Непал
Непа́л, Непал Федератив Демократик Республикаһы (непал नेपाल [neˈpaːl]) — Көньяҡ Азияла Һималайҙағы дәүләт. Һиндостан һәм Ҡытай менән сиктәш. Баш ҡалаһы — Катманду ҡалаһы.
| |||||
Девиз: «Әсә һәм Тыуған батшалыҡтан ҡәҙерле» | |||||
Государственный гимн Непал | |||||
Рәсми тел | непали | ||||
Баш ҡала | Катманду | ||||
Идара итеү төрө | Республика | ||||
Президент | Рам Баран Ядав Пармананд Джа Сушил Койрала | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
94 140 800 км² 2,8 | ||||
Халыҡ • Һаны (2011) • Халыҡ тығыҙлығы |
▼26 620 809 чел. (40) 199 чел./км² | ||||
КПҮИ | ▲ 0.553 (144 урын) | ||||
Валюта | рупий | ||||
Интернет-домен | .np | ||||
Код ISO | NP | ||||
МОК коды | NEP | ||||
Телефон коды | +977 | ||||
Сәғәт бүлкәте | ▲ 0.553 |
Этимологияһы
үҙгәртергә«Непал» топонимының килеп сығышының бер нисә версияһы бар. Уларҙың береһе буйынса, ул санскрит нигеҙҙәренән — нип («тау итәгендә») һәм алай («торлаҡ», «кеше йәшәгән урын») килеп сыҡҡан, йәғни, «тау итәгендә йәшәү» — был атама илдең географик шарттарына тап килә. Икенсе версия буйынса, «Непал» һүҙе тибет "ниампал"дан («изге ер») килеп сыға, был 2500 йылдан ашыу элек Непалда Будда тип танылған Сиддхартха Гаутаманың тыуыуы менән бәйле булыуы ихтимал[2].
География
үҙгәртергәНепал Республикаһы Азияла төньяҡ киңлектең 26° һәм 30° көнсығыш оҙонлоҡтоң 80° һәм 88° урынлашҡан.
Непал донъяның иң күп халыҡлы ике иле — Ҡытай һәм Һиндостан араһында урынлашҡан.
Төньяҡта ҠХР-ҙың автоном районы − Тибет, көньяҡ сиге көнбайыштан көнсығышҡа тиклем Һиндостандың Уттаранчал, Уттар-Прадеш, Биһар, Көнбайыш Бенгал һәм Сикким менән сиктәш.
Төньяҡтан Непалды 8000 метрҙын бейегерәк булған бер нисә түбәһе булған Ҙур Һималай һырты уратып алған. Улар араһында иң билдәлеһе, Ер шарында иң бейек тау − Эверест (8848 м).
Непалда иң түбән урын диңгеҙ кимәленән 70 м бейеклектә урынлашҡан. Илдең 40 % территорияһы 3000 метрҙан бейегерәк кимәлдә урынлашҡан. Шулай итеп, Непал донъялағы иң таулы ил.
Непалдың рельефы
үҙгәртергәИлдең етенән алты өлөшөн Гималай тау системаһы һырттары биләй.
Көньяҡ сик буйлап диңгеҙ кимәленән 200—250 м бейеклектә тар (20 — 40 км) һыҙат булып терай һуҙыла.
Төньяҡтан терай Сивалик тип аталған соҡорло убалы һырт менән ябылған. Был Гималай тауҙары итәге (диңгеҙ кимәленән 500—700 м бейеклектә), Гималай тау системаһының түбәнге баҫҡысы.
Артабан төньяҡта Гималай тауҙарының урта һикәлтәһе — Махабхарат тау һырты, йәки бейеклеге 3000 метрға һәм киңлеге 16 км-ға еткән Бәләкәй Гималай тауҙары урынлашҡан.
Махабхарат һәм Төп Гималай һырты араһында — түбән урын — эске урта өлкә (Мидленд, йәки Пахар-Кханда) урынлашҡан. Киңлеге яҡынса 25 км, бейеклеге — 600—2000 м.
