Эстәлеккә күсергә

Ҡытай фәлсәфәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
13:29, 24 июнь 2024 өлгөһө; Tash 02 (фекер алышыу | өлөш)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)

Ҡытай фәлсәфәһе (ҡыт. 中国哲学) Көнсығыш фәлсәфәһенең бер өлөшө булып тора. Уның Ҡытай, Япония, Корея, Вьетнам мәҙәниәтенә йоғонтоһо грек фәлсәфәһенең Европаға йоғонтоһона бәрәбәр.

Ҡытай фәлсәфәһе тарихының алды (б. э. т. VI быуатҡа тиклем)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо ҡытай фәлсәфәһендә донъяға дини-мифологик ҡараш хакимлыҡ иткән. Боронғо ҡытайҙар фекеренсә, донъяла бөтә нәмә Күк тарафынан алдан билдәләнгән, Шан-ди Күктең төп идарасыһы булып иҫәпләнгән. Күп һанлы илаһтар, шулай уҡ хайуандарға, ҡоштарға, балыҡтарға оҡшаш йә ярымхайуан-ярымкеше ҡиәфәтендәге заттар уға буйһонған. «Күк ихтыярын» төрлө билдәләр аша йә күрәҙәлек итеп белергә мөмкин булған.

Боронғо Ҡытай динендә ата-бабалар һәм боронғолоҡтоң мифик батырҙары культы мөһим һаналған. 

Шул уҡ ваҡытта, Ҡытайҙың бик боронғо яҙма ҡомартҡыларынан билдәле булыуынса, ҡайһы бер аҡыл эйәләре фәлсәфәүи идеялар сығарған һәм һуңынан ҡытай фәлсәфәһенең мөһим төшөнсәләренә әүерелгән терминдар тәҡдим иткән:

  • Ши Бо гармония (хэ) төшөнсәһен индергән,
  •  батшалыҡтың һарай йылъяҙмасылары һәм астрономдары башлығы Цзинь Ши Мо (Цай Мо) (б. э. т. VIII быуат) «бөтә нәмәләрҙең ишле булыуы» идеяһын әйткән,
  • батшалыҡтың һанаунигы (дафу) Чжоу Бо Янфу (б. э. т. VIII быуат) б. э. т. 780 йылда булған ер тетрәүҙе инь һәм ян көстәренең тигеҙлеге боҙолоу менән аңлатҡан.

Б. э. т. VII—V быуаттарҙа Боронғо Ҡытайҙың ҡайһы бер фәлсәфәселәре тәбиғәтте күҙәтеү аша донъяны аңлатырға тырышҡан. Ши-цзиндың китабы буйынса хөкөм иткәндә, ул дәүерҙә ҡытай фәлсәфәһендә Күк культы хакимлыҡ иткән, был культ йондоҙҙар хәрәкәтен тәбиғи ғәмәлдәр ҡанунлыҡтары менән аңлатып ҡына ҡалмай, уларҙы айырым дәүләттәр һәм айырым кешеләр яҙмыштары, шулай уҡ әхләҡ ҡағиҙәләре менән дә бәйләй. 

Юрий Пинес раҫлауынса, б. э. т. VI быуаттың дүрт сәйәси шәхесе Конфуцийға тиклемге Ҡытайҙың интеллектуаль тормошондағы иң эре фигуралар булған, улар: Цзинь батшалығынан Шусян 叔向 менән Нюй Шуци 女叔齊(司馬侯), Ци батшалығынан Янь Ин (инг.)баш. (англ.)русск. 晏嬰 һәм Чжэн батшалығынан Цзы Чань (инг.)баш. (англ.)русск. 子產 [1].

Боронғо ҡытай фәлсәфәһе (б. э. т. VI—II быуаттар)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Б. э. т. VII—III быуаттарҙағы тәрән сәйәси үҙгәрештәр — боронғо берҙәм дәүләттең тарҡалыуы һәм айырым батшалыҡтарҙың нығыныуы, эре батшалыҡтар араһындағы киҫкен көрәш — төрлө фәлсәфәүи-сәйәси һәм этик мәктәптәрҙең ярһыу идеологик көрәшендә сағылыш таба. Боронғо Ҡытай тарихындағы Чжаньго дәүерен йыш ҡына «ҡытай фәлсәфәһенең алтын быуаты» тип атайҙар. Нәҡ ошо дәүерҙә артабан беҙҙең осорға тиклем ҡытай фәлсәфәһе өсөн традицияға әйләнгән төшөнсәләр һәм категориялар тыуа. 

Ул дәүерҙә иректә һәм ижади шарттарҙа алты төп фәлсәфә мәктәбе йәшәй[2]:

  • даосылыҡ (даоцзя): Ғаләм гармония сығанағы булып тора, шунлыҡтан донъяла үләндән башлап кешегә тиклем һәммәһе үҙенең тәбиғи хәләтендә гүзәл. Иң яҡшы хаким — кешеләрҙе тынғылыҡта ҡалдырыусан хаким. Был дәүер вәкилдәре: Лао-цзы, Ле-цзы, Чжуан-цзы, Ян Чжу; Вэнь-цзы, Инь Си. Даосылыҡтың һуңғыраҡ осоро вәкилдәре: Гэ Хун, Ван Сюаньлань, Ли Цюань, Чжан Бодуань.
  • конфуцийсылыҡ (жуцзя): хаким менән уның һанауниктары илгә ғәҙеллек, намыҫ һәм һөйөү принциптары буйынса идара итергә тейеш. Этика ҡағиҙәләре, социаль нормалар һәм үҙәкләштерелгән иҙеүсе дәүләткә идара итеүҙе көйләү өйрәнелә. Вәкилдәре: Конфуций, Цзэн-цзы, Цзы Сы, Ю Жо, Цзы-гао, Мэн-цзы, Сюнь-цзы.
  • моизм (моцзя): тәғлимәттең асылы бөтәһенең бөтәһен яратыуынан (цзянь аи) һәм уңышлылығынан ғибәрәт, бөтәһе лә бер-береһенең мәнфәғәтен хәстәрләргә тейеш. Вәкилдәре: Мо-Цзы, Цинь Хуали, Мэн Шэн, Тянь Сян-цзы, Фу Дунь.
  • ҡанунсылар мәктәбе («фа-цзя», Европаса — легизм): социаль теория һәм дәүләт идараһы мәсьәләләре менән шөғөлләнәләр. Вәкилдәре: Шэнь Бухай, Ли Куй, У Ци, Шан Ян, Хань Фэйцзы; йыш ҡына бында Шэнь Даоны ла индерәләр.
  • исемдәр мәктәбе (минцзя): атамаларҙың асылға тап килмәүе хаосҡа килтерә. Вәкилдәре: Дэн Си, Хуэй Ши, Гунсунь Лун; Мао-гун. 
  • «инь-ян» мәктәбе (инь ян цзя) (натурфәлсәфәселәр). Вәкилдәре: Цзы-вэй, Цзоу Янь, Чжан Цан.

Мәктәптәрҙең күбеһендә донъя көтөү, әхләҡ, идара итеү мәсьәләләренә бәйле ғәмәли фәлсәфә өҫтөнлөк итә. Теоретик нигеҙ даосылыҡта нығыраҡ үҫкән була; башҡа мәктәптәрҙә донъяға ҡараш нигеҙҙәре йә йомшаҡ, йә башҡа мәктәптәрҙән үҙләштерелгән була. 

Боронғо ҡытай фәлсәфәһенең уның артабанғы үҫеше өсөн айырыуса мөһим булған классик дәүере фәйләсүфтәрҙе эҙәрләү һәм манускрипттарҙы яндырыу менән тамамлана (б. э. т. III быуат аҙағы). 

Ҡытай фәлсәфәһенең урта быуаттар дәүере (б. э. т. II быуат — б. э. X быуаты )

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был дәүергә конфуцийсылыҡ, легизм һәм даосылыҡ араһында полемика хас. Ахырҙа был полемикала конфуцийсылыҡ, дәүләт дине һәм этикаһына әүерелеп, еңеп сыға. 

Беҙҙең эраның I быуатында Ҡытайға буддизм үтеп инә. 

Хань осороноң мәшһүр аҡыл эйәләре: «Хань дәүере Конфуцийы» булараҡ билдәлелек алған фәйләсүф һәм дәүләт эшмәкәре Дун Чжуншу (б. э. т. II быуат), Хань династияһы императоры У-ди (б. э. т. II быуат, конфуцийсы), конфуцийсы фәйләсүф, әҙәбиәтсе һәм филолог Ян Сюн (б. э. т. 53 йыл — б. э. 18 йылы). Хань осорона шулай уҡ билдәле аҡыл эйәләре Ван Чун (б. э. 27 — яҡынса 97 йылдары) һәм Чжан Хэн (78-139) ҡарай. Чжан Хэн Боронғо Ҡытай астрономияһына, механикаһына, сейсмологияһына һәм географияһына ҙур өлөш индерә. Ҡытайҙың тәүге дөйөм тарихының авторы тарихсы Сыма Цянь (б. э. т. 145—86 йылдар) шулай уҡ ул осорҙоң билдәле аҡыл эйәһе була. 

Беҙҙең эраның икенсе быуатына дао фәйләсүфе һәм алхимигы Вэй Бояндың эшмәкәрлеге ҡарай (яҡынса 100-170 йылдар). Хань дәүерендә «Тай пин цзин» тигән әҫәр ижад ителә, уның авторы даосы аҡыл эйәһе Юй Цзи тип фараз ителә. 

