8 ноябрь
көнө
8 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 312-се көнө (кәбисә йылында 313-сө). Йыл аҙағына тиклем 53 көн ҡала.
8 ноябрь | |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | 9 ноябрь |
---|---|
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
8 ноябрь Викимилектә |
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Радиология көнө.
- Рентгенография көнө.
- Урбанизм (ҡала төҙөлөшө) көнө.
- КВН көнө.
- Wi-Fi-һыҙ көн.
- Теләктәрҙең үтәлеү көнө.
- Скептиктар көнө.
- Яуаплы туризм көнө.
- АҠШ: Конгресҡа һайлау көнө.
- Кескәй китап уҡыусылар көнө.
- Капучино көнө.
- Ҡырғыҙстан: Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Спорт ветерандары көнө.
- Эске эштәр министрлығының һәм эске ғәскәрҙәрҙең хеҙмәт һәм хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған хеҙмәткәрҙәрен иҫкә алыу көнө.
- Себер көнө.
- Ҡыштың тәүге билдәләре көнө.
- Әзербайжан: Еңеү көнө.
- 1895: Вильгельм Рентген Рентген нурланышын аса.
- 1903: Голландияла электрокардиограф уйлап табыла.
тулы исемлек
- 1943: СССР-ҙа хәрби орден — Дан ордены булдырыла.
- 1943: СССР-ҙа иң юғары хәрби орден — «Еңеү» ордены булдырыла.
- 1961: СССР-ҙың Үҙәк телевидениеһында КВН тапшырыуы беренсе тапҡыр эфирға сыға.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сошников Дмитрий Яковлевич (1915—25.10.1985), дәүләт һәм партия органдары хеҙмәткәре, хужалыҡ эшмәкәре, ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955—1960 һәм 1962—1978 йылдарҙа Өфө витамин заводы директоры. Техник фәндәр кандидаты (1971). Ленин (1966), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Охлебин ауылынан.
- Сначёв Владимир Иванович (1955), ғалим-геолог. 1978 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Геология институты инженеры, 1985 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1993 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 1997 йылдан — мәғдән ятҡылыҡтары лабораторияһы мөдире. Геология-минералогия фәндәре докторы (1993), профессор (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). Сығышы менән хәҙерге Калуга өлкәһенең Людинов ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ҡарасурин Азат Динар улы (1995), спортсы. 2011 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Биатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2012), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2014). Биатлон буйынса 12,5 км уҙышта Паралимпия уйындары чемпионы һәм 7,5 км уҙышта бронза призёры (2014), донъя чемпионатының көмөш призёры (2011). Саңғы ярышы буйынса Рәсәй чемпионы (2011). Халыҡтар дуҫлығы (2014) һәм Салауат Юлаев (2014) ордендары кавалеры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Дульцев Василий Семёнович (1931—16.12.2014), урман сәнәғәте алдынғыһы. 1951—1987 йылдарҙа Ҡариҙел районының Магинск урман хужалығы эшсеһе, шул иҫәптән 1959 йылдан тракторсы, 1962 йылдан — урман ҡырҡыусылар бригадаһы бригадиры, 1984 йылдан — электростанция машинисы. РСФСР-ҙың 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. КПСС-тың 26-сы съезы делегаты (1981). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Ҡариҙел районының почётлы гражданы (2012).
- Миңлебаев Евгений Ҡадир улы (1946), юғары мәктәп ветераны, ғалим-тарихсы. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1980 йылға тиклем тарих-инглиз теле факультеты деканы, бер үк ваҡытта 1976—1977 һәм 1989—1999 йылдарҙа Ватан тарихы кафедраһы мөдире. 1993 йылдан Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы ректоры. Тарих фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Лазарев Дмитрий Ильич (1922—28.02.1991), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, орудие командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡалтасы районының Братовщина ауылынан.
- Левитин Леопольд Владимирович (1922—2012), театр эшмәкәре. 1965—1983 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театры директоры, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
тулы исемлек
- Ғәбитов Хәбир Рәхмәт улы (1932—26.11.1962), ауыл хужалығы, комсомол һәм совет органдары хеҙмәткәре, шағир. 1953 йылдан Хәйбулла районы Мәмбәт ауыл советы, 1954 йылдан — «Таштуғай» колхозы рәйесе; 1957 йылдан «Таналыҡ» совхозының бүлексә идарасыһы, ВЛКСМ комитеты секретары, Маҡан совхозы агрономы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1954). Сығышы менән ошо райондың Мәмбәт ауылынан.
