Эстәлеккә күсергә

Йәйәнән атыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
18:02, 11 октябрь 2022 өлгөһө; InternetArchiveBot (фекер алышыу | өлөш) (Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.9.2)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Йәйәнән атыусы Бразилия индеецы
Милуоки ял итеү паркында йәйәнән атыу

Йәйәнән атыу — алыҫлыҡҡа йәки мәргәнлеккә уҡ һәм ян ҡулланып сәпкә атыу буйынса сәнғәт йәки спорт төрө.

Ярыш ҡағиҙәләренә ярашлы иң күп мәрәй йыйған команда йәки спортсы еңеүсе тип билдәләнә.

Йәйәнән атыу сәнғәте һуңғы палеолит йәки тәүге осор мезолит дәүерендә барлыҡҡа килә.

Йәйәнән атыу менән бәйле боронғо табылдыҡтар беҙҙең эраға тиклем VIII—IX быуаттарға ҡарай.

Тарихи яҡтан йәйәнән атыу һунар һәм хәрби һуғыштарҙа ҡулланыла. Йәйә ул маҡсатта көн һайын тиерлек ҡулланылған.

Йәйәнән атыу сәнғәте берҙән-бер төбәк Австралия һәм Океанияла XIX быуатҡа тиклем билдәһеҙ була. Эре хәрби алыштарҙа йәйәнән атыу һуңғы тапҡыр XIX быуат башында ҡулланыла.

Хәҙерге ваҡытта йәйәнән атыу спорт төрө булып һанала. Ҡайһы бер илдәрҙә, йәйәнән атыу хәүефле булыуға ҡарамаҫтан, шаҡтай киң таралған ял итеү төрө һәм күңел асыу сараһы булараҡ ҡулланыла.

Махсус йыһазландырылған атыу урындарында пресланған һаламдан сәптәр урынлаштыралар.

Атыуға алыҫлыҡ өсөн регламент ҡуйылмай, әммә йәйәнән атыусы һөнәри һунарсыларҙың ҡабул ителгән 20 ярд аралығын файҙалана ала.

Йәйәнән атыу урыны өс яҡтан киңлеге 20 м кәм булмаған хәүефһеҙлек һыҙаттары менән кәртәләнергә тейеш, унда төрлө аралыҡтан атыу өсөн айырым билдәләр ҡуйыла

Хәҙерге заман йәйәләре, уҡ һәм һаҙаҡтар ағас һәм синтетик материалдар ҡулланып металлдан яһала.

Уҡсы кейемен керештән һаҡлау өсөн күкрәксә, ә һул ҡушар һөйәген һаҡлау өсөн яға — крага кейә. Уҡтар билбау ҡайышына беркетелгән һаҙаҡтарҙа һаҡлана.

Йәйәнән атыу хәүефһеҙлек сараларына тап килгән махсус урындарҙа уҙғарыла.

Спортсылар үҙәгендә һары түңәрәк булған сәпкә атып тейҙерергә тейештәр. Ир-егеттәр 30, 50, 70, 90 м аралыҡтан, ҡатын-ҡыҙҙар — 30, 50, 60, 70 м.

Мәрәйҙәр иҫәбе «эләгә — эләкмәй» принцибына ҡорола.

Йәйәнән атыу буйынса халыҡ-ара федерацияһы 1931 йылда ойошторола. Әммә йәйәнән атыу буйынса ярыштар байтаҡ алда уҙғарыла. Хатта 1920 йылғы Уйындарға тиклем олимпия турниры программаһына инә.

Оҙаҡ ҡына был уйын туҡтап тора һәм Мюнхендағы Олимпия уйындарынан һуң (1972) олимпия уйындарының программаһына инеп китә.

Беҙҙең илдә йәйәнән атыу спорты 1957 йылдан киң танылыу ала. Тәүге рәсми ярыштар1958 йылда үтә.

1963 йылдан алып чемпионаттар үтә. 1971 йылда тәүге тапҡыр донъя чемпионы Эмма Гапченко.

Ә бер йылдан һуң ир- егеттәр араһынан Виктор Сидорук Европа чемпионы була.

  1. Ғафури районында йәйәнән уҡ атыу буйынса республика фестивале үтте 2016 йыл 24 июль архивланған.
  2. Өфө ҡалаһында йәйәнән атыусылар араһында турнир үтте