Илдә 1300-ҙән ашыу тау түбәһе ҡар менән ҡапланған. Бында донъяла бейеклеге 8 000 метрҙан ашыу булған 14 түбәнән 8-е урынлашҡан. Улар араһында Непалдың иң бейек нөктәһе — Ҡытай сигендәге Сагарматха тауы.
Непалда бик йыш ер тетрәүҙәр була. Емергес ер тетрәүҙәрҙең һуңғы серияһы 2015 йылда була һәм меңдәрсә ҡорбандарға килтерә.
Непалдың көнсығыш өлөшөндәге Төп Гималай һыртының ҡырласы Ҡытай менән дәүләт сиге булып тора.
Тәбиғәт зоналары
үҙгәртергәНепал территорияһы үҙенең тәбиғи-географик үҙенсәлектәре буйынса Гималай тау системаһы буйлап көнбайыштан көнсығышҡа һуҙылған бейеклек бүлкәттәренә бүленә.
- Көньяҡ тропик билбау диңгеҙ кимәленән 1900 м бейеклеккә тиклем (Терей, Сивалик һәм Махабхарата битләүҙәренең аҫҡы өлөшө). Июлдә уртаса температура +27.. +30 °C, ғинуарҙа +15… +17 °C. Йәй — йыш ташҡын, ҡышын — ҡоролоҡ була. Терай элек тропик джунглиҙар менән ҡапланған булған, әммә күп урмандар юҡҡа сыҡҡан, беҙҙең көндәрҙә уларҙы баҫыуҙар менән алмаштырған. Джунгли Сивалик тауы итәктәрендә һәм битләүҙәрендә, айырыуса уның көнсығыш өлөшөндә һаҡланған.
- Субтропик тау билбауы (1200—1900 м). Япраҡлы урмандар (имән, каштан, саған, көньяҡ ағасы, йыла, шулай уҡ магнолия, рододендрон, камфара һәм лавр ағастары, баньян, тау бамбугы, орхидеялар) менән ҡапланған.
- Таулы урта билбау (1900—2800 м). Япраҡлы урмандар.
- Уртаса һалҡын билбау (3000—4000 м). Ылыҫлылар (көмөш шыршы, зәңгәр ҡарағай, ҡарағас, ағас һымаҡ артыш, гималай эрбете, юғарыраҡта — аҡ шыршы) япраҡлы ағастарҙы яйлап ҡыҫырыҡлап сығара.
- Альп туғайҙары (4000—5200 м).
- Боҙ зонаһы (5200 м бейеклектә).
Милли парктар
үҙгәртергәХалыҡ һаны
үҙгәртергә
|
- Халыҡ һаны — 30 430 267 (2014 йыл)
- Йыллыҡ үҫеш — 1,4 % (тыуым — бер ҡатын-ҡыҙға 2,5 тыуған)
- Уртаса ғүмер оҙонлоғо: ирҙәр — 64,6 йәш, ҡатын-ҡыҙҙар — 67 йәш
- ВИЧ менән зарарланыу — 0,5 % (2007 йыл баһаһы)
- Ҡала халҡы — 17 %
- Грамоталылыҡ кимәле — 62,7 % ир-ат, 34,9 % ҡатын-ҡыҙ (2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса)
Мәҙәни һәм этник йәһәттән Непал — йөҙгә яҡын милләт һәм каста ҡатнашмаһы. Теге йәки был кастаға ҡарау ҡабул ителгән йолаға бәйле. Непал халҡы етмеш төрлө телдә һәм диалекттарҙа һөйләшә.
Непалдар[10]:
- Непалдың бөтә граждандарының исеме.
- Непал халыҡтары араһында таралған үҙбилдәләнеш
Этнография
үҙгәртергәНепал халыҡтары башлыса ҡытай-тибет (тибет-бирма төркөмө) һәм һинд-европа тел ғаиләләре телдәрен йөрөтөүсе булып тора.
