Мәжит Ғафури

Башҡортостандың халыҡ шағиры

Мәжит Ғафури (Абдулғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы; 20 июль 1880 йыл — 28 октябрь 1934 йыл) — яҙыусы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1923).

Мәжит Ғафури
Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы,
Абдулғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы
Тыуған көнө:

20 июль 1880({{padleft:1880|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[1] Еҙем-Ҡаран ауылы

Вафат булған көнө:

28 октябрь 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (54 йәш)

Вафат булған урыны:

СССР, Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

шағир, яҙыусы

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

татар

Наградалары:

 Хеҙмәт Геройы; Башҡортостандың халыҡ шағиры (1923)

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы 1880 йылдың 20 июлендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[1] Еҙем-Ҡаран ауылында хәлфә ғаиләһендә тыуған. Сығышы менән кәлсер-табын ырыуы башҡорттарынан[2].

Ете йәштә Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙрәсәһенә уҡырға бара.

Еҙем-Ҡарандан алыҫ түгел Үтәш ауылы мәҙрәсәһендә уҡый.

 
Мәжит Ғафури, Мәстүрә Фәйзуллина, Зөһрә Ғафури, Ғәзиз Әлмөхәмәтов. Өфө, 1933 йыл

1898 йылда Троицк ҡалаһында Зәйнулла Рәсүлевтың «Рәсүлиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Уҡыған ваҡытта халыҡ тормошон ныҡлап өйрәнә, төрлө заводтарҙа, Рәмиевтың алтын приискыларында эшләп, уҡыуын дауам итә. Ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта, ҡаҙаҡ халҡының фольклорын өйрәнә, рус әҙәбиәте менән дә ҡыҙыҡһына башлай.

1904 йылда Ҡазанда «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә.

1906—1909 Өфөлә «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый.

«Ҡыҙыл Башҡортостан», «Коммуна» гәзиттәре редакцияһында эшләй.

1934 йылдың 28 октябрендә үпкә ауырыуынан Өфөлә вафат була.

 
Өфөлә Мәжит Ғафуриҙең йорт-музейы

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Шиғырҙар

үҙгәртергә
  • «Ишан шәкерттәренә», 1902
  • «Себер тимер юлы»
  • «Башҡа мәмләкәттәрҙә мосолмандарҙың хәле»
  • «Ғилем»
  • «Йәш ғүмер»
  • «Ваҡыт етте», 1905
  • «Шатлыҡ йыры», 1905
  • «Хөрриәт дәүерендә», 1905
  • «Бай кеше», 1905 («Бай», 1907)
  • «Ике ҡош», 1906
  • «1906 йылдың 1907 йылға васыяты»,
  • «Етенсе йылдың яуабы»
  • «Беҙҙең көндәр», 1907
  • «Үҙем һәм халҡым», 1912
  • «Мин ҡайҙа?», 1912
  • «Бир ҡулыңды», 1920
  • «Һарыҡты кем ашаған?»

Хикәйәләр

үҙгәртергә

Повестар

үҙгәртергә
  • «Ҡара йөҙҙәр», 1926
  • «Шағирҙың алтын приискыһында», 1930
  • «Тормош баҫҡыстары».

Поэмалар

үҙгәртергә
  • «Эшсе», 1921

Драмалар

үҙгәртергә
  • «Ҡыҙыл йондоҙ», 1925

Китаптары

үҙгәртергә
  • «Себер тимер юлы йәки әхүәле милләт», Ырымбур.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы.
  2. Кунафин Г. С. Творчество, прошедшее испытание временем (125 лет со дня рождения народного поэта Башкортостана Мажита Гафури) // Ватандаш. — 2005. — № 8. — С. 161—175. — ISSN 1683-3554.
  3. Флешмоб "Поэты читают поэта" к 140-летию Мажита Гафури
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Мажит Гафури : биобилиогр. указ. / сост. Г. С. Ахмадиева; ред. З. Т. Агзамова; отв. за вып. А. А. Ибрагимов. — Уфа: Нац. б-ка им. А.- З. Валиди РБ, 2010. — 202 с.
  • История башкирской литературы. Т. 1 (421-428 с.): С древнейших времен до начала XX века. — Уфа: Китап. 2012 — 560 с. ISBN 978-5-295-05562-1 (т.1)
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 83-85 с. ISBN 5-295-02294-3. Дом, где работал и жил Гафури. Гоголя улица, 28
  • Ғафуров Ә. Ғ. Атайым (Мәжит Ғафури тураһында хәтирәләр). — Өфө: «Китап», 2001. — 175 бит.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар