Одра
О́дра, О́дер (чех һәм пол. Odra, нем. Oder, сил. Uodra) — Үҙәк Европалағы йылға. Чехия, Польша һәм Германия сиге буйлап аға. Польшала Висла һәм Варты йылғаларынан һуң оҙонлоғо буйынса өсөнсө урында.)[1]
Одра | |
---|---|
чеш. Odra, пол. Odra, нем. Oder | |
Киниц янында | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 903 км |
Бассейн | 125 000 км² |
Һыу сығымы | 480 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | Чехия |
· Бейеклеге | 634 м |
· Координаталар | 49°36′48″ с. ш. 17°31′15″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Балтик диңгеҙе |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 53°36′06″ с. ш. 14°35′23″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Илдәр | Чехия, Польша, Германия |
Одра Викимилектә |
География
үҙгәртергәОҙонлоғо — 903 км, бассейн майҙаны — яҡынса 125 мең км². Тамағы янында уртаса һыу сығымы 480 м³/с тәшкил итә[2]. Оҙонлоғо буйынса Польшаның икенсе йылғаһы.
Чехияла, Көнсығыш Судеттарҙа башлана. Артабан Польша территорияһы буйлап аға. Ҡушылдығы Ныса-Лужица ҡойғандан алып ҙур арауыҡта Польша менән Германия араһында дәүләт сик үтә[2]. Одраның тамағында Балтик диңгеҙенең лагуналы Шецин ҡултығы урынлашҡан.
Төп ҡушылдыҡтары: Ныса-Лужицка, Варта, Ина, Бубр, Быстшица.
Бәләкәй суднолар ҡушылдығы Опава ҡойған урындан түбәнерәк, ә эре суднолар — Кендзежин-Козле ҡалаһынан түбәнерәк йөрөй ала[2].
Одер буйындағы ҡалалар: Одерҙағы Франкфурт, Айзенхюттенштадт, Костшин-над-Одрой, Острава, Богумин, Рациборш, Ополе, Бржег, Вроцлав, Глогов, Шведт, Гартц, Щецин.
Атамаһы
үҙгәртергәОдра йылғаһының исеме төрлө телдәрҙә төрлөсә, әммә үәҙерге яңғырашы бер төрлөрәк (нем. Oder; чех , пол. и т.-луж. Odra, үр.-луж. Wódra; кашуб. Òdra). Урта быуаттарҙағы латин телендә йылғаны Od(d)era тип атағандар, ә Яңырыу осорондағы латин телендә Viadrus булған.
Клавдий Птолемей Одраны Сиев (бор. грек. Συήβος; лат. Suevus) тип атаған, күрәһең Свев исемле герман халыҡтарынан алғандыр. Ул шулай уҡ, ошо районда диңгеҙгә ҡойоусо тағы ла бер йылға тураһында яҙа, Οὐιαδούα (или Οὐιλδούα; латинса Viadua йәки Vildua), был йылға хәҙерге Вепша йылғаһы булыуы мөмкин, сөнки ҡойған урыны Сиев менән Висла араһындағы арауыҡтың өстән бере[3][4]. Сиев атамаһы Батик диңгеҙенә ҡойоусо Щесин ҡултығындағы Свина йылғаһы исемендә һаҡланған.
Географияһы
үҙгәртергәОдра йылғаһы 840 км оҙонлоҡта: Чехияла - 726 км, Польшала 726 км (шул иҫәптән Германия менән Польша араһындағы сиктә 187 саҡрым), Польша сиктәрендә (Висланан һәм Вартан һуң икенсе урында, күрше илдәрҙәге дөйөм оҙонлоғон иҫәпкә алып[5]. Һыу йыйыу бассейнының майҙаны 119 074 км² тәшкил итә, уларҙың 106 043 км² - Польшала (89%), Чехияла 7246 км²(6%) һәм Германияла 5587 км² (5%). Каналдар Одраны Хафель, Шпрее, Вислы һәм Клодница менән тоташтыра. Германияла Силезское, Опольское, Нижнесилезское, Любушское һәм Көнбайыш-Поморск воеводалығы һәм Бранденбург, Мекленбург — Алғы Померания ерҙәре аша аға.
Одра Щецинск ҡулында Полиц исемле поляк ҡалаһы янында Балтикаға ҡоя. Щецинский ҡултығы Узед (көнбайыш яҡтан) һәм Волин (көнсығыш яғынан) утрауҙары менән сиктәш. Был ике утрау араһында Балтика диңгеҙенең бер өлөшөн тәшкил иткән Поморск боғаҙы бар.
Вроцлав (Түбәнге Силезия) — Одра ярҙарында урынлашҡан ҙур ҡала.
Антик осорҙа Одра римлеләргә классик латин телендә Viadrus һәм Viadua исеме менән билдәле булған, сөнки Балтик диңгеҙенән Рим империяһына барыусы Янтарь юлы тигән тармағы булған. Герман телдәрендә ул Одер булған һәм хәҙер ҙә Одер тип атала, урта быуаттарҙағы латин телендәге документтарҙа Одера йәки Оддера тип яҙылған. Иң әһәмиәтлеһе, 990 йылда Мешко I идара иткән ваҡытта йылға «Dagome iudex» тигән документта Польшаның көнбайыш сиге тип күрһәтелгән.
Славянда йылға ярына килеп ултырғансы, Одра мөһим сауҙа юлы булып хеҙмәт иткән. Альбис (Эльба), Одра һәм Висла йылғалары араһында төрлө немец ҡәбиләләре йәшәгән. Бер быуат үткәс, "Бавария географы" нда (яҡыеса 845 йыл ) Одра бассейнында йәшәгән түбәндәге Көнбайыш Славян халыҡтары күрһәтелә: Силезияла Слензандар, Дедосандар, Ополестар, Люпиглиандар һәм Голенсичтар, шулай уҡ Көнбайыш Помераниялағы Пирзекандар менән Волиндар. Прага епископы (1086) документында Силезиялағы Зласандар, Поборан һәм Дедошандар тип иҫкә алына.
XIII быуаттан башлап, Одра немецтарҙы көнсығышҡа күсереүҙә ҙур роль уйнай, һәм яр буйындағы ҡалаларҙы киләһе быуаттарҙа немец телле итә.[6].
1605 йылда тәҙәлгән Финовский каналы Одра менән Хафелде тоташтыра. 1914 йылда яңы Одер-Хафель каналын төҙөгәс Финовский каналының әһәмиәте төшә.
Одерд һыу юлын яҡшыртыу эшен Бөйөк Федерик башлап ебәрҙе. Ул йылғаны Одербрух исемле һаҙлыҡлы ергә борорға тәғдим итте.Был эш 1746—1853 йылдарҙы башҡарылды. Һыҙлфҡлф ерҙең ҙур өлөшө эшкәртелә, йылғаныъ урау юлы канал аша турыға ебәрелә.
XIX быуат аҙағанда Одра һыу юлында өҫтәмә өс үҙгәреш индерелә.
Ҡушылдыҡтары
үҙгәртергәОсновные притоки:
Одра буйындағы ҡалалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ kontakt@naukowiec.org, naukowiec.org Największe rzeki w Polsce . Naukowiec.org. Дата обращения: 28 сентябрь 2020.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Одра — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ Claudius Ptolemaios: Geographike Hyphegesis, Kap. 11: Germania Magna. (altgriech./lat./engl.) . penelope.uchicago.edu. Дата обращения: 8 октябрь 2020.
- ↑ Ralf Loock: Mündungen der Flüsse bestimmt. In: Märkische Oderzeitung, Frankfurt 2008,3 (März); Ralf Loock: Namenskrimi um Viadrus in: Märkische Oderzeitung — Journal. Frankfurt 25./26. Nov. 2006, S. 2; siehe auch Alfred Stückelberger, Gerd Graßhoff (Hrsg.): Ptolemaios — Handbuch der Geographie. Schwabe, Basel 2006, S. 223, ISBN 3-7965-2148-7
- ↑ Statistical Yearbook of the Republic of Poland 2017 (ингл.). stat.gov.pl. Дата обращения: 12 октябрь 2020., Statistics Poland, p. 85-86
- ↑ e.g. Charles Higounet. Die deutsche Ostsiedlung im Mittelalter. — P. 175.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәЛитература
үҙгәртергә- Одер // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Одер // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
- Одер // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
- Одер // Новый энциклопедический словарь: 48 томда. — СПб., Пг.: 1911—1916.
- Kubicki W., Waszczuk Е. Odrapolska rzeka, Warsz., 1968
Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