Благовар районы
Благовар районы (рус. Благоварский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Языков ауылы. Районда 26009 кеше йәшәй.
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Статус | |||
Урынлашҡан урыны | |||
Берләштерә |
15 ауыл биләмәһе | ||
Административ үҙәк | |||
Барлыҡҡа килеүе |
1935 | ||
Хакимиәт башлығы |
Коземаслов Юрий Александрович | ||
Муниципаль район Советы рәйесе |
Зийәзетдинов Хәниф Ғабдулғалим улы | ||
Халҡы (2016) |
↘25 576[1] (37 урын) | ||
Тығыҙлығы |
15,88 кеше/км² | ||
Майҙаны |
1611 км² (45 урын) | ||
Ваҡыт бүлкәте | |||
Автомобиль номерҙары коды |
02, 102 | ||
Рәсми сайты | |||
Благовар районы Викиһаҡлағыста | |||
Районда тыуған арҙаҡлы шәхестәр
үҙгәртергә- Баһауетдинов Йәһүҙә Ғилметдин улы (3.01.1922—20.03.2000), 1950-85 йылдарҙа «Октябрь» колхозы бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы (Сулпан ауылы).
- Биғлов Йыһандар Ирғәле улы (18.12.1918—28.11.2001), ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусы, 1972—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының математика факультеты деканы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Физика‑математика фәндәре кандидаты (1955). Иҫке Абзан ауылынан[2].
- Горбушина Нәфисә Муллайән ҡыҙы (18.08.1923), Социалистик Хеҙмәт Геройы, 1956-1974 йылдарҙа Өфөләге «Мир» тегеү фабрикаһының (аҙаҡ фирмаһының) тегеүсе-моторисы, смена мастеры һәм өлкән мастеры. (Яңы Һынташ ауылы)[3].
- Ғилманов Фәнүр Мөғәмбәр улы (9.02.1956) — журналист, 1989 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2011), 1986 йылдан республиканың ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни баҫмаһы «Ҡыҙыл таң» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе. Яңы Абзан ауылынан.
- Ғәлиәкбәров Ғәйниәт Ғәлимулла улы (24.07.1917), дәүләт һәм партия эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962-1970 йылдарҙа Шишмә район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1970-1978 йылдарҙа КПСС-тың Шишмә район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 7-9 саҡырылыш (1967-1980) Юғары Советы депутаты. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Шишмә районының Почётлы гражданы (2010). (Яңы Һынташ ауылы)[4].
- Ғәниев Радмир Шәрифйән улы (21.09.1957), банк хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Милли банкы рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. (Шырлыҡ ауылы)[5].
- Дәүләтбаев Мирас Ибраһим улы (20.01.1949), рәссам. СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы. Иҫке Һынны ауылынан[6].
- Дәүләтҡолова Әнүзә Шәрифулла ҡыҙы (18.09.1935), почта хеҙмәте ветераны. 1955—1990 йылдарҙа Өфө почтамты почтальоны, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған элемтәсеһе (1974). СССР-ҙың элемтә мастеры (1969). Иҫке Һынны ауылынан.
- Әмирхан Еники (2.03.1909—16.02.2000), яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Татар АССР-ының халыҡ яҙыусыһы (1989) һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры. Үрге Ҡарғалы ауылынан. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән.
- Иҙрисов Ғилемхан Иҙрис улы (16.09.1913—5.02.1977), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945). Яңы Абзан ауылынан.
- Ниғмәтуллин Ғәлимйән Әмирйән улы (26.07.1897—4.11.1941), журналист, әҙәбиәт белгесе. Сәйәси золом ҡорбаны. Өйҙөрәкбаш ауылынан[7].
- Ниғмәтуллин Искәндәр Ниғмәтулла улы (23.01.1908—29.06.1980), ғалим-инженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1955), профессор (1955). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. (Үрге Ҡарғалы ауылы)[8].
- Никишин Сергей Михайлович (24.07.1958), спортсы. Конькиҙа шыуыу буйынса СССР-ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1978). Шорт-трек буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1992) һәм Бөтә Союз категорияһындағы судья (1990). 1000 һәм 1500 метрға йүгереүҙә СССР (1979), РСФСР (1980—1981) һәм РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1982) чемпионы, халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1980—1984). (Языков ауылы)[9].
- Хәбиров Камил Шәймулла улы (2.12.1933), хеҙмәт ветераны, 1952—1995 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» тресының бульдозерсыһы һәм торба һалыусы кран машинисы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1985). Ленин (1964) һәм Октябрь Революцияһы (1976) ордендары кавалеры. Иҫке Әмир ауылынан[10].
- Рим Хәсәнов (9.03.1947), Башҡортостандың танылған композиторы, Ғәлимов Сәләм исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты (1976), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1979), Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. (Языков ауылы).
Халыҡ һаны
үҙгәртергә1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 16 кеше.
- Милли составы
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 42,8 %, татарҙар — 28,3 %, урыҫтар — 21,8 %, украиндар — 2,8 %, башҡа — 4,3 %[23].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям . Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Биғлов Йыһандар Ирғәле улы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2018)
- ↑ Горбушина Нәфисә Муллайән ҡыҙы — Башҡорт энциклопедияһы 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2017)
- ↑ Благоварская земля: годы и люди. — Уфа: Восточная печать, 2005. — 352 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2017)
- ↑ Благоварская земля: годы и люди. — Уфа: Восточная печать, 2005. — 352 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 сентябрь 2017)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Дәүләтбаев Мирас Ибраһим улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ниғмәти (Ниғмәтуллин) Ғәлимйән Әмирйән улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 10 июль 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ниғмәтуллин Искәндәр Ниғмәтулла улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 ғинуар 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Никишин Сергей Михайлович 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2018)
- ↑ Башкирская энциклопедия — Хабиров Камиль Шаймуллинович 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 декабрь 2018)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность населения СССР, РСФСР и ее территориальных единиц по полу (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
Был Благовар районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |