Мейәс (рус. Миасс) — Силәбе өлкәһенең халыҡ һаны буйынса 4-се ҡала, өлкә әһәмиәтендәғе ҡала. Мейәс ҡала округының административ үҙәге. Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы[1].

Ҡала
Мейәс
Миасс
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Регион

Силәбе өлкәһе

Район

Мейәс (ҡала)

Координаталар

55°03′ с. ш. 60°06′ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

5 округ

Нигеҙләнгән

1773

Элекке исеме

Тухачевск (1923-1926)

Ҡала с

1919

Майҙаны

111,9 км²

Халҡы

152 055 кеше кеше (2010)

Агломерация

166 210 (2013)

Милли состав

урыҫтар, башҡорттар, татарҙар

Этнохороним

мейәстәр

Телефон коды3513
Почта индексы

456300

Һанлы танытмалар
[[{{{вид идентификатора}}}]]

75442

Рәсми сайт

newsmiass.ru

Мейәс (Рәсәй)
Мейәс
Мейәс
Мейәс (Силәбе өлкәһе)
Мейәс

1773 йылда һалынған Мейәс заводы һымаҡ.

Мейәс заводы, 1773 йылда Себер даруғаһының Барын, Ҡара-Табын һәм Ҡыуаҡан улустары башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Мейәс буйында Л. И. Лугинин тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Лугининдар, 1798 йылдан алып Дәүләт ассигнация банкыһы. Златоуст тау сәнәғәте округына ҡараған.

  • 1777 йылда Мейәс заводы эшләй башлай. 4 баҡыр иретеү мейесе була
  • 1779 йылда тағы 2 мейес сафҡа индерелә
  • 1797 йылда 8 иретеү һәм 4 шплейзофен мейесе, йәмшәйтеү сүкеше була
  • 19 быуат башында 6 иретеү мейесе, 1 крица һәм 4 гармахер горны, йәмшәйтеү сүкеше була
  • 1816 йылда завод тимер прокатлауға ҡулайлаштырыла, йәйеү мейесе, 4 крица горны ҡуйыла. Завод — 6, 19 быуат башында 5 рудникка хужа була.
  • 18 быуат аҙағында Мейәс заводында 122 мең дисәтинәнән ашыу ер биләй. Мейәс заводында 153,9 мең бот баҡыр иретелә; максималь етештереүсәнлек 4,9 мең бот тәшкил итә (1798, 1805).
  • 1799—1800 йылдарҙа баҡыр иретелмәй.
  • 1823 йылда завод алтын йыуыуға ҡулайлаштырыла, 1829 йылда ябыла.

География

үҙгәртергә

Ҡала Мейәс йылғаһы ярында урынлашҡан.

Топономика

үҙгәртергә

Мейәс атамаһы урыҫсаға башҡорт теленән килгән. Ләкин башҡорт телендә лә был атаманы еңел генә аңлатып булмай. Ғалимдар фекере буйынса, был атама боронғо угор халыҡ теленән килгән. Ошо телдән уҡ Арғаяш, Мисәш һәм башҡа «аш»/«ас»-ҡа тамамлаған атамаһы килгән.

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә
 
Баҡыр заводы быуаһы

Эре ойошмалар

үҙгәртергә
  • В. П. Макеев исемендәге Дәүләт ракета үҙәге. 1974 йылдан ракета-космос техника етештерә һәм проектлай
  • «НПО электромеханика» ПАЙ, 1958 йылдан датчиктар, контроль, инерциаль һәм навигация системалар етештереүсе.
  • Мейәс машиналар төҙөү заводы ПАО. 1959 йылдан ракета, нефтехимия сәнәғәттәр өсөн продукция етештерә
  • Рәсәй тимер юлдарының Мейәс бүлек-сеһендә 5 меңдән ашыу кеше әшләй.
  • «„Урал“ автомобиль заводы» (УралАЗ) ПАЙ, 1941 йылдан «Урал» йөк һәм вахта машиналарҙы сығара.

Продукция: Урал-4320, Вахта автобустар Урал-NEXT[2]

 
Урал-6361.
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса температура, °C −13,6 −12,9 −7 3,0 12,3 18,2 19,4 16,5 10,3 2,6 −7,5 −12,9 2,5
Сығанаҡ: NASA. База данных RETScreen

Ҡала башлыҡтары

үҙгәртергә
  • 1980—1990 — Кадочников Пётр Иванович
  • 1990—1993 — Григориади Владимир Стиллианович
  • 1993—1995 — Вертипрахов Валентин Михайлович
  • 1995—1996 — Войнов Игорь Вячеславович
  • 1996—2001 — Жмаев Михаил Юрьевич
  • 2001—2004 — Григориади Владимир Стиллианович
  • 2004—2005 — Серко Ирина Аркадьевна
  • 2005—2010 — Бирюков Иван Александрович
  • 2010 йылдан — Войнов Игорь Вячеславович

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Города Трудовой Доблести и Славы 2022 йыл 27 март архивланған.
  2. Алексей Кованов. Новый грузовик «Урал-Next». Прорыв, которого не ждали. Авто Mail.ru (2 июнь 2015). Дата обращения: 7 июнь 2015.