Ҡытайҙа фәлсәфәнең үҫешенә 23 йәшкә тиклем генә йәшәгән фәйләсүф Ван Би (226—249) ҙур йоғонто яһай. Ван Би — «Чжоу и чжу» ("«Чжоу үҙгәрештәре»нә аңлатма) һәм «Лао-цзы чжу» "«Лао-цзы»ға аңлатма) әҫәрҙәре авторы. 

Ҡытай фәлсәфәһенең яңы осоро (б. э. 1000 йылынан)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был дәүергә конфуцийсылыҡты догмалаштырыу хас, уны һәм нигеҙләүсеһен дини табыныу кимәленә етеп күтәрәләр (1055 — Конфуций ырыуына юғарыраҡ дворян дәрәжәһе бирелә, 1503 — Конфуций изгеләр рәтенә индерелә, уға бағышлап ҡорамдар ҡорола). Икенсе яҡтан, даосылар эҙәрләнә (даосылыҡ формаль рәүештә тыйыла — 1183). Ул мәлгә Ҡытайға үтеп кингән насрәниәт Ҡытай фәлсәфәһенә үҙ йоғонтоһон яһай. Чжан Цзай XI быуаттың күренекле аҡыл эйәһе, ли сюэ («принцип тураһында ғилем») неоконфуцийсы мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе була (1020—1078). Уның төп хеҙмәттәре — «Си мин» («Көнбайыш яҙыуы»), «Дун мин» («Көнбайыш яҙыуы»), «Чжэн мэн» («Белмәгәндәргә өгөт-нәсихәт»), «Цзин сюэ ди ку» («Ҡанундарҙы өйрәнеү принциптарының төпһөҙлөгө»), «И шо» («Үҙгәрештәр ҡануны тәғлимәте»). Чжан Цзай кеше тураһындағы тәғлимәтендә кешелә ике «тәбиғәт» — күк һәм «эфир» тәбиғәттәре булыуын таныуға таяна. Чжан Цзай буйынса, ци (эфир) бөтә нәмәләрҙең, шул иҫәптән Ғаләмдең дә төп нигеҙе. Ци бөйөк бушлыҡты (тайсю) тултыра. Фәйләсүф Е Ши (1150—1223) фекеренсә, Ғаләм биш тәүэлементтан һәм һигеҙ матдәнән торған (улар символик рәүештә һигеҙ триграмма менән билдәләнә) матдәнән хасил ителгән. Артабан билдәле аҡыл эйәләренән Ван Янминды (1472—1529) телгә алырға кәрәк, ул даосылыҡ менән конфуцийсылыҡ араһында аралашсы кеүек булған. Был осорҙоң билдәле шәхестәре араһында XVII быуат фәйләсүфе конфуцийсы Ван Чуаньшань (1619—1692), XVII быуатта йәшәгән энциклопедик белемле ғалим (филолог, тарихсы, географ, иҡтисадсы, астроном) Гу Яньу (1613—1682), XVIII быуат фәйләсүфе һәм ғалимы Дай Чжэнь (1723—1777) һ. б. бар.

Ҡытайҙа XIX быуатта реформаторлыҡ хәрәкәтенең башҡа биш әүҙем эшмәкәре менән бергә аҫылған фәйләсүф һәм шағир Тань Сытун (1865—1898) үҙенсәлекле фекерҙәре менән билдәле. XX быуат вәкилдәренән ҡытай фәлсәфәһенең сафлығы өсөн көрәшкән Гу Хунминды, шулай уҡ Сунь Ятсенды, Фэн Юланде һәм Лян Шуминды (1893—1988) иҫкә төшөрөү урынлы. Марксизм идеологияһын Ҡытайҙа фәйләсүф Ай Сыци (1910—1966) тарата. Фәйләсүфтәр Хоу Вайлу (1903—1987) менән Ду Госян да (1889—1961) ошо йүнәлештә эшләй. Һуңғы тиҫтә йыллыҡта фәлсәфәсе һәм геосәйәсәтсе Чжан Вэньмуҙың көнүҙәк глобалләшеү һәм геостратегия мәсьәләләренә ҡағылған хеҙмәттәре киң билдәлелек ала бара. XX быуатта Ҡытай фекеренә сит илдәрҙәге фәлсәфәүи ағымдарҙан совет фәлсәфәһе айырыуса ҙур йоғонто яһай. Ҡытай тикшеренеүселәре араһында совет фәлсәфәһе тарихын, рус фәлсәфәһе тарихындағы совет осорон, рус фәлсәфәһе тарихын өйрәнеүселәр байтаҡ (Цзя Цзэлинь, Ань Цинянь, Ли Шандэ, Бао Оу, Ма Иньмао, Чжан Байчунь һ. б.).

  1. Pines, Yuri.
  2. Следует учитывать, что традиция членения на «школы» цзя 家 восходит к Сыма Таню, который ок. 110 до н.