Яҡшымбәт (Көйөргәҙе районы)
Яҡшымбәт — Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районындағы ауыл, Яҡшымбәт ауыл Советын үҙәге. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны — 899 кеше[4]. Почта индексы — 453352, ОКАТО коды — 80239805004.
Яҡшымбәт | |
Рәсми атамаһы | Яҡшембәт |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Яҡшымбәт ауыл советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Яҡшымбәт ауыл советы |
Халыҡ һаны |
835 кеше (2010)[2], 837 кеше (2002)[3], 899 кеше (2009)[3] |
Почта индексы | 453366 |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәКөйөргәҙе районының көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан.
Урамдары
үҙгәртергә- Комсомол урамы рус. Комсомольская (улица))
- Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица))
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
- Н.Аллабирҙин урамы (рус. Н.Аллабердина (улица))
- Пролетар урамы (рус. Пролетарская (улица))
- Салауат урамы (рус. Салавата (улица))
- Совет урамы (рус. Советская (улица))
- Дала урамы (рус. }Степная (улица))
- Т. Аҙнабаев урамы (рус. Т.Азнабаева (улица))[5]
Ауыл тарихы
үҙгәртергәЯҡшымбәт — Һәуен-ҡыпсаҡ улусы башҡорттары торамаһы, Бөрйәндәр биләмәһендә керҙәш ауыл рәүешендә урынлашҡан була. 9-сы кантондың 30-сы йортона ингән. Һуңынан ауыл йәмғиәте үҙәгенә әүерелә, унда Бабалар ауылы ла инә,һуңыраҡ Стәрлетамаҡ кантонының Мораптал улусы составына ингән.
1795 йылда ауылда 137 кеше йәшәгән 14 йорт булған. IX рәүиз мәлендә ихаталарҙың һаны 80-гә, кешегә һаны 498 еткән. 1920 йылға ихаталарҙың һаны икеләтә артҡан, 808 кеше йәшәгән.
Яҡшымбәттең улдары һәм ейәндәренең исемдәре билдәле. Оло улы Бүкәнбайға — 1816 йылда 73 йәш, уның балалары Таулыбай (уның улдары Мөхәмәтрәхим, Ғәбдрәхим), икенсе улы Сәйетҡол, өсөнсө Солтанғол; Яҡшембәт Аҙнабайҙың икенсе улы (1757—1815).
Билдәле фамилияларҙы башлап ебәреүселәр: Мәүлит менән Сәлих Баҙановтар, Мирас Мәүлитов (1741 йылғы), уның улдары Мәҡсүт (уның улдары Әсфәндиәр, Хөсәйен), Яҡуп, Исхаҡ (уның улдары Ибниәмил, Ғайса), Исмәғил (уның улдары Мөхәмәтйән), Искәндәр.
Ауыл халҡы башлыса ярым күсмә малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 1850 йылда 77 йортҡа (414 кеше) — 840 ат, 650 баш эре мөгөҙлө мал тура килгән. Игенселек крәҫтиәндәрҙең тормошона яйлап үтеп инә. 1842 йылда 322 кешенең һәр береһенә 4,5 бот яҙғы иген сәселгән. Кешеләрҙең бер өлөшө умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Бөтә ауылға 15 умарта тура килә[6].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Баязитов Сынтимер Биктимер улы (1965), дәүләт һәм мәғариф эшмәкәре, ғалим-педагог. Өфө күп профилле һөнәри колледж директоры, 2006—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры, 2008—2018 йылдарҙа Өфө ҡала хаҡимиәте башлығы урынбаҫары. Педагогия фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғәриф хеҙмәткәре (2005) һәм мәғариф отличнигы (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002).
- Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы (1.02.1939), офтальмолог, Рәсәй Офтальмологтар йәмғиәте академигы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең Почёт, Башҡортостандың Салауат Юлаев, Абхаз Республикаһының Намыҫ һәм Дан ордендары кавалеры.
- Аҙнабаев Румил Тәлғәт улы (1.08.1941), дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ы Юғары Советының ХII саҡырылыш халыҡ депутаты (1991—1995), Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2013—2018). Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролотайы (Конгресы) рәйесе (2006—2009, 2012—2015).
- Дәүләтбаева Рәйсә Ғөбәйҙулла ҡыҙы (1939), ғалим-педагог-методист. 2005 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен өйрәнеү буйынса лингвометодик үҙәк директоры, бер үк ваҡытта 2010—2012 йылдарҙа башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы. Педагогия фәндәре докторы (2011). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984)[7].
Матбуғатта
үҙгәртергәВидеофильмдар
үҙгәртергә- Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында иҫтәлекле лә, ҡыуаныслы ла ваҡиға[10]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ http://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw
- ↑ 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 78. 2022 йыл 3 апрель архивланған.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Дәүләтбаева Рәйсә Ғөбәйҙулла ҡыҙы 2019 йыл 16 ноябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 ноябрь 2019)
- ↑ Испания меценаттары яҡшымбәттәрҙе нисек ҡыуандырған?
- ↑ Беҙ һеҙҙе яратабыҙ!
- ↑ YouTube сайтында Видео
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Яҡшымбәт (Көйөргәҙе районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 ноябрь 2019)
- Сайт «Генеология һәм архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 ноябрь 2019)