- Кручкова Елена Самойловна (1932—2010), ғалим-химик. 1958—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре кандидаты (1963), доцент. СССР-ҙың уйлап табыусыһы, Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.
- Сәлихов Исхәт Миңнулла улы (1932—2005), педагог, мәғариф, комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре. ВЛКСМ-дың Бишбүләк район комитетының элекке беренсе, КПСС-тың Бәләбәй ҡала комитетының элекке секретары; 1975—1993 йылдарҙа Бәләбәй педагогия училищеһы директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районының Ҡушйылға ауылынан.
- Ғүмәров Нәжип Сәлих улы (1937), ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1963 йылдан Әбйәлил районы «Урал» совхозының машина-трактор оҫтаханаһы мөдире, инженеры һәм баш инженеры, совхоз директоры урынбаҫары һәм директоры; 1970—1972 йылдарҙа КПСС район комитетының икенсе секретары. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Сығышы менән ошо райондың Ҡырҙас ауылынан.
- Ҡотлоғужина Зифа Бәшәр ҡыҙы (1937), комсомол, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1966—1994 йылдарҙа Әбйәлил район советы башҡарма комитетының һәм район хакимиәтенең архив бүлеге мөдире. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1978). Сығышы менән ошо райондың Әбделғәзе ауылынан.
- Ғәбиҙуллин Рәмил Ғиниәт улы (1952), комсомол, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1998—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең баш белгесе, бүлек мөдире, Территориялар һәм кадрҙар менән эшләү идаралығы начальнигы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районының Бишҡурай ауылынан.
- Маликова Гүзәл Хәсән ҡыҙы (1962), театр актёры. 1987 йылдан хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009). Республика театрҙарының «Театр яҙы» фестивале дипломаты (2003).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Аҡназаров Яҡуп Ғәриф улы (1908—23.08.1991), агроном, ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1937 йылдан Баймаҡ районы колхоздары рәйесе, 1957 йылдан — «Сибай» совхозы агрономы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1954), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1957). Сығышы менән ошо райондың Әхмәр ауылынан.
- Кузнецов Александр Павлович (1923—30.05.1979), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, артиллерист, гвардия полковнигы (1975). Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Екатериновка ауылынан.
- Примакин Иван Васильевич (1923—8.11.1982), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, звено командиры, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Кумунжиев Константин Васильевич (1939—15.05.2019), ғалим-инженер‑электромеханик. 1968—1989 йылдарҙа Өфө авиация институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970—1972 йылдарҙа авиация приборҙары эшләү кафедраһы, 1978—1982 йылдарҙа машиналар эшләүҙе автоматлаштырыу кафедраһы мөдире. 1989 йылдан — Ульяновск дәүләт университетында декан һәм кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1989). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән хәҙерге Ҡырым Республикаһының Ҡышлау ауылынан.
- Хәлилов Венер Рамаҙан улы (1939—12.04.2004), хужалыҡ, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1962 йылдан Стәрлетамаҡтағы химия заводында (артабан Каустик производство берекмәһе) яуаплы вазифаларҙа, шул иҫәптән предприятиенең етештереү начальнигы урынбаҫары һәм начальнигы, 1972—1980 йылдарҙа Өфөләге «Химпром» производство берекмәһенең баш инженеры, 1980—1983 йылдарҙа КПСС-тың Өфө ҡала комитетының икенсе һәм беренсе секретары. Техник фәндәр кандидаты (1979). Башҡорт АССР-ының 10-сы саҡырылыш (1980—1985) Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXV (1976) һәм XXVI (1981) съездары делегаты. СССР-ҙың почётлы химигы. Октябрь Революцияһы (1977) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Аҙнабаев Булат Марат улы (1964), ғалим-офтальмолог. 1993 йылдан Өфөләге «Оптимедсервис» ябыҡ акционерҙар йәмғитенең генераль директоры, бер үк ваҡытта 1996 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 1998 йылдан — дипломдан һуң белем биреү институтында курс һәм офтальмология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Пустовгаров Юрий Леонидович (1964), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 2006—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтеның Премьер-Министр урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры, 2018 йылдан Ҡазан вертолёт заводының идарасы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2005).
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1656: Эдмунд Галлей, инглиз астрономы.
- 1864: Вера Комиссаржевская, Рәсәй империяһы актёры.
тулы исемлек
- 1953: Иван Бунин, рус совет яҙыусыһы.
- 1986: Вячеслав Молотов, СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре.
- 1999: Агиш Ғирфанов, башҡорт сатирик яҙыусыһы.