Эстәлеккә күсергә

Дары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
20:22, 9 август 2021 өлгөһө; InternetArchiveBot (фекер алышыу | өлөш) (Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.8)
Төтөнһөҙ нитроцеллюлоза дарыһы N110
Төтөнһөҙ дарылы патрон

Дары — юғары баҫымлы газдар барлыҡҡа килтереп кислородһыҙ янырға һәләтле күп компонентлы шартлатҡыс ҡушылма, снаряд, ракета һәм пуля атыу өсөн файҙаланылған шартлатҡыс матдә; кислородһыҙ тирәлектә, йылылыҡ һәм газ һымаҡ продукттар бүлеп сығарып, тотороҡло яныуға һәләтле, энергиялы ҡаты системалар. Дарының тышҡы оксидлаштырғыстарҙан башҡа ғына яныу һәләте улар составында бер юлы яғыулыҡ һәм оксидлаштырғыс (мәҫәлән нитроэфирҙар, кислородтан тыш, галоген атомдары ла кергән ҡушылмалар) булыу менән бәйләнгән. Тәбиғәте буйынса дарылар шартлатҡыс матдәләргә, дөрөҫөрәге, шартламайынса йәки детонацияланмайса тотороҡло яныуға һәләтле булған атҡыс шатлатҡыс матдәләр класына керә. Дары түбәндәге төрҙәргә бүленә: ракета, баллистика, артиллерия, миномёт өсөн; атыу ҡоралы, торпеда миналары, идара ителеүле бомбалар өсөн; магнитогидродинамик генераторҙар, оборона техникаһы өлгөләре өсөн плазмалылар; халыҡ хужалығының нефть сығарыуҙы интенсивлаштырыу, аусылыҡ, башҡа өлкәләре өсөн һ.б. дары үлсәмдәре һәм геометрик формалары төрлө (пластиналар, бөртөк һәм бер йәки бер нисә каналлы көпшә, бер йәки күп каналлы шашка һ.б.) булған элементтарҙан тороусы ҡоролмалар (зарядтар) рәүешендә ҡулланыла.

Тарихы

Дарының беренсе вәкиле калий селитраһы, күмер һәм көкөрттөң 75:15:10 нисбәтендәге механик ҡушылмаһы — төтөнлө дары булып тора. Бындай составтағы ҡатышма күптән уҡ яндырыу һәм емереү сараһы итеп файҙаланылған, тигән фекер йәшәй. Шулай ҙа матди һәм яҙма иҫбатлауҙар табылмаған. Тәбиғәттә селитра йыш осрай, ә дары өсөн кәрәкле калий селитраһы бөтөнләй осрамай.

Ҡытайҙа дары эшләү рецепты 1044 йылда барлыҡҡа килә. Дарының иртәрәк эшләнеүе лә ихтимал, ҡайһы бер тарихсылар дарыны уйлап табыусы — II быуатта йәшәүсе Вэй Боян, тип иҫәпләй.

Дары өсөн кәрәкле калий селитраһын алыу ҡатмарлы технологик алымдар талап итә. Калий селитраһын етештереү XVXVI быуатта химия үҫеш алғас ҡына мөмкин була. Сағыштырмаса өҫтө юғары булған углерод материалдарын алыу ҙа, тимер металлургияһы үҫеш алғас мөмкин булған. Пиротехник үҙенсәлеге булған органика һәм тәбиғи селитра ҡатнашмаһын дары урынына ҡулланыу мөмкин һанала.

Утлы атыу ҡоралында беренсе тапҡыр төтөнлө дары ҡулланыла, ул 2 быуатта Ҡытайҙа уйлап табылған, тип фаразлана. Европала, шул иҫәптән Рәсәйҙә, дарыны 14 быуатта ҡуллана башлайҙар һәм ул 500 йыл дауамында хәрби өлкәлә һәм халыҡ хужалығында файҙаланыла торған берҙән-бер шартлатҡыс матдә була.

Дарыны беренсе уйлап табыусы монах Бертольд Шварц булған, тип иҫәпләнә. Төтөнлө дарының атыу үҙенсәлеге һуңыраҡ билдәле була һәм ут атыу ҡоралы үҫешенә сәбәпсе була. Европала һәм Рәсәйҙә XIII быуаттан уҡ билдәле һәм XIX быуат ураһына тиклем берҙән бер шартлатҡыс матдә булып ҡала.

Пироксилинлы дарыны беренсе тапҡыр Францияла 1884 йылда П. Вьель уйлап таба, баллистик дарыны 1888 йылда Швецияла А. Нобель тәҡдим итә, төтөнһөҙ дары 1889 йылда Рәсәйҙә З.В. Калачёв тарафынан уйлап табыла.

Нитроцеллюлоза дарыһы һәм башҡа көслө шартлатҡыстар уйлап табылғас, төтөнлө дары әһәмиәтен юғалта. 1884 йылда П. Вьел Францияла пироксилин дарыһын уйлап таба, Швецияла Альфред Нобель 1888 йылда баллистик дарыны аса. Кордит дарыһы XIX быуат аҙағында Бөйөк Британияла эшләнә.

Ракета снарядтары өсөн баллистик дары ҡоролмалары беренсе тапҡыр 1930 йылдарҙа СССР-ҙа эшләнә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡулланыла («Катюша» гвардия миномёттары). Реактив двигателдәр өсөн яңы составтағы ҡатнашмалы дары һәм уларҙан ҡоролмалар 1940 йылдарҙың икенсе яртыһында башта АҠШ-та, унан һуң башҡа илдәрҙә лә эшләнә башлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында реактив снарядтарҙа уңышлы ҡулланылған баллистик дары XX быуаттың 30-сы йылдарында СССР-ҙа эшләнә.

Дарыны артабанғы камиллаштырыу уның техник характеристикаһын яҡшыртыу, махсус яңы рецептуралар эшләү йүнәлешендә алып барыла.

Ҡарағыҙ

Сығанаҡтар