл. Kolkata; һинд कोलकता) — Һиндостандың көнсығышындағы Ганга делтаһындағы ҡала, Көнбайыш Бенгалия штатының баш ҡалаһы, Һиндостандағы Мумбайҙан ҡала майҙаны буйынса икенсе һәм халҡы буйынса Мумбаи, Дели һәм Бангалорҙан һуң дүртенсе ҡала.
2011 йылға ҡарата халыҡ һаны 4 486 679 кеше[1], агломерацияһы — 14 112 536 кеше[2] (Һиндостан ҡалалар агломерациялары араһында 3-сө урын)[3].
Британия хакимлығы йылдарында Калькутта бар Британия Һиндостаны өсөн 1911 йылғаса баш ҡала ролен үтәгән. Шуның өсөн бөгөн дә ул мәғариф, фән, мәҙәниәт һәм сәйәсәт үҙәге булып тора. Шулай ҙа ҡаланың проблемаларыла етәрлек: ярлылыҡ, һауаның бысраныуы һәм юлдарҙағы тығындар.
Атамаһы
Әүәлге рәсми исеме инглиз әйтелешле Калькутта тип әйтелгән. 2001 йылдың 1 ғинуарынан урындағы хакимиәт атамаһын Колкатаға үҙгәртә, ул бенгалисә яңғырай. 2001 30 июленән был законлаштырыла. Атама ҡала храмы исеме алиһә Кали менән бәйле.
Халҡы
2011 йылғы мәғлүмәттәр буйынса ҡала халҡы 4 486 679, ҡаланың агломерацияһы — 14 112 536 кеше. 1000 ир- егеткә 928 ҡатын-ҡыҙ тура килә. Ҡалала уҡыу-яҙя белеү 81 % (был башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда юғары). Халыҡтың артыуы 4,1 %,( башҡа миллионлы ҡалаларға ҡарағанда түбән)
Халыҡтың күп ҡлҡшҡ бенгальүдәр. Әҙселектә бихарҙар, инглиз-һиндостанлылар, ҡытайҙар. XX быуатҡа ҡәҙәре йәһүдтәр ҙә йәшәгән булған.
Индустар 73 % , 23 % — мосолмандар, , 2 % — христиандар, 1 % — джайнистар.
Иҡтисады
Калькутта — төньяҡ-консығыш Һиндостандың иҡтисад һәм финанс үҙәге. Бында Калькутта фонд биржаһы урынлашҡан. Ул ҙурлығы буйынса илдә икенсе урында.
Һиндостандың башҡа ҡалаларындағыса Калькутта лаа 1990 йылдарҙан мәғлүмәт технологиялары етеҙ үҫә. Ҡала илдең күп кенә сәнәғәт ҡалалары өсөн штаб-квартира булып тора. Шулар араҙында: ITC Limited, India Government Mint, Kolkata, Haldia Petrochemicals, Exide Industries, Hindustan Motors, Britannia Industries, Bata India, Birla Corporation, CESC Limited, RPG Group, Texmaco Limited, Bengal Ambuja, Philips India, Eveready Batteries, Coal India Limited, Damodar Valley Corporation, PwC India, һәм Peerless Group.
Эре банкылар һәм финанс үҙәге, шулай уҡ күп кенә банкылар өсөн дә штаб-квартираһы булып иҫәпләнә: Allahabad Bank, Uco Bank и United Bank of India.
Ҡала мөһим сәнәғәт үҙәге булып ҡала: бында ҡорос ҡойоу, машина төҙөлөшө, цемент, фармацевтика, аҙыҡ-түлек, текстиль тармаҡтары үҫешкән.
2005 йылғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда Калькуттала тулайым эске продукт АҠШ-тың 94 млрд доллар тәшкил итә. 2009 йылға был күрһәткес тағы ла күтәрелә төшкән,162 млрд. доллар.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Area, Population, Decennial Growth Rate and Density for 2001 and 2011 at a glance for West Bengal and the Districts (инг.)
- ↑ Urban Agglomerations/Cities having population 1 lakh and above (ингл.). Provisional Population Totals, Census of India 2011. Дата обращения: 3 сентябрь 2012.
- ↑ INDIA STATS : Million plus cities in India as per Census 2011 (инг.)
Һылтанмалар
- Not the City of Joy
- Calcuttaweb.com — Lots of information about Calcutta
- History of Calcutta on calcuttaweb.com
- History of West Bengal and Calcutta — Bengalweb.com’s effort to compile historical information with photographs
Ҡалып:Столицы штатов и союзных территорий Индии Ҡалып:Города-миллионники Индии