Күп кенә милләттәр ҡасаҡтар, яулап алыусылар йәки күскенселәр булып тора. Мәҫәлән, бахун халҡы 1300 йылдар тирәһендә мосолмандарҙың баҫып инеүенән көньяҡтан Непалға ҡаса, ә шерп халҡы яҡынса 500 йыл элек монголдарҙан төньяҡтан ҡаса.
Ҡайһы бер этник төркөмдәрҙең, мәҫәлән, невари йәки тхарулар, килеп сығышы аныҡ билдәле түгел.
Непалдың иң ҙур халыҡтары тураһындағы мәғлүмәттәр түбәндәге таблицала тупланған:
Халыҡ | Халыҡ һанына ҡарата процент | Төп йәшәү мөхите | тел төркөмө |
---|---|---|---|
Непалдар | 46 % | бөтә территорияла | һинд-европалылар |
Чхетри[en] | 12,8 % | бөтә территорияла | һинд-европалылар, тибет-бирманлылар |
Таулы бахунлылар | 12,7 % | бөтә территорияла | һинд-европалылар |
Магарҙар | 7,1 % | урта көнбайыш тауҙар | тибет-бирманлылар |
Тхару | 6,8 % | көнбайыш терайҙар | һинд-европалылар |
Тамангтар | 5,6 % | Катманду үҙәне һәм үҙәк тауҙар | тибет-бирманлылар |
Неварҙар | 5,5 % | Катманду үҙәне | тибет-бирманлылар |
Бынан тыш, гурунг, шерп, лимбу һәм раи кеүек халыҡтарҙы ла телгә алырға кәрәк.
Халыҡтың 49 проценты өсөн (2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса) туған теле — непал теле. Башҡа киң таралған телдәр — майтхили (12,4 %), бходжпури (7,6 %), тхару (5,9 %), таманг (5,2 %), невари (3,6 %) һәм магары (3,4 %).
Дин
үҙгәртергәКасталар
үҙгәртергәАдминистратив бүленеше
үҙгәртергә2018 йылдан алып Непал 7 провинция һәм 77 райондан тора.
№ | Провинциялар | Адм. үҙәк | Территория (км2) | Халҡы |
---|---|---|---|---|
1 | 1-се провинция | Биратнагар | 25 905 | 4 534 943 |
2 | 2-се провинция | Джанакпур | 9 661 | 5 404 145 |
3 | 3-сө провинция | Хетауда | 20 300 | 5 529 452 |
4 | Гандаки Прадеш | Покхара | 21 504 | 2 413 907 |
5 | 5-се провинция | Бутавал | 22 288 | 4 891 025 |
6 | Карнали Прадеш | Бирендранагар | 27 984 | 1 168 515 |
7 | Судурпаштин-Прадеш | Дхангадхи | 19 539 | 2 552 517 |
Ҡалалары
үҙгәртергәТарихы
үҙгәртергәБоронғо осор
үҙгәртергәНепал короллеге
үҙгәртергәМонархияның ҡолауы
үҙгәртергәРеспублика осоро
үҙгәртергәДәүләт төҙөлөшө
үҙгәртергәЗакондар сығарыу власы
үҙгәртергәПрезидент һәм вице-президент
үҙгәртергәХөкүмәт
үҙгәртергәСуд власы
үҙгәртергәТышҡы сәйәсәт
үҙгәртергәИҡтисады
үҙгәртергәНепал — донъялағы иң ярлы һәм үҫешмәгән илдәрҙең береһе. Йән башына эске тулайым продукт (2009 йылда) — 1,2 мең доллар (Халыҡ-ара валюта фонды версияһы буйынса, донъяла 159-сы урын). Эшһеҙлек кимәле — 46 % (2008 йылда).
Иҡтисадтың төп тармағы — ауыл хужалығы (эшселәрҙең 76 проценты, тулайым продукттың 35 проценты) — дөгө, кукуруз, иген, шәкәр ҡамышы, джут, тамыраҙыҡтар етештерелә. Буйволдар ит һәм һөт өсөн үрсетелә.
Сәнәғәт (хеҙмәткәрҙәрҙең 6 проценты, ЭТП-ның 16 проценты) — ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү (джут, шәкәр, тәмәке, иген), келәм, кирбес етештереү.
Хеҙмәтләндереү өлкәһе — хеҙмәткәрҙәрҙең 18 проценты, ЭТП-ның 49 проценты.
Валюта керемдәренең төп сығанағы — сит ил туризмы.
Тышҡы сауҙа
үҙгәртергәТышҡы сауҙа тулыһынса тиерлек Һиндостанға йүнәлтелгән. Бынан тыш, Катмандуның Нью-Делиға бәйлелеге арта ғына барған: әгәр 2005 йылда Һиндостанға Непал экспортының 53,7 % һәм Гималай иле импортының 47,7 % тура килһә, 2011 йылда был күрһәткестәр ярашлы рәүештә 66,4 % һәм 65,2 % тәшкил итә[11]. Экспорт (804 миллион доллар (2017 йылда)) — текстиль һәм туҡыу тауарҙары, шул иҫәптән кейем — 317 миллион доллар, аҙыҡ-түлек, шул иҫәптән емеш-еләк һуттары — 138 миллион доллар, ауыл хужалығы сеймалы (сәй, сәтләүек, тәмләткестәр) — 95 млн доллар, металдан изделиелар — яҡынса 70 млн доллар.
Төп һатып алыусылар — Һиндостан (54 %), Америка Ҡушма Штаттары (11 %), Төркиә (6,7 %), Германия (4,1 %).
Импорт (9,56 миллиард доллар (2017)) — нефть продукттары, сәнәғәт тауарҙары, машиналар һәм ҡорамалдар, транспорт саралары, металл ярым фабрикаттары, алтын, электроника, медикаменттар.
Төп тәьмин итеүселәр — Һиндостан (63 %), Ҡытай (12 %), Германия (2 %).
Транспорт
үҙгәртергәНепал донъялағы эре транспорт юлдарынан ярайһы уҡ алыҫ. Шул уҡ ваҡытта ил эсендә авиация бәйләнеше ярайһы үҫешкән: 47 аэропорт бар, шуларҙың 11-е — бетон япмалы[12], осоштар йышлығы ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндерә. Илдең төньяғының өстән ике өлөшө таулы ерҙәр, шуға күрә юлдар төҙөү һәм уларҙы төҙөкләндереү бында ҡыйынлыҡтар менән бара һәм ҙур сығымдар талап итә. 2007 йылда асфальт юлдарҙың оҙонлоғо 10 142 км тәшкил итә, япмаһыҙ юлдар — 7140 км[12]. 2018 йылда илдең көньяғында дөйөм оҙонлоғо 34 км тәшкил иткән ике тимер юл линияһы була[13].
Непал халҡының өстән бер өлөшө, әгәр йәйәү сыҡһалар, оло юлдан ике сәғәтлек арала йәшәй. Яңыраҡ бөтә административ үҙәктәр илдең баш ҡалаһы Катманду менән тоташтырыла. 2009 йылда юлдарҙың 60 проценты тиерлек ауыл-ара һәм ямғырҙар миҙгелендә кеше үтмәҫлек булып һаналған[14]. Катмандуның диңгеҙ менән бәйләнеше Һиндостандың Калькутта порты аша үтә. Юлдарҙың насар торошо непал халҡына баҙарға, мәктәптәргә һәм дауаханаларға йөрөүҙе ҡыйынлаштыра[15].
Киң мәғлүмәт саралары
үҙгәртергә«Nepal Television» дәүләт телерадиокомпанияһы шул уҡ исемле телеканалды үҙ эсенә ала, «Radio Nepal» дәүләт радиокомпанияһына шул уҡ исемле радиостанция инә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Авторское право в Непале
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/asia
- ↑ Поспелов, 2002, с. 287
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 Central Bureau of Statistics Population Monograph of Nepal 1981 (ингл.) — 1987.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Central Bureau of Statistics The analysis of the population statistics of Nepal (ингл.) — 1977.
- ↑ 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 5,10 5,11 5,12 5,13 5,14 5,15 5,16 5,17 5,18 5,19 5,20 5,21 5,22 5,23 5,24 5,25 5,26 5,27 5,28 5,29 5,30 5,31 5,32 5,33 5,34 5,35 5,36 5,37 5,38 5,39 5,40 5,41 5,42 5,43 5,44 5,45 5,46 5,47 5,48 5,49 5,50 5,51 5,52 5,53 база данных Всемирного банка — Донъя банкы.
- ↑ http://cbs.gov.np/?p=513
- ↑ Population Monograph of Nepal 2014 (ингл.): Volume 1: Demographic analysis — CBS, 2014. — ISBN 978-9937-2-8971-9
- ↑ 8,0 8,1 Перепись населения Непала (2011) // Перепись населения Непала (2011)
- ↑ Central Intelligence Agency, Center N. F. A. Country Comparison :: Population (ингл.) — Washington, D.C.: Central Intelligence Agency, U.S. Government Printing Office, 1981. — ISSN 0277-1527; 1553-8133
- ↑ Значение слова «Непальцы» в Большой советской энциклопедии
- ↑ Лунев С. И. Значение форматов РИК, БРИК и БРИКС для Индии // Китай в мировой и региональной политике. История и современность. — 2012. — Т. 17. — № 17. — С. 114
- ↑ 12,0 12,1 World Factbook: Nepal . Дата обращения: 30 июль 2012. 2010 йыл 29 декабрь архивланған.
- ↑ Department of Railways
- ↑ Connecting Nepal's Rural Poor to Markets . Дата обращения: 4 февраль 2013.
- ↑ "Nepal: Economy", Nepal: Economy, p. 3, <http://encarta.msn.com/encyclopedia_761562648_3/Nepal.html>. Проверено 23 сентябрь 2005. 2009 йыл 28 октябрь архивланған.
Литература
үҙгәртергә- Современный Непал: Справочник / Отв. ред. И. Б. Редько; Институт народов Азии АН СССР. — М.: Наука. Главная редакция восточной литературы, 1967. — 280 с. — 8400 экз.
- Кононов Ю. В. Страна субтропиков и заснеженных гор: Путешествие по Непалу. — М.: Мысль, 1985. — 144 с. — 70 000 экз.
- Манвелов В. И. В стране заоблачных вершин / Послесл. И. Б. Редько. — М.: Наука. Главная редакция восточной литературы, 1982. — 176, [4] с. — (Рассказы о странах Востока). — 30 000 экз.
- Манвелов В. И. В стране заоблачных вершин / Послесл. И. Б. Редько; Институт востоковедения АН СССР. — 2-е изд., доп. — М.: Наука. Главная редакция восточной литературы, 1986. — 240, [16] с. — (Рассказы о странах Востока). — 30 000 экз.
- Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / Отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.
- Shaha, Rishikesh. Ancient and Medieval Nepal (билдәһеҙ). — New Delhi: Manohar Publications, 1992. — ISBN 978-81-85425-69-6.
- Tiwari, Sudarshan Raj. The Brick and the Bull: An account of Handigaun, the Ancient Capital of Nepal (инг.). — Himal Books, 2002. — ISBN 978-99933-43-52-3.
- India Nepal Open Border . Nepal Democracy. Дата обращения: 23 сентябрь 2005. Архивировано из оригинала 18 октябрь 2005 года.
- Football at the heart of the Himalaya . FIFA. Дата обращения: 23 сентябрь 2005. Архивировано 9 сентябрь 2005 года. 2005 йыл 9 сентябрь архивланған.
- Nepal: Information Portal . Explore Nepal. Дата обращения: 1 сентябрь 2007.
- Haven, Cynthia. The Best Memoir You Never Heard Of: "Shadow Over Shangri-La", San Francisco Chronicle (24 август 2010).
- Nepal: A state under siege . The South Asian: Featured Articles. Дата обращения: 23 сентябрь 2005. Архивировано 31 декабрь 2004 года. 2004 йыл 31 декабрь архивланған.
- Nepal: Basic Fact Sheet . Nepal homepage. Дата обращения: 23 сентябрь 2005. Архивировано 24 май 2005 года. 2005 йыл 24 май архивланған.
- Sharma, Sushil. Jailed ex-PM in Nepal court plea, BBC News (29 август 2005). 29 сентябрь 2005 тикшерелгән.
- Nepal's new emblem . Citizen Journalism Nepal. Дата обращения: 7 февраль 2007. Архивировано 9 февраль 2007 года. 2007 йыл 9 февраль архивланған.
- Hagmuller, Gotz. Patan Museum: The Transformation of a Royal Palace in Nepal (инг.). — London: Serindia, 2003. — ISBN 978-0-906026-58-8.
- Dixit, Kunda. A people war: Images of the Nepal conflict 1996–2006 (инг.). — Kathmandu: nepa-laya, 2006.
- Crossette, Barbara. So Close to Heaven: The Vanishing Buddhist Kingdoms of the Himalayas (инг.). — New York: Vintage, 1995. — ISBN 978-0-679-74363-7.
- Bista, Dor Bahadur. People of Nepal (билдәһеҙ). — Department of Publicity, Ministry of Information and Broadcasting, Government of Nepal, 1967. — ISBN 978-99933-0-418-0.
- Whelpton, John. A History of Nepal (билдәһеҙ). — Cambridge University Press, 2005. — ISBN 978-0-521-80470-7.
- Michael Hutt, ed., Himalayan 'people’s war' : Nepal’s Maoist rebellion, London: C. Hurst, 2004
- Matthiessen, Peter. The Snow Leopard (билдәһеҙ). — Penguin, 1993. — ISBN 978-0-00-272025-0.
- Simpson, Joe. Storms of Silence (билдәһеҙ). — Mountaineers Books, 1997. — ISBN 978-0-89886-512-7.
- Upadhyay, Samrat. Arresting God in Kathmandu (билдәһеҙ). — Mariner Books (инг.)баш., 2001. — ISBN 978-0-618-04371-2.
- Joseph R. Pietri. The King of Nepal (билдәһеҙ). — Indianapolis, IN: Indiana Creative Arts, 2001. — ISBN 978-0-615-11928-1.
- Herzog, Maurice. Annapurna (билдәһеҙ). — The Lyons Press (инг.)баш., 1951. — ISBN 978-1-55821-549-8.
- Murphy, Dervla. The Waiting Land: A Spell in Nepal (билдәһеҙ). — Transatlantic Arts, 1968. — ISBN 978-0-7195-1745-7.
- Rishikesh Shaha (инг.)баш. Modern Nepal: A Political History (билдәһеҙ). — Manohar Publishers and Distributors, 2001. — ISBN 978-81-7304-403-8.
- Jane Wilson-Howarth (инг.)баш. A Glimpse of Eternal Snows: a family's journey of love and loss in Nepal (инг.). — Bradt Travel Guides, UK, 2012. — P. 390. — ISBN 978-1-84162-435-8.
- Glacial Lakes and Glacial Lake Outburst Floods in Nepal. — International Centre for Integrated Mountain Development, Kathmandu, March 2011 2011 йыл 1 сентябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергәНепал Викимилектә | |
Непал Викияңылыҡтарҙа | |
Непал Викигид | |
Проект «Непал» |
- nepal.gov.np — Правительства Непала рәсми сайты
- Материалы по новейшей истории Непала 2014 йыл 7 апрель архивланған.
- Glacial Lakes and Glacial Lake Outburst Floods in Nepal. — International Centre for Integrated Mountain Development, Kathmandu, March 2011 2011 йыл 1 сентябрь архивланған.
- Official Site of Nepal Tourism Board 2019 йыл 10 сентябрь архивланған.
- Nepal from the BBC News
- Nepal from UCB Libraries GovPubs
- Непал Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.
- Nepal Encyclopædia Britannica entry
- Викисклад: Атлас: Непал
- Key Development Forecasts for Nepal from International Futures
Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |